+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Июнь 2021, 07:33

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Бетерә шаршыһы повесть Ун алтынсы өлөшө

Бер оя көсөктәре менән “мәж” килеп ултырғанда, янына һаҡсы килде. – Ошо ояны ал да минең арттан атла.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
Бетерә шаршыһы
повесть
Ун алтынсы өлөшө
Бер оя көсөктәре менән “мәж” килеп ултырғанда, янына һаҡсы килде.
– Ошо ояны ал да минең арттан атла.
Артыҡ һорау биреп тороу тыйыла – ҡатын йәһәт кенә көсөктәрҙе кәрзингә тултырҙы ла алаҡанлап артынан эйәргән инәләренә: “Хәҙер киләбеҙ”, – тип, йөк машинаһына менеп тә ултырҙы. Ҡаланың төрлө урамдары буйлап бара торғас, ситкә үк сығып китеп, ике ҡатлы шәхси йорт янына туҡтанылар. Янындағы ҡораллы һалдат ергә һикерҙе лә, ынтылып, кәрзинде алды. Эйәртенешеп, ихатаға барып инделәр. Бында ла хәрби һаҡ тора икән. Бейек болдор эргәһенә килеп етеүҙәре булды, эстән, сыр-сыу килеп, ике бала йүгерешеп сыҡты.
– Көсөктәр!!! Көсөктәр килде!
– Даша, мин һайлайым! Атай миңә һайларға рөхсәт итте!
– Мин – үҙемә, һин – үҙеңә! Һәр кем үҙе һайлай!
Арттарынан сыҡҡан әсәләре өлгөрә алмай ята:
– Балалар! Бер генә көсөк алабыҙ! Берәү генә.
Алты-ете йәштәрҙәге малай менән ҡыҙ, берәүҙе лә ишетерлек хәлдә түгелдәр, кәрзиндәге алты көсөктө лә ҡосаҡтарына һыйҙырырға тырышып ойпалай торғас, уларҙың барыһы ла сиҙәмгә төшөп, йүгерешә башланы. Урам эсе балалар һәм көсөктәр әйлән-бәйләненә әүерелде. Хәтирә менән һаҡсы, йылмайып ҡарап, тик торҙо. Бындай илаһилыҡты уларҙың күптән күргәне лә юҡ бит. Балаларҙың әсәһе араларында сәбәләнде:
– Даша! Миша! Ыҙалатмағыҙ көсөктәрҙе! Улар – шундай уҡ бәпестәр.
– Даша! Һин апай кеше бит!
Шул саҡ Хәтирәне ток һуҡҡандай булды. Ҡатын ҡыҙына ап-асыҡ итеп татарса өндәште. Татарса! Хәтирә, тулҡынланыуҙан күҙҙәренә йәш алып, башҡортса яуапланы:
– Уйнаһындар аҙыраҡ, барыһы ла балалар бит.
Һомғол буйлы ап-аҡ ҡына ҡатынҡай, “йәлп” боролоп, ҡарап алды. Унан, йылмая биреп, янына килде. Хәтирә лә уға йылмайҙы.
– Һин татар ҡыҙымы?
– Башҡорт ҡыҙы.
Икеһе лә тағы ла йылмайышты. Ҡатын башлап ҡулын һуҙҙы:
– Ғәлимә. Бында, Галина Тимофеевна, тиҙәр.
– Хәтирә.
– Ҡайҙан һин, Хәтирә?
– Башҡортостандан.
– Мин Миңзәлә ҡалаһында йәшәнем... ҡасандыр. Мин... Черновтың ҡатыны булам.
Хәтирәнең аптырауы йөҙөнә сыҡты, күрәһең, Ғәлимә көлөп үк ебәрҙе. Черновты уны, кем белмәй?! Ул бит... төрмә начальнигы!
– Күптән бындаһыңмы? – яңы танышы билдәһеҙ яҡҡа эйәген ҡаҡты, әммә һорау аңлашылды.
– Ике йыл.
– Аңлашылды, – ҡатын, ошоноң менән һөйләшеү тамам тигәндәй, ҡарашын балаларына күсерҙе. – Балалар, бер көсөк алабыҙ ҙа башҡаларын кәрзингә тултырабыҙ!
Оло ғауға, күҙ йәштәренә барып етеп, көсөк һайланғас, китер алдынан Хәтирә хужаларға баш һелкете:
– Һау булығыҙ, Ғәлимә.
– Имен бул, Хәтирә.
Тағы ла ике айҙан, төрмә начальнигының бойороғо буйынса, уны көсөк алып барған йортҡа баҡса ҡараусы итеп күсерҙеләр. Был ваҡиғалар ағышына ул әле ошонда ер соҡоп йөрөгәнендә лә ышана алманы. Баҡса эштәренән тыш, һаҡсы күҙәтеүе аҫтында хужаның ҡоралдар музейында ла тәртип тотто. Төрлө ҙурлыҡтағы һәм ауырлыҡтағы пистолет-мылтыҡтарҙы таҙартты, майланы, бәрхәт менән ышҡып, ялтыратты. Бушыраҡ ваҡытында Ғәлимә уны парк булып йәйелгән баҡсала бергә йөрөп әйләнергә саҡырҙы. Ике мосолман ҡатыны береһе татарса, икенсеһе башҡортса һөйләшеп кинәнде. Тора-бара, был ҡатын уға асылып уҡ китә башланы. Ғәлимәнең атаһы медицина өлкәһендә академик булған. Әсәһе лә уҡымышлы ханым булып, ике ҡыҙын матур китаптар тәрбиәһендә генә үҫтергән. Ҡатындың үҙен тотошо, һөйләше, ҡылыҡтары – барыһы ла уның, ысынлап та, юғары мәҙәниәтле ғаилә балаһы икәнлеген әйтеп тора ине. Ә был донъяла ул, әйтерһең дә, ваҡытлыса ғына. Әйтерһең, яңылышып ҡына килеп сыҡҡан. Был ерҙеке, был йәмғиәттеке түгел ул. Бысраҡ ергә баҫмаған, бынау оҙон күкһыу күлдәге, киң ҡырлы эшләпәһе, моңһоу ҡарашы, нескә йөҙ-һыны менән һауанан төшкән дә осоп ҡына йөрөгәндәй.
Ғәлимәнең атаһын “халыҡ дошманы” мөһөрө аҫтында атҡандар, әсәһе лә Себер һөрөлөп, шунан үле хәбәре килгән. Апаһы менән үҙе лә төрмә михнәттәрен татыған. Үҙен, ул ваҡыттағы чекист Черновтың күҙе төшөп, ул тамуҡтан һөйрәп сығарған һәм, исем-фамилияһын алмаштыртып, был яҡтарға алып сығып киткән. Иренә ҡарата бер хистәре булмаһа ла, яҙмышына күнгән ҡатын. Үҙенән күпкә оло булған кешенең бары тик яҡлауын ғына ҡабул иткән.
–Аңлайһыңмы, Хәтирә, мин ҡайһы ваҡыт үҙемде шундай күрә алмайым. Мин бит ҡурҡтым, ул мәл, ысынлап, ҡурҡтым да ҡуйҙым.
– Аптырамайым. Беренсе тапҡыр ҡулға алынғанда мин дә ҡурҡтым, һорау алғанда ла, төрмәгә барып ингәндә лә, ней үле, ней тере түгел инем.
– Ә мин һындым. Мин атайым, әсәйем, апайым кеүек була алманым. Яҡлау эҙләнем, Алексей Петровичҡа ла, хатта йөҙөнә лә күтәрелеп ҡарамайынса, бирелдем һәм бөтә шарттарына ла риза булдым. Ә башҡа осраҡта бит мин уның кеүек кешегә боролоп та ҡарамаҫ, хатта һөйләшеп тә тормаҫ инем. Ата-әсәм ундай кешегә сығыуымды белһә, йөрәктәре ярылыр ине...
Хәтирә әхирәтенә йәлләп ҡарап алды, тик йыуатыр һүҙ тапманы.
–Апайың ҡайҙа хәҙер? – тип һораған булды, ахырҙа.
– Белмәйем, – Ғәлимә ауыр көрһөндө, – хатта белешә лә алмайым. Мин бит туғандарымдан, хатта ата-әсәмдән баш тарттым. Ишетәһеңме? Динемдән, исемемдән баш тарттым. Бына шундай кеше мин...
– Ә кем алдында баш тарттың?
– Ҡағыҙҙарҙа... Алексей Петрович алдында.
– Күңелеңдән юймағанһың да һуң?
– Юҡ, уныһын эшләп булмай. Күпме генә тырышһам да, булманы.
– Тимәк, һин уларҙан баш тартмағанһың. Хоҙай барыһын да күреп тора. Һинең сараһыҙҙан эшләгәндәреңде ул ғәфү итә.
– Хоҙай?.. – Ғәлимә баҫалҡы көлөмһөрәне. – Беҙ Хоҙайға ышанабыҙмы ни? Бар тип уйлайһыңмы һин уны, Хәтирә? Ерендә шундай хәлдәр ҡылынырға рөхсәт итер инеме икән ул ысынлап булһа? Ә, Хәтирә?..
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: