-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Июнь 2021, 09:10

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Бетерә шаршыһы повесть Ун етенсе өлөшө

Хәтирәнең үҙенең дә был һорауҙы үҙенә йөҙәр ҡат биреп ҡарағаны булғас, был хаҡта ятһа ла, торһа ла уйланғас, һығымтаһын әйтте: – Әгәр Хоҙай булмаһа, беҙ барыбыҙ ҙа улар кеүек кешеләр булыр инек. Ошо һынауҙарҙы үтһәк, ул беҙҙе ярлыҡар...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
Бетерә шаршыһы
повесть
Ун етенсе өлөшө
Хәтирәнең үҙенең дә был һорауҙы үҙенә йөҙәр ҡат биреп ҡарағаны булғас, был хаҡта ятһа ла, торһа ла уйланғас, һығымтаһын әйтте:
– Әгәр Хоҙай булмаһа, беҙ барыбыҙ ҙа улар кеүек кешеләр булыр инек. Ошо һынауҙарҙы үтһәк, ул беҙҙе ярлыҡар...
– Минең хәҙер бер нәмәгә лә ышанысым ҡалманы, Хәтирә. Мин хатта балаларымды ла тәрбиәләмәйем. Был донъяла, бындай йәмғиәттә һәм беҙҙеке кеүек яһалма ғаиләлә улар ниндәй булып үҫһендәр инде?
– Улай тимә, Ғәлимә. Ярай һинең уларың бар, исмаһам, әүрәйһең шуларға.
– Инде бер нәмәгә лә әүрәй ҙә алмайым. Һүнеп барам мин яйлап... Быны Чернов та һиҙә.
Ысынлап, майшәм һымаҡ һыҙылып ҡына быҫҡыған әхирәтен төрлөсә яйға һалырға, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә өндәне, уның иғтибарын яуларлыҡ нимәләрҙер уйлап табырға тырышты Хәтирә. Бер көн хатта башына бәлә алып та ҡуйҙы. Тотто ла, мине урыҫ теленә өйрәт әле, тине. Ғәлимәгә был оҡшап ҡалды һәм, хәҙер инде бушағанын ғына көтөп алып, Хәтирәгә дәрестәр бирә башланы. Яҙыуын, уҡыуын ҡабатлатты, китаптар биреп, аҙаҡ тикшереп, һөйләтеп, фекерләшеп теңкәһенә тейҙе. Теләге булмаһа ла, тырышты уҡыусы, сөнки уҡытыусыһының теремекләнеүен, хатта талапсан булып китеүен күҙәтеү шатлыҡ ине уға. Ә инде хужа өйҙә булмаған кистәрҙә төндәр буйы һөйләшеп ултырыуҙар, элекке бәхетле мәлдәрен хәтерләп, илашып-йырлашып, серҙәре менән бүлешеүҙәр үҙе бер ғүмер ине.
Ғәлимәләр йортонда биш йылдан артыҡ йәшәне ул. Хәҙер инде бер туғандай булышып бөттөләр. Черновтың да ышанысын яуланы, яуланы ғына түгел, өйөн, балаларын тулыһынса ышанып ҡалдырыр кешеһенә әйләнде. Ҡатыны ла бауыр баҫып ылыҡҡас, етмәһә, йәненә дауа тапҡас, Хәтирәнең срогы тулғас та, бында ҡалырға тәҡдим яһаны.
–Эш хаҡы түләрмен, ҡал, бынан һуң хәҙер һиңә эш табыу ҙа ауыр булыр, – тине ир кеше.
Хәтирә ҡапыл ғына яуаплай ҙа алманы. Нисек инде... ҡалырға? Уның кәүҙәһе генә бында йөрөй, күңеле күптән унда – Бетерәһе өҫтөндә оса.
–Ҡала алмайым шул, Алексей Петрович, бик теләһәм дә... Унда мине әсәйем көтә. Ғәйеп итмәгеҙ инде.
Ғәлимә тимер юл вокзалында түгелеп илап тороп ҡалды. Саҡ ысҡынып ултырып китте Хәтирә. Был ғүмер һуҡмағынан бер аҙ алға йүгереп китеп ҡарағанда, әхирәте менән өс йыл туҡтауһыҙ хат алышып торҙолар ҙа, ҡапыл яуап килмәҫ булды. Хәтирәнең ныҡышып яҙған хаттарына бер көн Черновтан ике-өс һөйләмлек кенә хәбәр килде. Ғәлимә вафат булып ҡалған ине. Күбәләктәй генә яралы йәнен артабан йөрөтөр көс тапмаған икән был гонаһлы ерҙә. Күккә, үҙ урынына юлланған, күрәһең. Шул хәбәрҙе алған көндө үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр аят уҡыны Хәтирә. Әхирәте рухына бағышлап. Унан киләсәктә уҡыласаҡ аяттарҙың барыһында ла иң яҡындары исеме-шәрифе теҙмәһендә Ғәлимә Әҙәм ҡыҙы ла булды.
Сауап
Сәғиҙә ҡарсыҡ туған тейешле берәүҙәрҙең түшәгендә ҡаршы алды ҡыҙын. Терәлеп ултырыр хәле юҡ, әммә үҙ иҫендә ине әле. Оҙаҡ текәлеп ҡараны ул ҡыҙына асалаҡ-йомалаҡ күҙҙәре менән. Иламаны, сарбауламаны, әммә таныуын белдереп, әленән-әле ҡулын ҡыҫҡыланы. Унан ишек яғына эйәген иҙәне, алып ҡайтыуын, өйөнә күсереүен һораны. Хәтирә, бер яҡ ситкә аушайып барған иҫке йортоноң арҡыс-торҡос таҡта ҡағылған тәҙрәләрен ҡайырып асып, саң баҫҡан стеналарҙы, өҫтәл-һикеләрҙе йыуып-сайҙы ла, ҡалған ҡаралды-түшәкте ҡаҡҡылап-йүнәтеп, ҡул арбаһында алып ҡайтты әсәһен. Ике айҙай ҡарап ҡалды, бер иртәлә тауыш-тынһыҙ ғына китеп, Аллаһы ҡаршыһына баҫты Сәғиҙә ҡарсыҡ. Сабыр ғына булып йәшәп, үлгәндә дә шулай китте, тип уйланы ҡыҙы, уның вайымһыҙ йоҡлап ятҡандай тойолған аҡ сырайлы йөҙөнә ҡарап.
Әсәһен тәрбиәләп ҡуйғас, колхоз рәйесенә барып эш һорағайны, ҡымыҙ һауыуға сығарҙылар. Ауылдан биш саҡрымдай ятҡан ҡымыҙныйға йәйәү йөрөп эшләй башланы. Кеше менән артыҡ аралашыуҙан тартынған, ҡырҙараҡ, яңғыҙ-ярымыраҡ йөрөргә тырышҡанға таман булды. Бер үҙе урман хозурлығына һоҡланып, уйланып барып еткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Йәйләүҙә ятып эшләгән ғаиләнең хужабикәһе менән дә һөйләшеп ултырыр ваҡыттары юҡ. Бейә һауыу һыйыр һауыу түгел ул – бейә малы тауышланғанды яратмай. Бында шулай уҡ мыштырлап йөрөү ҙә бармай. Барыһын да йәһәт-йәһәт, йылдам башҡарырға кәрәк. Юғиһә бейәләр, нисек эйгән булһа, шулай уҡ йәһәт кенә эйһенә лә. Шул арала өлгөрөп ҡалһаң – ҡалаһың, ҡалмаһаң, улар буш имсәкте тартҡылатмай, тояҡтарын һелтәп, тынысһыҙлана башлайҙар.
Һауындан ҡалған ваҡытта ла Зәлифә исемле был килендең мәшәҡәте етәрлек, бер түгел өс ваҡ балаһы эргәһендә буталанып йөрөй. Ирен дә, бәләкәстәрен дә тәрбиәләү, аш-һыу йүнәтеү, шул арала батман-батман ҡымыҙ менән булыу уның бөтөн көнөн ала.
Өс көнгә бер ҡырҙа, урманда эшләүсе колхозсыларға ҡымыҙ алып барып килә Хәтирә. Арба егеп, көбөләрҙе шунда нығытып бәйләп ултыртып, Зәлифәнең ике өлкән балаһын иптәшкә алып, урап йөрөп килә.
Бесән эшләүселәргә ҡымыҙ таратып торғанда, таныш тауыштан тертләп, сүмесен көбө эсенә төшөрөп ебәрҙе. Уныһы, тимер нәмә, сумды ла батты.
– Миңә ҡымыҙ не положеномы әллә? – тип шаяртты һаман үҙенә боролғанын көтөп торған Сәғит.
Хәтирә, башҡа сараһы булмағас, боролорға мәжбүр. Бер секундҡа ғына бер-береһенә күҙ һирпеп алдылар. Ҡатын көсәнеп йылмайҙы:
– Положено ла ул... Сүмес ҡымыҙ төбөндә бит әле.
– Ҡымыҙ төбөндә? Хәҙер беҙ уны... – ир йүгерә-атлай йылға буйына төшөп китте лә, итек ҡуңысынан хәнйәр сығарып, тал сыбығы ҡырҡып алды һәм уны япраҡтарынан таҙалай-таҙалай кире килде. – Ҡана, ошоноң менән алып ҡарайыҡ әле?
Сәғит тырыша торғас, сыбыҡ менән сүмес һабының элмәгенән эләктереп, килтереп сығарҙы.
– Бына сүмесең, – тип һуҙҙы ла, эҫе ҡояш аҫтында йөрөп ҡарайған йөҙөнә хас булмаған ап-аҡ тештәрен күрһәтеп, тағы көлдө. – Ҡулыңдан әсе ҡымыҙ булһа ла эсәйем әле был ғүмерҙә.
Шул ваҡыт, икеһен дә һиҫкәндереп, мыҫҡыллы тауыш яңғыраны:
– Кеше ирҙәрен ҡарап тороп һуғарған өсөн дә түләйҙәрме әллә?
Сәғиттең ҡатыны Бибигөл ине был. Хәтирә менән яҡындан таныш булмаһа ла, улар тарихын белә. Белә генә түгел, иренең эске кисерештәрен тойоп йәшәй. Нисә йылдар түшәк бүлешеп тә, күңеленә үтеп инә алмағанына бары тик ошо “төрөмшик” ҡатынды ғына ғәйепләй. Әллә ҡайҙа йөрөһә лә, уның бәхетен, тыныслығын урлаусы ҡараҡ. Белмәгән көйө – күрә алмай, күрмәгән көйө юҡ итергә теләй ул уны.
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: