Ыжламаны шулай ҙа Сәғит. Ҡатынына артыҡ һан бирмәй, күрәһең. Ашыҡмай ғына эсеп бөттө лә, рәхмәт әйтеп һауытын кире тапшырғас, ҡабаланмай ғына тәмәкеһен ҡабыҙып, китеп барҙы. Хәтирә сүмесен тултырып, Бибигөлгә лә һуҙғайны, уныһы:
– Шул бер бейә һыҡраһын үҙегеҙ эсегеҙ. Ҡутара һыу ҡушалар ҙа эсте күптерәләр, – тип, ҡул һелтәгән булды. Улай тигәс, Хәтирә лә ҡабат боролоп баҫты, икенселәрҙең һауытын тултырыу менән мәшғүл булды. Тик талағы ташып барған ҡатындың китә һалып барыр уйы юҡ булып сыҡты. Сиратҡа баҫҡан ҡатындарға өндәшкән булып, тағы сәнсте:
– Мынау уаҡ балларҙы, нимуйҙап эҫелә алып йөрөмәк кәрәк? Кеше балаһын кеше уйҙаймы инде? – арбалағы Зәлифәнең ҡыҙҙары хаҡында әйтеүе.
Яуап биреүсе булмауында эше юҡ, һаман тыҡыны:
– Үҙ балаң буһа, шулайтып йөрөтмәһ инең инде. Төрмәләрҙә йөрөп, бисә йәне ҡалмағандыр.
Йыйылып тороусылар араһында “аһ” итеп ҡалыусылар булһа ла, береһе лә бәхәскә ҡыҫылманы.
Шул саҡ Хәтирәнең дә теле сыҡты:
– Минең, ярай, төрмәнән төрмәгә йөрөп балам юҡ, ә һинең, ир яҫтап ятҡан бисәнең, нишәп үҙ балаһы юҡ һуң?
Ике-өс ҡатын тағы “аһ” итте лә йәһәт-йәһәт өлөштәрен алып, китеү яғын ҡараны. Бибигөл ярһыны:
– Миндә ней эшең бар һинең? Ишшеү бында, төрөмшиклеген бер дан итеп тора әллә?! Ғейверәт! Зат-ырыуыңа бирмәһен Хоҙайым!
Ат ҡуҙғалып киткәс тә, тауышы ишетелеп торҙо әле:
– Бур булып төрмәлә ултырып ҡайтҡан кешене әллә нимәһен һаман кеше араһына эшкә алалар! Персидәтелгә әйтергә кәрәк йыйылышта! Алаҡандап, ирҙәргә менеп бара, әй!
Бер ышандырып тотонғас тип, ҡымыҙ мәле үткәнсе йөрөнө лә ауылын ҡалдырып китте Хәтирә. Бында башҡаса ҡала алмай ине ул. Ил ҙур, илдә уның кеүектәр аҙ түгел, йәшәр, көн күрер әле. Был юлы Баймаҡ ҡалаһына етеп, үҙе һымаҡтарҙы эшкә урынлаштырыусы кантораға инеп теркәлгәйне, Темәс балалар йортона кер йыуыусы кәрәк булып сыҡты. Шул көндө үк, эңер булһа ла, йәйәүләп юлға сыҡты ла, таңға Темәскә барып та инде. Алдылар. Шунда ятаҡ мөйөшөнән сыйырсыҡ ояһындай бер бүлмә лә бирҙеләр. Ең һыҙғанып эшкә тотондо ла китте ҡатын. Ҡайнар мискәләр өҫтөндә тороп, парлы һауа һулап, ҡыштарын мәкелә кер сайҡап, ҡулдары ҡош тәпәйендәй булып бөткәндә лә, кире уйлар, ҡайҙалыр ынтылыр юлы булманы. Кистәрен детдом балалары менән булашты. Бәләкәйерәктәрҙең өҫ-башын ямап-тегеп, олораҡтарына бәйләргә, сигергә өйрәтеп, шулар тормошон үҙенекенә ялғап, йыл артынан йыл уҙғарҙы.
Бер мәл генә ғәҙәттән тыш хәл булды булыуын. Ул ваҡиғаны иҫләмәҫкә тырыша Хәтирә, әммә шунда булған бер генә һүҙҙе лә, ҡарашты ла онота ла, хатта саҡ ҡынаға онотоп тора ла алмай.
Бер көн, уйламағанда, Сәғит килеп инде. Плитә өҫтөндәге тимер мискәләрҙә кер ҡайнатып торған Хәтирә, пар араһынан үҙенә яҡынлашып килгән кешене танығас, ҡулындағы сепрәк менән тирләгән битен һөрттө лә ҡаушап ҡарап ҡалды. Теге килеп һаулашты, хәл-әүәл һорашҡан булды. Ике ҡулын йәйҙе генә ҡатын, бына бит, үҙең күреп тораһың, йәнәһе. Үҙе һаман килеүсенең йөҙөнә текәлгән: нимә кәрәк быға? Кәрәкмәгән нәмәләр һөйләп торғанына үҙенең дә йәне көйҙө, ахыры, ирҙең, ул ҡатындың ағас көрәген тартып алып ситкә ташланы ла:
– Хәтирә, мин һиңә килдем, – тине, – йәшәргә...
– Ә кемгә атыу? Һинән башҡа атлығыр кешем юҡ.
– Ҡайҙа итәйем мин уны... Ҡалды.
– Ҡалай ул, нисек итеп, тота килеп кенә, төрөмшиккә сығарып ебәрҙе ул һине?
– Ярар инде, Хәтирә, онотайыҡ. Үткәндәрҙең барыһын да һыҙып ташлап йәшәйек, әйҙә.
– Ҡалай анһат, – үҙенең яһиллығына үҙе аптырай Хәтирә. – Ике бисә араһында йөрөмәк булдыңмы? Иркә быҙау ике инәне имә, тип.
Ир ҡатынға, ҡатын бығырлап ҡайнаған һыуына ҡарай биреп торғас, етдиләнеп, уйсан ҡарашын күтәрҙе икенсеһе:
– Юҡ, Сәғит. Үткәнемдән бер нәмәне лә онота ла, юя ла алмайым. Мин һиңә тиң түгел, бөгөн булмаһа, иртәгә барыбер кәмһетерһең. Һинән ундайҙы кисерә алмам.
– Хәтирә!.. Ашыҡма яуап менән, – ғорурлығына тейгән ир, ярһымаҫҡа тырышып, тешен ҡыҫа.
– Бында уйлап торһы юҡ. Йөрөмә юҡ менән булып! Бар, ҡайт!
– Хәтирә!.. Телмә йәнемде... Мин һиңә кешесә әйтәм... һуңғы тапҡыр.
– Булмай... Сәғит. Зинһар... кит.
Боролдо ла китте. Ике-өс аҙым атлауы булды, донъялағы иң ҡәҙерле кешеһен быу пәрҙәһе ҡапланы. Әйтерһең, шул томан араһынан пәйҙә булған да, күҙгә күренер-күренмәҫтән, юҡ та булған. Серле күренеш кеүек кенә.
Иламаны был юлы Хәтирә. Үтә бер ҡыҙыулыҡ менән эшен дауам итеп алды ла китте. Бары йөрәгенең тора-бара ҡыҫып-ҡыҫып ауырта башлауына иғтибар итмәгәндә, уны бөткөһөҙ мәшәҡәттәренән туҡтатыр хәл дә булмағандай ине. Тик йөрәге уйнамаған икән. Ул ҡаты булып ҡыланырға тырышып маташҡан эйәһенә ысынлап асыуланғайны. Шулай тулатҡан һәм ҡанһыратҡан хәсрәттәрен эсенә һыйҙыра алмауын нисек итеп аңламаҫҡа була? Һәм һыйҙыра алманы йөрәк, тотто ла йыртылды. Дауаханала ай дауамында ятып, табиптың аңлатыуын тыңлап, хайран булып ултырҙы Хәтирә: йөрәк тә йыртылып китә икән...