+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Июнь 2021, 13:10

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Бетерә шаршыһы повесть Ун туғыҙынсы өлөшө

Ай артынан ай, йыл артынан йылды ялғап, сираттағы Яңы йылды ҡаршыларға йөрөгәндә, Хәтирәне юллап, прачечныйға хат ташыусы килеп инде.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
Бетерә шаршыһы
повесть
Ун туғыҙынсы өлөшө
Ай артынан ай, йыл артынан йылды ялғап, сираттағы Яңы йылды ҡаршыларға йөрөгәндә, Хәтирәне юллап, прачечныйға хат ташыусы килеп инде.
– Ишмырҙина Хәтирә! – тип ҡысҡырҙы ул ишек төбөнән үк.
Хәтирә уға ҡаршы сыҡты:
– Мин инем. Ни булды?
– Һеҙгә хат!
Ҡатын ашыҡманы:
– Миңә кемдән хат булһын ул? Яңылышҡанһығыҙҙыр...
Хат ташыусы асыуланғандай итте:
– Нишләп яңылышайым инде? Уҡый белмәйемме әллә?!
Килеп алырға тура килде. Ҡараһа, ысынлап, хат уға төбәлгән. Почтальондың китеүе булды, ишек яңағына һөйәлеп, конвертты йәбештерелгән еренән асып, эсендәге битте тартып сығарҙы. Ҡатын-ҡыҙ ҡулы. Хас Ғәлимәнеке кеүек тигеҙ, матур хәрефтәр менән яҙған. Әйләндереп-тулғандырып ҡарағас, яҡтығараҡ һуҙып, уҡый башланы. Уҡыған һайын, күҙҙәре ҙурайҙы, ауыҙы асыла барҙы. Унан тамам хәле бөтөп, тәнтерәкләп барып, тыш яҡтағы эскәмйәгә терәлде. Ултырғас, яңынан башлап, ҡабатлап уҡыны. Тағы күҙ йүгертеп сыҡҡас, ҡырҙағы тау түбәләренә төбәлеп ҡалды. Хат таныш булмаған ҡатындан ине. Ул күршеһе хаҡында яҙа. Күршеһе, ике аяғы ла эшлектән сыҡҡан ир, бер үҙе донъя көтә икән. Уны, инстульттан һуң, аяҡтары йөрөмәҫ булғас, ҡатыны, ике балаһын алып, ташлап киткән. Хәҙер инде ул хәлгә өс йыллап ваҡыт үткән. Түше менән шыуып йөрөп, эштәрен башҡара, хатта баҡса үҫтереп маташа, тигән. Ҡайһы саҡ улар һөйләшеп ултыра. Ғәриптең ике һүҙенең береһендә – Хәтирә. Шуға күршеһенең хәлен белгертеү өсөн Хәтирәне күптән эҙләгән был ҡатын. Ғәрип ир – Ғимран. Хат эстәлеге ҡыҫҡаса шулай ине.
Икенсе көн директорға ғариза менән инде Хәтирә. Етәксе, уның яҙмаһын ҡарап сыҡҡас, ултырырға урын күрһәтте.
– Ниндәй сәбәптән улай?
– Ирем хаҡында хат алдым... Аяҡһыҙ ята, тиелгән.
– Ирең? Ирең бар инеме ни һинең? – директор, оло йәштәге ҡатын, күҙлеген төшөрә биреп төбәлде. – Нисә йыл эшләнең әле һин беҙҙә? Арыуыҡ түгелме?
– Ете йыл була яҙҙы.
– Ете йыл буйына... ирең ҡайҙа булды һуң?
– Ул... Өфө эргәһендә йәшәне. Икенсе ҡатын менән...
Етәксе аңларға теләй:
– Һуң?..
– Ҡатыны киткән, тип яҙалар. Бер үҙе, тиҙәр.
– Хәтирә! Хәтирәкәй... Ҡатыны ташлаған ғәрип иргә ҡабаттан бармаҡсыһыңмы? Бигерәк уйламай хәл итәһең бит, балаҡай!..
Ҡатын, алдына ҡарап, яуапһыҙ ҡалды. Ныҡ ҡымтылған ирененән уның уйынан кире ҡайтмаҫы күренеп тора ине.
– Йәл, бик йәл... – балалар йорто директоры, ҡулына ҡәләмен алғас та, һаман һуҙҙы. – Өйрәнешеп бөткән инек бит әле...
Унан, ниһайәт, имзаһын һалды.
– Әгәр... бер-бер хәл булһа, тим инде, ҡайт кире, урыныңа ваҡытлыса ғына алырмын кешене лә.
Хәтирә, дәртләнеп, тороп баҫты:
– Рәхмәт, Әлмира апай. Ҡайтмаҫмын инде... көтмәгеҙ.
Оло ҡатын ашығып сығып барыусыны бошонҡо ҡараш менән оҙатып ултырып ҡалды. Дә-ә, тормош...
... Хәтирә әбейҙең, Бетерә буйындағы кескәй бер йортто һатып алып, күсеп ҡайтыуына сәйерһенмәне ауылдаштары. Күптәр шулай ҡартайып ҡайтып төшә бит тыуған ерҙәренә. Үлергә тип...
Етмешенә аяҡ баҫҡан инәй әле шәп, күнәкләп һыу ташып, мейесен йүнәтеп алды, тыш яҡтан бүрәнә араларын һыланы. Ҡойма-аҙбарҙарына ир-егеттәрҙе ялланы, яңы бәҙрәф яһатып ҡуйҙы. Иртәгәһе көн картуфлығына трактор ҙа инеп сыҡты. Сәсеүгә һуңлаһа ла, ҡыйы күпереп ултырмаһын, тигәндер.
Ауылда йәштәр уны танымай ҙа инде. Яҡынса ғына кем булыуын беләлер белгәндәр. Унда ла, шуларҙың туғаны, тип кенә. Бабайы үлгән дә, шуға күсеп ҡайтҡан, тиҙәр. Уныһының ҙурайтылған кәртешкәһен түренә элеп ҡуйған. Ингән кешегә күрһәтеп, һөйләп ҡала: “Ғимран бабайың ошо... Партийный работник булды... Настаящий камунис ине... Егерме йылдан ашыу кәләскелә ултырһа ла, бирешмәне. Үлә торған көн дә, һайлауға барып ҡайтып, ятып үлеп китте... “ Унан ҡалһа:
– Һайлауҙа ошо дикламасияны һөйҙәне, – тип, ҡулдарын һелтәп ебәреп, Ленин бабайға бағышланған шиғыр уҡып ебәрә. – Шулай шәп булды ул минең бабай.
Мунсаға ҡусты тейеш кешеһенә йөрөй әбей. Ҡышҡы кис, мунсанан һуң хужаларҙың үҫмер ҡыҙы уны санаға ултыртып алып китеп бара. Сана менән тиҙерәк, ҡыҙ клубка ҡабалана, унда әбей ҡайғыһы юҡ. Шуға йүгерттереп килә. Оло урам аша үткәндә, Хәтирә, һәр ваҡыттағыса, яйларға ҡуша:
– Ҡыҙым, мынау тәңгәлдә аҡрынласәле. Йырлайыҡ! Бибекәй беҙҙе, байрам итеп йөрөй, тип уйҙаһын. Эсе көтөрҙәһен әле.
Ҡыҙы инде нисә ҡат әйткәнен ҡабатлай:
– Бибекәй әбей ишетмәй ҙә инде!
– Үҙенә кәрәген ишетә ул! – ти ҙә, йырлап та ебәрә:
Витир дуйыт, витир дуйы-ыт!
Кагда дуйыт, кагда ни-ит!
Мой люви-имый... һарактерны-ый!
Кагда лю-ювит, кагда ни-ит! Э-эй!
Унан дебет бейәләйле ҡулы менән ауыҙын ҡаплап хихылдай, күңеле шаҡтай күтәрелеп, һөрәнләй:
– Эй, ҡылдыҡ бит, ҡыҙым, Бибекәйҙе! Ярыла яҙып утыра микән!
Йәш ҡыҙ уға иҫәргә ҡараған кеүек кенә ҡарай. Инде был күренешкә көлмәй ҙә хатта.
Сана елдерә генә. Әбейҙең сибек тауышы төтөн менән ыҫланған ҡышҡы ауыл урамында һибелеп ҡала. Әлбиттә, уны Бибигөл әбей, шулай уҡ күптән бабайын юғалтып, балаһыҙ ҡартайған ҡортҡа, ишетмәй. Әммә был йыр ошонан үткән һайын йырлана. Ысынында, Хәтирәнең үҙе өсөн йырланалыр ул йыр.
– Мой люви-имый... һаракте-ерный... – тип мөңгөрләй әле ул, туңҡанлай-туңҡанлай тупһаһынан күтәрелгәндә лә. – Кагда лю-ювит... кагда ни-ит...
Ә уның бәләкәй өйө алдында, ҡалын боҙ ҡатламы аҫтында, уның йырына шаршы ҡушыла. Бетерә шаршыһы. Үҙе кеүек теремек һәм тиктормаҫ, көслө һәм бошонмаҫ, үткен һәм сая балаһының тауышын танып, тойоп, ауаздаш булыуы. Был моң, йылға уртаһына уйылған мәкенән урғып сығып, яр буйҙарына, ҡаршы тауҙағы ҡарағайҙарҙы шартылдатыр һалҡын һауаға, йылтыр йондоҙҙар баҙырашҡан салт күккә тарала. Был моңдо шаршы бынан меңәр йыл әүәл дә көйләгән, бынан меңәр йыл элек тә һыуын һыулағандар тыңлаған уны. Әле лә йырлай, әле лә тыңлайҙар. Һәм... йырлар ул... Тыңларбыҙ.
Аҙағы.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: