+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Июнь 2021, 12:23

БИШ МЕҢЛЕК Хикәйә Аҙағы

Аҙна аҙағында Тәслиә Клараны төштән һуң өйҙәренә саҡырҙы. Алдан уҡ сәй-мәй әҙерләп ҡуйғайны. Артыҡ һүҙ һөйләшмәнеләр, ҡатын-ҡыҙҙың мәшәҡәте бөтә буламы?Аҡрын ғына һөйләшеп ултырғанда ишек йоҙағының шалтырлағаны һәм ишектең асылғаны ишетелде. Тауыштарынан уҡ танылып тора: Эльвира менән Илшат икән. Тәүҙә аяҡ кейемдәренә иғтибар итмәнеләр, күҙҙәренә салынғас, икеһе лә шым ҡалды. Күренеп тора: нимә эшләргә лә белмәйҙәр.– Йә, балалар, үтегеҙ, – тине Тәслиә.

Аҙна аҙағында Тәслиә Клараны төштән һуң өйҙәренә саҡырҙы. Алдан уҡ сәй-мәй әҙерләп ҡуйғайны. Артыҡ һүҙ һөйләшмәнеләр, ҡатын-ҡыҙҙың мәшәҡәте бөтә буламы?
Аҡрын ғына һөйләшеп ултырғанда ишек йоҙағының шалтырлағаны һәм ишектең асылғаны ишетелде. Тауыштарынан уҡ танылып тора: Эльвира менән Илшат икән. Тәүҙә аяҡ кейемдәренә иғтибар итмәнеләр, күҙҙәренә салынғас, икеһе лә шым ҡалды. Күренеп тора: нимә эшләргә лә белмәйҙәр.
– Йә, балалар, үтегеҙ, – тине Тәслиә.
Эльвира аптыраулы ҡарашын әсәһе менән Илшаттың әсәһенә төбәне:

– Әллә һеҙ беҙҙе көтәһегеҙме?

– Юҡ-юҡ, – тине әсәһе, – нишләп беҙ һеҙҙе көтәйек.

Клара аптыранғандай булды:

– Һеҙ бит хәҙер ҙур кешеләр. Ғаилә ҡорорға ла ваҡыт.

– Ярай, үҙегеҙҙе лә күреп һөйләшәйек, – тине Тәслиә ҡыуанып. – Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ һеҙҙе бөгөн көтмәгәйнек.

Дүртәүләшеп ултырып, тәүҙә сәй эстеләр. Клара улына ҡараны:

– Йә, Илшат, һеҙҙең пландар нисек?

– Беҙҙең пландар юҡ, әсәй, барыһы ла һеҙҙең ҡарамаҡта, – тине улы. – Һеҙ нисек әйтһәгеҙ, шулай буласаҡ.

– Ярай, беҙ ҡаршы түгел, – тине әсәһе. – Һеҙгә бәхет кенә теләйбеҙ.

– Беҙ ҙә һеҙгә ҡаршы түгелбеҙ, – тине Тәслиә. – Туй мәсьәләһенә килгәндә, һеҙ нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?

– Мөмкин тиклем баҫалҡы һәм шау-шыуһыҙ, – тине Илшат. – Эльвира ла шундай уҡ ҡарашта. Мөмкин тиклем тынысыраҡ һәм кеше араһына күренмәй.

– Ярай, – тип күнде Клара. – Мин, мәҫәлән, никах, загс менән генә сикләнер инем.

Шул ваҡыт Тәслиәнең телефонына Клараның атаһы Хәмит Мәхмүт улы шылтыратты.

– Беҙҙең мөнәсәбәттәргә балаларҙың ҡыҫылышы юҡ, – тине ҡарт. – Мин хәҙер шундай йәштәмен: балаларҙың, йәштәрҙең тормошона ҡыҫылмау яғындамын. Клара һеҙҙә булам, тигәйне, мөмкин булһа, хәҙер һеҙгә инеп сығырға теләгем бар.

Оҙаҡ та үтмәне ҡарт үҙе лә килеп инде. Үҙе тулҡынлана, хатта борсолған һымаҡ та тойолдо.

– Һинең атайың мәрхүм менән, Тәслиә, беҙ электән, институтта уҡыған йылдарҙан уҡ таныш инек. Ул минең хәтеремдә намыҫлы һәм ғәҙел кеше булып тороп ҡалған. Минең яратҡан ейәнемдең элекке хеҙмәттәшем Саматтың ейәнсәренә өйләнеүенә мин бик шатмын. Ғөмүмән алғанда, беҙ Саматтың нәҫел-ырыуы менән туғанлашыуға ҡаршы түгелбеҙ. Ошо урында мин һеҙгә бер ҡисса һөйләргә теләйем.

Тын күл эргәһендә ике аҡһаҡал осрашҡан. Аҡһаҡалдар ир менән ҡатын мөнәсәбәттәре, ғаилә тормошо хаҡында үҙ-ара гәпләшәләр икән. Улар эргәһенә бер йәш егет килгән дә шундай һорау биргән: “Ир менән ҡатын татыу йәшәһен өсөн улар нимә эшләргә тейеш?” Аҡһаҡалдарҙың береһе, парлашып осоп йөрөгән ҡоштарға күрһәтеп, улар һәр ваҡыт бергә булырға тейеш, тигән. Икенсеһе, ошонда утлап йөрөгән йылҡы өйөрөнә күрһәтеп, ир менән ҡатын һәр ваҡыт эш менән мәшғүл булырға, бер-береһенә иғтибар күрһәтергә тейеш, тип раҫлаған. Ә ҡарттар егеттән үҙенең ғаилә тормошо нисек булыуын һөйләүен һорағандар. “Бына күрәһегеҙме ошо күлде? – тигән егет. – Ул әле тып-тын. Бына ошо күл, миңә ҡалһа, беҙҙең ҙур, татыу, берҙәм ғаиләбеҙ һымаҡ. Ә хәҙер, бына ҡарағыҙ”, – тигән егет һәм күлдең уртаһына бәләкәй генә таш ырғытҡан. Таштың һыуға төшөүенән барлыҡҡа килгән түңәрәктәр барлыҡ күл буйлап таралған һәм ярҙарға килеп ҡағылған, ә тап-таҙа күлдең көмөш һыуы болғансыҡланған.

“Бына күрәһегеҙме, – тигән егет күлгә күрһәтеп, – бер таш төшөүҙән барлыҡҡа килгән дүңгәләктәр бөтәһенә лә етә, берәүҙе лә урап үтмәй. Ә һыу төбөнән күтәрелгән болғансыҡ барыһын да бысрата. Шуның өсөн мин ғаилә тормошоноң ошо күлдәй тын һәм таҙа булыуын теләйем”, – тигән егет.

Хәмит Рәхмәт улының был ҡиссаһын һәр береһе үҙенсә ҡабул итте, ишараны үҙҙәре теләгәнсә аңланы.

Оҙаҡҡа һуҙманылар, иртә таң менән барып мәсеттә никах уҡыттылар, алдан уҡ һөйләшеп ҡуйғайнылар, никах ҡағыҙын да барып алдылар. Ә кисен йыйнаҡ ҡына, матур ғына мәжлес ойошторҙолар.

Сессия тамамланып, Илшат имтихандарын тапшырыуға Эльвираны бала табыу йортона алып та киттеләр. Хәҙер оҙаҡ тотмайҙар, бер аҙнанан бәпесен күтәртеп сығарып те ебәрҙеләр. Әлегә улар Эльвираның әсәһе менән атаһы эргәһендә бүлмә биләргә ҡарар итте, сөнки бында тыныс, һил, һауа ла һәйбәтерәк.

Сабыйҙы алып ҡайтып, киң карауаттың уртаһына һалғас, йәш әсә менән йәш атай араһында ошондайыраҡ һөйләшеү булды:

– Ҡарале, был бит йоҡлап тик ята түгелме һуң? – тине Илшат.

– Йоҡлай һиңә, – тине әсәһе, – ауыҙын асып ҙур итеп иҫнәй. Сабыйың илай, тип төндә ике тапҡыр уяттылар.

– Нимә кәрәк уға? – тине Илшат.

– Асыҡҡан, ашарға таптыра. Бына хәҙер күрерһең, ашай ҙа, йоҡлай ҙа, йүргәк йыуҙырта.

– Әтеү бөгөн концертҡа бара алмайһың инде, – тине Илшат.

– Ниндәй концерт һөйләһең? Ә баланы кем ҡарай?

Илшат был һорауға яуап бирә алманы, сөнки әлегә әҙер түгел ине.

Борсолмағыҙ, тормош әле яңы башлана. Киләсәктә мажаралар буласаҡ әле.
Аҙағы.
Читайте нас: