+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Июль 2021, 12:29

БЕРҘӘН-БЕРЕ ГЕНӘ ИНЕ Хикәйә Беренсе өлөшө

Фәнирҙе мин беренсе тапҡыр күргәндә бер айлыҡ булдымы икән, әллә юҡмы, хәтерләмәйем. Ҡатыным әйткәс, күршеләргә бәпестең тәпәйен йыуырға керҙек. - И-и-и.., ҡалай хужа булып ята, – тинем мин, һүҙ юҡтан һүҙ сыҡһын, тигәнмендер инде. Мин онотҡайным был хаҡта, ә бына ҡатыным, хәтере ифрат насар булһа ла, онотмаған икән.

БЕРҘӘН-БЕРЕ ГЕНӘ ИНЕ

Хикәйә

Беренсе өлөшө

 

Фәнирҙе мин беренсе тапҡыр күргәндә бер айлыҡ булдымы икән, әллә юҡмы, хәтерләмәйем. Ҡатыным әйткәс, күршеләргә бәпестең тәпәйен йыуырға керҙек.

–       И-и-и.., ҡалай хужа булып ята, – тинем мин, һүҙ юҡтан һүҙ сыҡһын, тигәнмендер инде. Мин онотҡайным был хаҡта, ә бына ҡатыным, хәтере ифрат насар булһа ла, онотмаған икән.

Салауаттан Өфөгә күсеүебеҙгә хәҙер егерме йыллап булалыр, һирәк-мирәк элек йәшәгән фатирыбыҙға һуғылып, яҡындан аралашҡан күршеләрҙең хәлен белгеләп киткеләйбеҙ. Әле лә юл төштө, Салауатҡа ҡатыным Фәнүҙә менән килдек. Яҡындарҙы күрҙек. Әлеге Фәнирҙең әсәһе Сәүиә апайға ла һуғылдыҡ. Ошо Сәүиә апайҙың ҡунаҡсыллығына, йомартлығына таң ҡалырһың инде, үҙе килеп ярҙамсыл, үтенесеңде ярты һүҙҙән аңлап тора. Өфөгә күсенгәс кенә апайҙың беҙҙең өсөн ни тиклем яҡын һәм ҡәҙерле булыуына төшөндөк. Үҙебеҙ ҙә  һиҙмәй ҡалдыҡ, апайыбыҙ тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнгән дә ҡуйған. Сөнки ҡатыным менән Өфөгә күсенгәс, көнкүрешебеҙҙең байтағына яңынан өйрәнергә, һуңлауҙарға, өлгөрмәүҙәргә ауыр булһа ла күнергә тура килде. Баҡсаларыбыҙ ҙа йәнәш булды, арлы-бирле итеп, һуңлап, биш сутыйыбыҙға барып төшһәк,  еләк бешкән, ер ҡаҙылған, теплицала ҡыяр өлгөргән булып сыға, беҙгә йыйып алырға һәм тотонорға ғына ҡала. Бармай ҡалһаҡ, иртә тип тормай ҡарағат булһынмы, еләкме күтәреп килеп тә инә. Беҙ уға өйрәндек, аҙаҡ хужа булырға өлгөргән улы Фәнир ҙә әллә ней мәшәҡәттәр тыуҙырмағайны. Өндәшмәнек, Сәүиә апай ире үлгәндән һуң бар тормошон улына бағышланы, хатта үҙе хаҡында  онотто. Мәрхүм ире Марат ағай, ҡатынының һыңары, ипле  һәм тыныс кеше ине.

–       Маратҡа оҡшаған булһа, тәүәккәлләр инем, юҡ уға яҡын да килерлек түгел, сит иргә күңелем тартмай, – тине, беҙ берәүҙе димләп ҡарағандан һуң.

Фәнирен дә үҙе генә тәрбиәләне. Уныһы мәктәптә бара ла ҡайта, аралашҡан дуҫтары ла бик булманы. Оҙаҡламай күрше егет мәктәпте тамамлап Өфөгә уҡырға китте. Сәүиә апайҙан хәлен белешеп, һорашып торҙоҡ. Педагогия институтына уҡырға ингән. Тик уҡыуҙың түләүле булыуы беҙҙе аптыратты. Апай үҙе ғорур холоҡло булғас, ғүмер баҡый һыр бирмәҫкә тырышты һәм бер улымды нисек тә уҡытырмын әле,  тип кенә ҡуйҙы.

Шәфҡәт туташының эше еңелдән түгел, уларҙың хеҙмәтенә ихтыяж ҙур. Сәүиә апай, аҙаҡ асыҡланыуынса, ике урында  эшләй башлаған. Хатта баҡсала ла  беҙ күскәс һирәк күренгән, ә беҙгә иртә өлгөрә торған ҡыяр, ер еләге  хаҡында аҡрынлап оноторға тура килде. Һуңынан, мәғлүм булыуынса, апайыбыҙ төндәрен өсөнсө эш урынына – ауыр хәлдәге ҡарт-ҡороно ҡарауға бағышлаған. Беҙ килгәндә ул хәле бөтөп, йөрәген тотоп, диванда ята ине. Сәй ҡуйҙы, йылмайып һөйләшергә тырышты.

–       Улымды уҡытып кеше итһәм, үлһәм дә үкенмәҫ  инем, – тип асылды  ул беҙгә, бер аҙ ултырғандан һуң. – Мәктәптә  йүнләп уҡыта алманым, аҡсам етмәне, репититорға түләһәм, арыуыраҡ аттестат алыр ине. Юҡ, ярҙам итә алманым улыма, хәҙер түләүлелә уҡып интегә.

Мин аптырап, ҡатыныма ҡараным, уның да  ғәжәпләнеүе йөҙөнә сыҡҡан.

–       Күпме түләйһең, апай, – тип һорайым. – Уҡыу шулай ҡиммәтме?..

–       Күпме тип... утыҙ мең инде.

–       Әллә ни күп тә түгел һымаҡ, – тине ҡатыным. – Педвузда уҡыуы ҡиммәт түгел ул.

Тик тора белмәйем шул:

–       Йылына булһа күп түгел инде,  – тинем аптырап.

–       Ай һайын утыҙ мең һум шул, – тип апай беҙҙе шаңҡытты.

–       Ай һайын утыҙ мең һум? – тине шаңҡыған ҡатыным.

–       Эйе утыҙ мең һум түләйем.  Ай һайын...

–       Ышанмайым, – тинем мин мин апайға йәлләүес ҡараш ташлап.

Сәүиә апай иҫке шкафтан папка алып бирҙе. Ай һайын, ысынлап та, улына шунса аҡса күсереп барған. Өс йыл ярым уҡыған улына миллион һумдан ашыу аҡса күсереп тә өлгөргән.

–       Ә Фәнирҙе әйтәм, ҡайтҡаны бармы? – тип һорайым.

–       Өлгөрмәй улым, бушамай. Үҙе өйләнде бит әле.

–       Ҡасан? – тип һораны ҡатыным.

–       Былтыр өйләнде...

Ә беҙ был хаҡта белмәй ҙә йөрөйбөҙ. Әлбиттә, апай туйҙа булғандыр, ҡыуанғандыр.

–       Мине саҡырманылар...

 Быныһына беҙ ғәжәпләнмәнек. Күңелемдә бер шик яралды, апай ниндәйҙер уҫал ниәт, йә мутлашыу ҡорбаны булғандыр, тип уйлайым.

Ашыҡ-бошоҡ сәй эстек тә, сығырға йыйындыҡ. Апай уңайһыҙланып ҡына бер ҙур төргәк тотторҙо:

–       Ҡыйын булмаһа, ошоно Фәнир улыма индереп сыҡһағыҙ ине. Улына тип, кейем-һалым ҡараштырған булғайным. Бәлки оҡшатырҙар.

–       Сәүиә апай, өләсәй булыуың менән ҡотлайбыҙ, – тинем мин. – Әйҙә, беҙҙең менән Өфөгә. Барып, улыңды, киленеңде, ейәнеңде күреп ҡайтырһың.

Апай уйға ҡалды. Был тәҡдим уны бик ауыр хәлгә ҡуйҙы, шикелле. Был яҡтан үҙем һәлкәү булһам да, ҡатыным бик тәүәккәл заттарҙан:

–       Кейен, апай, һинең тормошоңда аңлашылмаған урындар күп. Беҙ һиңә яуап табырға ярҙам итәсәкбеҙ, тине.

Дауамы бар.

 

------------------------

Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

 

 

 

БЕРҘӘН-БЕРЕ ГЕНӘ ИНЕ Хикәйә Беренсе өлөшө
БЕРҘӘН-БЕРЕ ГЕНӘ ИНЕ Хикәйә Беренсе өлөшө
Читайте нас: