-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Июль 2021, 12:34

БЕРҘӘН-БЕРЕ ГЕНӘ ИНЕ Хикәйә Икенсе өлөш

Ошо урында ҡатынымдың тәүәккәллегенә һәм йылдамлығына тағы бер тапҡыр һоҡланып ҡуйҙым. Ике урынға шылтыратып Сәүиә апайҙың отгулдарының яҙмышын ыңғай хәл итте. Тимәк, беҙҙең ҡарамаҡта – шәмбе һәм йәкшәмбе, әгәр бөгөн ҡайтып өлгөрһәк, тағы бер нисә сәғәт өҫтәлә. Ә теге тәрбиәгә мохтаж ҡарт-ҡороно үҙҙәренең балалары ҡарап торор.

БЕРҘӘН-БЕРЕ ГЕНӘ ИНЕ
Хикәйә
Икенсе өлөш
Ошо урында ҡатынымдың тәүәккәллегенә һәм йылдамлығына тағы бер тапҡыр һоҡланып ҡуйҙым. Ике урынға шылтыратып Сәүиә апайҙың отгулдарының яҙмышын ыңғай хәл итте. Тимәк, беҙҙең ҡарамаҡта – шәмбе һәм йәкшәмбе, әгәр бөгөн ҡайтып өлгөрһәк, тағы бер нисә сәғәт өҫтәлә. Ә теге тәрбиәгә мохтаж ҡарт-ҡороно үҙҙәренең балалары ҡарап торор.
Сәүиә апай бер һүҙ өндәшмәй, хатта урыны менән нимә хаҡында һүҙ барғанын да белмәй, беҙгә эйәреп кенә йөрөнө. Тиҙ генә эштәрҙе бөтөрҙөк тә ҡайтырға сыҡтыҡ. Өфө “бөкө”ләрен көс-хәл менән урап үтеп, Фәнир уҡыған факультеттың деканатына аяҡ баҫҡанда, эш сәхәте бөтөүгә биш минут ҡалғайны.
– Фәнирҙе һорайһығыҙмы, Зәйнетдинов кәрәкме? – тине декан урынбаҫары, беҙгә тишерҙәй итеп ҡарап. – Ул нисәне курста уҡый әле?
– Дүртенсе курста, – тине Сәүиә апай, – түләүлелә уҡый. Ай һайын үҙенә утыҙ мең күсереп торам.
– Яҡшы, – тине урынбаҫар. – Мәгеҙ, исемлекте ҡарағыҙ.
Зәйнетдинов Фәнирҙе өс пар күҙ эҙләне, ләкин бер исемлектә лә таба алманы.
– Нисәнсе курста уҡый, тинегеҙ әле? – тип урынбаҫар ышанмай, тағы бер һораны.
– Дүртенселә тигәйнесе, – тине апай ышанысһыҙ ғына.
– Ә, Зәйнетдиновмы? – тип иҫенә төштө деканат секретаршаһының. – Хәтерем алдамаһа, ул беҙҙән беренсе курста уҡ ҡыуылды, шикелле.
– Нисек ҡыуылды. Ул бит түләп уҡыны.
– Беҙҙең факультетта тик бюджет иҫәбенә генә уҡыйҙар, шуға күрә түләү хаҡында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел, – тине декан урынбаҫары тантаналы рәүештә һәм эш сәғәтенең бөтөүе хаҡында иғлан итте.
Сәүиә апай ҡап-ҡара булып янды, күҙҙәренән йәш сыҡты, ләкин өндәшмәне.
– Телефоны бармы? – тип һорайым. Номерын сығарып бирҙе.
Шылтыратып ҡарайым, яуап бирмәй. Үҙ-ара кәңәшләшкәндән һуң шундай ҡарарға килдек, егет иҫән-һау, тик үҙен табырға һәм яҙмышын асыҡларға кәрәк. Минең телефонға яуап бирмәйәсәк, Сәүиә апай шылтыратып ҡарарға булды. Байтаҡ шылтыратты, сигнал теүәл бара, ләкин яуап биреүсе юҡ. Аҙаҡ асыулы СМС-ка килде. Эшем күп, әсәй, һин миңә ҡамасаулайһың, тип яҙылғайны. Әсәһе хәбәр ебәрҙе: “Адресыңды бир, мин күстәнәс ебәрәм”. Оҙаҡ ҡына көттөргәндәң һуң бер адрес килде: “Свердлов урамы, ун икенсе йорт, алтынсы ятаҡ, егерме бишенсе бүлмә”.
Ун икенсе йортто тиҙ таптыҡ, матур ғына торлаҡ икән. Өсәүләшеп Фәнир күрһәткән фатирға күтәрелдек. Беҙҙе мөләйем генә бер апай, бала күтәргән йәш ҡатын ҡаршы алды.
– Беҙ, Фәнирҙе эҙләп килгәйнек, – тине Сәүиә апай уңайһыҙланып ҡына. – Һеҙҙең адресты ул биргәйне.
Ҡатындар бер-береһенә ҡарашты, хатта бер йәш самаһы булыр сабый, нимәлер аңлағандай, күңелле ауаздар сығарып ҡуйҙы.
– Ә һеҙ кем булаһығыҙ? – тине ҡатындарҙың өлкәне.
– Мин, Сәүиә апайығыҙ булам, Фәнирҙең әсәһе, дөрөҫөрәге, ҡоҙағыйығыҙ...
Ҡатындар тағы ғәжәпкә ҡалды, өлкәне ҡысҡырып тигәндәй көлөп ебәрҙе:
– Белмәйем, һеҙ ниндәй ул үҫтергәнһегеҙҙер, кем әйтмешләй, ике һүҙенең дүртәүһе дөрөҫ түгел. Һеҙҙең паспортығыҙҙы ҡарарға мөмкинме.
– Әлбиттә, мөмкин.
– Паспортты ентекләп ҡарағандан һуң, апай, ниһайәт, тынысланды:
– Һеҙҙе күреүемә шатмын, ҡоҙағый, – тип хатта ҡосаҡлап, арҡаһынан һөйөп алды.
Сәүиә апай ейәнен ҡосағына алғас, ҡыуанысынан илап ебәрҙе:
– Күпме һораным, ошо баланы алып ҡайтманы, күрһәтмәне, бит әле. Үҙе ҡайҙа йөрөй икән?
Беҙ һораулы ҡараштарыбыҙҙы Фәнирҙең ҡатынына – Асияға йүнәлттек.
Уның бер һүҙенә лә ышанырлыҡ түгел, – тип башланы ул, әллә зарланды, әллә үҙ алдына һөйләнде. – Тәүҙә әсәйем юҡ, тине. Мин бәләкәй саҡта үлгән, мин уны хәтерләмәйем, тине. Институтта уҡыйым, тигән һүҙенә лә ышандым. Шунан бергә йәшәй башланыҡ, туйҙы әсәйем менән атайым әҙерләне. Мин, ҡыҙыу нөктәнән сыҡҡан һуғыш ветераны, пенсия алам, тип ай һайын ун мең һум биреп торҙо. Әсәйеңде туйға саҡырайыҡ тигәйнек, ҡото осто, ҡаршы төштө. Ул эсеп йөрөй, айнымай. Мине оятлы итәһегеҙ, тип риза булманы.
Был һүҙҙәрҙе ишеткән Сәүиә апай урындығынан ҡолап төшә яҙҙы. Дарыу ҡаптырып, һыу эсереп, саҡ тынысландырып алдыҡ.
– Мин һеҙгә был мәсьәләне һуңыраҡ ҡарарға тәҡдим итер инем, – тине ҡатыным, үҙе эшләгән ойошма стилендә рәсмиләштереп.
– Ярай һуң, – тип көлөмһөрәне Асия. – Минең дә уға оҡшатып алдап ултырғым килмәй. Һеҙгә лә дөрөҫлөк кәрәк.
– Әле үҙе ҡайҙа һуң? – тип өҙгөләнде Сәүиә апай.
– Эштә,– тине Асия. – Һәр хәлдә, эштә мин, тип китте.
Ҡасан ҡайта? – тип ҡыҙыҡһынам мин.
– Ғәҙәттә, етеләргә тиклем өйгә ҡайта торған.
Беҙ хужабикәләрҙең рөхсәте менән Фәнирҙең ҡайтҡанын көтөргә булдыҡ.
Шул арала Сәүиә апай ҙа тынысланғандай булды, ейәне уға өйрәнеп бөттө.
Атаһына оҡшап тора бит әле, – тине ул малайҙы ҡулынан да төшөрмәй. – Берҙән-берем генә итеп үҫтергәйнем, хәҙер, аптыратып, башымды ҡатырып йөрөй инде. Йә инде, ошо сабыйҙы яратырмын тип, күпме көткәйнем. Һеҙгә рәхмәт инде, алып килмәһәгеҙ, белмәй ҙә йөрөр инем.
Үҙ-ара һөйләшеп байтаҡ ултырҙыҡ. Сәғәт тә һигеҙенсегә китте һәм ал яҡта ишек асылғаны ишетелде.
Әллә беҙгә ҡунаҡтар килгән инде, – тип Фәнир инде һәм, беҙҙе күргәс, эйәге һалынып төштө.

 

Дауамы бар.

------------------------

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

 

 

БЕРҘӘН-БЕРЕ ГЕНӘ ИНЕ  Хикәйә Икенсе өлөш
БЕРҘӘН-БЕРЕ ГЕНӘ ИНЕ Хикәйә Икенсе өлөш
Читайте нас: