-1- -2- -3- -4- -5- -6- -7- -8- -9- -10- -11- -12-
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
Алда ғүмер бар але
Повесть
Алтынсы өлөшө
Бынан ары тау-таш, йорт-ҡыйыҡтар өлөшө булып ултырыр, лупалы күҙ аша ҡорбандарын күҙләр аҙналар, айҙар һөйрәлеп барған яралы тиҙлегендә өҫтөрәлә торҙо, бәғерҙәр ҡата, хис-тойғолар үлә барҙы. Яйлап, ваҡыт йәш һалдаттарҙан аңдары томанланған үлтереүселәр яһаны. Бер аҙҙан егеттәр инде бомбалар өҙгөләгән иптәштәрен йыйып алып килгәндә лә, ҡара күмер генә ҡалған кәүҙәләрҙе табуттарға һалып оҙатҡанда ла, ҡатын-ҡыҙын, бала-сағаһын сыр-сыулатып, ауыл-ҡалаларҙы ут эсендә тотҡанда ла күҙ бәбәген сылатманы. Хатта ҡулға алынып, айҙан ашыу баҙҙа тотолған ике снайпер украин ҡыҙын йөҙәр һумға һатып йөрөгәндәрендә лә артыҡ иҫе китмәне Булаттың. Бахырҙарҙың ҡарар ере ҡалмай туҡмалғандар, нәжестәре менән бер соҡорҙа ултырғандан һаҫығандар, әллә баҙ һалҡынынан, әллә ҡурҡыуҙан дер-дер ҡалтырайҙар ине. Нимә етмәгән был бисәләргә? Эҙләгәндәрен тапҡандар, тип йәне генә көйҙө – йәлләмәне. Ә инде юғалған улдарын эҙләп килеп, офицерҙар корпусында туҡталған ҡатындар ишеген төндә иҫерек офицерҙар емерә башлағас, был асыу унда ниндәйҙер тыйып тотҡоһоҙ үс менән алмашынды. Винтовкаһын алды ла шул яҡҡа йүгерҙе, уға бер нисә егет эйәрҙе. Барып етһәләр, аяҡтарында саҡ баҫып торған ҡәбәхәттәр эстән баррикадаланып өлгөрөлгән ишекте аса алмай маташа.
–Китегеҙ бынан! – тип ҡысҡырҙы Булат етер-етмәҫтән. – Беренсе ингәнде атып йығам!
Ҡыҙып алған дүрт офицер ҡайҡайышып боролоп ҡараһа, арттарында бер төркөм снайперҙар ҡорал төбәп баҫып тора.
–Трибунал! Отставить! – тип һөрәнләп ҡараһалар ҙа, байғоштар хәлдең айышына тиҙ төшөндө. Бер килке үгеҙҙәр ише ҡараштар менән һөҙөшөп торғас, офицерҙар һуғыш яланын ташлап китте. Ҡайтып, байрамдарын артабан дауам итте улар. Һалдаттар иһә, ҡатындар ултырған бүлмәне таңғаса алмашлап ҡарауыллап сыҡты. Иртәнсәк был хаҡта иҫләүсе булманымы, һәр хәлдә, эште юллап йөрөүсе табылманы.
Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡанда уның снайпер икәнлеген берәү ҙә белмәне, сер тота алмағандар тере килеш ҡайтып етә алмай ине. Чечендарҙың снайперҙарҙы икеләтә дошман күреп, эҙәрлекләп килеп, ҡайҙа ла язаһын биререн беләләр. Шулай итеп, Булат армиянан “миротворец” исеме күтәреп ҡайтты. Һорашҡандарға ла, тыныслыҡ урынлаштырылған ерҙәрҙе эттәр ярҙамында бомбаларҙан таҙарттыҡ, тип кенә аңлатты. Кешеләр тыңланы ла онотто. Тик бына үҙе генә онота алманы. Бәлки, эш хәтерҙә лә булмағандыр, бары элеккесә ҡәҙимге тормош алып бара алмай ине инде ул. Үткән ике йыл арауығындағы ваҡытта тормош уны, ни эшләптер, үҙ арбаһынан төшөрөп ҡалдырған, нимәләрҙер юйылған, онотолған, иҫтән сыҡҡан булып сыҡты. Кешеләр уны, ул эйләнә-тирәләгеләрҙе аңлай алманы. Апаһы, уҡыуыңды дауам ит, тип игәһә лә, уҡыуҙың фәтүәһен күрмәне. Эстән хатта үртәлеп, “Ана Абулхай өс класс менән дә барыһынан шәп атты әле”, – тип уйлаған саҡтары булды. Өйҙәгеләрҙең вәғәзенән ҡасып, урманға сығып китте лә, көндәр, ҡай саҡ төндәр буйы ла шунда ятты. Тынлыҡты тыңлап, уны һағалап өйрәнгән, был торош уның ҡанына һеңеп киткән икән. Тора-бара, ошо хәле яйлап ҡатмарлашты, уйы менән ысынбарлығы буталды, йөрөй-йөрөй үҙенең ҡайҙалығын онотоп китеү осраҡтары йышайҙы. Йоҡларға ятһа, күҙ алдынан номерланған ҡорбандары үтте, улар егетте баҫтырҙы, быуҙы, саҡырҙы… Шуларҙы күрмәҫ, ишетмәҫ өсөн ятманы, йоҡоһоҙлоҡтан сәбәпһеҙгә ҡыҙҙы, енләнде, үҙ-үҙен тота алмай башланы. Сараһыҙҙан бер-ике рюмкалап эсә, эсһә, бер аҙ тыныслана ине лә, тора-бара лаяҡыл иҫермәйенсә онотолмай, ә инде ул хәлдә әҙәм ышанмаҫ хәлдәр башҡара башланы. Дуҫтары ҡасып бөттө, туғандары биҙҙе, аралашманы. Янында бер апаһы - әлеге һаман да үҙен ҡорбан итер апаһы ғына ҡалды.
***
Булат Богдан Родионовичтың күҙ алдында булырға тырышты. Тағы ла бер аҙға ҡал тигән тәҡдимен көттө. Ул саҡта иркенләп йөрөргә була. Юғиһә, Сафия менән асыуланышҡас, ҡайтам, тип әйтеп һалғайны бит.
Кискә ҡарайыраҡ санитар аша саҡыртып та алды табип һәм йомшаҡ ҡына итеп:
–Булатик, братишка, бына һине күҙәткән документтарҙы ҡарап ултырам да, белгестәр әлегә дауалауҙы өҙмәҫкә ҡуша бит әле, үҙең нисек уйлайһың? – тип өндәште.
Егеткә шул ғына кәрәк тә ине.
– Ҡушҡастар, ҡушалар инде, ни хәл итәһең? – тигән булды төшөнкө генә.
– Һин улай уҡ бошонма әле, файҙа өсөн эшләнә бит, дауалауҙың сифаты булһын өсөн, аңлайһыңмы, братишка? – табип күҙлеген сисеп, арыған күҙҙәрен ыуаланы. – Давай, иртәгә дарыуҙар артынан сығып, елләнеп йөрөп кил. Софьяңа бүләк тә ҡара.
Был хәбәрҙән Булаттың ҡалын ҡаштары өҫкә һикерҙе. Табип көлдө генә:
– Еткерҙеләр инде. Хуплайым. Һинең йәштә булһам, ул ҡыҙға минең дә күҙ төшөр ине. Тик ҡара, уның хәле әлегә шәптән түгел.
– Сафия тигәндән, Богдан Родионович, бәлки, бер юлы бәпесенең кәүҙәһен дә алып ҡайтырмын.
Хирург ҡапыл ғына аптырағандай булдымы, һынап ҡарай биреп торҙо. Юҡ, тойолманы, аңғарҙы Булат, һиҙҙе уның күҙ ҡарашындағы үҙгәреште. Тик ниңә ҡаушаны ул, көтөлмәгән хәбәргәме, әллә был эшкә Булаттың ҡатнашлығынамы?
– Ниңә һиңә үле кәүҙә?
– Миңә түгел дә, Сафия үҙебеҙсә күмешһәң, тигәйне.
– Ә-ә… Баланы бер клиника тикшереүгә алғайны, шылтыратманылар әле.
– Ә инеп белешеп сыҡһам…
– Уныһы һин башҡара алыр эш түгел, Булатик, ваҡыты еткәс, килтерерҙәр – күмерһең.
«Һе, – тип уйланы йөк машинаһы кабинаһында елдергәндә Булат, – насар уйлағы ла килмәй бит әле, тик нисек итеп бөтөн был буталсыҡтарҙың осон-осҡа ялғарға?»
Йөк тейәп бөткәс, санитарҙарға «Богдан Родионович рөхсәт итте» тип, бүләк алыуҙы һылтау итеп айырылып китте лә, тегеләрҙән күҙ яҙҙырғас та, квартал эстәренән боролоп, Палычтың йортона ҡарай йүгерҙе. Тағы ла теге ваҡыттағы кеүек, даһыр-доһор сабып килеп менеп, ҡыңғырауға баҫты. Көттөрә биреп булһа ла, таныш ҡатын асты.
– Һаумыһығыҙ! Таныйһығыҙмы?
– Таныйым да… Сергей Павлович ҡайтманы бит, йәш кеше, инде бөтөн ҡаланы тетеп эҙләп бөттөм, дауалаған табибын күреп һөйләштем, полицияға ғариза яҙҙым.
Булат шаҡ ҡатты:
– Шу-шунан?..
– Доктор, дауахананан сығарылды, тигән ҡағыҙҙарын күрһәтә, ҡалаға алып килгән кешеләр, уларҙың шаһиттары бар. Уйлап ҡараһаң, мин бит инде уны полиция аша ла беренсе тапҡыр ғына эҙләмәйем. Быға тиклем ауылдағы дуҫында эсеп ятҡан, берәҙәктәргә эйәреп китеп, юғалған осраҡтары булғайны. Шуғалырмы, береһе лә етдигә алмай, ҡайтып төшөр, ти ҙә ҡуялар. Тик ниңәлер был юлы күңелем шомло…
Бер нәмә лә вәғәҙә итә алманы ҡатынға Булат. Бары тик өнһөҙ тыңлап торҙо ла, күңелһеҙ хушлашып, китеп барырға мәжбүр булды. Подъездан сығыуға, ингәнендә эскәмйәлә тәмәке көйрәткән ир һикереп тороп, артынан эйәрҙе. Нимә кәрәк быға, тип уйлап өлгөрмәне, теге ҡыуып етеп, йәнәш үк атланы. Улай ҙа булмай, күптәнге танышылай хәбәр ҡуша:
– Палычты эҙләйһеңме ?
Шып туҡтаны егет.
– Эйе! Ҡайҙа ул, беләһеңме әллә?
– Ә һин уның кеме? – Һорауға һорау менән яуап бирҙе.
– Ну, дуҫы тип әйтәйек. Ә һин?
– Шулай уҡ тиергә була.
– Ҡарале, – Булаттың был файҙаһыҙ әҙәмгә йәне көйҙө, - әйтер һүҙең булмаһа, башты ҡатырма, һинһеҙ ҙә ҡаңғырылған.
Ят әҙәм тағы бер аҙ эйәрә биреп барҙы ла, яңынан телгә килде:
– Һине лә Палычтың эҙһеҙ юғалыуы аптырата, шулай бит. Мине лә.
Булат тамам бынан ялҡып:
– Шунан? Ары нимә? Икәүләшеп аптырашып тик торайыҡмы? – тип екерҙе лә аҙымдарын ҡыҙыулатҡайны, теге еңенән эләктереп үк алды:
– Туҡтале, егет, ҡыҙмай тор, һөйләшер һүҙ бар.
– Ни хаҡында? Һин дә бит бер ни белмәйһең.
– Палычтың ҡайҙалығын әйтә алмаһам да, унан башҡа нәмәләрҙе беләм. Аңлауымса, һиңә лә күп нәмә мәғлүм.
– Һөйлә, улайһа.
– Бында түгел, оҙон хәбәр. Әйҙә, берәй кафеға инеп ултырайыҡ.
– Ваҡыт юҡ, көтөп торалар.
– Тағы ҡасан киләһең? Әйҙә, һин ошо араларҙа ысҡынырға тырыш. Килгәс тә миңә шылтыратырһың…
– Телефон юҡ минең! – Булат был юҡлыҡтан үҙен кәм итеп тойоп, тағы ҡыҙып китә яҙҙы. Килгәс тә, кемдер телефонын сәлдерҙе шул, осона ла сығып булманы.
– Аңлашыла, был яҡ менән бөтөн бәйләнеште өҙәләр, тимәк. Улайһа, автоматтан шылтыратырһың, тик был хаҡта берәүгә лә әйтмә, - тип бәйләнсек ир тәмәкеһе тышына арҡыс-торҡос һандар сыймаҡлап тотторҙо ла, бумажнигынан меңлек алып һуҙҙы. – Ҡапылда кәрәк булыр.
Дауамы бар.
------------------------
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"