-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Июль 2021, 10:33

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Алда ғүмер бар але повесть Беренсе өлөшө

– Саф-фыя!!! Ҡар-рале-е! – тип ҡысҡырып йырлап, ҡыҙҙар төркөмө артынан эйәргәнен генә хәтерләй Булат. Артабан иһә «Сафыя» уға ҡарағандырмы-юҡмы, йә иһә араларында Сафия тигәне булғандырмы ла – улары инде мөһим түгел. Ә бына иҫерек егеттең, уҡытыусы ҡыҙҙар йәшәгән йорттоң ишеген астырам тип, тәҙрәләрен ҡыйрата һуғып бөтөүе… мөһимдер, күрәһең. Шулай булмаһа, әле шул төндөң мажараларын иҫләргә тырышып, суд эскәмйәһендә ултырыр инеме. Эх, иҫергән шул… Әпәт. Һәм сираттағы эшен асалар. Бушҡа ла түгел. Ҡыҙҙар, моғайын, алдап һөйләмәй бит прокурорға. Ана ла, һәр береһе: «Иҫерек ине, клубтан уҡ артыбыҙҙан эйәрҙе, беҙ унан ҡурҡып ҡастыҡ, ҡайтып бикләндек, ул ишекте астырам тип, тәҙрәләрҙе онтай һуғып бөттө», - тип теҙә генә. Һуңғыһылыр быныһы, ултыртырҙар…

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Алда ғүмер бар але повесть Беренсе өлөшө
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Алда ғүмер бар але повесть Беренсе өлөшө

-1-     -2-     -3-     -4-     -5-     -6-     -7-     -8-     -9-     -10-     -11-     -12-

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

Алда ғүмер бар але

повесть

Беренсе өлөшө

                                              

– Саф-фыя!!! Ҡар-рале-е! – тип ҡысҡырып йырлап, ҡыҙҙар төркөмө артынан эйәргәнен генә хәтерләй Булат. Артабан иһә «Сафыя» уға ҡарағандырмы-юҡмы, йә иһә араларында Сафия тигәне булғандырмы ла – улары инде мөһим түгел. Ә бына иҫерек егеттең, уҡытыусы ҡыҙҙар йәшәгән йорттоң ишеген астырам тип, тәҙрәләрен ҡыйрата һуғып бөтөүе… мөһимдер, күрәһең. Шулай булмаһа, әле шул төндөң мажараларын иҫләргә тырышып, суд эскәмйәһендә ултырыр инеме. Эх, иҫергән шул… Әпәт. Һәм сираттағы эшен асалар. Бушҡа ла түгел. Ҡыҙҙар, моғайын, алдап һөйләмәй бит прокурорға. Ана ла, һәр береһе: «Иҫерек ине, клубтан уҡ артыбыҙҙан эйәрҙе, беҙ унан ҡурҡып ҡастыҡ, ҡайтып бикләндек, ул ишекте астырам тип, тәҙрәләрҙе онтай һуғып бөттө», - тип теҙә генә. Һуңғыһылыр быныһы, ултыртырҙар…

Контузия алып ҡайтҡан чечен яуы ветераны икәнлеген иҫәпкә алып, шартлы өс йыл сәпәнеләр ҙә быяла хаҡын түләргә ҡуштылар. Бәхеткә күрә, тиер ине, әгәр былар бәхеткә инһә. Апаһына күҙен күтәреп ҡарай алмай. Илай шул апаһы, плащы өҫтөнә һалған ебәк шарфы менән битен ҡаплап алып буҫлыға.

– Йә инде… Илама улай, – тигән булды ахырҙа шыбырлап. - Кеше ҡарай…

– Ҡараһын, – ти апаһы үкһеү аша. – Оялыуҙан үткәнбеҙ…

Бында ла апаһы хаҡлы. Ҡустыһының хеҙмәттән ҡайтҡанына ике йылдан ашыуыраҡ булһа, шул арауыҡта бындай оятты нисәнсегә кисерә улар. Ауыл советы, милиция тупһаһы кимәленән үтте, хәҙер тура прокурорға саҡырта ла ҡуялар. Хас та танылған енәйәтсе һымаҡ. Уныһы ла «Ҡарағолов» тип танып тора. Таныр ҙа…

Әле үкенеүенән бер фәтүә лә юҡ Булатҡа, апаһы йәл. Шуға ғына йәне әсей. Тәскирә бит уларҙы, ике малайҙы, әсәләре үлгәс, бер үҙе тәрбиәләп үҫтерҙе. Уларҙы ҡарайым тип, уҡыуын ташлап ҡайтты. Уларҙы йәлләйем тип, яратҡан кешеһенә кейәүгә лә сыҡмаған, тиҙәр. Быныһын күрше инәй Булатты әрләгәндә: «Һин этте уйҙап, апаң иргә лә бармай утыра, мына тигән итеп үҙ симейәһен ҡороп, балдарын бағып ятыр ине. Ҡалай һоратты бит анау егет», - тип бәйән итеп ташлай. Яҙа-йоҙа ишетеүенсә, күрше ауылдан булған, шикелле, уныһы. Апаһы менән бергә уҡығандармы институтта. Хәҙер ҡайҙалыр, Булат бәләкәй булған ул  саҡта, хәҙер өйләнгәндер инде.

Ҡайтыусыларҙы ҡапҡа төбөндә генә ҡаршыланы Самат ҡустылары, урам яҡҡа сыҡманы. Ул  да оялалыр. Шуға бөгөн мәктәпкә лә бармай ҡалған, күрәһең. Апайҙарының илауҙан шешенгән йөҙөнә йәлләп ҡарап:

– Ни эшләттеләр тағы? - тип мөңгөрләне кинйәләре.

– Нишләтһендәр, шартлы өс йыл бирҙеләр. Белмәйем, ахыры булырмы бының, шул  мине лә ҡәбергә тыҡмайынса туҡтамаҫтыр… – Тәскирә ҡабаттан йәштәренә быуылды.

Күрше Әлифә әбей ҙә, аңғара һалып, ҡыштыр-ҡыштыр йүрмәләп килеп етте лә, тарамыш йоҙроғон йөҙө тәңгәлендә уйнатып, ғәҙәтенсә, һыҙырып әрләп ташланы:

– У-уй, бүре йыҡҡыр! Тума! Апаңды һыҡтатыуҙан башың сыҡманы. – Булат тыңлап тормай өйгә инеп киткәс, Тәскирәгә боролдо. – Зат затҡа тартмаһа, осаһы ҡыйыш була, тип, шул башһыҙ атаһына ҡошаған инде был малай, ҡыҙым, тас шул алйот бит…

Тәскирә өндәшмәне. Нимә тиһен инде? Бер уйлаһаң, хәҙер уның кемгә оҡшауын асыҡлауҙан ни фәтүә? Үҙенең атаһы үлеп ҡалғас, әсәһе әллә нишләп ошонда ҡайҙандыр килеп хасил булған бер әҙәмгә сыҡты ла ҡустыларын тапты. Шыр алйот булды шул уныһы, эсте лә һуғышты, эсте лә һуғышты. Ярай әле, Себерҙә эшләне, былай булғанда ғаиләгә бер генә лә тынғы булмаҫ ине. Унда ла әсәһенең йөрәген бөтөрөп өлгөргән, өлкән улының башланғыс синыфтарҙы тамамлауын да күрә алманы. Кинйәһе яңы уҡырға ғына төшөргә тора ине. «Хәлем юҡ, барып күренеп киләм», – тип кенә киткән ерҙән моргтан барып алдылар. Эстән янған, күрәһең…

Ҡустыларын  берәүгә лә бирмәне Тәскирә. Ныҡ торҙо. Әсәһен ерләргә ҡайтҡан еренән кире китмәне лә ҡуйҙы. Балаларҙы алырға килгәндәрҙең: «Уҡыуыңды тамамларға кәрәк. Малайҙарҙы хөкүмәт ҡарап торор, алырға теләк белдергән туғандарығыҙ ҙа юҡ түгел», - тип өгөтләүҙәрен ҡолағына ла элмәне. Ҡалдыра алмай ине ул бәләкәстәрҙе, әсәһе лә, моғайын, «ташлама» тиер ине. Булат менән Самат та, апайҙарына аҫылынып йөрөп үҫкәс, уны әсәйҙән кәм күрмәй, икеһе ике яҡтан ҡосаҡлап алып, мәңге ысҡынмаҫтай булып торалар. Нисек тартҡылап айыраһың инде уларҙы – ҡалдылар.

Шул ваҡыттан алып улар бергә. Тәскирә ситтән тороп уҡыуын тамамланы, ул сессияла саҡта донъяны Әлифә ҡарсыҡ алып ҡалды. Уҫал булып, туҡтауһыҙ һөйләнеп йөрөһә лә, күршеләре шәп, малды ла, малайҙарҙы ла асыҡтырманы.

Булат, мәктәпте бөтөрөп, бер йыл техникумда уҡып өлгөргәйне, хеҙмәткә алдылар. Унда йөрөп ҡайтты ла, уҡыуын дауам итергә теләмәне. Саматтары сығарылыш синыфында быйыл. Барыһы ла һәүетемсә, кешеләрсә бара кеүек ине лә һуң. Нимә булды был Булатына? Ҡасан шулай боҙолоп өлгөрҙө? Армияға тиклем улай түгел ине бит һуң. Эйе, шаянлығы булды, шуҡлығы арҡаһында үҙенә эләгә лә торғайны. Тик  был саҡлы түгел ине. «Тегенән» шулай булып ҡайтты ул, бары «тегенән»…

Ике күрше, бит-ҡулы ҡыл иләк ише сатраш сирыш менән ябылған кәкре әбей ҙә, утыҙ бишкә етеп, кәүҙә-һыны сымырылана башлаған ҡыҙ ҙа (ауыл үлсәме менән ҡарт ҡыҙ), һәр кеме үҙ уйына батып аптырашып, һикәлтәлә ултырып ҡалды.

***

Оло ҡала вокзалы - үҙе бер баҙар. Һатынған-ҡағынғанынан тыш, ултыра-ята ял иткәне, китеү мәлен көткәне, урындағыларҙы бимазалап хәйер һорап йөрөгәне лә, уларҙан ҡала бушҡа алаҡанлағандары ла етерлек. Шулай ҙа Булатҡа бәйләнгәне юҡ. Бейек пальма гөлө төбөндәге эскәмйәлә ярты көндәй ойоп ултыра. Тороп йөрөр ине - урынһыҙ ҡалыр. Тик ҡуҙғалыр, ахыры, тәҡәтһеҙ тартҡыһы килә. Ҡасан килеп алырҙарын белмәй, күпме ултырырға була, бәлки, кискә генә, бәлки, бөгөн килмәҫтәр ҙә. Сығыр алдынан шылтыратҡанында: «Бер урын бөгөн-иртәгә бушай, шул көн, шул сәғәттә вокзалда көтөгөҙ, эҙләп табырбыҙ», – тигәйнеләр бит.

Теге көн, һуңғы ғауғаһынан һуң, апаһы, сараһыҙҙың көнөнән, интернеттан контузия алғандарға ярҙам итерҙәй реабилитация үҙәктәре адрестарын ҡараштырырға кереште. Булат үҙе лә шул хаҡта уйланып йөрөй ине. Табиптарҙан ярҙам һорамайынса булмаҫ, тигән ҡарарға килгәйне уйының ахырында. Апаһы сайттан-сайтҡа инеп, иғландарҙы уҡый торғас, Ҡурған өлкәһендә урынлашҡан бер клиникаға туҡталды. «Тормош ауырлыҡтарына юлыҡҡандарға, эскелек, наркомания ҡоллоғона эләккәндәргә бушлай ярҙам итәбеҙ. Дауалау хаҡын килеүселәр хужалыҡта хеҙмәт итеп ҡайтара. Дауалау ваҡыты 4-6 айҙы биләй», тип яҙылған юлдар Тәскирәгә «ҡустың һауығып ҡайтыр» тигән шикелле уҡылды һәм тиҙ арала йыйындырып, барлыҡ аҡсаһын тотторҙо ла ебәрҙе.

Төш етеүгә, апаһы төйнәп ебәргәндәр менән тамаҡ ялғап алмаҡсы булғайны, кеҫәһендәге телефоны тауыш бирҙе. Алһа, тегеләр икән. Ҡоро ғына «Тышҡа сыҡ, шундай-шундай номерлы машина янына кил», – тинеләр. Йәһәтләп эҙләп тапты. Руль артындағы ир яҡшылап һорашып та торманы, башы менән генә иҙәп, инеп ултырырға саҡырҙы ла, инеп ултырыуына ҡуҙғалып та китте. Машинала Булаттан тыш тағы ла берәү булып сыҡты. Кеше тигәненән килгән һаҫыҡ еҫтән танауын сирып, егет уға ярты кәүҙәһе менән тотошлай боролоп уҡ, баштан-аяҡ күҙ йүгертте. Тик тегеһенең берәүҙә лә эше юҡ, керле курткаһына бысраҡ башын тартып, мышнай бирә. Әллә йоҡлай, әллә иҫерек. Ул да ошо хәлдә дауаланырға китеп барамы икән? Былай булһа, бик күңелле компания йыйыла.

Өс сәғәттән ашыу юл үтеп, тайгалағылай ҡарағай шырлығына килеп инделәр. Был яҡта ла ылыҫлы урмандар бар икән. Һәр ағасты урап йөрөгәндәй, тар ғына асыҡлыҡтар буйлап та әллә күпме ер барҙылар. Был юл, гүйә, кемделер аҙаштырырға теләгәндәй, берсә күренеп, берсә юғалып, берсә икегә, берсә өс-дүрткә  саталанып, алға тәгәрәй. Ниһайәт, бейек тимер ҡапҡа янына килеп туҡтанылар. Һаҫыҡтан саҡ сыҙап килгән Булат шундуҡ ишек тотҡаһына үрелгәйне, руль артындағы һуҡ бармағын күтәреп, «көтөп тор» тигәнде аңғартты ла әсе итеп сигнал бирҙе. Ул арала эстән биктәрҙе салтырлатып ысҡындырып, ҡапҡаларҙы ҡайырып асып ҡуйҙылар. Машина эскә йөҙөп үткәс, артынса кире йоҙаҡ һалынды. Булат төшөп баҫҡас, ойоған аяҡтарын яҙған арала, бейек ҡоймалар менән уратылған ҡәлғә эсендәге ҙур булмаған йорттарҙы һәм урталағы ике ҡатлы бинаны күҙҙән үткәрҙе. Тәүге ҡат алам-һалам булып күренһә лә, икенсе ҡаттың пластик тәҙрәләре тимер рәшәткәләр менән ҡапланған ине.

Булаттарҙы алып килгән кеше баяғылай баш иҙәп кенә эскә әйҙәне. Оҙон коридор буйлап үткәндә бүлмәләрҙән кемдәрҙер һонолоп ҡарап ҡалды. Икенсегә күтәрелеп, ҡат араларын кәртәләп торған рәшәткә асылғанын көттөләр. Ҡара комбинезонға төрөнгән уҫлаптай кәүҙәле һаҡсы ҡулындағы оло бәйләм асҡыстары араһынан берәүһен һайлап алып, эс яҡтан ҡуйылған бер түгел, ике йоҙаҡты асып индерҙе. Бындай серлелеккә аптыраны егет, күңеленә шом төшкәндәй булғайны ла, баш табип бүлмәһендә ҡоласын йәйеп ҡаршы алған алсаҡ врачты күргәс, шиктәре таралып китте.

– О-о! Ниндәй егеттәр килә! Рәхим итегеҙ! Рәхим итегеҙ, беҙҙең дворецҡа! – Урта йәштәрҙәге ағай, өтәләнеп килеп, башта Булатҡа, унан теге хәстрүшкә ҡуш усын һуҙҙы. - Богдан Родионович булам, дауалаусы врач.

Инеүселәр ҙә, исемләп танышып, ҡайҙан килеүҙәрен әйтте. Яңы айныға башлаған юлдашы үҙен ниңә бында алып килеүҙәрен аңлатыуҙы талап итә башлағайны, оҙатып йөрөүсе санитар уны йәһәтләп алып сығып китте. «Йоҡлап алғас һөйләшербеҙ»,- тип ҡалды Богдан Родионович та. Ә Булат врачҡа оҡшаны инде. Уны күргәс тә ҡояштай балҡып киткән булһа, сисендереп тыңлап, тикшереп сыҡҡас, ҡәнәғәтлеге арта ғына төштө.

– Яҡшы, бик яҡшы, йәш кеше. Һинең кеүек һау-сәләмәт егеттең дөрөҫ йәшәүе мөһим. Һиңә бит әле ғаилә ҡораһы, донъя көтәһе бар, - тип, киләсәккә әллә ниндәй яҡты өмөттәр биргәндәй һөйләнде. Һуңғы оҙайлы ваҡыт эсендә тәүге тапҡыр рәхәт булып китте. Күңеленә йылы йүгерҙе Булаттың. Аҙаҡ санитарға эйәреп йөрөп, түшәк кәрәк-яраҡтары алып, фәҡир генә палатаға инеп урынлашҡас та, кәйефе күтәренке булды. Арыған тәнен, ниһайәт, ҡаты булһа ла түшәккә һуҙып һалғас, иҫһеҙ булып йоҡлап та киткән. Кемдеңдер ишектән башын тығып, «Киске ашҡа», – тип ҡысҡырғанын да ишетмәне хатта.

 

***

Булатты, ауыл  малайы икәнлеген иҫәпкә алып, һарай төҙөү эшенә ҡуштылар. Был эштә оло йәштәге Палыч тигән берәү менән бөтөнләй малай ҡорондағы ғына үҫмер йөрөй икән. Яңы кешене һынсыл ҡарап ҡаршы алдылар. Артыҡ һөйләшмәнеләр ҙә тигәндәй, шулай ҙа төшкәсә йышыу аппараты аша арыуыҡ таҡта үткәрҙеләр. Төштән һуң бағаналарға соҡор ҡаҙыу менән мәшғүл булдылар. Яңы эшсенең ташлы ергә ломды йән көскә ҡаҙалта һуғып, эре-эре кәҫтәрҙе аҡтарып килтереп сығарғанын ҡарап-күҙәтеп йөрөгән Палыч: «Көсө күп бының, хет һабанға ек», - тип ҡуйҙы.

 

Дауамы бар.

------------------------

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Алда ғүмер бар але повесть Беренсе өлөшө
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Алда ғүмер бар але повесть Беренсе өлөшө
Читайте нас: