+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Июль 2021, 11:31

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Алда ғүмер бар але Повесть Бишенсе өлөшө

Бына ҡаршы яҡтан ике машина пәйҙә булды. Көтөүселәр юл ситенә теҙелеп баҫып, күренеште сикләне. Килеүселәр етер-етмәҫ туҡтап, берәүһенең сығып, ишек асҡанын көттө. Һәр сығыусыны күҙлек аша ентекле күҙәтте Булат. Уға кәрәклеһе икенсе машинаның артҡы ишегенән пәйҙә булды. Фотолағыса, оло сәлләлә, оҙон халатта. Уны шундуҡ уратып торҙолар. Снайпер прицелда йылпылдаусы баштар араһынан үҙенекен тоторға, ысҡындырмаҫҡа тырышты. Ҡаршы алыусылар менән күрешкән һайын елкәһен һыпырҙы ҡунаҡ, башын уң яҡҡа ҡырыныраҡ тотто.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Алда ғүмер бар але Повесть Бишенсе өлөшө
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Алда ғүмер бар але Повесть Бишенсе өлөшө

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

Алда ғүмер бар але

Повесть

Бишенсе өлөшө     

 

              Бына ҡаршы яҡтан ике машина пәйҙә булды. Көтөүселәр юл ситенә теҙелеп баҫып, күренеште сикләне. Килеүселәр етер-етмәҫ туҡтап, берәүһенең сығып, ишек асҡанын көттө. Һәр сығыусыны күҙлек аша ентекле күҙәтте Булат. Уға кәрәклеһе икенсе машинаның артҡы ишегенән пәйҙә булды. Фотолағыса, оло сәлләлә, оҙон халатта. Уны шундуҡ уратып торҙолар. Снайпер прицелда йылпылдаусы баштар араһынан үҙенекен тоторға, ысҡындырмаҫҡа тырышты. Ҡаршы алыусылар менән күрешкән һайын елкәһен һыпырҙы ҡунаҡ, башын уң яҡҡа ҡырыныраҡ тотто.

              Сәпте эләктерә алмай арманһыҙ булды Булат - йә уны һаҡсылары ышыҡланы, йә тура килгәндә өлгөрә алманы. Шулай мыштырлай торғас, тегеләр ҡапыл-ҡапыл йыйынышып, машиналарына ултырҙы ла ҡуҙғалып та китте. Илай яҙып ҡарап торҙо ла ҡалды снайпер. Хәҙер, хәҙер яйы сығыр, тип көткәйне, ул яй булманы ла ҡуйҙы.

Ҡайтҡас, икеһен дә барыһы алдына баҫтырып ҡуйып, биш ҡатлы итеп һүкте офицер. Кисерелгәндән һаман ҡалтыранып торған егеттәр винтовкаларын һығып ҡосаҡлап ҡатып тороуҙан башҡаға эшкинмәне.

              – Ҡурҡаҡтар! Һеҙ – ҡурҡаҡтар! – тине офицер маңлайҙарына бармағын төртөп. – Етлекмәгәндәр! Һеҙҙе бушҡа ашатабыҙ!

              Ҡоралдарын тапшырғас, инструктор снайперҙарҙың хатаһын асыҡлау өсөн тикшереү эшен башланы, һәр хәрәкәтте, һәр күргәнде һүрәтләп, һөйләп сыҡтылар. Һығымтала икеһе лә булған мөмкинлеген ҡуллана алмаған, ҡурҡҡан йә мыштырлаған булып сыҡты. Киске аштан һуң янына Ертай килде. Борсолоуҙан йөҙө һурылып киткән байғоштоң.

              – Ҡарале, Булат, мин бүренең күҙенә генә атып ала ла ҡуя торғайным. Хатта уҡ менән әллә ҡайҙағы бөркөткә тигеҙгәнем бар, – тигән булды үҙе бер аҙ шым ултырғас.

              – Бүре менән бөркөт кеше түгел инде, – Булаттың һаман был хаҡта тылҡырға теләге юҡ.

              – Ысын икән. Ышанаһыңмы, бына, ата алманым да ҡуйҙым. Үҙемсә, “был  дошман” тип уйлап та ҡарайым – юҡ, булмай.

              – Әллә эт өйрәтергә генә күсәйек тә ҡуяйыҡмы? – был уй әле генә башына килде Булаттың.

              – Кем күсерә унда һине? Тағы ошондай хәл булһа, былай ҙа мәсхәрә  менән берәй яҡҡа оҙатырҙар инде, – Ертай, яҙмышына күнгән хәлдә башын эйеп, китеп барҙы.

              Икенсе заданиеға ярты йыл алдараҡ хеҙмәт башлаған Виталий менән күрше ҡалаға алып барып ҡалдырҙылар. Тәжрибәле  снайпер уны үҙәк майҙан ситендәге ярым емерек йорт ҡыйығына урынлаштырҙы ла, үҙе икенсе яҡта ышыҡ тапты. Был юлы оҙаҡ көтмәнеләр. Майҙан эргәһендәге ихатаның ҡапҡалары ике яҡҡа шар асылып китте лә, халыҡ ағылып сыға башланы. Туй бара, ахыры. Уртала егет менән ҡыҙ, уларҙы уратып, осоп-ҡунып бейешәләр, шарт та шорт килтереп һауаға аталар, дәррәү сәпәкәйләйҙәр.

              Булат “күҙ”ен етеҙ шылдырып, хәтеренә һеңдергән һаҡалтайҙы эҙләй. Был түгел, был түгел, эй, әттәгенәһе, быларҙың ни, барыһы ла тигәндәй һаҡалтай. Туҡта-туҡта, әһә, бына уға кәрәге! Йәштәрҙе ҡосаҡлап-ҡосаҡлап ҡотлай, күрәһең. Яйлап сәпкә индереп алды уны снайпер. Хәҙер ысҡындырмаҫҡа, уңайлы мәлен генә тоторға кәрәк. Хата китһә, төҙәтеп булмаясаҡ. Һаҡалтай кәләштең ҡулдарын тотоп, һаман да нимәлер һөйләй, тегеһе, баш һелкә-һелкә ризалашып тора. Ҡыҙы микән әллә, һуңғы өгөт-нәсихәтен бирәлер. Ошондай уйҙан бөтөнләй ҡыйын булып китте Булатҡа. Тамағына ҡаты төйөр килеп тығылды, көсөргәнештән тубыҡтары ҡалтырай башланы. Хәҙер ҡалтырыу ҡулдарына ла төшөр һәм бынан шылыуҙан башҡа юл ҡалмаясаҡ. Викторға ышаныр ине – уныһы был операцияла ҡаплаусы ғына. Тағы ла килеп сыҡмаһа, ояты ни тора! Бер генә секундҡа күҙҙәрен сытырлатып йомоп асты ла, прицелды объекттың ҡолаҡ тәңгәленә төбәп, күреккә баҫты. Тауыш-тынһыҙ  сығып осҡан пуля шул мәлендә тәғәйенләнгәндең ярты башын алып китеп, янындағы кәләштең аҡ күлдәгенә ҡыҙыл буяҡ һирпте. Ҡапыл шау-шыу ҡупты, бер-береһен тапап йүгерештеләр, сыр-сыу ҡысҡырыштылар, этә-төртөшә ҡапҡа эсенә йомолдолар. Бөтөн был мәхшәрҙе һаман прицелдан күҙәтеп, шаңҡып тик ултырҙы Булат. Күпме дауам итер ине икән был хәл, шул мәл Виктор килеп елтерәтмәһә. Ул иптәшенең винтовкаһын тартып алып, үҙен терһәгенән тотоп, алға өҫтөрәне.

              – Һин нимә, алйот, хәҙер килеп баҫасаҡтар! Үлемеңде көтөп ултыраһыңмы? Әйҙә, ҡыбырла! Шәберәк!

              Ике күләгә таш ҡоймалар, емерек йорттар араһынан ҡаса-боҫа ҡала ситенә елдерҙе. Урамдарҙы сығып бөтөп, йылға буйындағы үҙәктә йәшерелгән машинаға ҡәҙәр саптылар. Килеп еткәс, Виктор яҙа-йоҙа бит-ҡулын сайҙы ла, маскировкаһын сисеп, ябай хәрби формаһын кейҙе һәм һуңғы сабырлығын йыйып, Булатты көтөп тора башланы. Дүрт аяҡлап йөрөп уҡшый, шуның араһында буҫлығып-буҫлығып илай ине тегеһе.

***

Заданиеға сыҡмаған саҡтарында, тренировкаларҙан буш ваҡыттарҙа ихатала үҙҙәре нимә теләй, шуның менән мәшғүл булды һалдаттар. Кеме йоҡо һимертә, кеме эт көсөктәрен уйната, кеме урындағы алыпһатарҙарҙан алған телефон, планшеттарға сумған. Урындағылар, тигәндән, Булат яндағы ҡасабанан килеп йөрөүсе Абулхай исемле малай менән дуҫлашып алды. 12-13 йәштәрҙәге ҡаҡса ғына ҡарасман уларға һөт алып килеп һата. Башта офицерҙар уның килеп йөрөүен оҡшатмай ине, бер-ике ҡыуылып киткәндән һуң, хәйләкәр үҫмерҙең ҡуйынында “ярты” сүрәтендәге күстәнәстәр ҙә табыла башланы. Тора-бара уны күҙгә элеүсе булманы, күреп өйрәнделәр. Күптәр менән танышып, дуҫлашып алды. Уны хәҙер теләһә ҡайһы мәлдә ниндәй нөктәлә осратһалар ҙа аптыраманылар. Етем бала икәнлеген, инәйендә тамаҡ хаҡы өсөн ошолай хеҙмәт итеүен дә белгәс, ҡул һелтәнеләр.

              Һөтөн һатып бөткәс, Абулхай бушыраҡ күренгән һалдаттарҙан атырға өйрәтеүҙе һорап ҡаңғыртыр булды. Эйәреп йөрөп, инәлеп аптыратты. Башҡаларҙы ризалаштыра алмағанда ла Булатты күндерә ине ул. Егет малайҙың себешләп бөткән тарамыш бармаҡтарын ҡармап тотоп, ҡорал менән булыштырып ҡаратты. Исмаһам, берәүҙең күңелен күтәрәм был үлем таяғы менән, тип уйланы үҙе сараһыҙҙан. Ҡайһы саҡ улар һәүетемсә генә һөйләшеп тә ултырғыланы. Чечен малайы арыу уҡ русса ла һупалай. Белеме өс класс ҡына булһа ла, аңы яҡшы үҫешкән, фекерҙәре ҡыйыу ине уның.

              –Ни өсөн һин бында килдең? – тип һораны малай бер шулай сәпкә бысаҡ ташлап уйнағанда.

              – Нисек, нишләп, мин бит илгә хеҙмәт итәм, мин – һалдат, – тип аңлатты Булат.

              – Һеҙҙең ил һалдаттары башҡалар илен онтап-емереп, кешеләрен үлтереп хеҙмәт итәме ни? – тип ныҡышты һаман Абулхай.

              –Минең бер нәмәгеҙҙе лә емергәнем юҡ, берәүҙе лә…. – ары аҡлана алмай ине ул, аҡланыр һүҙ ҙә, дәлил  дә тапманы.

              Аҙаҡ был үткер малай менән әллә ни яйлап аралаша алманы. Һуңғы ваҡытта ҡарауыл нөктәләрендәге һалдаттарҙы сүпләүсе ниндәйҙер серле снайпер килеп сыҡты ла, бар көстө шуны аулауға ташланылар. Хәҙер Булаттар көнө-төнө сиратлап һунарға сығыр, эргә-тирә урман-тауҙарҙы һөҙөр, прицел торбаһынан сәғәттәр буйы ҡарауыл пункттарын күҙәтер булып китте. Ике ай этләне уларҙы был күҙгә күренмәҫ снайпер, ике ай һалдаттарға төн йоҡоһо, йүнле тамаҡ туйҙырыу эләкмәне. Өсөнсө ай тигәндә саҡ эләктерҙе уны снайперҙар. Кейек шикелле итеп ағас башынан атып төшөрөлгән. Йөҙ-башы тулыһынса уралған был әҙәмде ихата уртаһына индереп һалғас, инде даны таралған серле снайперҙы күреп ҡалырға тип, барыһы ла йыйылды. Йөҙөн асып ебәргәс иһә, бер арауыҡ телһеҙ ҡалып торҙолар. Хатта күпте күргән командирҙар ҙа, аңшая биреп, текәлеп ҡалды. Ерҙә иҙерәп кенә йоҡлағандай булып, уларҙың яратҡан етемәге Абулхай ята ине. Ышана алманы был хәлгә Булат.

– Иптәш командир, был малай йүнләп ата ла белмәй ине бит, яңылышлыҡ килеп сыҡманымы икән? – уның һорауын хуплаусылар табылды.

– Эйе шул, бала-саға, - тиештеләр.

– Юҡ, - тине малайға облава ойоштороусы төркөм башлығы, - беҙ уны оҙаҡ күҙәттек, ышаныслы булһын өсөн алдан ҡороп ҡуйылған алдатҡыс сәпкә атҡанын көттөк, унан ғына алдыҡ. Был – һалҡын ҡанлы, оҫта снайпер – бәхәсһеҙ.

Шаңҡыуҙан һөйләшә алмаҫ халәткә инде Булат. Шул төн керпек ҡаҡмай уйланып сыҡты ла, иртән барып снайпер булыуҙан баш тартып, рапорт яҙҙы. “Әхлаҡи һәм дини ҡанундарым мине кеше үлтереүҙән тыя”, – тип аңлатты егет ниәтен. Яҙмаһын ҡабул иттеләр, ҡарарбыҙ, хәл итербеҙ, тип ебәрҙеләр ҙә төндә дежурный аша офицерҙар казармаһына саҡыртып алдылар. Бына шунда күрһәттеләр уға “әхлаҡи һәм дини ҡанундарын”. Биш-алты иҫерек ир, ауыҙ-моронон ҡанға туҙҙырып, иҫен юйғансы типкеләне. Шулай тикшерелде һалдаттың рапорты. Һуңынан ике аҙна лазаретта ҡан ярау итеп ятты – бөйөрҙәрен төйгөләгәндәр генә икән. Эш бының менән генә бөтмәне әле. Һауығып сығыуына уны, армия сафтарында ил алдындағы бурыстарын үтәүҙән баш тарта тип, хәрби трибуналға ла ҡуйҙылар. Командир рәхимлек күрһәтеп, тикшереүҙән алда үҙе килеп, “йәки төрмә, йәки хеҙмәт” тигән шарт ҡуйғас, икенсеһен һайланы Булат. Бер бығауҙы икенсеһенә алмаштыра алмай ине ул. Хәйер, һайлау ҙа булманы инде. Ҡулына ҡабаттан прицеллы винтовка тотторҙолар.

 

Дауамы бар.

------------------------

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: