-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Июль 2021, 11:26

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Алда ғүмер бар але Повесть Дүртенсе өлөшө

Егет сәйле стаканды ҡыҙҙың алдына шылдырҙы ла, икенсеһен үҙе шөрпөлдәтте. – Һиңә лә ҡайтырға ваҡыт етәлер инде, – тип ҡуйҙы Сафия күңелһеҙ генә. – Богдан Родионович, тағы ла бер ай йөрө, ти ҙә ул, белмәйем, ауылда апайҙар нишләйҙәрҙер…

-1-     -2-     -3-     -4-     -5-     -6-     -7-     -8-     -9-     -10-     -11-     -12-

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

Алда ғүмер бар але

Повесть

Дүртенсе өлөшө

 

Егет сәйле стаканды ҡыҙҙың алдына шылдырҙы ла, икенсеһен үҙе шөрпөлдәтте.

– Һиңә лә ҡайтырға ваҡыт етәлер инде, – тип ҡуйҙы Сафия күңелһеҙ генә.

– Богдан Родионович, тағы ла бер ай йөрө, ти ҙә ул, белмәйем, ауылда апайҙар нишләйҙәрҙер…

– Һинең көткән кешеләрең бар, исмаһам.

– Ә һинең, Сафия? – Егет күптән күңелен өйкәгәнде асыҡларға теләне.

– Минең – юҡ, – тип өҙә генә яуапланы ла, тәҙрәгә боролоп уҡ ултырҙы. Илай инде хәҙер тағы ла. Булат, уны был аҙымдан туҡтатырға теләгәндәй, ҡапыл ҡулын һуҙҙы ла ҙур устары менән, ибәтәйһеҙ генә итеп, сәсен һыйпаны.

– Илама, Сафия, мин һине үҙем менән алып ҡайтырмын.

Ҡатын ҡапыл ялт итеп әйләнде. Иламай ине ул, киреһенсә, сәсрәтеп ҡарап тора. Әйтерһең, Булат уға насар берәй нәмә әйткән.

– Нимә, мине әллә, йортһоҙ бесәй шикелле, кемгә етте, шуға эйәреп китергә тора икән, тиһеңме? Ирһеҙ бала тапҡас та, бөтөнләй бөткәнгә һанайһыңмы?

– Нишләп, мин былай ғына…

– Былай ғына түгел! Ҡарашыңды һиҙмәйемме әллә? Ошондай хәлгә ҡалғас та, йөрәге юҡ икән, тиһегеҙме? Һеҙ барығыҙ ҙа бер!

– С-Сафия, туҡтале… Сафия… – Егет ярһып өҫтөнә килгән ҡатындан ҡасып, тотлоға-тотлоға  ишеккә сигенде. Тик тегеһе ишетергә лә теләмәне:

– Кит! Сығып кит! Килеп йөрөмә бында башҡаса! – Ишек аръяғында Сафияның быуылып үкһегәне ишетелде. – Килеп йөрөмә…

***

Ҡайтырға йыйынды Булат. Иртәгә үк юлға сығыр. Сумкаһын төйнәп ҡуйҙы ла, табипты эҙләп китте. Һуңғы көндәр алдына алған эштәрен йомғаҡлап ҡуйыу өсөн генә үҙен көсләп тотоп йөрөнө бында. Бөтөн йәм, мәғәнә бөттө. Ә нимәлә ине һуң ул йәм? Үҙ-үҙенә ошо һорауҙы бирә лә, яуап тапмай. Сафияламы? Улар бит яҡшылап таныш та түгелдәр. Кем икәнлеген дә белмәй ул ҡыҙҙың, ниндәй милләт, ҡайҙа үҫкән, ҡайҙа йәшәгән – билгеһеҙ. Хәҙер инде белмәҫ тә. «Яҡын килеп йөрөмә», – тине бит. Бармаҫ. Инәлеп йөрөй торған ғәҙәте юҡ.

Ҡаттар араһындағы тимер рәшәткә янында була торған ҡарауылсы күренмәне. Өндәшеп ҡараны Булат. Ишеткән, сыҡҡан кеше юҡ. Тауыш сығарайым әле тип, ишекте эткәйне, асылды ла китте. Бер аҙ көтә биреп торҙо ла эскә үтте, бур түгел дә инде ул, врачты күрер ҙә сығыр. Етмәһә, бында ингәне лә бар. Ныҡ баҫмаҫҡа тырышып, Богдан Родионовичтың кабинеты тәңгәленә үтте лә, эстән һөйләшкән тауыш ишетелгәс, яңғыҙы түгелдер тип, ябылып етмәгән ишек ярығынан күҙ һалды. Телефондан кемделер һүгә генә табип, бөтөнләй үҙенә хас булмағанса, ҡаты, хатта тупаҫ һөйләшә. Булат ҡырғараҡ китеп торорға уйлағайны ла, ниндәйҙер эске тойомлауымы, һиҙемләүеме, уны туҡтап ҡалырға мәжбүр итте. Ирекһеҙҙән, эстән ишетелгәндәргә ҡолаҡ һалды.

– Әйтәм бит, клиент йәш, һау-сәләмәт. Һеҙгә кәрәк ағза ла яңыраҡ ҡына үҙ функцияһын башҡара алыуын иҫбатланы. Юҡ, уныһы реализацияланды инде. Тағы ла ике айҙай ял итһә, күсереүҙе күтәрә алырлыҡ була. Нимә тиһең? Һин нимә, коллега? Мин һиңә сифатлы тауар тәҡдим итәм, ә һин сауҙалашаһың. Был һиңә алкаштарҙың үпкә-бауыры түгел. Ситкә өсләтә арттырып ебәрә алам. Юҡ! Юҡ! Һин берәүгә генә заявка бирҙең, уныһына клиент бар, күптән көтә. Юҡ, дуҫ, уныһы ла һатылған, был  тауар үтемле, шулай булғас, үҙең ҡара – ризалаш йәки баш тарт. Ыһы, ыһы, ярай, килештек, ярай…

Башҡаса тыңлап тора алмай ине Булат. Ишеткәндәрен аңына һеңдерергә тырышып, инде хәҙер аяҡ остарына ғына баҫып, кирегә китте. Рәшәткәне сыҡҡайны ғына врачтың кабинет ишеге асылды һәм егет ҡапыл иҙәнгә сүгәләне лә, эйелгән килеш аҫҡа шыуып төштө. Унан, коридорҙы ике һикереүҙә үтеп, бүлмәһенә инеп ауҙы. Шунда ғына уйлау һәләте ҡайтты үҙенә. «Әстәғәфирулла!» тиме әле күршеһе Әлифә әбей ныҡ аптырағанда? Ни тигән һөйләшеү ул был? Кем хаҡында, нимә хаҡында барҙы?.. Тимәк… Булыуы мөмкин түгел! Булмаҫ! Бындай ҡырағайлыҡҡа барырға януармы ни Богдан Родионович, яҙа-йоҙа ишеткәндән ундай һығымта яһап булмай. Туҡта, Сафияға барып, һорашып ҡарарға кәрәк…

Барғайны, ҡатын эшкә сыҡҡан икән, ҡош-ҡорт ҡарай, тинеләр. Эҙләп тапты ла һүҙҙе нимәнән башларға белмәне. Сафия уны күрмәмешкә һалышты. Үпкәһе бөтмәгән, күрәһең. Һаулығын да әллә алды, әллә юҡ.

– Сафия, ҡарале, бер генә һүҙем бар.

– …

– Бәпәйеңдең кәүҙәһен алып килмәнеләрме әле?

Ҡатындың ҡулынан емле биҙрәһе төшөп китә яҙҙы. Күҙҙәрен ҙур асып, ҡарап ебәрҙе.

– Алып килһәләр, ерләшеп китәйем, тигәйнем. Үҙебеҙсә ләхетләп. – Ҡатындан һаман яуап булмағас, өҫтәп ҡуйҙы, – Мосолман түгелме ни һин?..

– Эй-йе, – тип кенә әйтә алды тегеһе, ниһайәт.

– Шулай булғас, – тип элеп алды егет, – Ҡасан килтерәләр?

– Әллә. Богдан Родионовичтан көн дә һорайым, көн дә «иртәгә» ти.

– Үҙем һорармын атыу, ризаһыңмы?

Ҡатын ашығып баш ҡаҡты.

***

Аңлайышһыҙ һөйләшеүҙең осраҡлы шаһиты булғандан һуң, бик оҙаҡ уйланып йөрөгәс, Булат, эске тойомлауҙарына ҡолаҡ һалып, ниндәй генә хәлдәргә лә әҙер торорлоҡ план төҙөп алырға булды. Уға хәҙер йәки барыһын да оноторға, йәки, бөтөн был ҡатмарлы мәсьәләне асыҡлағансы, тикшеренергә тура киләсәк. Иң башта ҡалаға сығып килергә кәрәк. Ул Палычтың ҡайтыу-ҡайтмауын белергә тейеш. Әгәр ҙә ул ҡайтһа, барыһы ла улай уҡ ҡурҡыныс түгел. Ә инде ҡайтмаһа… ни эшләр?

Сығыу юлы булмағанда, сетерекле хәлдәрҙе хәл итеү, эҙмә-эҙлекле уйлай һәм эш итә белеүгә өйрәткәйнеләр түгелме һуң уларҙы армияла? Объектты билдәләү, уны күҙәтеү, ғәҙәттәрен, шөғөлдәрен, көндәлек эштәрен ятлап алыу… Унан юҡ итеү. Снайпер булғайны. Икенсе Чечен һуғышында.

Баш ҡала хәрби комиссариатында уҡ уларҙы төркөмдән айырып алдылар. Башта тағы ла бер ҡат сәләмәтлектәрен тикшерҙеләр, психологтар ҡат-ҡат һөйләште, әллә ниндәй һүрәттәр төшөртөп, һорауҙарға яуап бирҙертеп йөҙәттеләр. Унан дүртәүһе төшөп ҡалып, алтау ҡалдылар. Шунан был тағы ла бәләкәсләнә төшкән төркөмдө Сочи ҡалаһына оҙаттылар. Унда килеп төшкәс, шундай уҡ төрлө тарафтарҙан йыйып алып киленгән башҡалар менән ҡушып, казармаларға урынлаштырҙылар.

Аңлатыуҙарынса, эттәр менән эш итергә тейеш ине был егеттәр. Тик тәүге ике айҙа әле эттәрҙең ҡойроғон да күрһәткән кеше булманы. Таңдан тороп йүгереп, ашап алғандан һуң, эштәре прицеллы винтовканы өйрәнеү булды. Уны яһау, ҡороу, таҙалау. Унан атыу күнекмәләренә керештеләр. Быныһы оҡшаны егеттәргә. Күптәр былай ҙа атыу буйынса спорт мәктәптәрендә шөғөлләнеп, Булат кеүектәр иһә һунарсылыҡ менән таныш булып килгән. Һәр хәлдә, сәпкә атыу береһенә лә яңылыҡ түгел.

Тик бығаса белгәндәре әле өйрәнгәндең бер кескәй генә өлөшө лә түгел икән дә. Иң башта һунар итәсәк кешеңдең ғәҙәттәрен, көн дә эшләр эштәрен хәрәкәттәренә ҡәҙәр күҙәтергә, белергә тейешһең икән. Унан һунар итеү урынын табыу, унда урынлашыу, йәшеренеү ысулдарын һайлау, көтөү. Көткән саҡта йоҡлап, онотолоп китмәү өсөн хатта ниндәй уйҙар уйларға мөмкинлекте лә ентекләп тикшерҙеләр, башҡарып ҡаранылар.

Алты ай шөғөлләнеүҙәрҙең һуңғы аҙнаһында эттәр килтерелеп, һәр береһенә таратып бирелде лә, төп хеҙмәт урынына күсерелделәр. Уйынсыҡтары булғанға ҡыуанышып та өлгөрмәнеләр, Грозный ҡалаһына килеп төшкәс тә, улары йыйып алынды.

– Иптәш командир, беҙҙең эттәрҙе тартып алалар! – тип һөрәнләп йүгерешеп килде бер ни аңламаған егеттәр штаб янына.

Командир, утыҙ биш менән ҡырҡ араһындағы оло сырайлы ерән әҙәм, нимәлер ашауҙан майланған ауыҙын һөртә-һөртә килеп сыҡты ла, ҡайышы буйлап ҡулдарын йөрөтөп алғас, ялтыр итекле аяҡтарын кирә баҫып, ҡаршыһында геүләгән төркөмгә ҡәнәғәт булып ҡарап торҙо.

– Иптәш командир, – тип ялынды йәштәр. – Ни өсөн?

– Ә шуға, – был кешегә яңы килеүселәрҙең аптыраныуы оҡшай ине, ахыры.

– Нисек инде? Нисек аңларға?

– Сөнки һеҙ кинологтар түгел.

– Ә кем? Кем һуң беҙ?

– Бына нимә, һөтимәрҙәр! – Командирҙың тауышын күтәрә төштө, әйтерһең, тыңлаусыларына нығыраҡ тәьҫир итергә теләне. - Һеҙ бөгөндән – снайперҙар! Ошо минуттан иң яҡын дуҫығыҙ – винтовка, иң яман дошманығыҙ – сәптәге объект!

              Эттәр араһында көн итте шулай ҙа егеттәр. Быныһы ҡаршы яҡтың күҙен бәйләү өсөн эшләнде. Заданиела булмағандарға эттәр менән уйнарға ла, шөғөлләнергә лә рөхсәт бирелде.

              Күпмелер ваҡыттан Булат менән Ертай исемле ҡаҙаҡ егетенә задание бәхете эләкте. Ысын эш көтөп зарыҡҡан, ниндәйҙер батырлыҡ ҡылыуға атлыҡҡан егеттәр көтә-көтә көтөк булғайны инде. Шунлыҡтан һикереп төштөләр. Бурыстары ҡайҙандыр сит илдән килә торған ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып, шуларҙың араһынан фотола күрһәтелгәнен юҡ итеү булды. Бик оҙаҡ текләне фотоға егеттәр. Хатта ул кешене әллә күпме халыҡ араһында ла танырлыҡ хәлгә еттеләр. Мәғлүмәт биреүсе объекттың елкәһен һыйпау ғәҙәте барлығын, уң күҙенә аҡ төшкән булыуын, шунлыҡтан, һөйләшкәндә һул яғы менәнерәк боролоп тороуын, оҫта ата һәм бысаҡ һелтәй белеүен еткерҙе. Бойороҡ буйынса, башта Булат ата, Ертай, кәрәк була ҡалһа, уның хатаһын төҙәтә.

              Был халыҡ оло ҡунаҡтарҙы мотлаҡ ҡала ситендә үк ҡаршы алырға яратыуын иҫәпкә алып, снайперҙарға шлагбаум тәңгәлендәге урын-ерҙе байҡарға ҡуштылар. Күҙәткән урынды, тәүге тапҡыр булғас, өйрәтеүсе ярҙамында һайланылар. Булат ҡаршылағы ҡаяташ араһына ҡыҫылып инеп ултырһа, пары икенсе яҡтан ағас башын оя итте. Шунда өс көн күҙ талдырҙылар. Дүртенсе көн тигәндә, ҡала яғынан килеп туҡтаған өс джиптан сығып һибелгән ир-егеттәр эргә-тирәне байҡап сыҡты, биноклдән күҙәтте. Тын алырға ла ҡурҡып, һалҡын таш эсенә һеңерҙәй булып һылашты Булат. “Тапһалар” тигән ҡот осҡос уйҙан иҫен юйыр хәлгә етте, шыбыр тиргә төштө, сығып йүгереү теләген нисек баҫырға белмәй, ирендәрен сәйнәне. Тамағына ағып төшкән йылы ҡан тәме былай ҙа ҡайнаған аңын тамам томалағандай итте.

 

Дауамы бар.

------------------------

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Алда ғүмер бар але Повесть Дүртенсе өлөшө
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Алда ғүмер бар але Повесть Дүртенсе өлөшө
Читайте нас: