-1- -2- -3- -4- -5- -6- -7- -8- -9- -10- -11- -12-
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
Алда ғүмер бар але
повесть
Икенсе өлөшө
Ике-өс көндән дауалау үҙәгендә егермеләп кеше барлығын асыҡланы Булат. Башлыса ир-егеттәр, ололары ла, йәшерәктәре лә бар. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан - саҡ ҡына ҡатын төҫө ҡалған икәү ҙә, әллә ниҙә бер күренгән ауырлы берәү. Уныһын да алыҫтан ғына аңғарҙы, йөҙөн сырамытманы ла. Дауаланыусыларҙың күптәре кешелек ҡиәфәтен юғалта барған халыҡ. Эскелектән, наркоманиянан миктәгәндәр, әллә һуңғы төйәген эҙләп килгән, әллә туғандары тапшырған үҙҙәрен. Берәүҙәре эшләргә теләмәй, ҡарышып ғауғалаша, икенселәре, киреһенсә, өтәләнеп йөрөп нимә менәндер була, өсөнсөләре зомби хәлендә, «ал» тиһәләр - алып, «һал» тиһәләр һалып йөрөй. Палыч кеүек үҙ аҡылында булып, һәүетемсә генә гәпләшеп булғандайҙар ҙа юҡ түгел. Һәр кемгә бурыстар бүлеп бирелгән, ялан кәртәләрҙә сусҡа көтөлә, арыраҡ ҡош-ҡорт, ҡуян ситлектәре теҙелеп киткән. Шуларҙы ашатып, тәрбиәләп, көндәре үтә дауаланыусыларҙың. Башҡаларға нисектер, Булатҡа табип иртәле-кисле йотоуға таблеткалар, ике көнгә бер система яҙҙы. Ошо процедураларын башҡара ла, әйтеүҙе лә көтмәҫтән, төҙөлөш яғына йүнәлә.
Бергә эшләгән малайҙың бөтөнләй хәл генәһе юҡ. Оҙаҡ йөрөй алмай, «ломка»һы башлана. Үҙ аллы үткәрә алмағанда санитарҙар килеп бәйләп һала, ҙур булмаған доза ҡаҙай. Йәлләй уны Булат. Бер көн: «Ҡайһы арала бындай хәлгә төшөп өлгөргән тиһең, бала ғына бит әле», – тигәйне, Палыч Эдиктың егерме йәшлек егет булыуын әйтеп аптыратты. Баҡтиһәң, бәләкәйҙән теләһә нимә тартып, еҫкәп йөрөп ағыуланып бөткәнме - үҫмәй ҡатып ҡалған икән. Уйлап ҡараһаң, Булаттан өс йәшкә генә кесе, ә икеһен бергә ҡуйһаң, айыу менән ҡуян кеүектәр. Палыч бындағы һәр береһенең яҙмыш тарихын белә. Тәүге ҡарашҡа өндәшмәҫ, йомоҡ ҡартҡа оҡшаһа ла, һораһаң-һорамаһаң да, нимәлер хаҡында һөйләп, фаразлап алырға ярата. Унан алынған мәғлүмәттәр буйынса, бында тормош тарафынан этеп-төртөлгән яралы йәндәр генә йыйылған. Булат та шуларҙың береһе булып сыға инде. Ул быға ла, башҡаһына ла, нимәгә лә күнергә риза, тик шул эскелеккә башҡаса боролоп ҡарамаҫлыҡ ҡына булһын. Апаһының күҙҙәренә ышаныслы итеп баға алғыһы, уның өмөттәрен аҡлағыһы килә.
Ашханала бөгөн төшкө аш шау-шыулы. Утыҙ биш-ҡырҡ тирәһендәге ирҙе оҙаталар. Ул бында дүрт ай дауаланған, буйтым сәләмәт әҙәм төҫө алған, яҡшы ашау, физик эш тәненә ит ҡундырған. Сығыуға тип, өҫтөнә лә арзанлы ғына булһа ла спорт костюмы кейҙергәндәр. Хушлашыуға һүҙ алғайны, Булат ирҙең ярайһы уҡ шыма телмәренә аптырап ҡуйҙы. Уның ҡаштарын дуғаландырып ебәреүенә Палыч аңлатма бирҙе:
– Уҡытыусы булған был кеше, тарих уҡытыусыһы. Ҡатыны ташлап киткәс, эскелеккә һабышҡан. Өйөндә ятып үлер тип, күршеләре кем ашалыр ошондағыларға хәбәр иткән дә, барып алғандар. Аралашыуға яҡшы әҙәм, культурный. Сыҡҡас эсмәһә ярар ине, бәлки, кире эшенә лә алырҙар…
Булат халыҡ араһында теге ауырлы ҡатынды аңғарып ҡалды. Ситтәге бер өҫтәл артында геүләшеүселәрҙе шым ғына күҙәтеп ултыра. Ябыҡ ҡына, бәләкәй генә. Ап-аҡ арыҡ йөҙөндәге ҙур күҙҙәре менән ян-яғына ҡурҡҡан ҡоралай ише ҡапыл-ҡапыл ҡараш ташлап ала ла тәрилкәһенә төбәлә. Ҡалағының осона эләктереп, семсенеп ултыра. Булаттың үҙенә иғтибар иткәнен аңғарғас, бөтөнләй бөршәйҙе. Ул да булмай, тороп, сығып уҡ китте. Ошондай ғына кәүҙәлә – ҡаҙандай оло ҡорһаҡ. Ҡалайтып күтәреп йөрөйҙөр.
– Был ҡатындың ауырыуы нимәлә икән? – Булат берәүгә лә төбәмәһә лә, һорауын ҡысҡырып әйтте.
Сергей Павлович көлдө генә:
– Күрмәйһеңме ни, ауырыуы үҙендә.
– Ну… ауырлы бит…
– Ана шул ауырлы булғанға ла, барыр урыны юҡ, үгәй атаһы көсләгән дә, әсәһе, ошо хәлгә ҡалғанын белгәс, ҡыуып сығарған. Богдан Родионовичтың командаһынан кемдер берәү йәлләп бында алып килгән. Вот йәшәй инде.
– Һы, – Булаттың был мәсьәләлә әйтер һүҙе лә, фекере лә юҡ ине. Был уның өсөн бөтөнләй ят, аңлайышһыҙ хәл. Ишеткәндәрен нисек ҡабул итергә лә белмәне.
Төштән һуң теге уҡытыусыны оҙатып ебәрҙеләр. Күҙ йәштәре менән һәр береһен ҡосаҡлап һөйөп айырылышты ул. Яңы кешеләр, алып килеп, бындағыларҙы сығарып йөрөй торған ҡара тәҙрәле машинаға ултыртып алып киттеләр. «Күрерһегеҙ, ул аяҡҡа баҫып, нығынып эшләй башлағас, күстәнәстәр менән килеп китер әле», - тип ҡалыусыларҙы дәртләндереп ебәргәндәй итте оҙатыусылар араһында булған Богдан Родионович. Уның һүҙҙәренән һәр береһе үҙҙәренең дә бынан сығыр көндәрен күҙ алдына килтерҙе. Һәр береһе яҡшыға, яҡтыға өмөтләнде.
Көндәр үтә торҙо. Булат ике тапҡыр баш табиптан телефон һорап алып, апаһына шылтыратты. Былай яҡшы торалар икән, уның өсөн борсолалар инде. «Юҡҡа ҡайғырмағыҙ, минең барыһы ла яйлы, эшләйем, дауаланам, ике айҙан ҡайтып төшөрмөн», - тип тынысландырҙы уларҙы егет. Ай эсендә бригадаһы менән сусҡа һарайын төҙөп ҡуйып, әле ҡош-ҡорт кетәгенә тотондолар. Унан ауырыуҙар йәшәгән палаталарҙың иҙәндәрен алмаштыраһы бар, сереп төшөргә тора. Дауаланыу срогын тамамлауға планлаштырғандарын башҡарып ҡуймаҡсы Булат. Ошондай оло изгелек күрһәткән Богдан Родионович һәм уның дауаханаһына булған рәхмәтен тағы ла нисек ҡайтарһын инде ул.
***
Төн уртаһында аҙарынып ҡысҡырған тауыштан һиҫкәнеп уянды ла, ни булғанын аңлай алмай ятты Булат. Ул арала тауыш тағы ла әсерәк булып ҡолаҡты телде. Кемдер ярҙам һорай түгелме? Ҡатын-ҡыҙ сарылдаймы? Ауаз, ниһайәт, аңына барып еткәс, һикереп тороп коридорға ташланды. Сыҡты ла, ҡайһы яҡҡа йүгерергә белмәй туҡтап ҡалды. Тағы ишетелде тауыш - әллә илай, әллә иңрәй. Туҡта, остағы бүлмәнән, теге ҡатын йәшәгәндән килә бит! Барып, ишеген һелкә тартып асып ебәргәйне, иҙәндә ултырған ҡатынды күреп, юғалып ҡалды. Ҡорһағын ҡосаҡлап бөгөлөп төшкән, башын да күтәреп ҡарай алмай. Нисек ярҙам итергә белмәгән егет ҡатындың әле был, әле теге яғына сыҡты, тартып торғоҙмаҡсы булып, ҡулдарын һуҙҙы ла, ҡайһы еренә ҡағылырға белмәй, кире алды. Иҙәндәге һыҙлана бирҙе:
– А-а-аһ! Ярҙам итегеҙ! Ярҙам итегеҙ миңә!..
– Ни эшләргә һуң? Ҡалайтырға?
– Врач… Врач кәрәк…
Булат, ҡатынды ашатлап һикереп тигәндәй, коридорға атылды. Санитарҙар йәшәгән бүлмәнең ишегенә тондорорға тип йоҙроғон күтәргәйне генә, эстән инде бирсәткәләренә ҡәҙәр кейеп алған аҡ халатлы ишекте асып та ебәрҙе:
– Ишетәм, ишетәм. Хәҙер врач килә, әйҙә, һин өҫкә мендереш.
Булат, хәҙер инде бер үҙе булмағас, ҡыйыуыраҡ ҡыланды, инде тамам хәлһеҙләнгән ҡатынды, ялп иттереп кенә күтәреп, санитар артынан эйәреп, икенсе ҡатҡа мендерҙе. Палатаға ингәс, тегеһе тапчанға һалырға ҡушты. Егет ҡулындағы йөгөн йә ултыртырға, йә һуҙып һалырға белмәй өйөрөлдө. Уның шулай ҡаушап ҡаңғырыуын ҡыҙыҡ күреп ҡарап торған санитар һаһылдап көлөп ебәрҙе:
– Атай булырға йөрөйһөңмө әллә, Булатик? Ниңә улай сәбәләнәһең?
Шунда ғына үҙенең артыҡ тулҡынланыуын аңлап, уңайһыҙланыуҙан ҡыҙарып-бүртенеп ҡатынды урынға терәне һәм ауырыуҙың һулыған үҫемлек кеүек һәлберәп төшөүенән:
– Үлеп ҡуймаҫмы?.. – тип ҡурҡып һораны.
– Ниңә үлһен ул, хәҙер бәпәйе тыуыр ҙа тороп китер.
– Бәпәйе? – Нисек Булаттың үҙенең башы етмәгән был. Эйе лә инде, ауырлы ҡатын бала тыуҙырырға ауырыйҙыр…
Ары санитар ярҙамсыһын коридорға ҡыуып сығарҙы ла, тимер приборҙарын салтыр-солтор иттереп, бала ҡабул итеүгә әҙерләнә башланы. Булат, аҫҡа төшөп ятыуҙы урынһыҙ һанап, ишек төбөндә һерәйеп тора бирҙе. Бындай хәлдән һуң, етмәһә, кемдер берәүҙең ул ҡәҙәр өҙгөләнеүҙәрен белә тороп, нисек сыҙап ятмаҡ кәрәк?! Врачы ҡайҙа инде, тип уйлап та өлгөрмәне, коридор осонда Богдан Родионович күренде. Ҡыҙыу атлап килгән ыңғайы Булатҡа бер генә һынаулы ҡараш ташланы ла, палатаға инеп тә сумды. Эстән берсә ҡатындың ыңғырашыуы, берсә врачтың иркә өндәшеүе, аралашып ишетелә торҙо. Шул тирәлә кәлеп һуғып ҡына ла арыны Булат. Ә теге ауырыған бисараға ни сара? Инде лә был хәл тамамланмаһа, инергә лә, нимәлер эшләргә, тип ынтылғайны ғына, ҡапыл яр һалған сабый тауышы баҫҡан урынында һеңгәҙәтте егетте. Шул килеш бер килке тыңлап торғас, ауыҙы үҙенән үҙе йырылды, хатта тауышланып уҡ «Ур-р-а-а-а!» тип һуҙып ебәрҙе. Кеше тыуҙы!
***
Һарай ҡыйығын ябыу менән мәшғүл булып йөрөһә лә, ике күҙе шул ике тәҙрәлә Булаттың. Быяла аръяғында әллә ниҙә бер күренеп ҡалған аҡ шәүләне аңғарып ҡалырға тырыша. Нисә көн инеп сығырға ла итә үҙе, тик ҡыйыулығы ғына етмәй. Нимә тип барып инһен инде? Бәпәйегеҙҙе күрергә килдем, тиһенме? Ауылда, белеүенсә, бәпәй ҡарарға ҡатын-ҡыҙҙар ғына йөрөшә. Уға, ир кешегә, етмәһә, ете ят әҙәмгә, ярамайҙыр ул…
Дауамы бар.
------------------------
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"