+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Июль 2021, 11:19

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Алда ғүмер бар але Повесть Өсөнсө өлөшө

Ятаҡ ишеге шап иткәнгә ҡарашын күсергәйне, әле генә уйында булғандың тас менән кер күтәреп килеп сыҡҡанын күреп, ҡулынан сүкешен төшөрөп ебәрә яҙҙы. Ҡатын, үрелеп, йүргәктәрен элә башланы. Туҡта, ошонан яйлы форсат булмаҫ! Булат, һикереп төшөп, өҫ-башын ҡаҡҡыланы ла, оҙон-оҙон баҫып, ҡатын янына килде. – Һаумыһығыҙ! – Ихлас итеп йылмайҙы.

-1-     -2-     -3-     -4-     -5-     -6-     -7-     -8-     -9-     -10-     -11-     -12-

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

Алда ғүмер бар але

Повесть

Өсөнсө өлөшө

 

Ятаҡ ишеге шап иткәнгә ҡарашын күсергәйне, әле генә уйында булғандың тас менән кер күтәреп килеп сыҡҡанын күреп, ҡулынан сүкешен төшөрөп ебәрә яҙҙы. Ҡатын, үрелеп, йүргәктәрен элә башланы. Туҡта, ошонан яйлы форсат булмаҫ! Булат, һикереп төшөп, өҫ-башын ҡаҡҡыланы ла, оҙон-оҙон баҫып, ҡатын янына килде.

– Һаумыһығыҙ! – Ихлас итеп йылмайҙы.

Тик ҡатын күҙ сите менән генә ҡарап алып, һиҙелер-һиҙелмәҫ баш һелкеү менән сикләнде, эшенән туҡтаманы ла. Әммә егет бирешмәҫкә булды:

– Хәлегеҙ нисек, Сафия? Бәпәйегеҙ менән ҡотлайым.

Был һүҙҙәрҙән Сафия, күҙҙәрен тултырып, егеткә ҡарап уҡ ҡалды.

– Дөрөҫ әйтмәйемме әллә? Бында һеҙҙе Софья тиҙәр, буғай. Беҙҙеңсә Сафия инде. Йырҙағы һымаҡ: Сафия, ҡарале, алда ғүмер бар әле…

Ҡатындың сырайы яҙылманы, әллә шаяртыуҙы ҡабул итмәне, әллә был йыр бөтөнләй ишеткән нәмәһе түгел. Уйлап ҡараһаң, русса һөйләшкән кеше башҡортса йыр тыңламайҙыр ҙа.

– Исем ҡуштығыҙмы? – Булат һаман ныҡышты.

– Ҡ-ҡуштым.

– Кем тип?

– Самира.

– Ыһы, матур исем.

– Ә һеҙ мине беләһегеҙме ни?

– Беләм, тип… Беләм инде, бында йәшәгәс. Теге мәл…

– Эйе… һеҙ булдығыҙ бит әле, - ҡатын шул  ваҡиғаларҙы иҫләргә тырышты. – Рәхмәт һеҙгә, – шулай тине лә боролоп китә лә башланы.

Башҡаса тотор сәбәп тә, әйтер һүҙ ҙә тапманы Булат. Ахырҙа,  алыҫлаша барғас:

– Самираны инеп күрергә яраймы? – тип өндәште.

Ҡатын ҡайырыла бирҙе лә көлөмһөрәне:

– Әллә… бик теләһәң күр һуң…

Ышанманы, ысынға алманы был сәйер теләкте. Тик юҡҡа. Бер кис һаҡ ҡына итеп уның ишеген шаҡынылар. Асып ебәрһә, сәңгелдәк күтәргән Булат, Сергей Павлович, ауыҙы ҡолағына еткән Эдик тора.

– Бәпәй менән ҡотлайбыҙ! – тиҙәр бер тауыштан.

Бөтөнләй юғалып ҡалды йәш ҡатын, әле бер, әле икенсе нәмәһен рәтләгән булды, ыуаланды. Ахырҙа, ҡотолоу сараһын тапмай, карауатта мышнаған төргәккә иҙәне, йәнәһе, ана, ҡарағыҙ. Шуны ғына көткән ир-егеттәр күмәкләшеп килеп эйелде лә тын алмаҫтан текәлде. Сабый йоҡо аралаш ауыҙҙарын салшайтып ебәреп, көлгәндәй иткәйне, барыһының да йөҙө балҡыны.

– Ҡарале, уже көлә белә, - тип сәпәкәйләп үк ебәрҙе Эдик.

– Атыу, һиңә ҡарағанда күпте беләлер әле ул, - тип шаяртты Палыч.

Булат хистәрен әйтеп аңлатыр һүҙ таба алманы, бары тик уларҙы күҙәтеп йылмайып торған әсәгә күтәрелеп ҡарап ҡына ҡуйҙы.

Ниһайәт, Палыч иҫенә килде лә:

– Мә әле, Софья, ошоноң төбөнә простыня тегеп бир, беркетеп китәйек, - тип сәңгелдәкте һуҙҙы.

– Ой, ниңә мәшәҡәтләндегеҙ, – тиһә лә, шунда уҡ энә һабаҡлап алды ҡатын.

Был кисте күпкә яҡынлашты осраҡлы өйҙәш булған дүртәү. Дөрөҫөрәге, бишәү, шул бишенсе бәйләне бит уларҙы. Эдик, инәлеп-ялбарып һорап, баланы ҡулына алды, еҫкәп ҡараны. Булаттың быға баҙнаты етмәне, әммә һиҙҙермәҫкә тырышып, ҡатынға күҙ һалыуҙан тыйыла алманы. Йонсоу булһа ла, ап-аҡ ҡына һылыуҡай икән дә был Сафия. Кәүҙәһе лә тал  сыбығы ише булып ҡалған. Шулай үҙгәрә алыуына аптырарһың ҡатын-ҡыҙҙың.

***

Аҙна башында улар менән Палыч хушлашты. Ҡыйын булды уны оҙатыуы. Эҫенешеп киткәйнеләр. Күпме эшкә өйрәтте, әллә ни төрлө тарихтар һөйләне, аҡыл-кәңәш бирҙе. Һуңынан аралашырға тип, адрестар менән алмаштылар. Сергей Павлович, ашҡынып, ҡыҙы янына ҡайтып китте.

Ял көндәрендә Богдан Родионович Булатты препараттар тейәшергә ҡалаға ебәрҙе. Йыш ҡына санитарға ярҙам итеп йөрөп әйләнә ул. Егет үҙе теләп килгән ерҙән ҡасып китмәҫ, тиҙер инде. Ҡасырға уйы ла юҡ Булаттың. Инде араҡыны ауыҙына алмағанына ике ай, әллә дауанан, әллә башҡаһынан, эскеһе лә, уйлағыһы ла килмәй. Шулай ғына булһын инде, тип һөйөнә үҙе лә.

Складтан йәшниктәрҙе тейәп бөткәс, санитар ҡайҙалыр йомошон йомошларға китте. Шофер кабинала ойоп алырға булды. Булатҡа ла кузовта ятып торорға урын бар. Шул уй менән өҫкә үрмәләй башлағайны, күҙе ҡаршылағы йортҡа яҙылған таҡтаташҡа төштө: маршал Ворошилов урамы. Бәй… Палычтың урамы ла һуң! Туҡта, ул ошонан ике йорт аша ғына йәшәргә тейеш. Булат, водителгә әйтеп тә тормаҫтан, кәрәкле йортто эҙләп йүгерҙе, һәм күп тә үтмәй, ике баҫҡысты бер һикереп менеп, ҡыңғырауға ла баҫты. Ишекте килеп асҡандарынса, кнопканан бармағын алманы, икенсе ҡулын килеп сығыусыны ҡосаҡларға тип әҙерләп күтәрҙе. Әммә көткәне апаһы йәшендәге ҡатын-ҡыҙ булып сыҡҡас, эскә һонолдо:

– Палыч өйҙәме? Һаумыһығыҙ!

– Һаумыһығыҙ, – ҡатын, егетте баштан- аяҡ байҡап, ҡашын төйҙө. – Сергей Павлович санаторийҙа, һеҙ кем булаһығыҙ?

– Мин… уның дуҫы. Эх, китеп өлгөргән икән!

– Өлгөргән тип, дүрт ай элек киткәйне, дуҫы булып, шуны ла белмәйһегеҙме? – Ханым Булатты атаһының шешәләш дуҫы тип уйланы, күрәһең.

– Уның менән шунда… санаторийҙа булғайным бит. Аҙна әүәл ҡайтҡайны ла инде.

– Нисек… ҡайтҡайны?

– Ҡайтҡайны, – хәҙер Булат аптыраны. Элекке юлына баҫтымы икән ни? Кит, булмаҫ, ниндәй уй-хыялдар менән тулы ине.

– Аңлашыла… – күҙҙәренә йәш алды ҡатын.

– Һеҙ Оксана бит әле. – Тегеһе, «эйе» тигәнде белдереп, баш ҡаҡты. – Оксана, Палыч һеҙҙең өсөн тип, йән атып ҡайтырға сыҡҡайны, ышанығыҙ, зинһар. Унда саҡта өйөн генә һөйләне. Бөгөн-иртәгә килеп инер ул. Һеҙ тик көтөгөҙ уны, йәме, борсолмағыҙ…

Ни тип уйларға ла белмәй хәҙер Булат. Шулай уҡ та яңылышты микән ни Палычта? Ҡыҙынан башҡа ҡайҙа китергә мөмкин? Аҙнанан ашыу кемдә була ала? Был донъяла Оксанам менән икебеҙ генә, ти ине, нимә үҙгәргән? Ниндәй хәлдәр булып өлгөргән был ваҡыт эсендә? Тик әлеге һорауҙарға Палычтың үҙенән башҡа берәү ҙә яуап бирә алмай ине. Ул иһә – юҡ.

Ауыр уйҙар менән килеп төшкәйне, бындағы хәлдәрҙән ҡолап китә яҙҙы. Ҡобараһы осҡан Эдик «Софьяның бәпесе үлде», – тип ҡаршы алды. Ашҡаҙаны тәңгәленә килтереп тондорғандай булды. Тын ала алмай, һығылып торҙо-торҙо ла, үҙ-үҙен белмәҫтән:

– Нисек үлде? – тип ҡысҡырып ебәрҙе.

– Белмәйем. Шулай тиҙәр.

Булат Эдикты һыңар ҡулы менән генә ситкә этәреп ебәреп, эскә йомолдо. Сафия бүлмәһендә юҡ, сәңгелдәге лә, етемһерәп, буш тора. Икенсе ҡатҡа атылды. Ҡаттар араһындағы тимер рәшәткәләрҙе тотоп һелкетте, «Богдан Родионович! Сафия! Сафия!» – тип, йән асман саҡырҙы. Ниндәйҙер кабинеттан сыҡҡан санитарҙарҙың береһе яҡын килде.

– Ниңә ҡысҡыраһың? Врач буш түгел.

– Сафия ҡайҙа? Балаһы…

– Ҡатынды йоҡлаттылар, хәле мөшкөл. Ә бала үлде, Богдан Родионович сәбәбен асыҡлай.

– Ә ниңә үлде?.. – Булат рәшәткәләрҙе һындыра тота яҙҙы.

– Йөрәге сирле булған.

Сафияны өсөнсө көнөнә генә бүлмәһенә төшөрҙөләр. Эдик менән янына ингәйнеләр, балаһының йүргәктәрен ҡосаҡлаған килеш йомарланып тик ята. Берәүҙе лә күрмәне лә, ишетмәне лә, былай ҙа һирәк асылған теле бөтөнләй һөйләшеү һәләтен юғалтҡайны. Егеттәр, бер ултырып, бер тороп, ни ҡылырға, нисек итеп йыуатырға белмәне.

Хәлде асыҡлап ҡуйыу өсөн Булат Богдан Родионовичтың ҡайтырға сыҡҡанын көтөп алды.

– Ә-ә, һинме, ни хәл? – тип врач, ғәҙәтенсә, беренсе булып ҡулын һуҙҙы.

– Богдан Родионович, ниңә улай булды икән? – тип тура һораны ул табиптың арыған йөҙөнә төбәп ҡарап.

– Йөрәге дөрөҫ үҫешмәгән, әле бына асып ҡарағас, шуны асыҡланым. Диагноз яңылыш булмаһын өсөн өҫтәмә тикшереүгә ебәрҙем. – «Аңлашылдымы?» тигәндәй, егеткә ҡарап алды ла, тегеһе һаман да  нимәлер ишетергә теләгәндәй баҫып торғас, дауам итте: – Әсәнең йөклө ваҡытындағы кисерештәре лә, башҡа факторҙар ҙа йоғонто яһағандыр, – тип уйлайым. Тейешле тикшереүҙәр ҙә үтмәгән ине бығаса. Беҙгә ҙур срокта ғына килеп юлыҡты. Ҡалайтаһың, донъяла үлем тигән нәмә лә бар, ул кемде алып китерҙе һинән-минән һорап тормай. – Табип егеттең иңбашынан ҡаҡты ла машинаһына ыңғайланы. - Софьяға күҙ-ҡолаҡ булып тороғоҙ, уға еңел түгел.

Уныһын аңлай ҙа ул, тик нисек итеп? Ҡалайтып? Ярҙам итеү сараһын кем әйтер, кем өйрәтер?..

***

Ҡайғылары баҫылып та өлгөрмәне, Эдикты ла ҡайтарып ебәрҙеләр. Уның урынына килгән бер эскесене үҙ иркенән тыш тейәп ебәргәндәр, күрәһең, айығып алды ла: «Ҡайтарығыҙ! Ебәрегеҙ!» - тип, боларып аптырата. Иҫәрҙәр йортондағы кеүек итеп бәйләп һалдылар. Шуны ҡарап ултырмаҫ өсөн бүлмәһенә лә йоҡларға ғына инә хәҙер Булат. Күберәген эштә була ла, ашхананан сәй-шәкәр алып, кистәрен Сафия янында үткәрә. Бер аҙ асыла башланы бисара. Илауҙың да сиге барҙыр, күрәһең.

 

Дауамы бар.

------------------------

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Алда ғүмер бар але Повесть Өсөнсө өлөшө
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Алда ғүмер бар але Повесть Өсөнсө өлөшө
Читайте нас: