-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Июль 2021, 13:07

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Алда ғүмер бар але Повесть Туғыҙынсы өлөшө

Бер нисә ай үткәс, һаман да шул хәсрәттәре солғанышында йөрөгән Сергей ниндәйҙер йыуатыу һүҙҙәре эҙләпме, әллә шул аптыранған көндәнме, теге клиниканың номерын йыйҙы. Телефонды ул белгән хирург түгел, ә башҡа кеше алды. – Богдан Родионовичты ишетергә теләгәйнем, – тине ул яҡын кешеһен һорағандай итеп. – Һеҙ кем?

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Алда ғүмер бар але Повесть Туғыҙынсы өлөшө
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Алда ғүмер бар але Повесть Туғыҙынсы өлөшө

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

Алда ғүмер бар але

Повесть

Туғыҙынсы өлөшө

 

 

Бер нисә ай үткәс, һаман да шул хәсрәттәре солғанышында йөрөгән Сергей ниндәйҙер йыуатыу һүҙҙәре эҙләпме, әллә шул аптыранған көндәнме, теге клиниканың номерын йыйҙы. Телефонды ул белгән хирург түгел, ә башҡа кеше алды.

– Богдан Родионовичты ишетергә теләгәйнем, – тине ул яҡын кешеһен һорағандай итеп.

– Һеҙ кем?

– Был Сергей Колесников ине, мин һеҙҙә донор көткәйнем… ҡыҙыма… Диана Колесниковаға.

– Эйе-эйе, списокта бар инегеҙ, хәтерләйем. Шунан, хәлдәрегеҙ нисек?

– Нисек тип… шул инде.

– Ҡайҙа үтте операция, кем яһаны?

– Һеҙ белмәйһегеҙҙер инде… операция булманы бит, донор килмәне… Ҡыҙымдың булмағанына дүртенсе ай.

Теге яҡтағы бер килке тынып торҙо.

– Нисек килмәне?..

– Әллә инде… килмәне, – Сергейға кем менәндер был хаҡта һөйләшеү еңеллек биргәндәй булды.

– Туҡтағыҙ, трубканы һалмай тороғоҙ, мин хәҙер үк база мәғлүмәттәрен асып ҡарайым. Тә-әк, тә-әк, бына… «срочниктар» теҙмәһе… Колесникова… Колесникова Диана Сергеевна, дүрт йәш тә өс ай тиелгән, шулаймы?

Сергейҙың йәне һыҙылып китте. Күптән ҡыҙының исемен улай ҡысҡырып әйткәндәре юҡ.

– Эй-йе…

– Беҙҙәге мәғлүмәттәр буйынса, һеҙ заказды алғанһығыҙ.

– …

– Алло! Ишетәһегеҙме?

– Һеҙ кем ул, ниндәй врач?

– Фамилиям Савичев.

– Мин хәҙер һеҙгә киләм!

– Һуң инде, индермәҫтәр. Иртәнсәк килегеҙ, уға тиклем мин Богдан Родионовичтан барыһын да асыҡлап ҡуйырмын.

Саҡ таң аттырҙы Сергей. Любаһы ла булмағас, ауыҙ асып һүҙ һөйләшер кешеһе юҡ. Ҡыҙҙарын юғалтҡас, ҡатынының был ҡалала ҡалғыһы килмәне, тыуған яғына ҡайтырға булды. Ҡаршы төшмәне уға Сергей, әүрәтер, йыуатыр әмәл тапманы. Яратышып өйләнешкән инеләр, балалары араларындағы бар йылы тойғоларҙы ла үҙе менән ҡуша алып киткәндәй булып ҡалды. Уртаҡ хистәре лә ҡалмағандай. Ҡатыны китте, ире тотманы.

Сиратта тороусыларҙы күрмәҫтән, хирургтың кабинет ишеген ҡайыра тартып асып килеп инде ул. Табип ҡаршыһында ултырған ауырыу тертләп китте. Тик ул ризаһыҙлығын белдерергә ауыҙын асып өлгөрмәне, Сергей врачтың алдына килеп тә баҫты.

– Богдан Родионович, аңлатығыҙ!

Табип тыныс ҡалды. Ҡаршыһындағы клиентынан кеселекле ғәфү үтенде лә, Сергейға ултырырға иҙәп, урын күрһәтте.

– Беренсенән, һаумыһығыҙ. Хәтерем яңылышмаһа, Колесников бит әле?

– Эйе, Богдан Родионович, мин кисә Савичев фамилиялы врач менән һөйләшкәйнем, саҡыртығыҙ әле уны.

– Һеҙҙең теләкте  үтәй алмайым шул, үкенескә ҡаршы, ундай табип беҙҙә эшләмәй.

– Эшләмәй? Һуң мин…

– Ул кисә эштән бушатыуҙы һорап, ғариза ҡалдырған, мин ҡул  ҡуйҙым, юҡ ул бында.

– Кисә?.. Кисә киске унда мин уға шылтыраттым бит һуң.

– Теләһәгеҙ, ғаризаһын күрһәтә алам, кисә көндөҙгө икелә документтарын алып киткән. Һорауығыҙ шул ғына инеме?

– Һорауым… Ул миңә беҙгә тейешле донор булған тигәйне, – Сергей әйтергә теләгәнен нисек аңлатырға белмәне, буталды.

– Ҡәҙерлем, тәжрибәһеҙ йәш табиптың һеҙгә нимәләр һөйләп башығыҙҙы бутағанын белмәйем, әммә тағы ла бер тапҡыр ҡабатлайым: һеҙҙең өсөн хәлебеҙҙән килгәндең барыһын да эшләнек. Аңлайым, бындай ваҡытта күп нәмәләр шулай буталырға, онотолорға мөмкин. Теләһәгеҙ, дауаланыу курсы яҙып бирәм.

 

Богдан Родионович тағы оҙаҡ ҡына йыуатты Сергейҙы, стрестан хәлен артыҡ ҡатмарлаштырып ебәреүен аңлатырға тырышты, тынысландырыу дарыуҙарына рецептар яҙып бирҙе. Тик баҫылманы күңеле Сергейҙың, киреһенсә, ниндәйҙер шом инеп ятты. Һөнәри тәжрибәһе лә, тәбиғи тойомлау һәләте лә бында ниндәйҙер бер йомаҡ барлығын аңғартты. Күнгәнлеген белдереп, өндәшмәй генә сығып китһә лә, кинәт аңы асылып, нисә айҙар буйына башын томалаған томан таралып киткәндәй булды. Ошо көндән башлап ул клиниканың тормошо менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланы. Тапты теге Савичевты ла. Йәш табип тәфтишсенең баҫымы аҫтында бик оло сер итеп кенә ҡыҙыҡһыныуын еңә алмайынса үҙенең ҡулы аҫтына инмәгән документтарҙа ҡутарынғаны һәм ситкә мәғлүмәт сығарғаны өсөн эштән ебәрелеүе хаҡында һөйләне. Ярай әле, ғариза менән ебәргәндәр, юғиһә, статьяла оса яҙған. Ә инде документтарҙағы “Диана Колесниковаға донор тотонолдо” тигән юлдарҙы үҙ күҙҙәре менән күргән. Белгәндәрен ҡалтырана-ҡалтырана һөйләп бөткәндән һуң, әле ярты сәғәттәй был хаҡта берәүгә лә әйтмәүҙе, серҙе үҙендә генә ҡалдырыуҙы ялбарҙы табип. Ул да һиҙә, күрәһең, эштең ниндәйҙер ҡара тәрәнлектән килгәнлеген, был хәлдең артында аңлайышһыҙ оло ҡурҡыныс барлығын. Сергей Савичевҡа бәйләнеште өҙмәҫкә һәм хәбәрһеҙ юғалмаҫҡа бойороп, егеттең инде үҙенең һағы аҫтында буласағын әйтеп китте. Ҡайтып, шул төндө керпек тә ҡаҡмайынса план төҙөнө ул. Бер ятты, бер ултырҙы, әле бүлмәһендә кәлеп һуҡты, әле балконға сығып, тәмәке көйрәтте. Әллә нисә шәшке ҡәһүә артында башында өйрөлткәндәрен блокнотына төшөрҙө. Ҡыҙы менән башланған бәләләр барышында табип менән булған һәр һөйләшеүен, үҙенең ниндәй һорауҙар биреп, уның нисек яуаплағанына тиклем хәтерендә яңыртырға тырышты. Һәр иҫләгәнен ентекләп анализланы, уйланды, һығымталар яһаны. Эйе, енәйәт бар ине был хәлдәрҙең артында. Тәжрибәле тәфтишсе быны аңы-ҡаны менән тойҙо, тик төйөндө тартып, тағатып ебәреү өсөн еп осон ғына таба алманы. Әммә ул табырға тейеш, тағатырға тейеш был йомғаҡты. Юғиһә, үҙен бер ваҡытта ла ғәфү итә алмаҫ.

              Көҙгө ҡояш һуң ғына уянып, инде күптән шау-шыулы тормош башлаған оло ҡала өҫтөнә күтәрелгән мәлде – таңды ошондай ғазаплы уйҙар менән ҡаршыланы Сергей Колесников.

***

Водителен ебәрҙе Богдан, руль артында үҙе хәҙер шуға. «Ял  ит», – тигән булһа ла, уның арыуында эше юҡ, бары ҡайҙа һәм кем янына барыуын ғына күрһәткеһе килмәй. Ә инде кемгә барғанын уйлаһа, үҙенә көлкө. Тик нисек кенә булғанда ла, әлеге ваҡытта ошо теләгенән ҡаса ла, ҡотола ла алмай. Ана шул теләк ҡоллоғонда йәшәп ятыуы һуңғы көндәрҙә. Бер йәш ҡыҙҙы күреү өсөн китеп бара ул. Уйламағанда, көтмәгәндә, ир уртаһы ҡорона инеп барғанда танау аҫты ла кибеп етмәгән студенткаға күҙ һалды. «Һалды» тиеү генә дөрөҫ булмаҫ, «төштө» уның күҙе. Операция бүлмәһенә ҡаҙ көтөүе итеп килтереп индерелгән студенттар төркөмөнән әллә нишләп ана шул сибек кенә һынды айырып шәйләп алды ла, ҡурҡыуынан сынаяҡ аҫтындай булып түңәрәкләнгән аҡ маска өҫтөндәге күҙҙәр сихырынан арбалды. Ысынлап арбалды, китаптарҙа яҙылғанса, ҡапыл ҡаушап, ҡулындағы скальпелде төшөрөп ебәрә яҙҙы. Ә ҡыҙҙың унда эше лә юҡ, алдындағы уларға асыҡ дәрес биреүсе хирургты ул һуйыусы, ә операция өҫтәлендә ятҡанды ҡорбан итеп кенә күрә. Ана ҡолайым, бына ҡолайым, тип сайҡала биреп торҙо ла янындағы хәле үҙенекенән саҡ ҡына ирәберәк булған иптәшенең беләгенә аҫылынды.

Операциянан һуң, табип кабинетындағы һөйләшеүҙә, тыныслығын боҙоусының исемен белде – Альбина икән. Ни өсөн хирургия бүлегенә барғандыр, ғәҙәттә, ҡыҙҙар был һөнәрҙе һайламай.

Шунан һуң тағы ла бер-ике асыҡ дәрестә күрештеләр, ҡыҙ ниндәйҙер һорауҙар менән янына ла килеп китте. Буласаҡ докторҙың һайлаған һөнәрен әллә ни төшөнөп етмәгәнен аңлаған Богдан, ҡотҡоло теләктәренә баш була алмай, уны айырым практик шөғөлгә саҡырҙы. Студентка, бер аҙ ҡаушаһа ла, риза булды.

***

              Ҡатмарлы булмаған йөрәк операцияһын күҙәтеп торған ҡыҙҙың әленән-әле ҡарашын тотто Богдан. Хайран булып баҡҡан был күҙҙәрҙең һоро бәрхәтендә ирене, бығаса бер ваҡытта ла кисерелмәгән ниндәйҙер рәхәтлек, ирәбелек тойғоһона солғанды. Ҡулдары үҙҙәренән-үҙҙәре белгәнен башҡарҙы, ә башын бөтөнләй икенсе уйҙар биләне. “Ниңә әле аҡылы ла етлегеп етмәгән сәпсектәй ҡыҙыҡайға күңеле тартыла? Уның һайлағаны ошо булырға тейешме ни? Диңгеҙ ярындағы виллаһына алып барасаҡ ҡатынын һис юғы баш әйләндерер төҫ-ҡиәфәттә итеп күҙ алдына килтерә ине бит. Уға башҡалар ҡарарға ла һуштан яҙырға тейеш ине. Банктарҙа ятҡан иҫәпһеҙ аҡсаларын, сейфтарындағы аҫылташ-мәрйендәрен ошо ҡыҙыҡай менән бүлешергә тейешме? Был нимә, мыҫҡыл итеүеме яҙмыштың? Уҫал шаяртыуымы? Ә ҡалай рәхәт… Ошо кешенең эргәңдә йөрөүе, һүҙ ҡушыуы, күҙ һалыуы аҡылды юйҙырта… Ну, ҡаптың, Богдан, ҡаптың…”

Эштән һуң, ни булһа ла булыр, тип, “Әйҙә, ял көнө берәй ергә барайыҡ”, - тигәйне, Альбина бер аҙ уйланып торғас, тура ҡарап:

– Ә һеҙҙең ҡатынығыҙ юҡмы ни? – тип һораны.

              Уйынлы-ысынлы яуапланы Богдан:

– Юҡ шул.

– Ниңә улай?

– Әллә… Һинең кеүекте осратмағанмын, күрәһең.

 

Дауамы бар.

------------------------

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: