+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Июль 2021, 13:11

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Алда ғүмер бар але Повесть Ун беренсе өлөшө

Тора-бара, бизнесҡа даими клиенттар кәрәк була башлағас, Богдан өлкәнең бер районындағы ташландыҡ психбольницаны биләмәһе-ние менән һатып алды ла, бер аҙ төҙөкләндереү эштәре үткәргәс, эскелек, наркомания кеүектән дауалау һәм реабилитация үҙәге итеп теркәне.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Алда ғүмер бар але Повесть Ун беренсе өлөшө
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Алда ғүмер бар але Повесть Ун беренсе өлөшө

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

Алда ғүмер бар але

Повесть

Ун беренсе өлөшө

 

Тора-бара, бизнесҡа даими клиенттар кәрәк була башлағас, Богдан өлкәнең бер районындағы ташландыҡ психбольницаны биләмәһе-ние менән һатып алды ла, бер аҙ төҙөкләндереү эштәре үткәргәс, эскелек, наркомания кеүектән дауалау һәм реабилитация үҙәге итеп теркәне. Гәзиттәргә биргән иғландарында «тормош ауырлыҡтарына осрағандарға бушлай ярҙам итәбеҙ» тип тә өҫтәне. Белә бит инде ул хәҙер халыҡтың нимәгә ҡабырын һәм бында кемдәр килерен дә. Шулай булды ла. Теләгәндәр, инде был афәттән сыға алмаҫын аңлағандар, үҙҙәре эҙләп тапһа, теләмәгәндәрҙе туғандары, ата-әсәһе йәки, киреһенсә, балалары алып килеп ташланы. Бәйләп тә, йоҡлатып та, көсләп тә килтерҙеләр. Ҡайһы саҡ ҡайҙа итергә белмәгән йорт-ерһеҙ берәҙәктәрҙе полиция үҙе үк ҡалдырып китте. Бында иһә уларҙы ҡолас йәйеп ҡаршыланылар. Ентекле табип тикшереүҙәре үткәрҙеләр, йыуып-таҙалап алдылар, ашаттылар. Дауаланыу барышында ауырыуҙар хужалыҡта кем нимә башҡара ала, шуның менән шөғөлләнде. Ә эш бында етерлек, күңелеңә ятҡанын һайлап ал. Мал, ҡош-ҡорт, йәшелсә баҡсалары, ағас, тимер оҫтаханалары ла тотола. Өс-дүрт айҙа килгәндәрҙең күҙҙәре асыла, төҫ керә, сәләмәтлектәре нығый. Үҙҙәрен яңы тормошҡа ҡайтарған врачты улар Аллаһ урынына күрә башлай, уның һәр әйткәнен үтәп, ауыҙына ҡарап ҡына торалар. Шундай кимәлгә етеп һауыҡҡандар ҡайтарыла. Әлбиттә, улар шулай уйлай. Ысынында, бындағылар менән хушлашып сыҡҡан клиентҡа йоҡо дарыуы эсереп алып сығыла һәм ул, юлда иҫен юйғас, бөтөнләй икенсе йүнәлештә алып кителә. Икенсе нөктәлә уны шундай уҡ ябыҡ биләмәләге клиниканың подвалында күҙ асып йомған арала ағзаларға таратып та һалалар. Шуның менән эш тә бөтә, бар ине кеше, вәт, хәҙер юҡ.

Әлбиттә, тәрбиәләнгән ауырыуҙарҙың барыһын да был һуңғы нөктәгә еткереп булмай. Кемдәрҙелер килеп алалар, икенселәр хаҡында белешеп торалар, өсөнсөләре үҙҙәре үк яраҡһыҙ булып сыға. Тик шулай ҙа берәүгә лә кәрәкмәгән һәм бер ерҙә лә көтөлмәгән әҙәм баштары барыбер ҙә күберәк шул. Тап шулар Богдан Родионовичҡа яҙғандары була ла инде.

Альбинаны осратҡас, был шөғөлөн ҡуйырға, тигән ҡарарға килгәйне, сөнки һуңғы ваҡытта уның бизнесы менән ҡыҙыҡһынғандар барлыҡҡа килде кеүек. Анау бер баланың атаһы тәфтишсе булып тороуын әйт. Уның ҡыҙына тәғәйенләнгән йөрәкте ҙурыраҡ хаҡ биреүселәргә осорғайны бит. Соҡсоноп алды ла китте. Ир башта ҡайғыһынан аҡылдан яҙыр кеүек ине, Богдан биргән дарыуҙар быға ярҙам да иткәйне. Тик, ҡәһәрең, ныҡыш булып сыҡты, ҡаңғырып йөрөй торғас, ҡәҙимге халәтенә лә ҡайтҡан, мәғлүмәтселәр килтергән хәбәрҙәр буйынса ҡатынын да барып алған икән. Темеҫкенә хәҙер Богдандың шөғөлө тирәһендә ошо әҙәм.

Бөгөндән клиникаһын ябыр ине лә, әле һуңғы партияһындағылар бигерәк оҡшай табипҡа. Нәфсе тигән нәмә үҙенекен итә. Ҡалала эшләгән агенттары парк ҡыуышында ҡунып йөрөгән йәш ҡатынды табып алып килгәйне. Тауар һап-һау булып сыҡты, етмәһә, үҙе үк «йөк» менән. Яңы тыуған бала ағзалары был баҙарҙа бриллиант хаҡында. Бынан алда алып киленгән ике наркоманканың аналығын «ремонтлап» булышһа, ошондайы килеп ҡапҡас, тегеләрен башҡа файҙаға ебәрҙе лә, бөтөн иғтибарын яңы бушанған ҡатынға йүнәлтте. Хәҙер бер-ике айҙан уныһы ла ҡулланыуға әҙер буласаҡ. Мәғлүмәтселәре хәбәренсә, йәш иргә әүрәгән әсәһенә ҡыҙының ҡайҙа булыуы ҡыҙыҡ та, кәрәкле лә түгел. Үҙенә көндәш итеп күргәнде нисек сығарып ебәргән булһа, шулай онотҡан.

Уйламаҫтан үҙе килеп ингән әзмәүерҙәй мосолман егете лә оҡшай хирургҡа. Имән кеүек таҙа, үгеҙҙәй көслө. Был тауарҙы баҙарға бер сауҙаһыҙ сығарырға була ла, ураған һайын туғандарына шылтыратып ҡына аптырата уныһы. Ҡайҙалыр туған яҡтарында, апайым көтә, тигән була. Көтһә, көтәлер, артыҡ эскегә һалышмаған әле ул. Бары тик кисерелгән нервы стрестары һәм контузияһы ғына ҡамасаулай. Уларынан да сығып бара инде. Тыштан ғына түгел, эстән дә көслө егетең, саҡ ҡына этәргестән – бер аҙ психолог менән аралашыуҙан һәм тынысландырғыс препараттарҙан яйға килеүгә ыңғайланы. Аҡылы булһа, бынан ары эсмәҫ тә әле. Тик Богдан Родионовичҡа «моғайын» кәрәк түгел, уға сифатлы тауар, күп аҡсалар кәрәк, бик-бик кәрәк. Һәм ул ҡорбандарын бер ни хаҡҡа ла ысҡындырмаясаҡ.

 

***

Көн дә табип тупһаһын тапай торғас, Сафия бәпәйенең кәүҙәһен таптырып алды. Богдан Родионович уны шәхсән үҙе алып килеп бирҙе. Кескәй генә табут эсендә аҡ сепрәктәргә ныҡлап төрөлөп, сит-ситтәре тегелеп үк ҡуйылғайны. Хужа санитарҙарға ҡыҙ күрһәткән ергә алып барып күмергә ҡушты. Сафия, ҡабаланып, берәүҙе Булат артынан йүгертте. Табипҡа был оҡшаманы.

– Үлек былай ҙа оҙаҡ тотолдо, көнө буйы юлда килде, әйҙә, тиҙерәк ер ҡуйынына оҙатайыҡ, – тине ул үҙенә хас булмағанса ҡоро итеп.

– Мин ерләүҙең рәтен белмәйем, көтәйек инде, – тип инәлде ҡыҙ.

Ул арала өҫтөндәге әпилкәләрен ҡаға-ҡаға, Булат йүгереп килеп етте.

– Күрҙеңме?

– Юҡ… – ҡатын бер соҡор ситендәге табутҡа, бер табипҡа ҡараны.

– Богдан Родионович, күҙ һалырға яраймы? – Булат табутҡа килеп үк тотондо.

– Һин нимә! – тегеһе уйламағанда ҡыҙып китә яҙҙы. – Ниңә әсәне өҙгөләргә?..

– Сафия ҡарамаҫ, мин генә… Таныйым бит уны, – тип һаман ҡуйманы Булат.

Шул ваҡыт Богдан Родионовичтың тамам түҙеме бөттө һәм ул санитарына “күм” тигәнде аңғартты. Тегеһе көрәккә тотонғайны ғына, Сафия алдына төштө:

– Юҡ! Булат күмһен!

Егет кескәй ҡәбер төбөнә ҡыялатып өң яһағас, ынтылып, табуттан аҡ төргәкте алды. Ике усында ғына күсергән кәүҙә үтә еңел тойолдо уға. Шуға, аптырап, ҡапыл ҡарашын өҫкә күтәрҙе лә, күҙҙәрен киң асып ҡатып ҡалған табипҡа һирпелеп ҡараны. Барыһы ла ауыр кисерә, буғай, бала ерләүҙе. Аҙаҡ Булат ләхет таҡталарын теҙеп, белгән генә бисмиллаһын ҡат-ҡат ҡабатлап, бит һыпырҙы ла, бер-ике ус тупраҡ ташлағас, көрәкләп күмеп ҡуйҙы. Сафия, хәсрәте һағышлы күҙҙәренән түгелеп, яулығы менән ауыҙын ҡаплап торһа ла, иламай ине инде. Әле ныҡлы аңлап та, өйрәнеп тә өлгөрмәгән сабыйын юғалтыуға күнгәйне, күрәһең.

Киске аш ваҡытында Сафия егет өйрәткәнсә хәйер таратып сыҡты. Хәйерлек ҡулъяулыҡтарҙы машинкала үҙе теккәйне. Күптәрҙең бындай йоланы ишеткәне-күргәне булмаһа ла, бәпәй тарихын белгәнлектән, рәхмәт әйтеп ҡабул итте. Сафияның күңеле күтәрелә төшкәйне, аралашырға теләге булыпмы, аштан һуң ҡабаланып алдан төшөп атлаған Булаттың еңенән тотто:

– Булат, нимә булды? Өҫтәл артында ла өндәшмәнең?

Егет әйләнде лә ни әйтергә белмәне, үҙе бында булһа ла, уйҙары ҡайҙалыр ҡырҙа ине уның. Тора биреп тә һүҙ тапмағас, еңен ипләп кенә тартып ысҡындырҙы:

– Эш бар. Һин… бүлмәңә ҡайт.

Нимә булғанын был ваҡытта Булат үҙе лә аңлата алмаҫ ине. Тик булды, нимәлер булды уға. Уны ниндәйҙер ҡотолғоһоҙ бер тойғо биләп алды ла, ысҡындырмаҫтан ҡыҫып тотто. Йөрәге һеркелдәп, нимәгәлер әҙерләнде әллә. Хәҙер-хәҙер йә ҡапыл ер тетрәр, йә дауыл сығыр, тип көткән кеүек. Ҡайһы мәл, ҡай арауыҡта башланды һуң әле был тойғо? Ҡайһы?.. Ҡаҙғанда… төшөргәндә… эйе! Бәпәйҙе ҡәбергә төшөргәндә… Устары нимәлер тойҙо бит һуң. Төргәк эсендәге кәүҙәнең нисектер төйөрөм түгеллеген. Эйе шул… Үтә еңеллектән хатта ырғытып ебәрә яҙҙы. Аптырап, Богдан Родионовичҡа ҡарап ҡуйҙы. Ә ул?.. Ул бит… ҡурҡҡан инеме… Ҡурҡҡан ине шул. Ни өсөн? Төшөрөп ебәрә яҙғанғамы? Әллә… Юҡ. Ҡулға алғанға. Ыһы… Тимәк, врач бала кәүҙәһен табуттан алырҙар, тип уйламаған. Ул уны шул йәшнигендә көйө күмеүгә өмөт иткән, сөнки мосолман йолаһын белмәгән. Ә Булат уны күтәрҙе һәм… ни икәнлеген аңламаны.

 

***

…Шәмһеҙ-ниһеҙ соҡона торғас, ниһайәт, ләхет таҡталарына барып төртөлдө. Уларҙы ла ҡайырып асҡас, төпкәрәк ынтылып, һәрмәләнеп сепрәк төргәкте тапты. Тартып сығарып алдына һалды ла, бер тәрән итеп тын алғас, “Хоҙайым, ғәфү ит”, – тип шыбырлап, тегелгән еренән ептәрен йолҡа тартып, һүтеп ебәрҙе. Тоноҡ ай яҡтыһында төргәк эсендәгенең йөҙө ағарып күренде. Ҡалтыранған бармаҡтары менән битте һыйпап ҡарарға иткәйне, ҡулы аңлайышһыҙ йомшаҡ нәмәгә тейҙе. Ултыра торғас, аңына нимәлер барып еткән егет, төргәктең аҫҡы яғын тағатып ташланы ла, яҡшыраҡ күреү өсөн эйелеп, мәйетте ике ҡуллап алып ҡарамаҡсы булды. Һәм шул  секундында уҡ, берәү йоҙроҡлап һуғып ебәргәндәй булып, артҡа тайшанды. О, Аллаһ! Уның алдында ҡәҙимге сепрәк ҡурсаҡ, оло күҙҙәрен шар асып, йылмайып ята ине…

Ярты сәғәттән кескәй ҡәберлек кире элекке хәленә ҡайтып, күңелһеҙ генә убасыҡ булып ятып ҡалды.

 

***

– Богдан Родионович, ҡалаға сығып килергә рөхсәт итегеҙ әле, – Булат машина ишегенән врачтың башы күренеү менән осоп ҡунды.

– Ни йомош? – табип, сығып баҫып, салбар балаҡтарын ҡаҡҡыланы.

– Эшем килеп сыҡты, ала торған нәмәләр бар.

– Миңә әйтеп ебәр, иртәгә киләм бит.

 

Аҙағы бар.

 

------------------------

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: