+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Июль 2021, 13:15

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Алда ғүмер бар але Повесть Ун икенсе өлөшө

Егет бер аҙ албырғаны. Нимә, уға ышанмайҙармы әллә хәҙер? – Ҡасып китер, тип уйлайһығыҙмы? – вайымһыҙ көлгән булды үҙе. – Юҡ, уйламайым, йомаҡ йәшергәнеңә генә әйтәм, – Богдан да һыр бирмәй. Аптырағас, егеткә бөтөнләй уйланылмаған хәбәргә төшөп китергә тура килде. – Йәшерене юҡ, Сафияға тәҡдим эшләргә уйлайым да… шуға берәй иҫтәлекле нәмә ҡарармын тигәйнем.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Алда ғүмер бар але Повесть Ун икенсе өлөшө
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Алда ғүмер бар але Повесть Ун икенсе өлөшө

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

Алда ғүмер бар але

Повесть

Ун икенсе өлөшө

 

Егет бер аҙ албырғаны. Нимә, уға ышанмайҙармы әллә хәҙер?

– Ҡасып китер, тип уйлайһығыҙмы? – вайымһыҙ көлгән булды үҙе.

– Юҡ, уйламайым, йомаҡ йәшергәнеңә генә әйтәм, – Богдан да һыр бирмәй.

Аптырағас, егеткә бөтөнләй уйланылмаған хәбәргә төшөп китергә тура килде.

– Йәшерене юҡ, Сафияға тәҡдим эшләргә уйлайым да… шуға берәй иҫтәлекле нәмә ҡарармын тигәйнем.

Уның ситкә ҡарап, шулай мығырлауына хайран булып ҡараны доктор. Ахырҙа  телгә килде:

– Килештегеҙ ҙәме?

– Юҡ, ул белмәй.

– Улайһа, нисек була инде?

– Беҙҙә, мосолмандарҙа, ҡыҙҙарҙан артыҡ һорап тормайҙар ул, – егет үҙ тапҡырлығына үҙе шат.

– Һуң, Софья иртән ҡайта бит?.

– Беләм. Шуға бөгөн өлгөрәйем, тигәйнем. Һуңынан үҙем барып табыр инем. – Унан инәлә биреп өндәште. – Рөхсәт ит, ә, һуңғы үтенес.

 

***

Ҡағыҙҙары өҫтөнә эйелеп, әллә уҡып, әллә уйланып ултырған Сергейҙы ҡапыл сыңлаған телефон тертләтте. Ошо бер нәмәнең тауышын үҙгәртмәйҙәр, йәнгә тейеп тазылдай. Ынтылып, трубканы алды ла, ҡырҡыу өндәште:

– Да!

– Алло!- теге яҡтағы бер аҙ тынып торҙо.

Сергейҙың түҙеме етмәне:

– Тыңлайым!

– Миңә Сергей Колесников кәрәк ине, – өндәшеүсенең акценты һиҙелә, күрәһең, икенсе милләттән.

– Баш тәфтишсе Колесников, кем менән һөйләшәм?

– Мин – Булат, санаторийҙан…

Ике ир сәғәткә яҡын ҡаршылағы ашхана өҫтәле артында һөйләште, унан тәфтишсе кабинетында карталар һыҙҙы, план төҙөнө. Кәрәк-яраҡтар биреп, Булатты оҙатҡас, Колесников рапорт менән етәксеһенә юлланды, уға операцияға рөхсәт алырға кәрәк ине.

***

Сафия оҙата сығыусыларға ҡарап баҫты. Ҡайтыу шатлығы юҡ ине уның һурынҡы аҡ йөҙөндә. Йәшкел-зәңгәр күҙҙәре лә ситлектән иреккә сығырға ҡурҡҡан ҡошсоҡтоҡолай ҡарай. Уймаҡ ирендәре генә дерелдәй биреп йылмайған була. Бына ул күнгән зарлы ҡарашын алдындағыларға һирпелдереп уҙып, Булатта туҡтатты. Тегеһе баш һелкте. Илап ебәреүҙән саҡ тыйылып, ирендәрен тешләне ҡыҙ. Һөмбаш, йүнләп хушлаша ла белмәй. Әллә нимә булды уныһына һуңғы мәл, йә ихласлап һөйләшмәй, йә бөтөнләй күренмәй. Бығаса ҡайһы яҡҡа боролһа ла, ҡаршыһында торор ине, әле тотоп алырлыҡ түгел. Ысынлап араларында бер нимә лә була алмаҫын аңлауымы был, әллә үҙенә тиң түгеллеген аңғартыуымы…

Ауыр уйҙар менән машинаның артҡы урынына инеп ултырҙы һәм үтә күренмәҫен белһә лә, тәҙрәгә ҡалҡынып ҡараманы Сафия. Ҡыйын ине уға, бик ҡыйын ине. Күпме ҡаршы тороуына, тартышып сәбәләнеүенә ҡарамаҫтан, солғап алды бит күңелен бынау ҡарасман әзмәүер. Ҡарағусҡыл йөҙөн, ҡаш аҫтынан һөҙә биреп ҡарауын, ирәбе йылмайыуын, яурын, беләк мускулдарын уйнатып ҡайырып эш эшләүен күҙ алдынан мәңге лә юя алмаҫ кеүек. Һуңғы ваҡытта әллә ниндәй уй етмәҫ хыялдарға бирелер, ләззәтле уйҙар диңгеҙендә йөҙөр булып китте үҙе лә. Имеш, Булат уға сәскәләр тотоп һөйөүен белдерергә ингән. Имеш, етәкләп туғандары янына алып ҡайтҡан, бығаса егет һөйләгәндәрҙән генә белгән апаһы, ҡустыһы бергәләшеп өҫтәл артындалар, Сафия уларға сәй яһап эсерә. Имеш, Булат уға никах балдағы кейҙерә…

Йөрәге туңып килгәйне бында, әлеге шул йөрәге ҡанһырап ҡайтырға сыҡты. Ҡайтырға, тип… Богдан Родионович уны ҡалалағы икенсе приютҡа күсерә. Уҡыуыңды тамамларһың, эшкә урынлашырһың, ти. Тик ҡалайтып был яңғыҙлыҡҡа күнергә…

***

Машина артынан тимер ҡапҡалар сыйылдап ябылыу менән, Булат ағас йышыу оҫтаханаһына ашыҡты. Инеп, ишеген япҡас та, таҡталар аҫтынан тоҡ һөйрәп сығарып, ҡабаланып эсендәгеләрен бушатты. Башта бронежилет өҫтөнән махсус костюм, аяҡтарына уңайлы кроссовкиҙар кейеп, пистолет магазинын тикшереп, салбар ҡайышына ҡыҫтырҙы ла, һарай артындағы һурылған таҡтаны шылдырып, тышҡа сыҡты. Был юлды ул кисә төндә бер ҡабат үтһә, уйында мең ҡат ҡабатлаған инде. Шунлыҡтан, алан-йолан ҡарамаҫтан, йәнфарман ағаслыҡтарға ҡарай йүгерҙе лә, ҡоймаға етәрәк бейек ҡарағастың аҫҡы ботағына ырғып һикереп тотоноп, тейен етеҙлегендә өҫкә үрмәләне. Унан күҙ йомоп асҡан арала икенсе яҡҡа һикереп тә төштө. Сүгәләгән килеш бер секунд ҡына йүнәлешен самалап алғас, тороп, ике тау араһынан һуҙылған үҙәк буйлап сапты. Уға өлгөрөргә, машина һыртты урап сыҡҡансы, туралап, алдан төшөргә кәрәк.

***

Арттағы пассажирының, бәүелеп килә торғас, ҡолап уҡ йоҡлап китеүен аңғарған Богдан, үҙе лә ойоп алырға булып, күҙҙәрен йомдо. Бер аҙ ял кәрәк, ике-өс сәғәттән оҙайлы операцияға баҫасаҡ. Яңғыҙына әллә нисә ағзаны айырып алаһы, урынлаштыраһы бар. Шулай ҙа хеҙмәте емешенә торошло. Инде саҡ ҡына, саҡ ҡына түҙгәндә. Ошоноһон һәм һуңғыһын… яҡшы хаҡ менән ебәргәндә. Унда ҡалғандарының артыҡ баһаһы юҡ. Башҡа был эшкә тотонмаҫ. Яңы тормош башларға кәрәк. Өйләнергә, балалар үҫтерергә. Юғиһә, бөтөнләй нервыһы бөттө. Һуңғы айҙар үтә лә ҡатмарлы булды. Бынау басурман килеп юлығып, әллә ниндәй шомдарға һалып бөттө бит, сәстәре ағара яҙҙы. Әллә берәй нәмә һиҙә, мәлғүн. Күҙгә күренмәҫ януарға ау ҡорған һунарсы кеүек йөрөй, ситкә ҡарап торғанында ла күҙ ҡойроғо менән һине тота һымаҡ. Һәр хәлдә, уның янында үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй Богдан. Ҡарашы елек майына тиклем үткәндәй, уйҙарын сығарып, тетеп һалғандай. Ярай, яра-ай… берәй аҙна йөрөп ҡал әле, һунар…

Машина ҡапыл туҡтауҙан башын алғы тәҙрәгә бәрә яҙҙы Богдан. Сәбәләнеп, шоферына екерҙе:

– Күҙең сыҡҡанмы?

Тегеһе алдына ҡарап ҡатҡан. Күҙен күтәрһә – ҡаршыла ике ҡулын алға һуҙып... басур… Булат тора. Ҡулында – пистолет.

– Сығығыҙ! Ҡулдарығыҙҙы мин күрерлек итеп күтәреп сығығыҙ! – эстәгеләр һаман шаңҡып ултыра бирҙе. Тыштағы машинаның капотына типте – һелкенеп киттеләр. – Сығығыҙ, тинем!

Богдан водителенә ултырғыс аҫтындағы автоматҡа ымланы. Тегеһе ҡоралды бер ҡулы менән эләктереп, ишекте киң асҡан булды ла, ҡапыл тәгәрәп сығып, тәтегә баҫты:

– Та-та-та-татт-тат-тат!

Урман, тау-таштар ҡайтауаз итеп яңғыратты:

– Тат-тат-та-а-а!..

Ҡарағай олонона ышыҡланып өлгөргән Булат, ҡоралын ташлап ҡаса башлаған әҙәмгә төбәп атмаҡсы булып, пистолетын күтәреп төҙләгәйне, ҡапыл беләгенең хәле бөтөп, ҡулы аҫҡа һәленде. Ҡараһа, костюмы яурын тәңгәленән тишек, ул арала эстән ағып килгән ҡан бармаҡ остарынан һарҡыны. Яраланған, ахыры, ҡалай беленмәгән…

Бөтөн был бәрелеште быяла аша ҡарап ултырған Богдан, ҡулын күтәреп, һаҡ ҡына машинанан сыҡты.Ошонан башҡа сара юҡ ине уға.

– Булатик… Булат, братишка… Ни булды ул был, ә?..

Булат алға атланы.

– Булат, братишка, әйҙә килешәйек. Мин һиңә күп аҡса бирә алам! Ғүмереңдә лә күрмәгәнсә күп!

– Машинанан ҡырғараҡ кит!

Богдан егеттең әйткәнен йәһәт үтәне. Булат  артҡы ишекте иҫән ҡулы менән һелкә тартып асып, үле шикелле ятҡан ҡыҙҙы һөйрәп сығарҙы һәм, үләнгә һалып, пульсын тикшереп ҡараны.

– Булатик, һин нимә? Ошо ҡыҙ өсөнмө? Был бит сәйнәп төкөрөлгән. Мин һиңә ҡыҙҙарҙың әллә ниндәйҙәрен табып бирә алам, Булатик!

Егет ҡыҙҙың сикәләренә һуҡҡыланы, елкәһе аҫтына усын тығып, башын күтәрергә итте:

– Сафия! Сафия, ишетәһеңме мине?

– Ишетмәй, ул клиник үлем хәлендә, үҙ аллы иҫенә лә килә алмаясаҡ, – Богдан зәһәр йылмайҙы. – Әйҙә, ваҡытты юғалтма, машинаға кире һал да минең ҡалалағы клиникаға барайыҡ. Ярҙам итәсәкмен – ышан.

– Һиңә былай ҙа аҙ ышанманыҡ инде. Беҙ хәҙер… – Хәбәрен ослай алманы, артынан Богдандың ағас киҫәге менән киҙәнгәнен шәйләп өлгөрөп, һау беләге менән ҡапланды ла, теге сәбәләнгәнсе, аяҡ салып ҡолатты. Ирҙәр йән тәсмәнгә көрмәкләшеп китте. Икеһе лә кәүҙәле, икеһе лә көслө, әммә яралының көсәнгән һайын шәберәк аҡҡан ҡаны үҙе менән бергә хәлен дә ала. Быны икеһе лә аңлай. Богдан ваҡытты һуҙырға, Булат өлгөрөп ҡалырға теләне. Дошманының хәлен яҡшы тойомлаған врач уның яралы яурынын төйҙө, әлегә ауыртыу тоймаған организмды шок хәленән сығарырға тырышты. Шулай булғанда, егетең һыңар ҡулын ҡыбырлата ла алмаҫ ине. Булат та бына-бына хәле мөшкөлләнерен белеп, бар таҫылын, ажарлығын һалды. Бына ул өҫтөндәге кәүҙәне тубығы һәм йоҙроғо ярҙамында һелкеп ташланы ла, өҫтөнә ырғып, беләге менән муйынына баҫты. Тегеһе күҙҙәре һытылып сығырҙай булып, баҫымдан ысҡынырға маташты. Бөтә кәүҙәһе менән, бармаҡтары менән ер тырнаны, йөҙөндә ҡан тамырҙары күгәреп бүртте, ауыҙы күперҙе. Хәле бөтә барғанын тойған Булат беләгенә нығыраҡ ятты. Аҫтағы кәүҙә тағы бер-ике тыпырсынды ла тынып ҡалды. Уның иҫен юйғанын аңлаған егет, тороп, ауа-түнә ҡыҙ янына тәнтерәкләне. Уға Сафияһын ҡотҡарырға кәрәк.

Егет ҡыҙҙы күкрәгенә ҡыҫып тотоп, көсәнеп тороп баҫты. Һәр аҙымы ғазаплы көс, әрнеү менән бирелде уға. Ҡайҙа? Ҡайҙа был Сергей? Нишләп һаман килеп етмәй? Карта төшөрөп, засада ҡороу урынын билдәләгәйнеләр бит. Нимә тотҡарлай уларҙы?!

Урман юлы буйлап һуңғы көсө менән тәнтерәкләгән егет томанлана барған ҡарашын офоҡ һыҙығынан алманы, үҙе әллә иҫендә булып, әллә буталып, бер үкте һамаҡланы ла һамаҡланы:

              – Саф-фыя, ҡарале, алда ғүмер… бар ә-әле… Саф-фыя… ҡар-рал-ле… Сафы-ыя… Саф-фыя… ғүме-ер… бар…әле…

              Аҫтан ғына яман тарылдап, вертолет осоп үтте, ҡаршы уба артынан һыҙғырып килгән полиция машиналары пәйҙә булды.

              – Саф-фы…фыя… Саф-фыя… ҡара… ле…

 

Аҙағы.

 

------------------------

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: