-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Июль 2021, 13:09

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Алда ғүмер бар але Повесть Унынсы өлөшө

Театрҙан сыҡҡас, оҙаҡ ҡына һөйләшеп йөрөнөләр. Альбина уҡытыусылар ғаиләһендә үҫкән, врач буласағын үҙе хәл иткән. Уның балаларса бер ҡатлылыҡ менән “Кешеләргә ярҙам итергә теләйем” тигәненә Богдан иларға ла, көлөргә лә белмәне. Үҙенең бындай эскерһеҙ саф теләктәр кисермәгәненә бик күп йылдар үткәндер кеүек тойолдо. Бик ҡарт итеп тойҙо шул саҡ үҙен, эске донъяһы таушалып, ҡаҡшап бөткәндәй булды. Янындағы хисләнеп һөйләгән ҡыҙ баланы тыңланы ла, уның кеүек мәлдәрен ҡайтарғыһы килде. Тик булдымы икән уның ошондай сағы? Уның да шулай донъяға яратып, кешеләргә һоҡланып ҡараған саҡтары бар инеме һуң? Әллә йәне баштан ағыуланғайнымы?

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Алда ғүмер бар але Повесть Унынсы өлөшө
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Алда ғүмер бар але Повесть Унынсы өлөшө

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

Алда ғүмер бар але

Повесть

Унынсы өлөшө

 

Театрҙан сыҡҡас, оҙаҡ ҡына һөйләшеп йөрөнөләр. Альбина уҡытыусылар ғаиләһендә үҫкән, врач буласағын үҙе хәл иткән. Уның балаларса бер ҡатлылыҡ менән “Кешеләргә ярҙам итергә теләйем” тигәненә Богдан иларға ла, көлөргә лә белмәне. Үҙенең бындай эскерһеҙ саф теләктәр кисермәгәненә бик күп йылдар үткәндер кеүек тойолдо. Бик ҡарт итеп тойҙо шул саҡ үҙен, эске донъяһы таушалып, ҡаҡшап бөткәндәй булды. Янындағы хисләнеп һөйләгән ҡыҙ баланы тыңланы ла, уның кеүек мәлдәрен ҡайтарғыһы килде. Тик булдымы икән уның ошондай сағы? Уның да шулай донъяға яратып, кешеләргә һоҡланып ҡараған саҡтары бар инеме һуң? Әллә йәне баштан ағыуланғайнымы?

Альбина менән аралашҡан, уны яҡшыраҡ белгән һайын, Богдан нығыраҡ әсирләнә, ҡыҙ ҡоллоғона тарый барҙы. Башта ҡабул итмәгән эскерһеҙлек, ябайлыҡ яйлап уның да йөрәк ҡалҡанын тишеп инде. “Һәр нәмәнең үҙ урыны” тигән булып, һалҡын аҡыл менән уйларға тырышһа ла, эсендә ике төрлө донъя төшөнсәләре айҡашты. Береһе “Әүәлгесә йәшә” тип баҫһа, икенсеһе “Улай бармай – үҙгәр” тип, тызып, бимазалап торҙо.

Шул мәлдәрҙә үҙенең бығаса яңғыҙ булыуын, дуҫтарһыҙ, яҡындарһыҙ икәнлеген аңланы ҡарт егет. Туғандары менән дә йылына бер тапҡыр атай йортонда ғына күрешеүен иҫәпкә алмағанда, шылтыратып хәлдәрен белергә лә ваҡыты юҡ. Уны барыһы ла онотҡан, әллә үҙе онотторған, һыуытҡан араларҙы – аңламаҫһың. Әле килеп бынауы тәтелдәк ҡыҙ бығаса кәрәге булмаған тойғоларҙы уятып, намыҫын семетмәксе әллә? “Китсәле, минең идеялар шул бер бала-сағаның етлекмәгән теләктәренә лә ҡаршы тора алмаймы ни?” – тип, ҡәнәғәтһеҙ баш сайҡаһа ла, шул мәл балаларының әсәһе итеп тап ошо ябай, алсаҡ, йомшаҡ күңелле ҡыҙҙы күрергә теләгәнен аңланы. Аҡылы ҡаршылашһа ла, йөрәге шулай хәл итте: ул өйләнергә тейеш. Ошо арала эштәрен ослаясаҡ та, йәш кәләше менән диңгеҙ аръяғына күсеп китәсәк. Төпләнәсәк шул яҡта, онотасаҡ барыһын да, бәхетле, тыныс тормош менән йәшәп китәсәк. Ҡасандыр үҙенең бала сағындағы кеүек, өй тулы балалары булыр, муллыҡта, байманлыҡта көн итерҙәр.

 

***

Богдан ябай ғаиләлә үҫте. Уның күҙлегенән хатта хәйерсе. Атаһы ғүмере буйы завод тимерлегендә туҡылдап, байҙарға семәрле ҡоймалар ҡойоп, рәшәткәләр нағышлаһа ла, үҙенең донъяһына ундайҙы рөхсәт итә алманы. Әсәһе балалар дауаханаһында иҙән йыуҙы. Тапҡан ғыналары алты баланы ашатып-кейендереүҙән уҙманы. Шунлыҡтан, хәлле тиҫтерҙәре ҡулында йәки өҫтөндә булған күп нәмәләр Богдандың төшөнә генә инде. Көнсөллөк менән бәләкәйҙән таныш. Хәтерендә, ихатала сәпиткә атланған малайҙар һаны көндән-көн арта барып, бер мәл Богдандан башҡалар бөтәһе лә һыбай атланып бөттө.

              – Әсәй, ҡасан сәпит алабыҙ? – тип, кис һайын аш артында һүҙ ҡуҙғатты малай, ата-әсәһенә алмаш-тилмәш ҡарап.

              – Алырбыҙ, башта Викаға куртка алайыҡ та, – тип тынысландырҙы уны әсәһе.

              Бер аҙнанан Богдан был һорауын тағы ла был юлы инде инәлеслерәк итеп ҡабатланы.

– Түҙеп тор, Боря, Зинаның итектәре туҙған, – әсә улының таҡыр башын дымлы алъяпҡысына ҡыҫып һөйҙө лә, эйелеп, түбәһенән үпте. – Һин бит аҡыллыһың, балам.

Атлана алманы тәки үҙ сәпитенә Богдан, ала алманы уны әсәһе, аҡсаһы артманы. Тиҫтерҙәренең һыбай елгәнен тәҙрә аша күҙәтеп, ҡара янды малай. Урамдағыларға ла, өйҙәгеләргә лә булған асыуы алҡымынан ашып, күҙ йәштәре булып түгелде.

Ярай әле, яҡшы уҡыны. Артыҡ тырышмаһа ла, уҡығанын, һөйләгән-аңлатҡандарын шунда уҡ башына һалды, белде, төшөндө. Шул һәләте күҙҙән төшөрөп ҡалдырманы үҙен. Хатта күтәрҙе лә әле. Мәсьәлә эшләтеп алыусылар ҙа, шыпырт ҡына контроль эш вариантын ебәреүселәр ҙә булып торҙо. Һәр береһенең айырым хаҡы бар, әлбиттә. Мәктәптә был түләүҙәр туңдырма, һағыҙ, туп хаҡы булһа, медицина институтында уҡығанда кроссовки, куртка кимәленә күтәрелде. Тик былар ғына аҙ ине уға. Уның байығаһы, аҡсаны усында йомарлап тотоп, иркен һелтәнеп йәшәгеһе килде. Был теләк шул тиклем көслө ине һәм ул, уҡыуын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып булһа ла, институт ятаҡтарына тыйылған тауарҙар индереп, сауҙа ойошторҙо. Йәшерен араҡы эшләгән урындарҙан был ағыуҙы оло һауыттар менән барып алды ла һәр ятаҡта нөктәһен булдырҙы. Ул ғына ла түгел, үҙәк баҙарҙа емеш-еләк менән тәьмин итеүселәргә яҡынлап алып, улар аша төрөп тарта торғандарын да сығарта башланы. Бына был сауҙа, исмаһам, килем килтерә ине. Юлы ҡиммәт булыуға ҡарамаҫтан, хаҡын бишләтә ҡаплай. Ҡуласа эсендәге тейен кеүек, алһыҙ-ялһыҙ ошо бизнеста әйләнде егет. Башҡалар кеүек ялдарын төшкәсә йоҡлап ятманы, ҡыҙҙар артынан сапманы, хатта гүзәл заттың барлығын да аңғарманы, буғай. Һәр тапҡан тинен икеләтә, өсләтә арттырырға тырышты, ҡулына ингәндәрен һаҡлап, ҡәҙерләп һала барҙы. Күп тә үтмәй, машиналы булды. Уға бурыслылар, көнө ҡалыусылар, инәлеп килеүселәр күбәйҙе. Шулай хан дәрәжәһендә ине ул һуңғы курстарында.

Микрохирург һөнәре алып сыҡҡас, үҙ өлкәһе дауаханаһына ҡайтарҙылар. Шунан йүнәлтмә менән уҡығайны бит. Бурысын тапшырырға кәрәк. Эшләй башланы. Иртәнән ҡара кискәсә, унан ҡалһа, төндәрен дә шул операция өҫтәле, бөткөһөҙ ауырыуҙар, ҡағыҙҙар, йоҡоһоҙлоҡ, яуаплылыҡ тиҙ ялҡытты Богданды. Фатир менән ашауға ла етмәгән эш хаҡына ла риза түгел. Тик нишләйһең, ул бында ун йыллыҡ «ҡоллоҡҡа» килешеү төҙөгән, уны ошо дауаханаға кәрәкле табип итеп уҡытып алғандар.

Бер көн ҡапыл операция алдынан баш табип ҡыҫҡаса ғына итеп ауырыуҙың йәшәүгә шансы юҡлығын һәм туғандарының рөхсәте менән йөрәге донорлыҡҡа алына икәнлекте аңлатты. Артыҡ иҫе китмәне быға йәш хирургтың: төрлө сәбәп менән операция өҫтәленә килеп тарығандарҙың яҡты донъя менән хушлашҡандары ла, ағзаларын күсертеүгә ризалашҡандары ла, үлгән хәлдән терелеп киткәндәре лә етерлек. Ә бына ул йөрәкте һатып алырға теләгәндәрҙең тәҡдим иткән суммаһын ишетеүгә телһеҙ ҡалды. Был бит… байлыҡ! Бер йоҙроҡтай ғына ағзаны шундай хаҡҡа алсәле?! Әллә ҡайҙағы ғәрәпкә шул хаҡҡа беҙҙәге урыҫтың йөрәге кәрәкме икән ни? Ағзаны тамырҙары менән күкрәк ҡыуышлығынан ысҡындырып алғанда ла, махсус һыуытҡысҡа урынлаштырғанда ла ҡиммәтле аҫылташ менән эш иткән оҫта итеп хис итте ул үҙен. Һәм башында бер уй яралды. Ҡырағай, әммә татлы, арбағыс уй. Ул хыял ятҡанда-торғанда ла егеттең баш мейеһен быраулап, сығыу юлын эҙләп кенә торҙо.

Шул теләген тормошҡа ашырыу өсөн янып йәшәй башланы ул хәҙер. Иң башта интернет аша ағзалар эҙләүсе сит ил клиникаларының, шәхси клиенттарҙың яҙмаларын уҡып, өйрәнеп сыҡты. Унан аноним сайт булдырып алып, улар менән һаҡ ҡына бәйләнешкә инде, талап ителгән тауарҙарҙың хаҡтарын белеште. Аптыраны егет! Бындай суммаларға ағзалар һатһа, уларҙың дауаханаһы күптән фантастик халәткә инер ине. Ә улар хан заманындағы ҡорамалдар менән эш итә. Шул уҡ ваҡытта аҙмы халыҡ һап-һау ағзаларын ҡәбергә алып китә. Ниңә шуларҙы ҡулланып ҡалмаҫҡа? Ниңә файҙаланмаҫҡа? Кем белә уны? Ҡуйғанда яҡындары, үлгәндең эсен асып, ағзаларын теүәлләп торамы? Ярамай, имеш, закон тыя. Ниңә ул закон башҡаларҙы йөҙ төрлө енәйәт эшләүҙән тыймай? Ә уны, ярлы табипты, берҙән-бер яҡтыға сыға алыу хоҡуғынан мәхрүм итә. Төкөрҙө ул ундай законға!

Хәҙер инде, төн йоҡоларын йоҡламай, план ҡорҙо Богдан. Артыҡ борсолоуҙарҙан ҡулдары ҡалтыранды, ирендәре тартышты. Бүлегендәге операцияға әҙерләнгән ауырыуҙарын бик ентекле өйрәнде, һәр береһе менән ҡат-ҡат һөйләште, ғаилә хәлдәрен, уй-ниәттәрен белеште. Уның был тырышлығы ла юҡҡа китмәне. Бик иғтибарлы, миһырбанлы табип булараҡ даны таралды ҡалала. Ауырыуҙар, башҡаларҙы урап үтеп, уға эләгергә, уның өҫтәленә ятырға ынтылды. Шулай маташа торғас,  аҡылы инәрле-сығарлы булған бер ауырыуын бөйөрөн алып ташларға кәрәк икәнлеккә инандырҙы. Әлбиттә, ураған һайын йыға һуҡҡан приступтарҙың табип биргән дарыуҙарҙан икәнлекте төшөнөүсе булманы. Операцияны ике медсестра ярҙамында башҡарҙы ла, егерме минут эсендә кәрәкле ерен һуйып та алды. Нимә тигәндә лә, үҙ һөнәренең оҫтаһы бит әле. Операцияларҙы тиҙ һәм дөрөҫ яһай, ҡулы алтын уның. Эштең был этабы тамам булғас, тауарҙы яйлы урынлаштырыу өлөшөнә тотондо. Был яғы оҙаҡҡа һуҙылманы, булғанды алыусы ике көн эсендә табылды ла, алдан һөйләшелгән ҡаланың килешелгән урынында ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйылғас, донорҙы ҡабул итеп алып, аҡсаһын күсереп тә ҡуйҙы. Иҫәптәге һандарҙың нулдәрен һанай-һанай, алырға батырсылыҡ итә алмай йөрөнө… беренсеһен. Башҡаларын систе, шулай тейеш булғанса, эре генә, мәртәбәле генә һалып алып сығып китте банктан.

Йылдар үтә торҙо. Сауҙа нығына, киңәйә барҙы. Яйлап, бик-бик һаҡ ҡыланып, ярҙамсылар һайлап алынды. Берәүҙәр клиенттар тапты, икенселәр уларҙы урынлаштырыуҙы йүнләне. Тора-бара ағзаларҙы улай урлап алыу ғына аҙ булды, йөрәк, бауыр, умыртҡа өлөштәре кеүектәргә заказдар килде һәм был аҙымды ла яһатты Богдандан шайтан. Машина аҫтында ҡалған иҫеректең әле туҡтап өлгөрмәгән йөрәген ысҡындырҙы ла алды берҙән-бер көндө. Ә тырышҡанда ул әҙәмде ҡотҡарып алып ҡалып була ине. Тырышты, тик терелтеү өсөн түгел, ә эҙ яҙҙырыу, ялған ҡағыҙҙар тултырыу, туғандарын ышандырыуға. Ышандылар инде. Төн йоҡламай операция үткәреп, күҙҙәренә тура ҡарап, йәндәренә үтерлек һүҙҙәр табып һөйләшә белгән табипҡа кем ышанмаһын?

 

Дауамы бар.

------------------------

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: