БЕРҘӘН-БЕРЕ ГЕНӘ ИНЕ...
Хикәйә
Өсөнсө өлөш
(Аҙағы)
Ҡайҙа барһын инде Фәнир, килеп инергә мәжбүр булды. Һағынған әсәһе, улын ҡосаҡлап уҡ алды.
– Ниңә килдең, кем саҡырҙы? – тине улы аптырап.
– Кем саҡырҙы, тейсе. Бәй, һине, киленде, ейәнемде. Бына ҡоҙағыйҙы күрергә килдем.
Бәләкәй генә ятаҡ бүлмәһендә алты өлкән кеше йыйылып китте, етмәһә, сабый бала үҙенең хоҡуҡтарын үтәүҙе талап итә. Тиҙ генә өҫтәл ҡорҙолар, кем ултырҙы, кем аяҡ өҫтө сәйгә үрелдек. Ярай әле ҡоҙағыйҙың фатиры бар, йәштәргә был бүлмә тамам ғына икән. Шау-шыу алдынан ғына була торған сәйер тынлыҡ урынлашты.
– Ниңә үҙең ҡайтып та күренмәйһең? – тине Сәүиә апай. – Һине һорашмаған кеше юҡ.
– Ә мин нимәгә уларға? – тип улы һаман тупаҫ һөйләшә. – Мин өр-яңы тормош башланым, үткәндәр хәҙер минең өсөн юҡ.
Беҙ шаңҡып ҡалдыҡ, бәй, был малай үткәндәрҙән генә түгел, хатта әсәһенән дә баш тарта түгелме һуң.
– Был һүҙең әсәйеңә ҡағылмайҙыр ул, – тип хәлде бер аҙ йомшартырға һәм аҙмы күпме асыҡлыҡ индерергә тырышам.
Фәнир өндәшмәй. Аңлашылды.
Ә Сәүиә апай һаман үҙенекен һөйләй:
– Әй, улым һине һаман онотмағандар бит. Элеккеләр китап бите түгел, йыртып ташлап булмай. Ҡасан уҡып бөтә, беҙгә ҡайтһын, эш табырбыҙ тиҙәр.
Ошо урында Фәнир уҡыуына ҡағылышлы һорауға яуап бирергә тейеш ине һымаҡ. Ә ул һаман өндәшмәй.
– Вузда уҡыу мәсьәләһе нисек тора? – тинем мин, уның
хәлен белмәмеш булып.
– Быйыл дүртенсе курсты тамамлайым, – тине ул, күҙ ҙә йоммай, хатта һелкенмәне лә.
Беҙ бөтөнләй телһеҙ ҡалдыҡ.
– Диплом йыуырға ла ҡайтмаҫһыңмы икән? – тине ҡатыным. Шатлығыңды уртаҡлашыр инек.
– Ҡарарбыҙ! – тине Фәнир илтифатһыҙ ғына.
Нимә әйтәһең инде, был егет беҙҙең ул уҡыған ерҙә булыуыбыҙҙы белмәй бит. Ә ҡатыны менән ҡәйнәһе алдында быны әйтеүе уңайһыҙ.
– Уҡытыусы һөнәре үҙеңә оҡшаймы? – тип төпсөй башланы ҡатыным.
Мин, билләһе, туранан тура һораша алмаҫ инем.
– Юҡ, мин уҡыуҙы ташланым һәм үҙем өсөн оҡшаған һөнәр һайланым.
– Быны нисек аңларға, улым?! – тине әсәһе. – Һин бит уҡытыусы булырға хыялландың.
– Юҡ, ул хыял үҙен аҡламаны. Һорашыуығыҙға ҡарағанда, һеҙ педвузда минең уҡымауымды беләһегеҙ. Шулай булғас, аҡланып һәм аңлатып тормайым. Мин хәҙер юрист буласаҡмын. Илгә хоҡуҡ белгестәре кәрәк.
Аңлашылды. Сәүиә апай ҙа өндәшмәне. Беҙ шуға төшөндөк, был егет кисәге Фәнир түгел һәм уның менән элекке һымаҡ һөйләшеп, аңлашып булмай.
Ҡайтҡанда ла ҡатыным шул хаҡта һүҙ сыҡҡас:
– Хәҙер йәштәрҙе аңлауы ҡыйын, – тип һөйләнеп ҡуйҙы. – Улар беҙҙең һымаҡ түгел, донъяға ҡараштары ла икенсе.
– Бәлки улар түгел, беҙ үҙгәргәнбеҙҙер, – тип ҡаршы төшәм мин. – – Юҡ инде, беҙ, киреһенсә, элекке килеш ҡалдыҡ һәм яңыса йәшәргә өйрәнә алмай йонсойбоҙ.
Ә Сәүиә апай беҙҙе ишетмәй ҙә, тыңламай ҙа, үҙ уйҙарына күмелеп бара. Мин көҙгө аша уның йөҙөн күрергә тырышам. Светофорға килеп туҡтағас, урамдан төшкән яҡтылыҡ уның йөҙөн ап-асыҡ итеп күрһәтте. Мин тетрәнеүҙән шаңҡып ҡалдым. Сәүиә апай өнһөҙ генә илай, ә күҙ йәштәре битенән ағып, яғаһына тама ине. Мин әсәнең берҙән-бер улын юғалтыуының шаһиты булдым...
------------------------
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"