-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Июль 2021, 09:45

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ЯРАТЫУ Хикәйә Аҙағы

Сөй-бысҡыларын йыйып алып, өй яғына ыңғайлағанын улы артынан һаман йүрмәләне ҡарсыҡ. Улының йоҡа күлдәге дымланған арҡаһына, төшә биреп ҡалған яурындарына ҡарап килеп йәне әсене. Йәлләүҙән түшенә ҡыҫып йыуатҡыһы килде.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ЯРАТЫУ Хикәйә Аҙағы
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ЯРАТЫУ Хикәйә Аҙағы

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

ЯРАТЫУ

Хикәйә

Аҙағы

Сөй-бысҡыларын йыйып алып, өй яғына ыңғайлағанын улы артынан һаман йүрмәләне ҡарсыҡ. Улының йоҡа күлдәге дымланған арҡаһына, төшә биреп ҡалған яурындарына ҡарап килеп йәне әсене. Йәлләүҙән түшенә ҡыҫып йыуатҡыһы килде. Шул уҡ ваҡытта күңеле ризалашманы был хәл менән: ул ниндәй яратыу?! Ә теле икенсене әйтте:
–Ашайыңмы?
–Юҡ, өйҙә...
–Бар-бар, килен әллә нимә бешергәндер әле. Ҡайта ғына күр.
Зарифы киткәс тә болдорҙа оҙаҡ ултырҙы Гөләйфә. Ауыл өҫтөн көтөү алдынан була торған һарыҡ-кәзә тазылдауы баҫып киткәндә генә иҫенә килде:
–Аһ-һа... мана һиңә. Бәр-бәр-бәр! Бәр-бәр-бәр!

Санияның әсәһе, Фәймә уға сит кеше түгел, бында икеһе бер ауылдан килен булып төштөләр. Бер мәлдәрәк тә килделәр, өлкән балалары йәштәш. Унан, кинйәләре Зариф менән Сания дуҫлашҡанды ла сала-сарпы ишетә биреп ҡалды. Армиянан шул ҡыҙға хат яҙа икәнен дә белде. Ҡоҙоҡ буйындамы, магазиндамы осрашҡанда “ҡоҙағый” тиеңкерәп мәрәкәләшһәләр ҙә, шунан үтмәне, ҡыҙ егетте көтөп алманы – уҡыған ерендә кейәүгә сығып китте. Зарифы ҡайтҡас та, ул хаҡта бер ымын да сығарманы. Шуға ла Гөләйфә был мөнәсәбәтте балалыҡ тойғолары булғандыр ҙа, үткәндер, тигәйне. Баҡтиһәң, улай ғына булмаған. Хатта икеһе ике яҡта тиҫтә йылдар ғаиләле булып ятҡанда ла һыуынмағандар. Әле килеп, күрешһәләр, гөлтләп ҡабынды ла киттеләр микән?
Фәймә уны һағайып ҡарап ҡаршы алды. Уңайһыҙлана биреп килеп күреште лә, ниәтен белергә теләп, йөҙөнә төбәлде. Ҡорҙашбикәһенең сарбауларға йә ҡаты бәрелергә уйы юҡлығын аңғарғас, өйгә әйҙәне:
–Моғайын, Санияға киләңдер...
–Эйе, — тине өҙөп кенә Фәймә лә.
Ишек төбөндә, тотҡаға һонолор алдынан туҡтаны хужабикә, килеүсегә боролдо:
–Мин дә шат түгел был хәлгә. Әрләп тә, ҡыуып та бөттөм инде. Вис аңлайым... Әммә кешеләр араһында шундай аҡылға буйһонмаҫ тойғолар бар. Уны хөкөм итеп кенә юйып булмай... Бел – баламды өҙгөләргә бирмәм.
Гөләйфә яуапламаны, эскә үтте. Фәймә инмәне. Унда сисеп йыуылған пәрҙәләрҙе үтекләп торған Санияның ҡулынан үтеге төшөп китә яҙҙы. Бер ҡыҙарҙы, бер күгәрҙе йәш ҡатын.
–Шәпме, Сания?
–Һ-һаумы-һығыҙ...
–Һыугөйө үтекләмәгәнең икән. Былай яҙып алыуы ауыр булыр, — өҫтәлгә йәйелгән селтәрҙе усы менән һыпырҙы ла, ҡатын йәһәтләп тәҡдим иткән ултырғысҡа ултырҙы. – Шунан, ни хәл һеҙҙең?
Сания ҡаҙаҡланған кеүек тора бирҙе. Йылмайғандай ҙа итте, иларға етешеп, ирендәре лә дерелдәп китте. Язаламаҫҡа булды уны Гөләйфә, тура һораны:
–Ауылда ҡалырға уйлайһыңмы?
–Бел-мәйем...
–Балаларыңдың атаһы килә, ти бит? Насар кеше түгел, тиҙәр...
Ҡатын өндәшмәй.
–Минекеләр ҙә ыҙалай... Һинекеләргә лә... үҙеңә лә еңел түгел былай. Балларың хаҡына ҡайтаһыңмы әллә донъяңа, ҡыҙым?
Уның былай йомшаҡ өндәшеүенән Санияның саҡ торған сабырлығы һынды, селтәр осо менән йөҙөн ҡаплап, илап ебәрҙе.
–Ила-ила... Илап ал да, ултырып ҡына уйла. Нисә йәндең бәхетһеҙлеге өҫтөндә ҡоролған бәхет һеҙгә күпмегә етер?
Ҡатындың бер аҙ тынысланғанын көтөп алды ла, тағы дауам итте:
–Һеҙ әллә яратыу һеҙгә генә таныш та, һеҙҙе генә илатҡан икән, тиһегеҙме? Мин дә яраттым. Эйе-эйе, нишләп ул тиклем аптырап ҡарайһың? Ошолай әбей булып тыуған икән, тиеңме ни? Мин дә һинең йәштә булдым, һинең хәлдә булдым. Мин дә яраттым, үлеп, өҙөлөп яраттым. Шундай уҡ үкенесле һөйөү менән. Әгәр саҡ ҡына хистәремә юл ҡуйһам, бер генә осрағанында күҙҙәренә күтәрелеп баҡһам, баш китә, яҙмыштар болғана ине. Әммә мин башҡаларҙы уйланым. Иремдең намыҫын, балаларымдың бәхетен, туғандарымдың ғорурлығын... Һәм дөрөҫ иттем дә. Үкенмәйем. Ә яратыуым йөрәгемдә бөгөн дә бар, ул минең менән ҡәбергә инеп кенә һүнә торған. Шулай, балам, мөхәббәт ул бәхеттән бигерәк хәсрәт тә һағыш...

Бер-нисә көндән Сания иренә киткән, тигән хәбәр булды. Фәймә лә, көтөү ҡыуып ҡайтып килгәндә, бошонҡо ғына уфтанып үтте:
–Китте әле теге ҡыҙ... Сабырлығы етерме-юҡмы? Эсем боша хатта...
Гөләйфә уның һыҙланыуҙан эскә батҡан күҙҙәренә, һурылған йөҙөнә һирпелеп ҡарап алды:
–Бошонма... Күнер. Кем күнмәгән был тормошҡа? Әллә кемдәрҙе лә, әллә ниндәй хистәрҙе лә ауыҙлыҡлаған, быларҙы ла баҫыр. Ваҡыт үтер... урынына ҡуйыр...

Ейәндәре килеп, ашҡа саҡырып киткәйне. Уларҙа артыҡ әллә ни үҙгәреш юҡ. Шулай уҡ һәр кем үҙ мәшәҡәте менән булып ята. Килене гөрләтеп баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорто, малы, балалары менән мәшғүл. Улы ла бушамай. Шулай ҙа икеһендә лә төшөнкөлөк һиҙелә. Күҙҙәрендә нур һүнгән, төҫтәре балауыҙ һымаҡ булып ҡатҡан, хәрәкәттәре һүлпәнәйнгән. Бигерәк тә Зарифы һеңгәҙәп, ысынбарлыҡтан алыҫайып ҡалғандай. Бөтөн фиғел-торошонан моң-һағыш түгелеп йөрөй. Бер-береһенә тура ҡарамай, күҙҙәрен йәшереп, ауыҙҙарын самалап асып ҡына аралашалар. Быларҙың барыһын күреп-һиҙеп, тойоп ултырған әсә, кисерештәрен эскә йотто ла, тауышын күтәрә биреп өндәште:
–Балларҙы саҡыр, килен, итте һыуытмайыҡ...
Был өйгә яйлап тыныслыҡ ҡайтыр. Ҡапыл ғына түгел. Еңел генә лә түгел. Айҙар, йылдар ҙа үтер, бәлки, ә бәлки уның өсөн тотош ғүмер ҙә китер. Нисек үткәрер хистәрен былар, нисек кисерер? Һәм кем үҙ эсендәге яратыуҙы: бәхетһеҙ яратыуҙы, татлы яратыуҙы, яуапһыҙ яратыуҙы, өмөтһөҙ, ҡайнар, ҡанһыҙ, ялҡынлы... мәңгелек яратыуҙы.

 

Аҙағы.

------------------------

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: