+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Июль 2021, 09:42

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ЯРАТЫУ Хикәйә Башы

–“Яратам”, ти ҙә инде... – килененең әллә өмөтһөҙ күндәм төҫөнән, әллә шул хәбәренән көйөп китте Гөләйфә: –Ни бысағымдан? Ярата, имеш!.. Уйнаш был! Настаяшный уйнаш! Анау талдыҡтан һуйыл алып һыртын һыҙыра торғаны ғына бар! –Нимә тип атаһағыҙ ҙа... Һеҙ ҡыҫылһағыҙ ишшеу хужы ғына буласаҡ. Өндәшмәгеҙ.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ЯРАТЫУ Хикәйә Башы
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ЯРАТЫУ Хикәйә Башы

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

ЯРАТЫУ

Хикәйә

Башы


–“Яратам”, ти ҙә инде... – килененең әллә өмөтһөҙ күндәм төҫөнән, әллә шул хәбәренән көйөп китте Гөләйфә:
–Ни бысағымдан? Ярата, имеш!.. Уйнаш был! Настаяшный уйнаш! Анау талдыҡтан һуйыл алып һыртын һыҙыра торғаны ғына бар!
–Нимә тип атаһағыҙ ҙа... Һеҙ ҡыҫылһағыҙ ишшеу хужы ғына буласаҡ. Өндәшмәгеҙ.
Артабан һүҙ таба алмай, килененә текәлеп, ҡыҙыуынан тыһылдап тын алып ултыра ҡарсыҡ. “Йә, ҡалайтырға быларҙы? Бы һәттем мәүеш булмаҫ! Һуң, һыйыр ҙа тулай ҙа һаң бер килеп...”
–Әпкитеп барыр бит? Әҙер иреңде тоттороп ебәрәһеңме? – Гөләйфә хәҙер өгөткә күсә.
Зарема быныһына ла ҡулдарын ғына йәйә:
–Ҡалайтайым?..
–Юхалаңҡырайыҡмы әллә? Эргәңә ятмаймы һуң сәпсимдә? Беләгенә башыңды һалғанда нимә һөйләшәгеҙ? Нимә ти һуң ир буғаның шул түшәктә?
–Әллә... Инде аяғын йыуып һыуын эсәйемме? Булмай-булмағас...
–Шан һуң?.. Ташлап китеп ҡарайыңмы шул аҙғынды? Гурытҡа барып берәй айға квартир табып? Аҡсаһын, мына, үҙем бирәм. Артын һәрмәп ҡарар әле ул ир, мал-тыуары, ҡош-ҡорто, баҡса-маҡсаһы бер үҙенә тороп ҡалһа. Әпсәһенә сабып килер ҙә, мин – ызнайт-низнаю, ҡәҙерен белер инең тиерем, ә? – был шәп идеяһынан ҡарсыҡ сыҙамай ҡуҙғалып китеп, килене утап ултырған түтәлде бер ҡат әйләнеп сыға.
Зарема ла аҙыраҡ эшенән туҡтап тора. Уйға бата. Әммә был фекергә ҡаршы килә:
–Юҡ, ҡәйнәм, улайтып йөрөмәйем инде. Китер булһа – үҙе китер. Күтәреп һуғыр көсөм юҡ. Мин уны яратам...
–Ай, әттә генәһе... Ул ниндәй управы булмаған яратыу ул һеҙҙә? Береһе “яратам” тип уйнаш итеп йөрөй, икенсеһе “яратам” тип күҙ йомоп ултыра?
–Шундай инде... белмәйем...
Килене ҡаршыһына тубыҡланып аҙыраҡ ҡый уташҡас, уның инде башҡаса һүҙ ялғамаҫын аңлаған Гөләйфә, ҡайтырға йыйынып, барып бактағы йылы һыуға ҡулын сайҙы.
–Ҡайтһа әйтерең: килеп арт ҡапҡаны йүнәтһен. Кисә анау ала һыйыр ҡасып йөрөп, бөтөн әҡрәбәһен эйәртеп ҡайтҡан. Ҡапҡаны ҡайырып һалып китте мәлғүндәр. Эшләп ҡуймаһа, төнгә мал сығып китәр, тиген.
–Ярай, — тип кенә ҡалды килене.

Һырттағы еңел ҡапҡа ул хәтлем ҡайырылып та төшмәгән ине былай. Аҙыраҡ ҡыйшайа биргән генә. Шарнир урынына ҡуйылған киң ҡайыштарҙың өҫкөһө йыртылып киткән. Был хатаны ла төҙәтте ҡарсыҡ, бәләкәй балта менән ҡайыштарҙың ҡалғандарын сабып өҙҙө лә, ҡапҡаһын аунатып һалып уҡ ҡуйҙы. Йәһәт кенә йүнәтеп киткәндәй булмаһын әле, тине. Унан үҙе шул ҡапҡа өҫтөнә ултырып, уйға батты.
Был йәй әллә ни бәлә килде бит. Баш етмәй, хәл итеп булмай торған бәлә. Ун йылдан ашыу тып-тыныс йәшәгән улы икенсе ҡатынға күҙ һалған булып, ауыл өҫтөндә тауыш-хәбәр сығарып, әсәһен-бисәһен рисуай итеп йөрөй. Башта имеш-мимештер тигәйне, тора-бара был эштең йәшерене уҙып, күршеһе әйтте:
–Гөләйфә апай, Зариф анау Сания менән ныҡ йөрөй, ти ҙә һаң. Санияның артынан ире килгән икән, “Зарифты яратам” тип прәме әйтеп, ҡайтмай ҡалған, ти.
Гөләйфә күҙҙәрен селт-селт йомғолап торҙо ла, ғүмер буйы аралашып йәшәгән, инде үҙенә эйәреп олоғайып барған күрше ҡатындың янынараҡ шылды:
–Шулай тиме? Ҡороғоро... йә, инде...
–Шулай, ти шу... Ул Зарема килен нимә уйлап йөрөйҙөр, йә һин нимә уйлайыңдыр, тием? Симьяһын туҙҙырып китер бит.
–Ҡу-уй, алайтмаһын инде. Тә-әк... ул малайҙың ҡалайтып башын ҡайырып алырға икән? Әрләгәнгә генә ыҡмаҫ инде?
–Ыҡмаҫ! Ҡоро ҡарышыр ҙа китер. Был хәлдә икенсерәк рәт табыр кәрәк.
— Ир бәйеле аҙһа, бәлә килер тип, нинәмәгә ауыҙҙыҡтан ысҡынды әле ул абышҡа? Бисәнән бисәнең артығы бар, ти микән? Киленгә ней... һүҙ әйткеһеҙ ҙә һаң? – аптырауҙан күршеһенә төбәп һорап ҡуйҙы.
— Һүҙ әйтеү ҡайҙа? Мына тигән ҡатын! Донъяһы гөл һымаҡ, үҙе ипте, баллары ҡараулы. Ирен дан итеп йөрөтә. Ҡарауһыҙ иргә бисә эйәләмәй бит инде.
–Эйе шул...

Шул һөйләшеүҙән һуң тыныслығы ҡасты әсәнең. Уйланы-уйланы ла, башта килене менән кәңәшләшеп ҡарарға булғайны, бына, бөгөн, уныһынан да рәт сыҡманы. “Яратам”, ти бит”, тип тик тора, күҙҙәренә йәш алып.
–Ҡороғорҙо! Яраттырымын әле мин аны!
Балтаһын таптыҡҡа атып ебәреп өйгә ыңғайлағайны ғына, ал ҡапҡаны киң асып, улы килеп инде. Ай, әттә, әл дә ҡоралын ташлап өлгөргән.
–Һаумы, әсәй!
–Һаумыһың әле, һаумыһың, балам. Тамағыңа ашамай ҙа килдеңме әллә?
–Көтөүҙән алда ҡарап ҡуяйым, тинем, — Зариф һуҙа-һуҙа баҫып артҡы ҡапҡа яғына үтте, әсәһе уның артынан эйәрҙе.
Ир ҡат-ҡат сабып ҡырҡылған ҡайыштарҙы усы менән һыпырғыланы ла, әсәһенә бер һирпелеп ҡарап алғас, ваҡ-төйәк һаҡланған аҙбарға юлланды. Уның был ҡарашынан тертләгән ҡарсыҡ бер аҙ бөршәйә төшөп ҡалһа ла, бирешмәҫкә булды. Теге килеүгә шунда ятҡан бүрәнәгә терәлеп, аяҡтарын һоноп уҡ алды. Утыҙҙы үтеп, киңәйә, ит ҡуна барған улын күптән күрмәгәндәй ентекле күҙәтеп ултыра. Уның ниәтен төшөнөп йөрөгән Зариф сыҙамай китә:
–Йә, әсәй, нимә әйткең килә?
–Нимә әйтәйем инде, мин, бахыр әбей?.. Ояттан янып тик ултырам.
–Һиңә ниндәй оятсылыҡ бар, әсәй? – улы трактор резинаһын ҡырҡыуынан туҡтамай ғына һәүетемсә һөйләшеп маташа.
–Оятсылыҡ булмай әллә? Айғыр булып йөрөйөң, ти ҙә һаң!
Зариф турайып баҫты ла, бер секунд торғандан һуң, һаһылдап көлөп ебәрҙе:
–Айғыр? Һа-һа-һа-һа! Ну, әсәй, һинән ундайҙы ишетермен, тип уйламағайным!
–Мына мин дә бындайҙы күрәтерең, тип уйламаным. Килендең дә күҙе асылыр, ташлар ҙа китер! Балларыңды уйланыңмы, исмаһам? Барып битенә төкөрәйем әле ул әшәке ҡыҙҙың! Ҡалай тыныс ҡына булып үҫкәйне лә һаң, ирҙән ҡайтып нишаналанып йөрөй!
Зариф етдиләнде. Ҡаштары урталай һынды.
–Әсәй... Һин ҡыҫылма.
–Ҡыһылдырымын әле, мынауынан... Анау көрәк һабы һынғансы ярһам, — үҙе атаканың хәтәрерәгенә күсте – иларға уҡ керште, — Кеше балаһын кәмһетеп... әсәңде көйҙөрөп...
Ҡапҡа, урынына йәбешеп торғанға тиклем, артабан береһе эш менән булһа, икенсеһе буҙлап туйып, танау-битен һөртөп, шымып ҡалды.
Ахырҙа улы, мәшәҡәтен тамамлап, ҡапҡа бағанаһына һөйәлеп, әсәһенә тура ҡараны. Аһ! Йөрәге тәңгәленә усын баҫҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды әсә. Ҡалай ҙа ғына зарлы, ҡалай ҙа ғына хәсрәтле һуң күҙҙәре! Нисек ул быны бығаса һиҙмәгән-күрмәгән? Әсә менән ул бер-береһенең күңеленә үтә төбәлеп, бер мәлгә тын ҡалды.
–Әсәй... мин уны яратам. Хәлемдән килһә, бына... ошо усым менән йолҡоп алып ташлар инем йөрәгемде... Тик... булмай.
–Эй... балам... – тип кенә әйтә алды Гөләйфә.
Тағы тындылар.
–Яратам тип, быларыңды ташлап китеп, икенсе менән икенсе ерҙә бәхетле булырҙа китермен тиһеңме һуң? Ҡатыныңдың әле ҡуйыныңда саҡта ҡәҙере юҡ, һыпырылып сыҡһын әле, шул уҡ йөрәгеңде телеп әпкитер.
–Китеп бармайым бит.
–Китмә шул, китмә. Китеп кенә ҡуйма, улым, ундай уйҙы башыңа ла алма. Малайҙарың үҫеп килә, уларға кем атай булыр? Килен дә йәш ҡатын, төҫ тиһәң төҫө, буй тиһәң буй-һыны бар, хәҙер ир табылыр уға ла, унан йөрөр балдарың кеше тупҫаһында этелеп-төртөлөп. Шуны көһәйеңме?
–Юҡ-юҡ, әсәй, юҡ.
–“Юҡ” булғас, һин ул суҡынған яратыуыңды быу! Ир булып шул бер башыңа ла хужалыҡ итәлмаҫһыңмы?

Аҙағы бар.

------------------------

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: