-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Июль 2021, 18:29

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА ҺАУМЫ, ЙӘЙЕН! Хикәйә Икенсе өлөш

...Ҡуйһаңсы, булды бит замандар! «Ҡыҙыл юл» кохозы гөрләп торҙо. Һәр бригат халҡы үҙен яҡты киләсәк төҙөүсе итеп тойҙо. Тик Хрущевтың бәләкәй ауылдарҙы «киләсәкһеҙ», тип бөтөрөргә тотоноуы, унда торғандарҙы көсләп ҙурыраҡ ауылдарға күсереүе сараһыҙлыҡҡа төшөрҙө бәғзеләрҙе. Айырыуса, олораҡ быуын кешеләренә ҡыйын ине. Аҡсәйет халҡы ныҡ торҙо, юғарынан төшөрөлгән ҡарарға буйһонманы. Ә бит күпме ауылдар, шул «етлекмәй тыуған» сәйәсәт арҡаһында, юҡҡа сыҡты. Боронғо, бай тарихлы ауылдар бөттө. 50-се йылдарҙың аҙағы эреләтелгән колхоз-совхоздар төҙөү осоро булыуы менән хәтерҙә ҡалды. Ауылдарҙы урынынан ҡуптарыуҙа тырышлыҡ күрһәткән, ижтиһат биргәндәрҙең береһе ауылдашы Марс ине.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА ҺАУМЫ, ЙӘЙЕН! Хикәйә Икенсе өлөш
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА ҺАУМЫ, ЙӘЙЕН! Хикәйә Икенсе өлөш

...Ҡуйһаңсы, булды бит замандар! «Ҡыҙыл юл» кохозы гөрләп торҙо. Һәр бригат халҡы үҙен яҡты киләсәк төҙөүсе итеп тойҙо. Тик Хрущевтың бәләкәй ауылдарҙы «киләсәкһеҙ», тип бөтөрөргә тотоноуы, унда торғандарҙы көсләп ҙурыраҡ ауылдарға күсереүе сараһыҙлыҡҡа төшөрҙө бәғзеләрҙе. Айырыуса, олораҡ быуын кешеләренә ҡыйын ине. Аҡсәйет халҡы ныҡ торҙо, юғарынан төшөрөлгән ҡарарға буйһонманы. Ә бит күпме ауылдар, шул «етлекмәй тыуған» сәйәсәт арҡаһында, юҡҡа сыҡты. Боронғо, бай тарихлы ауылдар бөттө. 50-се йылдарҙың аҙағы эреләтелгән колхоз-совхоздар төҙөү осоро булыуы менән хәтерҙә ҡалды. Ауылдарҙы урынынан ҡуптарыуҙа тырышлыҡ күрһәткән, ижтиһат биргәндәрҙең береһе ауылдашы Марс ине.

Йәш партиясы өсөн Үҙәктән төшкән ҡарарҙы үтәү – намыҫ төшөнсәһенә бәрәбәр булғандыр. Халыҡ күсмәй ҡарышҡас, башланғыс мәктәпте емерергә килделәр бит. Эйе, етәксеһе, яуаплыһы итеп, үҙенең тыуған ауылына Марс Яппаровты ебәргәндәр ине. Олоһо-кесеһе йыйылып китте. Зыҡ ҡуптылар. Кемеһелер илай, кемеһелер асыулана, кемеһелер тынысландыра – ни хәл итергә белмәйҙәр. Ә Марс ныҡ торҙо, тракторсыға ҡуҙғалырға бойорҙо. Ҡеүәтле техника ҡапҡаны йыҡты, ажғырып һаман үҙенең маҡсатына ынтылды. Шул саҡ трактор ҡаршыһына Fәзиз атылып килеп баҫмаһынмы! Тракторсыны һөйрәп төшөрҙө, тегегә бер–икене дөңкәгәс, үҙенә аҡырып килгән Марсҡа ташланды. «Оторо үҫеп киттең! Мин һине йәлпәштерәм бөгөн!» Бәргесләне генә. Типкесләне. Ҡанға туҙҙырҙы. Саҡ айырып алдылар. Ә мәктәпте барыбер бирмәнеләр. Шул көндән алып, активисҡа «Йәлпәшкән Марс» тигән ҡушамат йәбеште лә ҡуйҙы. Емереүсе бригада буш ҡул менән ҡайтып китте китеүен, ә бына иртәгәһен милиция килеп баҫты. Дөбөрләтеп өйҙән һөйрәп сығарып, Fәзизде тейәп алып та киттеләр. Шик юҡ, ултырталар ине арыу ғына мөҙҙәткә…

«Шаштың, хәҙер бестереләһең!» Шулай тип янағаны өсөн уға ныҡ бәйләнделәр алып барып бикләгәндән һуң. Ярар, халыҡ һуңғы һүҙен Марсҡа ҡушамат итеп йәбештермәне… Ауылдашы уның уйын бүлдерҙе.

– Беҙ, ул саҡтағы ыштанһыҙ малайҙар, мәйтәм, бәрлене ҡалай шәп тота торғайныҡ! Хәтерләйһеңме, ботаҡ-һатаҡ менән ҡаплайбыҙ ҙа, өшкөтәбеҙ. Шаршыға килеп етеү менән, тегеләрҙе әмәлләйбеҙ. О-о-о, һин әмәлләй белә инең.

– Хәҙер әмәлләрлек бәрле... Белмәйем.

– Бөрмәсә кисеүендә лә быуа быуырға йыйыналар, тигән имеш-мимеш йөрөй, – тине Марс ҡарт.

Fәзиз ҡарт шып туҡтаны.

– Нимә! Тоталар ҙа йылға быуалар! Ниндәй бөтмәҫ муҙа булды был! Ә түбәндә күпме ер-һыу кибә, бөжәк, балыҡ юҡҡа сыға – быларын уйлап биргән әҙәм табылһа, ҡана ла һуң! Хөкүмәт башында ултырғандар алмашына тора, бер яуап тотоусыһы юҡ. Ыҙаһы – халыҡ өҫтөндә!

– Тауышланып та…

Марс ҡарт нимәлер әйтергә иткәйне, ярһыған Fәзиз ҡарт юлдашын ишетмәне.

– Быуғандан яңы тормош хасил буламы? Киреһенсә, булған кисеүҙе таҙартырға, йырырға кәрәк. Атаҡ, быуылған нәмә үлек донъяға бәрәбәр инде ул! Шунан ниндәй эш ыраһын? Үәт ахырзаман.

– Хөкүмәт…

– Нимә хөкүмәт тә хөкүмәт! Эйе, хөкүмәт башында ултырғандар халыҡтан оҙағыраҡ йәшәгәс ни, күберәк белә!

– Шәхсийәндәре лә аптырамай. Улар ҙа хатта эре ҡылана: «Минең аренда – минең ер». Бөттө-китте, вәссәләм!

– Бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалып булмай. Төрлөһө бар.

Һөйләшергә һүҙ табылғанына ҡыуанған Марс эләктереп тә алды.

 – Барыбер хәҙер халыҡтан һорап тормайҙар. Ярай, быныһы имеш-мимеш кенә. Ә «оптимизация» тигәнесе? Ысын бит. Ана, төнә гәзиттә уҡып ултырҙым, әллә ни саҡлы мәктәпте япҡандар. Уҡытыусылар ҙа, халыҡ та бер нәмә эшләй алмай. Оптимизацияға япһаралар. Фарман үтәлергә тейеш – кәпис! Бына шулай. Бай тарихлы ауылмы, тарихһыҙмы – төкөрҙөләр, берәүгә лә кәрәкмәй. Ауылды бөтөрәбеҙ, тиһәләр, сәбәбе табыла. Элеккеләрҙән ҡатыраҡ торасаҡтар былар. Әүәлгене һағынып һөйләргә генә ҡалды.

Марстың тауышында тантана тойола түгелме? Fәзиз ҡарт һағайҙы.

– Ҡағылып ҡына ҡараһындар мәктәпкә, – тип теш араһынан ҡыҫып сығарҙы Fәзиз ҡарт.

– Һы! – Марс ҡарт бот сапты. – Кәнишнә! Һинән һорап тормаһалар нисек тә! Иртәнсәк тороуыңа балалар ҙа юҡ, мәктәп тә юҡ! Хәҙер шулай итәләр. Эш үткәс кенә мәғлүм була. Ә ҡағыҙҙа: халыҡ иҫкәртелгән, ата-әсәгә бөтәһе лә мәғлүм… – Ул юлдашынан хәйләкәр ҡарашын алманы. – Бында уҡыған ейәнең дә юҡ. Күткәреләнеп ҡайҙа бараһың хәҙер? Үҙеңдең ҡыҙың хакимиәттә эшләй түгелме? Әлеге сәйәсәткә булышыу – уның бурысы. Шулай ул донъя…

 Башлаған һүҙен онотоп, үҙе туҡтап ҡалды. Ҡаршылағы асыҡлыҡ уның диҡҡәтен биләп алды.

– Ошонда булдыҡ бит беҙ әбей менән. Мәрхүмәм шул тиклем дәртләнеп ҡайтҡайны. Һауығып китер, тип, эсемдән өмөтләнгәйнем дә.

– Миңзәлә ошонда, тап ошо ергә килдеме?

Ҡара-ҡара, Fәзиздең тауышы үҙгәреп китте лә баһа! Етмәһә, әбейенең исеме менән өндәште. Ҡарайған йөҙө лә яҡтырҙы… Марс ҡарт һорауҙы ишетмәмеш булды.

– Ҡайҙа теге дуҫың?– тип һораны, – Нишләп тынын да сығармай?

– Һы! – тигән өн сығарҙы Fәзиз ҡарт, ул әллә көлдө, әллә аптыраны – аңлай алманы Марс. Һөҙәк урынға күрһәтте. – Әйҙә әле! Ошо тәңгәлдән бар.

Бер аҙҙан ялпаҡ таш эргәһенә килеп баҫтылар.

– Эскәрәк баҡ, күрәһеңме? Һаман да күрмәйһеңме! Кемде тип һорай, етмәһә. Дуҫымды! Ана, дәү башы.

Үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмаған Марс ҡысҡырып ебәрҙе:

– Йәйен?!

Әллә аҡылдан яҙғанмы был башҡиҫәр Fәзиз?

Марсты был ергә алып килгән Ғәзиз ҡарт иһә ҡәнәғәт баш ҡаҡты. Йәйен унан ҡасмай. Киреһенсә, үҙенә күстәнәс килтергәнен белеп, боҫҡан өңөнән килеп сыға. Fәзиз ҡарт алып килгән емен һипте.

– Йәш саҡтан дуҫбыҙ. Икебеҙ ҙә бергә ҡартайҙыҡ, шулай булғас, нисә йәш тип уйлайһың был һыҙылып киткән шаян мыйыҡҡа?

– Этем белә. Әтеү бүтән эшем юҡ!

Fәзиз ҡарттың йылмайған күҙҙәре етдиләнде.

– Ә һеҙ ҡайҙа булдығыҙ теге килгән сағығыҙҙа? Ошонда түгелме?

Марс ҡарттың ҡашы төйөлдө. Ул теш араһынан ҡыҫып сығарҙы.

– Бөрмәсә буйында бүтән таш юҡмы әллә?

– Атаҡ… Ниңә улай тырт-мырт яуаплайһың? Туҡта, ҡорт саҡтымы әллә? Һуң, ҡайҙа киттең, тием? Кире боролоуыңмы?

– Юҡ! – тип асыу менән яуап ҡайтарҙы Марс.– Әйттем бит, минең юл арыраҡ тип!

Дауамы бар.

------------------------

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
Читайте нас: