+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
12 Июль 2021, 13:46

ШИК-ШӨБҺӘЛЕ ҠАТЫН Хикәйә Башы

Сәлимәнең тормошоноң рәте китте, бер мәғәнәһәне лә  ҡалманы һымаҡ. Исмаһам, ҡыҙы менән улы эргәлә түгел, шулар менән күңелен баҫыр ине. Балаларын ауылға, өләсәләренә  илтеп ҡуйғайны шул, иртәгә барып алырға кәрәк. Үҙе эшкә Иглинға йөрөй, сөнки Өфөлә  уға ярашлы аҡсалы эш табылманы. Быға тиклем иҫкереп бөткән,” ун бишле” менән йөрөгәйне, хәҙер уныһың да рәте тамам китте, металға тапшырырлығы ғына ҡалды. Автобус менән өлгөрөрлөк түгел, таң менән сығырға кәрәк. Иглиндың үҙендә машинаһыҙ мөмкин түгел, һуңлаһаң ҡырын ҡарайҙар, көн һайын өс-дүрт объекттты ла ҡарап сығырға мөмкинлек юҡ.

ШИК-ШӨБҺӘЛЕ ҠАТЫН Хикәйә Башы
ШИК-ШӨБҺӘЛЕ ҠАТЫН Хикәйә Башы

 

Сәлимәнең тормошоноң рәте китте, бер мәғәнәһәне лә  ҡалманы һымаҡ. Исмаһам, ҡыҙы менән улы эргәлә түгел, шулар менән күңелен баҫыр ине. Балаларын ауылға, өләсәләренә  илтеп ҡуйғайны шул, иртәгә барып алырға кәрәк. Үҙе эшкә Иглинға йөрөй, сөнки Өфөлә  уға ярашлы аҡсалы эш табылманы. Быға тиклем иҫкереп бөткән,” ун бишле” менән йөрөгәйне, хәҙер уныһың да рәте тамам китте, металға тапшырырлығы ғына ҡалды. Автобус менән өлгөрөрлөк түгел, таң менән сығырға кәрәк. Иглиндың үҙендә машинаһыҙ мөмкин түгел, һуңлаһаң ҡырын ҡарайҙар, көн һайын өс-дүрт объекттты ла ҡарап сығырға мөмкинлек юҡ.

Өҫтәүенә, ире менән аралары көндән-көн һыуынған һымаҡ. Рушан менән ун йылдан ашыу йәшәү дәүерендә бындай етди һынауға тәүге тапҡыр дусар булдылар.  Бер ҡараһаң, шик-шөбһәгә һис тә урын юҡ һымаҡ, ире көнө-төнө эш менән була, хатта ял көндәрендәрендә лә бушамай. Бөгөн мәҫәлән, бер дуҫына өй төҙөргә ярҙам иттем, ти.  Иртәгә лә, йәкшәмбе тип тормай, ҡайҙалыр барырға йыйына шикелле. Ярай ҙа ғаилә мәнфәғәтендә йөрөгән булһа. Кис етһә, арып, йонсоп ҡайтып керә. Ә улай йонсорлоҡ эшләгәс, аҡсаң ҡайҙа һуң,  ниңә сығарып ҡатыныңа тоттормайһың. Фатирға түләргә кәрәк,  тип нимәлер һөйләнде лә ҡуйҙы, әйбер һатып алғаны ла тойолмай. Барлыҡ аҡса фатир өсөн ипотекаға түләргә китеп тора, хатта ял итергә лә мөмкинлектәре юҡ . Шул да булған тормош, кешеләр  йылына икешәр ял иткәндә, улар ауылға ҡайтыуға зар-интизар булып яталар.

Иртәгә ауылға ҡайтып, балаларын күреп, Иҙел буйында еләк йыйып, ҡояшта ҡыҙынып килерҙәр ине. Автобусҡа сығырға тура килер, ахыры. Такси яллаһаң, ҡиммәт бит әле. Машинаның кәрәклеге ошонда һиҙелә инде.  Сәлимә үҙенең “ун бишле”һен иҫкә төшөрҙө, әллә тәүәккәлләп, ултырып сығырғамы икән?  Ауылға автобуста ҡайтып төшөүе лә оят бит әле. Таныштар осраһа, үҙеңә күрә тамам, ошо йәшкә етеп, һаман автобуста йөрөйһөң, һиңә шул кәрәк, тип үсәй һымаҡ. Юҡ, йәйәү ҡайтһа ҡайтыр, әммә автобусҡа ултыраһы юҡ. Үсәмәй тороғоҙ әле, килер бер заман ,         Сәлимә лә машиналы  булыр, Алла бойорһа! Иренә  өндәшкәне юҡ, әлегә белмәй торһон. Сәлимә ҡайтышлай тотонолған автомобилдәр һата торған баҙарға инеп сыҡты.  Унда тәгәрмәслеләрҙең ниндәйе генә юҡ, һайлап алырлыҡ. Сәлимәнең күҙе ҡыҙҙы, бер нисәһенә ултырып та ҡараны, шундағы егет ҡатындың хәлен һиҙҙе, йөрөтөп тә күрһәтте. Уф, был иномарканың йәне барҙыр ул, ултырғысы уңайлы, эсе ялт итеп тора, бензин да аҙ кәрәк. Аһ, автомат бит был!  Һәр ҡатын-ҡыҙҙың хыялы, сәбәләнергә лә түгел, машинаң үҙе китеп тик бара, рулеңде генә  нығыраҡ тот. Ана, күршеләге, Светланаға әллә спонсоры, әллә дуҫы алып биргән. Йөрөтөп ҡарағайны,  бер нимәһе лә юҡ. Юҡ шул, бындай автомат хыялда ғына ҡалыр инде. Сәлимәнең йәне көйҙө, кешеләр май эсендәге бөйөр һымаҡ йәшәгәндә, үҙең теләгән автомобилде лә һатып ала алмай интек инде.

Күрше бүлмәнән иренең мөңгөрләгәне асығыраҡ  ишетелде. Шул ваҡыт Сәлимәнең йәне көйә башланы, ирен бер сәбәпһеҙгә әрләп ташлағыһы килде. Нимә бында, ҡатыны автомат хаҡында хыялланып ултырғанда, кем менән һатыулаша ул. Ҡатын ныҡ баҫып, ире  янына сыҡты, асыулы ҡиәфәттә уға ҡарап алды:

–       Кем менән һөләшәһең, – тине.

–       Рубин шылтырата, машинаһы ватылған, ярҙам итергә саҡыра, – тине ғәйепле төҫ менән.

–       Төн уртаһындамы? Ай-һай!

–       Иртәгә – ауылға, ҡәйнәһенә ҡайтырға йыйыналар.

      Машиналары булғас, ҡайтырҙар инде, – тип Сәлимә бәхәсте ҡуйыртып ебәрергә теләгәйне, иренең йыуаш һәм күндәм йөҙөн күреп, кире уйланы.

       Ире былай күҙенә генә ҡарап тора, шуны нисек ялҡау, эшлекһеҙ тип әрләйһең инде. Ауылға ҡайтҡанда Рушанға тупаҫ өндәшеп, апалары алдында йүгертеп күрһәткәйне. Апалары ла,  әсәһе лә оҡшатманы.

    –  Тупаҫ ҡыйланаһың, – тине әсәһе. – Шундай егәрле ирҙе юғалтып ҡуй, тағы.

   Йәшерен-батырын түгел, Сәлимә ирен быға тиклем дер һелкетеп тота ине, тегеһенең күҙенә генә ҡарап тороуы ла ҡайһы ваҡыт йәнен көйҙөрә торғайны.

–       Бармайһыңмы ни?–  тине Сәлимә иренә.

–       Ҡайҙа барырға?

–       Һуң, Рубин саҡырҙы тинең бит.

–       Ярай әтеү, тип күндәм генә сығып юғалды.

Ә күңелдәге төк-шөбһә нығынды һәм, бармаҡ йыуанлығы, туя белмәҫ ҡорт һымаҡ,  эстән кимерә башланы. Үҙең ғәйепле, харап, ярҙам итергә ебәрә, имеш, ә иренең ҡыуана-ҡыуана сығып китеүен әйт әле. Асыҡ ауыҙ, иреңде әллә кемгә үҙ ҡулдарың менән тоттороп ебәрмәһәң  ярар инде.

Шул ваҡыт телефон шылтыраны...

Аҙағы бар.

 

------------------------

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Филүзә ИЛЬЯСОВА
Читайте нас: