+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Июль 2021, 19:23

МИНЕ ӘСӘЙЕМӘ ИЛТЕГЕҘ... Хикәйә Беренсе өлөшө

Иҫкәрмә. «Һәнәк» яҙғандарға ышанмағандарға һәм лайыҡ ҡуймағандарға уҡырға һәм иларға рөхсәт ителмәй. Беҙ саф күңелле, ихлас кешеләр өсөн ижад итәбеҙ. Һикһәненсе йылдар башында Республиканың көньяғында «Иштуған» һыуһаҡлағысы төҙөлә башланы. Йомағужала йәшәүселәр һаны ҡырҡҡа артты. Төҙөлөш көн һайын меңдәрсә эшсе ҡулдар талап итте һәм ғәйәт ҙур саң һурғыс һымаҡ тирә-яҡ ауылдарҙан һәм ҡалаларҙан кешеләрҙе йыйып, шунда эшкә ҡушты. Эшкә ялланғандар араһында бәләкәй генә Төйөн ауылынан сыҡҡан апалы-һеңлеле Бибинур менән Райхана ла бар ине. Ҡыҙҙар ошонда уҡ үҙҙәренең яҙмыштарын да эҙләп тапты.

МИНЕ ӘСӘЙЕМӘ ИЛТЕГЕҘ...  Хикәйә Беренсе өлөшө
МИНЕ ӘСӘЙЕМӘ ИЛТЕГЕҘ... Хикәйә Беренсе өлөшө

Һикһәненсе йылдар башында Республиканың көньяғында «Иштуған» һыуһаҡлағысы төҙөлә башланы. Йомағужала йәшәүселәр һаны ҡырҡҡа артты. Төҙөлөш көн һайын меңдәрсә эшсе ҡулдар талап итте һәм ғәйәт ҙур саң һурғыс һымаҡ тирә-яҡ ауылдарҙан һәм ҡалаларҙан кешеләрҙе йыйып, шунда эшкә ҡушты. Эшкә ялланғандар араһында бәләкәй генә Төйөн ауылынан сыҡҡан апалы-һеңлеле Бибинур менән Райхана ла бар ине. Ҡыҙҙар ошонда уҡ үҙҙәренең яҙмыштарын да эҙләп тапты. Ҡасабаның иҫке генә клубына Өфөнән әртистәр килеп, урындағыларға концерт күрһәтте. Бибинур менән Райхана, урын булмау сәбәпле, сәхнә эргәһендә генә баҫып тыңларға мәжбүр булдылар. Күҙ менән ҡаш араһында булғас, ни эшләһендәр инде, уларҙы ла иғтибарға алыусылар табылды. Үҙҙәрен оҙатып ике егет килде. Икеһе лә ошондағы транспорт колоннаһында эшләйҙәр һәм ҡырсын,таш ташыйҙар икән.

Төҙөлөштөң ҡыҙған сағы, эш күләме ҙур, эш хаҡы иһә тағы ла юғарыраҡ. Егеттәрҙең өлкәне – Алмаз исемлеһе – Райханаға күңел һалған икән, ә Бибинурға Вәсим иғтибар иткән. Бер ярты йыл самаһы дуҫлашып йөрөгәндәй булдылар. Үҙегеҙ беләһегеҙ, ул осорҙағы комсомол йәштәр, теләһә лә теләмәһә лә, әхлаҡ талаптарын бик теүәл үтәй һәм хәҙер ғәҙәткә әйләнгән иркенлектәргә бик юл ҡуймай ине.

Иң тәүҙә Алмаз Райхананы һоратырға һәм өйләнергә ҡыҫтай башланы. Райхананың теләр-теләмәҫ кенә, арлы-бирле баш тартыуының сәбәбе – апаһы Бибинур ине. Апай кеше нихаҡлашмай тороп, һеңлекәшкә кейәүгә сығыу килешмәй, йәнәһе. Ошо хаҡта уйынлы-ысынлы һөйләшә торғас, Вәсим дә илһамланып китте буғай, бер көн кәләшенә өйләнешеү хаҡында тәҡдим яһаны. Бибинурға, ризалашыуҙан башҡа, бер сара ла ҡалманы.

Ата-әсәһенең иҫән-һау һәм ныҡ ваҡыты, ризалаштылар, хатта туйҙы бер көндә үткәрергә ҡарар иттеләр. Оҙаҡламай, ике ғаиләгә ятаҡтан берәр бүлмә бирҙеләр, кәләштәр бер-бер артлы эйәртенешеп декрет ялына киттеләр, ә йәйенә иһә ике ғаилә лә ҡыуана-ҡыуана ҡыҙҙар алып ҡайттылар.

Тормош шулай бәлә ҡазаһыҙ дауам итер һымаҡ ине. Ләкин, төрлө сәбәптәр арҡаһында, төҙөлөштө туҡтаттылар. Алмаз менән Вәсимгә ғаиләләрен ҡарау өсөн алыҫ Себергә эшкә юлланырға тура килде. Икеһе лә шофер булғас, эшен дә тиҙ таптылар, ятағын да алдылар. Шул осор икеһенең дә ҡыҙҙары мәктәпкә беренсе класҡа уҡырға барҙы.

Яңы йыл алдынан, Райхана Өфөгә дауханаға барып ҡайтты һәм уның яман шеш менән сирләүе билдәле булды. Апаһына килеп ингәндә, уны танырлыҡ түгел ине. Һәр ваҡыт шат йөҙлө, күҙҙәре янып торған, тал сыбыҡтай нескә билле Райхананан таныр-танылмаҫ күләгә генә тороп ҡалғайны. Ике аҙна буйы бүлмәнән-бүлмәгә йөрөткәндән һуң, файҙаһы шикле тойолған процедуралар өсөн, йорт һатып алабыҙ, тип йыйған аҡсаһын тотоноп бөткәндән һуң, әлегә ҡайтып тороғоҙ, ял итегеҙ, хәл йыйығыҙ, тип һылтаулап өйөнә оҙатҡандар. Сөнки ҡатындың ғүмеренең һанаулы ҡалыуын, уның һуңлауын табип һөнәренән алыҫ торған кеше лә хаталанмай һиҙер ине.

Райхана беҙҙән-бер ҡыҙын ҡосаҡлап илап ултырғанда, апаһы килеп инде.

 Мин күндем, апай, көндәрем хәҙәр һанаулы! – тине ул, иламһырап. – Ярай, минең генә башҡа төшкән ҡайғы түгел, минән йәшерәктәр ятып үлә. Үҙем өсөн ҡайғырмайым, тик бына ҡыҙым йәл, уны кем ҡарар икән?

– Юҡты һөйләйһең, – тип тотондо апаһы. – Үлергә ашыҡма әле. Ҡыҙыңды ла үҙең үҫтер, шуға күрә һин йәшәргә тейеш.

– Ҡуй, апай, өмөтләндермә, мине үлергә ҡайтарып ебәрҙеләр.

Шул ваҡыт апаһы, үҙен күпме генә тоторға тырышмаһын, түҙмәне, ҡушылып, илап ебәрҙе. Күңелдәре бушағанса, күҙ йәштәре бөткәнсе иланылар.

Аҙаҡ Райхана бик һыҙлашҡас, исмаһам, бер нисә көн түҙһен тип дауаханаға урынлаштырҙылар. Бик ышаныс булмаһа ла, ире Алмаздың ҡайтыуын көткәйнеләр. Ул ҡайтыуҙы һәм ҡатынын ерләү мәшәҡәттәрен үҙе өсөн ауыр тип тапты һәм бажаһы Вәсим аша күпмелер аҡса ғына ебәрҙе.

 Иң ауыры һуңғы көндәрҙә булды. Райхананың ҡыҙын Бибинур өйөнә алып ҡайтып торҙо. Юғиһә, әсәһенең һуңғы сәғәттәрен күреү бала өсөн еңел булмаҫ ине.

– Апай, апаҡайым, үтенеп һорайым, ҡыҙымды етем итмә! Мине бит һин үҫтерҙең, ҡыҙымды ла ҡара инде! – тип һаташа-һаташа ялбарҙы ул. – Детдомда етемдәр араһында йөрөмәһен. Минең тыныс күңел менән бәхилләшкем килә. Ҡыҙымды ҡарарһыңмы, апай?! Әйт, миңә һүҙ бир. Мин бит һине генә тыңлап йөрөнөм. Ә ирем ҡайҙа? Алмаз ниңә кермәй? Ул кисә ҡайтты ла инде. Керһең, минең менән хушлашһын. Ул инде, мин үлгәс, өйләнеп ебәрер, мине онотор инде, ә ҡыҙымды уға бирмә, апай, үҙең ҡара, барыбер эшһеҙ ултыраһың.

Дауамы бар.

------------------------

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Ф. Ильясова
Читайте нас: