+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Июль 2021, 21:00

МИНЕ ӘСӘЙЕМӘ ИЛТЕГЕҘ... Хикәйә Икенсе өлөшө

Ә Алмаз ҡайтманы, Вәсим үҙен Төмәндә барып табып, һөйләшеп тә ҡараны. Ғәжәп хәл, ҡатынын ерләшергә ҡайтмаған ир, өндәшмәй генә ҡыҙынан да баш тартты. Вәсим оялтып та ҡараны, намыҫландырыу ҙа ярҙам итмәне.

МИНЕ ӘСӘЙЕМӘ ИЛТЕГЕҘ...  Хикәйә Икенсе өлөшө
МИНЕ ӘСӘЙЕМӘ ИЛТЕГЕҘ... Хикәйә Икенсе өлөшө

Ә Алмаз ҡайтманы, Вәсим үҙен Төмәндә барып табып, һөйләшеп тә ҡараны. Ғәжәп хәл, ҡатынын ерләшергә ҡайтмаған ир, өндәшмәй генә ҡыҙынан да баш тартты. Вәсим оялтып та ҡараны, намыҫландырыу ҙа ярҙам итмәне.

– Үҙең ҡара, мин ҡатынымдан төңөлдөм! – тине ул Вәсимгә. – Бала һинеке түгел. Беҙҙең дәүләт бай, ҡарарҙар, үҫтерерҙәр.

Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, Вәсим, ҡыҙып китеп, һуғырға киҙәнгәйне, теге сос шул, десантсы, бажаһының ике ҡулын да шаҡарып тото ла, баҫҡыстан һаҡ ҡына төшөрөп ебәрҙе һәм ишеген бикләп ҡуйҙы.

Оҡшаманы, был Вәсимгә, ҡара һин уны, һуғып өлгөрмәне, нисек мәкерле итеп кәмһетте. Ярай, яйы сығыр әле, ҡоһорон ҡайтармай ҡалмаҫ. Мәсхәрәгә ҡалыуын Вәсим берәүгә лә һөйләмәне, оноторға тырышты, ләкин нимә генә уйлаһа ла, элекке бажаһының мыҫҡыллы йылмайыуы күҙ алдына килә лә баҫа.

Балалар тиҙ өйрәнә бит, ҡайғыны ла анһат онота. Вәсим һуңғы ҡайтҡанында, мәрхүмә балдыҙының ҡыҙы Венераның уға атай, ә ҡатынына әсәй тип өндәшеүен ишеткәс, ҡалағын төшөрөп ебәрә яҙҙы. Ҡара, был ҡыҙыҡай, бик тиҙ етемлектән ҡотолған түгелме, һуң? Һин дә мин күңелле итеп уйнап йөрөй, хатта йырлап та ебәрә, бейеүгә лә оҫта икән. Бына һиңә, мә! Ә атаһы ҡайҙа йөрөй әле, һуғыш суҡмары, армияла йоҙороҡ болғарға өйрәнеп ҡайтҡан да хәҙер кеше ҡурҡытырға әүәҫләнеп алған. Ә аҡсаһын кем түләй, кем ашата, кем кейендерә?..

– Атаһы ҡайҙа йөрөй? Күренгәне бармы? – тине Вәсим.

– Ике аҙна элек килеп китте, – тине ҡатыны. – Икеһенә лә, беҙҙең ҡыҙыҡайға ла, бер иштән куртка, портфель килтергән.

Алмаздың килеүен ишеткәс, Вәсим һикереп торҙо. Бында уға өйҙә нимә ҡалмаған, моғайын, хужаның юҡлығын аңдып килгәндер, баҫҡыстан артына тибеп төшөрҙөм, тип маҡтанғандыр әле.

– Нимә һөйләгән була?

– Мин эштә инем, Ырымбурҙан машина алырға килгән. Ҡыҙын ғына күргән дә, күстәнәсен, әйберҙәрен ҡалдырған да ары киткән.

– Ҡара уны, индереп йөрөтәһе булма, балаһын ташлаған кеше беҙгә кәрәкмәй!

 Ҡатыны һеңлеһенең ҡыҙы хаҡында һүҙ сығыуын көткәндер, күрәһең, биш-алты ҡағыҙ сығарып һалды.

– Былары нимә?

 Венераны тәрбиәгә алыуҙы рәсмиләштерергә ҡушалар, ғариза һәм башҡа ҡағыҙҙар.

– Тәрбиәгә... Беҙ уны үҙебеҙ һорап алырға тейешме?.. Атаһы шап-шаҡтай, айыу менән көрәшерлек, ә беҙ уның ҡыҙын ҡарайбыҙ. Юҡ, миңә был оҡшамай.

– Закон шулай ҡуша, башҡа юл юҡ! – тине ҡатыны, хатта инәлгәндәй тойолдо. – Әгәр юлламаһаҡ, Венераны балалар йортона тапшырырға тура киләсәк, йә үҙҙәре килеп аласаҡ.

– Үҙең ҡара, илтеп тапшыраһыңмы, тартып алалармы, минең эшем юҡ, мин кеше балаһын тәрбиәләргә уйламайым.

Дауамы бар.

 

------------------------

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Ф. Ильясова
Читайте нас: