Сәлимә телефонын ҡараны, килендәше Мәғиә шылтырата. Төн уртаһы етеп килә, тағы нимә кәрәк булды икән?
– Хәлдәр нисек? – тине Мәғиә.
– Бер көйө, өйҙәбеҙ.
– Бер үҙең түгелдер.
– Үҙем генә.
– Бына, ғәжәп, Рушаның ҡайҙа?
– Кемгәлер, Рубинға тинеме, ярҙам итәм, тип сыҡҡайны.
– Нимәһен ярҙам итә? – тине килендәше.
– Машина ремонтларға, тиме.
– Ремонтлай һиңә, алдаған.
– Нисек алдаған. Уф, Мәғиә, әллә берәй нәмә бармы.
– Әлегә юҡ, бәлки булыр. Иреңде һанға һуҡмайһың, этеп-төртөп йөрөтәһең, әрләйһең... Ир-ат ундайҙы яратмай.
– Әйт дөрөҫөн, нимә бар.
– Ярай инде, әйтмәм тигәйнем, һеҙҙең аҡса яғы нисек?
– Үҙең беләһең, ипотека түләйбеҙ.
– Етәме һуң.
– Ас ултырмайбыҙ, көс-хәл менән еткерәбеҙ.
– Ҡыҫҡаһы, Рушан ағаһынан аҡса алып торған.
– Күпме?
– Ҡара уны, мин һиңә өндөшмәнем.
– Күпме алған?
– Илле мең.
– Илле мең һум?
– Нимәгә уға ул тиклем аҡса?
– Белмәйем, өндәшкәне булманы.
– Тимәк, ҡайҙалыр тотона. Ҡайҙамы, әллә кемгәме?
– Белмәйем, Мәғиә, осто-осҡа саҡ ялғайбыҙ.
– Ҡара уны, мин әйтте тип өндәшәһе булма. Ышан, ләкин тикшер.
Килендәше телефонын һалғас, Сәлимә шаңҡып байтаҡ ултырҙы. Илле мең һум. Ә ике аҙна элек сауҙа үҙәге хаҡтарҙы төшөрөп, акция иғлан иткәйне, бер танышы ҡырҡ мең һумға ғына мул шәшке тун алып кейҙе. Сәлимә түҙмәне, өйөнә барып, кейеп ҡарағайны, уға ғына үлсәп тегелгән һымаҡ. Кисен Рушанға өндөшеп ҡараны. Бик оҙаҡ ултырҙы ире, шунан баш тартты, булмай тине. Шулмы инде ир кешенең һүҙе. Нисәмә йыл йәшәп, тәүге тапҡыр тун һораны. Ә ире, исмаһам, вәғәҙә лә итмәне, өмөтләндермәне, аҡса юҡ, тине лә ҡуйҙы.
Күҙ алдына Айрат килде. Эйе, теге Иглиндағы Айрат. Ҡасанан бирле саҡырып йөрөй. Нимәләр вәғәҙә итте әле? Әрәм булып йөрөйһөң, тине. Иң нескә һәм сағыу фантазияларыңды тормошҡа ашырасаҡмын, күреп торам, һин минең һымаҡ ир ҡосағына инеү хаҡында хыялланаһың. Мин һинең иреңде күрҙем, ул бер мәмәй ауыҙ, һине яратҡанда ҡайһы ереңә тотонорға ла белмәй. Ә мин шундай итеп яратасаҡмын, һин осоп ҡына йөрөйәсәкһең. Беләһеңме, осоу һәм осороу һәр ирҙең ҡулынан килгән эш түгел.
– Уф!
Бер ай самаһы элек дуҫтары, яҡындары менән шәшлек ҡурырға сыҡҡайнылар. Бер аҙ ҡыҙып алғас, уйынлы-ысынлы бәхәс ҡупты, йәнәһе, ир-аттан ҡатын-ҡыҙға нимә кәрәк. Эсеп алһа, халыҡ яҙыла ла китә бит, хихылдашҡан ыңғайы нимә һөйләгәндәрен белмәй башланылар. Сәлимә үҙе был йәһәттән тыйнаҡ, аяп тормаһа ла, Рушанына сит-яттарҙан һүҙ әйттермәй. Шунда ире, ҡатынымдың барлыҡ теләктәрен дә ысынбарлыҡ итеүҙе үҙемдең бурысым һанайым, тип әйтеп ташланы. Буш ҡыуыҡ! Һинме һуң инде ҡатыныңа ярарлыҡ кеше? Ә башҡалар оҡшатты, Рушанды маҡтанылар. Ана, бурысҡа илле мең һум аҡса алып, кемде ҡыуандырып йөрөй икән? Юҡ, Сәлимә быны былай ғына ҡалдырмаҫ! Кемгә һәм нимә алып биргәнен асыҡлаясаҡ, әгәр кәрәкһә, иҫбатланһа, өйҙән ҡыуып сығарасаҡ. Аһ! Айрат, һаман да көтөп йөрөгән буламы икән?
Сәлимәнең күңеле тулды, бер сәбәпһеҙ илап алғыһы килде. Йә инде, әсәһе әйткәйне бит, иреңде бигерәк әрһеҙләйһең, тип. Ирҙәр ныҡ була, ләкин ҡайһы ваҡыт улар ҙа түҙмәй, эсенә йыйып йөрөй-йөрөй ҙә барыһын да сығара ла һала. Әллә, ысынлап та, шул осраҡмы икән.
Сәлимәнең күңеле наҙ һәм һөйөү көҫәй. Әле бит ул йәш, уға утыҙ ҙа тулмаған. Көнөнөң тура килеүен әйт, иртәгә өйләнешеүҙәренә ун йыл тула. Хәйер, иртәгәһенә лә күп ҡалманы, ана, сәғәт телдәре төн уртаһына яҡыная. Үҙе лә алйот инде, төн уртаһында һиҙгер ҡатын хәләл ирен машина ремонтларға ебәрәме? Юҡ, әсәһе хаҡлы түгел, уны тыңлап, ошо көнгә ҡалды. Әхирәттәре дөрөҫ әйтә, күпме ашатма, күпме кейендермә, ир заты күҙҙәрен сит ҡатындарға йүнәлтеүҙән тартынмай, күҙ менән ҡаш араһында хыянат итеүе ихимал. Саҡ ҡына шик-шөбһә булһын, Сәлимә быны яуапһыҙ ҡалдырмаҫ. Яйын табасаҡ, сатлы-сатлы мөгөҙҙәрен ҡуясаҡ һәм һис үкенеүһеҙ, үсен аласаҡ. Ҡатын, һиҙмәй ҙә ҡалды, әллә ойоно, әллә төш күрә башланы. Ауылға ҡайтып, балаларын ҡосаҡлағайны, эргәләренә әлеге Айрат килде лә сыҡты.
– Һин бында нисек килдең? – тине ҡатын.
– Һине эҙләп килдем. Мин һинһеҙ йәшәй алмайым.
– Күрмәйһеңме ни, минең балалар бар бит.
– Булһын, балалар – бәхет бит ул.
– Әгәр хәҙер ирем килеп сыҡһа, нимә эшләрһең?
– Ә уның һине алдап йөрөгәнен беләһеңме?
– Хәҙер беләм.
– Шулай булғас, һығымтаны үҙең яһа. Шуны бел, мин һиңә ғүмер буйы инәлеп йөрөмәйәсәкмен.
Айрат боролдо ла китә башланы. Сәлимә өтәләнә, нимә әйтергә белмәй, ҡысҡырырға итә, ләкин өндәшә алмай. Етмәһә, телефоны шылтырай, ишек ҡыңғырауы ишетелә, өй эсендә кемдер йөрөй. Әллә һаман төш күрә инде...
– Сәлимә, Сәлимәкәйем! Байрамыбыҙ менән һине.
– Ниндәй байрам. – Ниһайәт, Сәлимә уянды, тәүҙә ирен күрҙе. Ә дуҫтары, ағай-энеләре бында нимә эшләй!
– Сәлимәкәйем, никахыбыҙҙың ун йыллығы менән! – тип Рушан ҡатынына ябай ғына аҡ сәскәләр тотторҙо.
Сәлимә түҙҙе, иғтибар итмәҫкә тырышты, шулай ҙа сәскәләрҙе күкрәгенә ҡыҫты. Әсәһе, түҙемле бул, тине бит.
Ҡара әле, Рушанының күҙҙәре янып тора, ауыҙ йырылған, эргәһендәге тоҡтан шәшке тун килтереп сығарҙы ла, ҡатының өҫтөнә япты. Әллә кеме шампан шарабы атты, сәпәкәй иттеләр. Өнмө был, әллә төшмө. Сәлимә шул саҡ уянды шикелле, тунды кейеп ҡараны, теге акцияға һатылған тун бит был! Ҡатын ирен ҡосаҡлап алды.
– Әле бөтмәне, хәҙер иң мөһимен күрһәтәм, – тине ире һәм кеҫәһенән автомобилдең усҡа ғына һыймалы моделен килтереп сығарҙы. – Бының ҙуры ана ултыра, урамда, хужабикәһен көтә. Дөрөҫөн әйтәм, тотонолған, уның ҡарауы, иномарка һәм Сәлимәмдең күптәнге хыялы.
Барыһы ла, тәҙрәләргә ҡапланды һәм урамда уттарын ялпылдатып ултырған автомобилде күрҙе. Тамам уянған, ләкин әле нимә булғанына төшөнөп етмәгән Сәлимәнең күҙҙәрендә шатлыҡ йәштәре күренде.
– Әллә автоматмы? – тип кенә әйтә алды ул иренә һыйынып.
– Һорап тораһың тағы, әлбиттә, автомат!
– Рушан, ҡәҙерлем, әйт әле, был өнмө, әллә төшмө?
– Был өн дә, төш тә түгел! Минең һиңә сикһеҙ һөйөүемдең бер сағылышы ғына. Сөнки һинең һымаҡ егәрле, унған ҡатын, шундай хөрмәткә һәм иғтибарға лайыҡ. Мин һинең теләктәреңде генә тормошҡа ашырҙым. Ә һинең күҙҙәреңдә шатлыҡ сатҡыларын күреү – минең өсөн иң ҙур бәхет!
------------------------
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"