+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Июль 2021, 13:56

БӘПӘЙ КӨТКӘНДӘ Хикәйә Беренсе өлөшө

Земфира иренең ҡосағында иҙрәп йоҡланы, хатта уның ҡасан тороп, сығып киткәнен дә ишетмәгән. Аһ, шундай төн булды бит, ҡолағына нимә тип бышылданы һуң әле, мин һине ғүмер буйы яратырмын, тине шикелле. Юҡ, беренсе тапҡыр әйтмәй, яратышыуҙар шулай мәңгелек булһасы.

БӘПӘЙ КӨТКӘНДӘ Хикәйә Беренсе өлөшө
БӘПӘЙ КӨТКӘНДӘ Хикәйә Беренсе өлөшө

Земфира иренең ҡосағында иҙрәп йоҡланы, хатта уның ҡасан тороп, сығып киткәнен дә ишетмәгән. Аһ, шундай төн булды бит, ҡолағына нимә тип бышылданы һуң әле, мин һине ғүмер буйы яратырмын, тине шикелле. Юҡ, беренсе тапҡыр әйтмәй, яратышыуҙар шулай мәңгелек булһасы.

Ҡатын бөгөн өйөндә, ҡыҙын үҙенә ҡарарға тура киләсәк. Былтыр гәзиткә иғлан биреп, бала ҡараусы яллағайнылар, үҙе лә, ире лә инанды, дөрөҫ эшләгәндәр. Гәзиткә иғланды ла Земфира, «Тәрбиәсе кәрәк, башҡортса һөйләшеү мотлаҡ, эш ваҡыты һәм хаҡы – килешеү буйынса». Ә теләүселәр байтаҡ булды. Тәүге көндә үк йөҙләп кеше шылтыратты. Ун дәғүәсене Земфира үҙе һайлап алды, бер аҙна әңгәмәләшкәндән һуң, теләүселәр өсәүгә ҡалды. Гөлдәр исемлеһен Земфира оҡшатты. Төҫкә-башҡа уртаса, яғымлы, бик матур ҙа түгел. Ире Тәлғәт, ҡыҙының буласаҡ ҡараусыһына күҙ ҙә һалып торманы. «Ҡәҙерлем, был йәһәттән мин һиңә тулыһынса ышанам, үҙең һайлап ал», – тип кенә әйтте.

Әсәһе һөйләнгәйне, анһатҡа сыҡтығыҙ, хәҙер баланы ла кешегә тапшырып ҡуяһығыҙмы, тигәйне. Әллә ниндәй ҡурҡыныс хәбәрҙәр һөйләй башланы. Ана, Үтәгәновтар ике балалы ҡатынды ҡабул иткәндәр, уныһына ире күҙ һалған, өлкән улы, 11 класта уҡыған егет, ҡатынға эҫенеп киткән. Уныһын ҡыуып сығарғандар, ире айырып ебәргән, аҡсанан мәхрүм иткән, балаларын тартып алған. Бахыр ҡатын ҡайҙа барып һуғылырға белмәй йөрөгәндә ауырлы икәнлеге асыҡланған, төшөртөргә һуң икән. Баланың атаһы кем, иреме, әллә теге йорт хужаһымы, шуның улымы, белмәй, ти.

Шым ғына күҙәтеп йөрөнө Земфира, теге ҡыҙға корпоратив бәйләнеш, тип телефон алып биргәйне, кем менән һөйләшкәнен ҡарап барҙы, ҡулында тағы бер телефон күргәйне, йортто һаҡлаусылар аша алдыртты, номерҙарын тикшерҙе, СМС-каларын барланы.

Тәүге йыл тауыш-тынһыҙ ғына үтеп китте. Гөлдәрҙән барыһы ла ҡәнәғәт. Ҡәнәғәт булмай ни, башҡорт телендә генә аралашалар, инглиз телен өйрәнә, йырлай ҙа, бейей ҙә. Мәрәкә өсөн, тип кескәй моделдәр түңәрәгенә йөрөттөләр, журналда һүрәте сыҡты, телевизорҙан күрһәттеләр.

Бөгөн беренсе тапҡыр Гөлдәр, һорап, эш буйынса ҡалаға сыҡты. Ул һорап киткәс, бөгөн йортта кемдер етмәгән һымаҡ. Нимә тине әле ул ҡыҙыҡай:

– Эшем бар, Земфира Миһрановна, өс-дүрт сәғәттән артыҡ йөрөмәм.

– Бик мөһим эшме?

Шымды, өндәшмәне. Үҙе беләлер инде...

Ризалашты Земфира, ҡыҙы менән үҙе ултырып торорға булды. Бергә уйнанылар, йырланылар, ҡыҙының белмәгәне юҡ. Эх, бер малай ҙа кәрәк. Саҡ ҡына үкенгәндәй булды Земфира, Рәйләһе менән бергә үҫерҙәр ине. Тағы бер бәпес кәрәк. Ире лә был хаҡта йыш ҡына иҫенә төшөрә, хатта талап иткәндәй ҙә була. Кисә әллә өндәшергәме икән, тип уйлап ҡуйғайны, ике аҙна күп ваҡыт түгел, тағы бер аҙ көтөргә булды. Үҙенең күңеле лә нимәлер көткән һымаҡ, иртән ҡарап һалған ике алһыу һыҙыҡҡа ғына ҡарап, ышанырға түгел бит инде. Әйтер, йә килеп сыҡмаҫ, алдаған һымаҡ тойолор.

Ҡыҙының хатта ҡыуанып һөнәрҙәрен күрһәтеүе, әсәһенә оҡшаны, ихлас йырлауын күреп күҙҙәре йәшләнде, үҙе лә һиҙмәҫтән ҡулъяулыҡ менән һөртөп алды.

– Әсәй! – тине ҡыҙ, – ниңә илайһың?

– Һиңә ҡыуанып илайым! – тине әсәһе.

– Ә бер көн Гөлдәр апай ҙа иланы.

– Иланы... Кем илатты?

– Белмәйем әсәй, үҙе иланы.

– Нимә тип иланы?

– Атайға илап күрһәтте.

– Атайға?!

– Эйе әсәй, атайға иланы.

– Ә атайың нимә тине?

– Атайым..., ярҙам итербеҙ, аҡса бирәм тине.

– Аҡса, нисә һум бирәм тине?

– Йөҙ һум, юҡ мең һум бирәм тине. Әй, әсәй оноттом инде.

Земфираның йөрәге дарҫлап типте. Бына ишетмәһәң, ишет. Әсәһе күрәҙә һымаҡ була түгелме һуң, барыһын да әйтеп биргән икән. Йә инде, бәлә шулай килә икән. Ул тиклем аҡса нимәгә инде, төшөртөргә итәме, әллә түләп ҡотолорға самалаймы?

– Ҡыҙым, әйт әле, атайың апайҙы ҡосаҡлағас, нимә тине?

Әсәһенең һорауҙары ҡыҙҙы тулҡынландырҙы, ахыры. Ул тотлоҡто, уйланды, нимә әйтергә белмәне.

– Юҡ әсәй, атайым апайҙы ҡосаҡламаны. Ҡулъяулығы менән күҙҙәрен һөрттө. Эйе, ошолай итеп һөрттө.

Йә, Хоҙа. Бала алдында, ниндәй оятһыҙлыҡ. Бығаса күрелмәгән түбәнселек. Ирен һалдырып алғандар, уны күҙ йәштәре менән ҡурҡытҡандар. Ә ул, бер ҡатлы, был хаҡта ҡыҙынан ишетеп ултыра.

Теге аҙнала ғына, ире, Рәйлә үҫте, беҙгә Рәил кәрәк бит, нисек уйлайһың, тип әсәһе алдында һөйләнеп ултырғайны.

Юҡ, Зефмира был хәлде ғәфү итмәйәсәк. Ул тештәрен шығырлатты, уға малай кәрәк булған. Ни тиклем үкенесле, әсәһе был осраҡта ла хаҡлы булып сыҡты. Ҡыҙына күпме әйтте, ҡат-ҡат һөйләнде, икенсе бала менән һуңлайһың тине. Ирем көнө-төнө эштә, тип ҡыуанаһың, ишанма, ирҙе бала менән генә бәйләргә була. Эйе, ир һинеке, егәрле, эшләй белә, аҡсаһын да таба, барыһына ла өлгөрә. Әгәр һин бала табырға теләмәһәң, быны эшләргә теләүсе буласаҡ. Ир-ат түлле ҡатындарҙы ярата. Ә ҡатын-ҡыҙ, хәҙерге заманда, бай ирҙәрҙе аңдып ҡына йөрөй, тигәйне.

– Белмәйем, әсәй, яйы сығыр әле! – тип ҡотолдо Рәйлә.

– Ярай, аҙаҡ үкенерлек булмаһын.

Әсәһе дөрөҫ әйткән икән шул. Бына һөҙөмтәһе лә үҙен көттөрмәне. Земфираның күҙҙәре ирекһеҙҙән йәшләнде. Эргәһендә бер йыуатыусы булһасы.

– Әсәй, әллә һин һаман илайһыңмы? Апай ҙа шым ғына иланы.

Ҡыҙы ҡульяулыҡты алып әсәһенең күҙ йәштәрен һөрттө:

– Илама әсәй, бөтәһе лә һәйбәт булыр. Мин барҙа борсолма.

– Был һүҙҙәрҙе кем әйтте, ҡыҙым?

– Кем әйтте? Атайым әйтте. Эйе, апайға әйтте.

– Ҡосаҡланымы?.. – тине Земфира, көнләшеүҙән шартлай яҙып.

– Юҡ, ҡосаҡламаны, арҡаһынан яратты.

– Апай нимә тине?

– Рәхмәт, ғүмерҙә онотмам, тине. Апай алдында уңайһыҙ, һеҙҙә эшләй алмам, тине.

Онотмаған. Эшкә ялланыу хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйыр алдынан ике арала ғына бик етди һөйләшеү булғайны. Һөйләшеү булмаҫ ине, әлеге әсәһе ныҡышты.

 

Дауамы бар.

 

------------------------

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Ф. Ильясова
Читайте нас: