+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Июль 2021, 07:00

БӘПӘЙ КӨТКӘНДӘ Хикәйә Аҙағы

Земфираның башы ҡатып йөрөй  ине, әсәһе килеп инде. – Нимә булды, кәйефһеҙ күренәһең? – тине. Земфира йәшереп торманы, нисек бар, шулай һөйләп бирҙе.

БӘПӘЙ КӨТКӘНДӘ Хикәйә Аҙағы
БӘПӘЙ КӨТКӘНДӘ Хикәйә Аҙағы

Земфираның башы ҡатып йөрөй  ине, әсәһе килеп инде.

– Нимә булды, кәйефһеҙ күренәһең? – тине.

Земфира йәшереп торманы, нисек бар, шулай һөйләп бирҙе.

– Әйт, ишетеп ҡуйһыy! – тине әсәһе. – Әгәр ул-был сыҡһа, бер нәмә ишетһәм, көнөндә  үк  ҡыуып сығарам, тип әйт. Интернетҡа яҙам, бер ҡайҙа ла эшләй алмаясаҡһың, тип ҡурҡыт.

Земфира нимә тип әйтергә лә белмәне, шулай ҙа һөйләшеп ҡуйырға ҡарар итте:

– Шәхси тормошҡа беҙ ҡыҫылмайбыҙ! – тине ул. – Тик беҙҙең ғаилә ағзалары менән яҡындан аралашыу хупланмай. Үҙең беләһең, ғәиләбеҙҙең тормошо күҙ менән ҡаш араһында, уның хаҡында күберәк белергә теләүселәр бар. Ирем күп эшләй, уңышлы эшҡыуар, йомарт һәм кеселекле. Уның өсөн иң мөһиме – эш һәм ғаилә. Беҙ һине үҙебеҙгә яҡынайтып, бер яҡтан тәүәккәллеккә юл ҡуябыҙ, шуға бер үтенесем бар. Әгәр мөмкин булһа, киләһе йылдың көҙөнә, Рәйлә 1 класҡа барғансы, кейәүгә сыҡмай тор. Әйткәндәй, йөрөгән егетең бармы?

– Бар! – тине ҡыҙ.

– Яҡшы! – тине  Земфира.

Был хәбәр Земфираны шаңҡытҡандай булды, аптырап оҙаҡ ултырҙы. Бер нимә булмағандай уйнап ултырған ҡыҙына иғтибар итте. Ҡара әле, нисек үҫеп киткән, күҙ алдында аҡыллы, сабыр ҡыҙға әйләнеп бара. Әгәр, Рәиләһе шундай үткерлек күрһәтмәһә, әсәһе һаман да бер нимә белмәй, ишетмәй йөрөр ине. Эргәңдә шундай ярҙамсы үҫеүе бер ҙә насар түгел.

Земфираның хәтеренә үҙенең әлеге ике һыҙаты килде. Күренер-күренмәҫ, беленер-беленмәҫ ике алһыу һыҙыҡ тыумаған бала ғүмерен хәл итһенсе. Үҙ ирең балаң эргәһендә һатып ебәрерҙәй булғас, хәҙер кемгә ышанырға инде. Тегеләр икәүләшеп ҡыҙ бала эргәһендә шулай наҙлашҡас, Рәилә юҡта, Рәилә күрмәгәндә әллә нимәләр ҡыйланғандарҙыр әле. 

Әсәһе нимә әйтер икән? Әлбиттә, тантана  итәсәк: “Мин һиңә әйттем бит, ҡыҙым, мине тыңламаһың шул! ” – тип әйтер.

Ә теге ике һыҙыҡ менән нимә эшләргә. Хәйер, хәҙер хәл итмәҫлек мәшәҡәт юҡ. Ҡатындың күҙенә аҡ-ҡара күренмәне,  ярай, ире ҡайтһын әле. Күҙ алдында донъяһы емерелгәндәй булды, уның үткер һыныҡтары һәм ярсыҡтары әле булһа өҫтөнә төшә. Иң мөһиме, был бәләнән еңелерәк ҡотолорға, үҙеңде һәм яҡындарыңды ҡотҡарып ҡалырға. Ә кемдәр ул яҡындарың, ошо ҡыҙыңдан башҡа кемең бар?

Ҡатын сәғәтенә ҡараны,  биш тула, хәҙер теге лә ҡайтып етер инде. Земфира саҡ ҡына уйланып торҙо ла, өй эсендәге бәйләнеш өсөн хеҙмәт иткән рацияны ҡулға алды. Бөгөн кемдәр ултыра икән?

– Тыңлайбыҙ һеҙҙе, Земфира Ғәлиевна! – тинеләр теге башта.

– Тыңлағыҙ! – тине Земфира. – Хәҙер теге бала ҡараусы ҡатын ҡайтырға тейеш.

– Гөлдәрме?..

– Эйе, шул шикелле, бала ҡараусы инде.

– Гөлдәргә нимә әйтергә?

– Уны өйгә керетмәҫкә һәм...

– Нимә тип аңлатырға?..

– Был йортта һеҙҙең хеҙмәтегеҙгә ихтыяж юҡ,  тип аңлатырға.

Поста тороусы аңлап етмәне, шикелле, ҡабаттан һораны:

– Тимәк Гөлдәрҙе өйгә индермәҫкә һәм контракттың өҙөлөүе хаҡында иғлан итергә.

– Эйе, хәҙер ул беҙҙә  эшләмәйәсәк, тейешле аҡса уның картаһына иртәгә күсереләсәк.

Ярты сәғәт тә үтмәне, Земфираның телефоны шылтырай башланы. Ҡатын Гөлдәрҙең шылтыратыуын күргәс тә телефонын һүндереп ҡуйҙы. Бына шулай, әгәр үҙеңде тота белмәһәң, килешеүҙе боҙһаң, ике-өс минут эсендә эшенән ҡыуып та сығарҙы. Бынан һуң бала ҡараусы эҙләп йөрөһәме, үҙеңде һаҡлай белергә кәрәк.

Кисен ире күңелле генә итеп ҡайтып керҙе, ҡыҙын ҡосаҡлап, күтәреп алды, ҡатынын үбергә үрелде. Уныһы бик уҡ тупаҫлыҡ күрһәтмәһә лә, һаҡ ҡына этеп ҡуйҙы. Хужа тирә-яғына ҡараны ла:

– Ә ҡайҙа беҙҙең Гөлдәр? – тине һәм дипломатынан бер төргәк аҡса сығарҙы ла ҡатынына һондо. – Үҙенә бирерһең.

– Ә был нимә?

– Аҡса!

– Ниндәй аҡса? Беҙ уға тейешме?..

– Бер көн ярҙам һорағайны. Беҙҙең Гөлдәр кейәүгә сығып йөрөй бит, егете диплом алған. Ҡуртымға фатир тапҡандар, аҡсаны алдан талап итәләр икән.

Земфира нимә әйтергә лә белмәне:

– Ул бөгөн һорап китте, – тип кенә әйтә алды. – Ә расписка алырғамы?

– Үҙең ҡара, алһаң да була.

– Аҡса шуның өсөн генәме?

– Әлбиттә. Әллә һиндә башҡа фекерҙәр бармы.

– Бар. Әгәр был фекер һине ҡыҙыҡһындырһа.

Ире һағайҙы, ентекләп ҡатынына ҡараны:

– Әгәр уға минең дә мөнәсәбәтем булһа, иғтибарға лайыҡ  тиһәң, мин уны ҡыуанып ҡабул итәсәкмен.

Земфира уң ҡулын  асып, иренә күрһәтте.  Унда ике алһыу һыҙыҡ ята ине. Шул ваҡыт ире уны күтәреп алды, шатлығынан  өйрөлтөп алды. Уларға  ҡыҙҙары Рәилә килеп ҡушылды.

Шул ваҡыт Земфираның телефоны тағы шылтыраны. Ҡараһа әлеге Гөлдәр икән.

– Беҙ һине иртәгә көтәбеҙ! – тине Земфира.

– Кемде көтәһегеҙ? – тине  ире.

– Кем икәнлеге билдәле инде, Рәйлә менән Рәилде ҡарарға кеше кәрәк бит.

 

------------------------

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Ф. Ильясова
Читайте нас: