+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Июль 2021, 16:07

ҠОН ҠАЙТАРЫУ Хикәйә

Миңнулла эшкә китеп бара. Эш тиһәң, әлбиттә, артығыраҡ булыр, тамаҡ хаҡына тип әйтерлек ауыл байы Ғилмуллаға йорт эштәрендә ярҙам итәләр. Ашарға бер сама – уныһына ғына түҙергә була. Иң йәтеше шул: эсерә, ҡайҙан тапҡандыр суррогатын, йәлләп тормай. Ауыл асарбаҡтары кинәнә инде. Кисә лә нисек ҡайтып ҡолағанын хәтерләмәй. Миңнулланың ҡаршыһына Насип сыҡты. Уныһын кисә кемдер бик матур итеп биҙәгән. Маңлай уң яҡтан ярыҡ, ике күҙ ҙә күм-күк. Миңнулла ярһып китте – оло кешене шул тиклем иҙмәһәләр.

ҠОН ҠАЙТАРЫУ  Хикәйә
ҠОН ҠАЙТАРЫУ Хикәйә

Миңнулла эшкә китеп бара. Эш тиһәң, әлбиттә, артығыраҡ булыр, тамаҡ хаҡына тип әйтерлек ауыл байы Ғилмуллаға йорт эштәрендә ярҙам итәләр. Ашарға бер сама – уныһына ғына түҙергә була. Иң йәтеше шул: эсерә, ҡайҙан тапҡандыр суррогатын, йәлләп тормай. Ауыл асарбаҡтары кинәнә инде. Кисә лә нисек ҡайтып ҡолағанын хәтерләмәй. Миңнулланың ҡаршыһына Насип сыҡты. Уныһын кисә кемдер бик матур итеп биҙәгән. Маңлай уң яҡтан ярыҡ, ике күҙ ҙә күм-күк. Миңнулла ярһып китте – оло кешене шул тиклем иҙмәһәләр.

– Кемдең эше? – тине Миңнулла, йоҙроғон төйнәп. – Әйҙә, барып кәрәген бирәбеҙ.

– Кем булһын, үҙемдекеләр инде, – тине уңайһыҙланып ҡына Насип. – Рифте әйтәм, эсеп ҡайтҡан. Шул ҡоторҙо.

– Әйҙә кәрәген бирәйек, – тине Миңнулла. – Ҡайҙа йөрөй әле?

Насип ҡурҡынып тирә-яҡҡа ҡараны:

– Сеү, ишетеп ҡалмаһын. Боксер бит ул. Әйҙә, киттек.

Ғилмулланың үҙҙәре һымаҡ ирҙәрҙең башын төҙәтеп торған сағына тура килделәр. Маҡтай-маҡтай эсерә хужа. Тегеләр ҙә рәхмәттәрен йәлләмәй.

– Әл дә һин бар, Ғилмулла ҡустым, – тине Миңнулла. – Әтеү колхозды бөтөрөп, тамам эшһеҙ иттеләр бит беҙҙе.

– Ауыл халҡын юҡ итер өсөн генә эшләнгән эш был, – тип һүҙгә ҡушылды Насип. – Ниңә, беҙ эшләмәҫлек кешеме ни?

Байҙың эше бөтәме, көнө буйы ҡыялдылар. Һаҫыҡ араҡыһы ла бөтәһе түгел. Кискә ҡарай тағы бер аҙ ҡапҡыланылар ҙа ҡайтырға ыңғайланылар. Миңнулла Насип менән тағы һөйләшеп алды.

– Хәҙер шулай туҡмалып йәшәрһең микән?

– Ҡайҙа барайым һуң, минең башҡа һыйыныр урыным юҡ.

– Полицияға бар, – тип ҡотортто Миңнулла. – Ғүмер буйы колхозда эшләнек, һине лә, мине лә яҡламағас, нимәгә ул полиция? Ана теге, нисек әле, Росгвардия тигәне бар. Улары ла иҫеректәрҙе аңдып ҡына йөрөй икән.

– Ҡуй, ҡорҙаш, мәңге улай булмаҫ әле.

– Әйҙә, икәүләп үҙен дөмбәҫләйек, – тине Миңнулла.

– Ҡуй, эзвир бит ул, эзвир. Төрөп һалыр. Үҙ атаһын аямаған кешелә иман бармы? Әйҙә йотоп ҡуяйыҡ. – Насип ҡуйынынан шешәһен сығарҙы.

– Һай-һа-ай, быны ҡайҙан эләктерҙең?

– Теге ҡомһоҙ сыҡҡан арала тығып ҡуйҙым. (“Һәнәк” эскегә ҡаршы).

Ауыҙынан ғына уртлап эстеләр ҙә икеһе ике яҡҡа атланы. Насипты йәлләне Миңнулла, хатта артына боролоп ҡарап ҡалды. Арыған иҫерек ир теләр-теләмәҫ кенә атлай өйө яғына. Йә инде, үҙ улыңдан туҡмалып йәшә. Ҡара, язаға атлаған һымаҡ китеп бара.

Миңнулла өйөнә ыңғайланы һәм үҙенекеләрҙе уйланы. Уныҡылар ҙа бер түгел, икәү бит әле. Атайға ҡул күтәреп кенә ҡараһындар, Миңнулла аяп тормаҫ, күрмәгәндәрен күрһәтер.

Иҫерек ир килеп инеүгә Сәрби ҡаршыһына сыҡты. Өлтөрәп торған ҡатынын күргәс, Миңнулланың йәне көйҙө.

– Нимә көтөп тораһың бында? – тип ҡатлы-ҡатлы һүгенде лә бисәһенә һуғып та ебәрҙе. Уныһы шаҡ итеп стенаға бәрелде.

– Атаһы, сеү, малайҙарың ҡайтты, – тип өндәшеп өлгөрҙө.

– Ҡайтһа ни, шунан нимә булған?

Шау-шыуҙы ишетеп, ҡаласа матур ғына кейенгән ике малайы килеп сыҡты.

– Һаумы, атай, беҙ ҡайттыҡ, – тине улар.

– Йә, шунан, ҡайтһағыҙ ни булған?

Иҫеректең йоҙроҡтары ҡатынының башына барып етә алманы. Малайҙарының өлкәне, Низамы, йоҙроҡто йәтеш кенә итеп эләктереп алды ла, ҡулдарын шаҡарып:

– Етте, атай, – тип шым ғына өндәште.

Аһ, был атаһына ҡул күтәрҙе түгелме һуң?! Һин уларҙы үҫтер, ҡара, тәрбиәлә, ашат, эсер, ә улар һине туҡмарға ҡайтҡан! Ярһыған, тамам сығырынан сыҡҡан Миңнулла кесеһенә һуғып ебәрҙе. Уныһы янтайырға уйламаны ла, атаһының беләгенән тотоп алды. Шундай итеп киҙәнде, ләкин һуҡманы.

Миңнулла тамам шашты.

– Маңҡалар, әрәмтамаҡтар! Һеҙ мине туҡмарға ҡайттығыҙмы?

– Юҡ, атай, тыныслан инде, – тине лә ҡулдарын ысҡындырҙы.

Миңнулла һуғышыу ҡомарынан арынмағайны әле. Ул яңынан киҙәнде, ләкин улы эләктереп, баяғыса ҡулын шаҡарып, иҙәнгә эйеп ҡуйҙы.

– Ҡарауыл, үлтерәләр! – тип ҡысҡырҙы Миңнулла. – Ҡарағыҙ, ғибрәт алығыҙ!

Улдары аталарын ысҡындырҙы.

– Ҡуй әле, атай, һиңә берәү ҙә теймәй.

Асыуынан шартлар хәлгә еткән ир шул ваҡыт киҙәнеп ҡатынына тағы һуҡты. Улдары, аталарын тағы ла эләктереп, был юлы иҙәнгә һуҙып уҡ һалды.

Ә әсәләре илай ҙа илай.

– Әсәй, ныҡ һуҡтымы ни? – Өлкәне ҡосаҡлап алды.

Шул ваҡыт әсәләре үкһеп-үкһеп иларға кереште.

– Әллә бик ныҡ булдымы, әсәй? – тип, кесеһе лә әсәһе эргәһенә килде.

Әсәләре бер һүҙ өндәшмәй килеп иренә торорға ярҙам итте.

– Ниңә туҡмайһығыҙ уны? Ул бит һеҙҙең атайығыҙ! Уны туҡмар өсөн ҡайттығыҙмы ни? Теймәгеҙ, ҡағылаһы булмағыҙ! – тип һамаҡлай-һамаҡлай Миңнулланы иҙәндән торғоҙҙо, һаҡ ҡына өҫтөндәге бысраҡ кейемде, итеген һалдырҙы.

Миңнулланың араҡыға томаланған аңында шундай фекер яралды: улдары үҫте, заман үҙгәрҙе, хәҙер элекке һымаҡ булмаясаҡ һәм уға, бик теләмәһә лә, буйһонорға тура киләсәк.

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: