Гөлниса эштән ҡайтып килә. Бөгөн көн бик ауыр булды, хатта еңелсә генә тотоп килгән рүле лә таштар тейәлгән йөк һымаҡ. Бик ҡыйын да булмаҫ ине, әгәр ире Таһир менән шаҡтай низағлы һәм аңлайышһыҙ бәхәскә инмәһәләр. Һуңғы ун ике йылда беренсе тапҡыр бит әле.
«Ҡыҙым, байлыҡ мәсьәләһенә ҡағылһа, бик бөтөрөнмә. Табылмаған табыш күп булыр, һәр береһен үҙ файҙаңа бороу кәрәкмәҫ», – тип әйтә торғайны өләсәһе.
Табылмаған табыш... Ҡайһылай үткер әйткән өләсәһе. Донъя табыштан ғына тормай бит әле. Бәлки юғалтыуҙар ҙа булырға тейештер.
Ҡатын тағы ла ире хаҡында уйланды. Ҡала ҙур түгел, шуға күптәр бер-береһен танып белә. Ирле-ҡатынлы Сабитовтарҙың берлектәге бизнесы бында уңышлыларҙан иҫәпләнә, шуға күрә көндәштәр ҙә көнләшеүселәр ҙә етерлек. Гөлниса эшен ҡала үҙәгендә урынлашҡан ике ҡатлы ашхананан башлағайны. Тәүге осор күберәк үҙенә эшләргә тура килде, тәмле бешергәс, кешеләр ҙә күбәйҙе, заказдар ҙа артты. Көн һайын төшкө ашҡа йөрөүселәр араһында Таһир исемле йәш егет үҙенең ипле һәм итәғәтле булыуы менән айырылып торҙо. Ул да эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә икән. Станоктар төҙөү заводында ашханаһы булған, ләкин предприятие бөлгәс, эшҡыуарлығын ташларға тура килгән. Кредиторҙар ашхана бинаһын һатырға ҡарар иткәс, Таһир уны үҙенә эләктереү хыялы менән яна башлаған.
Бер көн Таһир Гөлнисаның ашханаһына кисен килеп керҙе һәм уны үҙенең уй-ниәттәре менән таныштырҙы. Шундай хәбәрҙәр йөрөй, ҡалала бюджет ҡарамағындағы учреждениелар өсөн дөйөм туҡланыуҙы берләштереү, хаҡтарҙы төшөрөү, сифатты яҡшыртыу талабы ҡуйылған икән. Был эш өсөн конкурс иғлан итергә булғандар, ләкин ғәйәт ҙур эште башҡарып сығарырлыҡ предприятие табылмаған.
– Әллә ошо эшкә икәүләп тотоноп ҡарайыҡмы? – тине Таһир Гөлнисаға өмөт менән ҡарап.
Ҡатын был хаҡта күптән ишеткәйне инде. Ауыр, яуаплы, ләкин ҡулдан килмәҫтәй эш түгел. Башҡа ҡалаларҙа туҡланыуҙы яңыса ойоштороп, сифатты яҡшыртҡандар. Ләкин еңел генә эш түгел, сөнки мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын, дауаханаларҙы йыл әйләнәһенә тип әйтерлек һәр кем яратып ашарлыҡ аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп торорға кәрәк.
Ике ҙур ғына туҡланыу предприятиеһының ҡушылыуы ҡала өсөн дә отошло булмаҡсы. Хакимиәт ышанды, уларға мул ғына кредит алырға ярҙам күрһәтте. Ике йыл эсендә Гөлниса менән Таһир ҡаланың танылған кешеләренә әйләнде, дәртләнеп, ең һыҙғанып эшләнеләр. Ир менән ҡатын бер-береһен һынанылар һәм ышандылар, берлектәге бизнес өсөн ғаилә кәртә түгел, киреһенсә, яуаплылыҡты арттырҙы. Улар өйләнешергә ҡарар итте һәм бәләкәй генә туй ҙа үткәрҙеләр. Эш шуға барып етте, ошо хаҡта һуңлап ҡына ишетеп ҡалған ҡала хакимиәте башлығы яңы ғаилә ҡороусыларҙы үҙе килеп, ҡотлап сығыуҙы кәрәк тип тапты.
– Саҡырыуһыҙ-ниһеҙ килеп инеүемә ғәжәпләнмәгеҙ! – тине башлыҡ. – Мин үҙемде һеҙҙең алда бурыслы тоям. Сөнки һеҙ ҡаланың туҡланыу өлкәһендә революция яһанығыҙ. Һеҙҙең өсөн хәҙер “тәмле” һүҙе үҙ мәғәнәһенә эйә булды. Мин үҙем көн һайын һеҙ бешергән аштарҙы ифрат яратып ашайым. Шик юҡ, хакимиәткә һеҙ тәмле бешерергә бурыслы. Ләкин ҡайһы бер туҡланыу үҙәктәрендә минең үҙ күҙәтеүселәрем бар. Балалар баҡсаһына йөрөгән дүрт йәшлек улым һәм бишенсе класта уҡыған ҡыҙым, бөгөн ашанығыҙмы тигән һорауыма ҡыуанышып, эйе, ашаныҡ, бик тәмле бешергәндәр, тип яуап бирәләр. Киләсәктә үҙегеҙҙең балаларығыҙға ла һеҙ бешергән ризыҡтар өсөн уңайһыҙланырға тура килмәһен.
Юҡ, Таһир менән Гөлниса эштең дә, аштың да ҡәҙерен белде, байтаҡ маҡтауҙарға һәм наградаларға лайыҡ булды. Ләкин күпме генә йөрөмәһендәр, дауаланмаһындар, уларҙың үҙ балалары булманы. Тәүҙә эшкә әүрәп, был мөһим мәсьәләгә иғтибар итмәҫкә тырыштылар. Ана булыр, бына булыр тигән өмөт йәшәтте уларҙың икеһен дә.
Ошо хаҡта һүҙ сыҡһа, Таһир ҡыҙып китә, тупаҫ һүҙҙәр әйтә башланы, ә Гөлниса бар көсөн ғаиләне һаҡлауға исраф итте, күпселек осраҡта өндәшмәне.
– Ирегеҙ һеҙҙең, моғайын, спортсы булғандыр, – тине табип ҡатынға ҡарап. – Саңғысы, йә йүгереүсе.
– Эйе, – тип кенә әйтә алды Гөлниса, сервантта торған бер нисә кубокты иҫенә төшөрөп.
Таһир элекке ғәҙәтен әле лә ташламай, яйы сыҡҡанда һирәкләп булһа ла саңғыға баҫа. Хатта, кәйефе булһа, элекке еңеүҙәрен иҫкә төшөрә.
Шулай ҙа Өфөгә барып, икәүләп дауаханала медицина тикшереүе үтеп ҡайттылар. Бер айҙан уларға тикшереү һөҙөмтәләре килде. Гөлниса ҡағыҙҙарҙы иренә күрһәтеп ҡарағайны, тегеһе туҙынды ла китте, беренсе битен күреү менән ырғытып ебәрҙе:
– Нимә етмәй һиңә, ниңә йәнемде үртәйһең? – тип екеренде ул ҡатынына. – Әллә минең сығып китеүемде теләйһеңме.
– Юҡ,– тине ҡото осҡан ҡатын. – Бәлки...
– Бәлки булһа, хушлашабыҙ.
Гөлнисә шул көндән был хаҡта бер ауыҙ һүҙ ҙә өндәшкәне булманы. Хатта балалар йортонан тәрбиәгә бала алыу хаҡында теләген дә иренә еткерә алманы.
Икеһе лә эшкә күмелде һәм ғаилә, балалар, киләсәк хаҡындағы уй-хыялдар икенсе сиратҡа ҡалды. Сөнки Гөлниса шуға төшөндө, Таһир ҡасандыр уңышлы ғына спортсы булған, еңеүҙәр уға ят түгел, ул әле лә чемпион, ә бына балалар үҫтереү һымаҡ көнкүреш мәшәҡәте уны борсомай. Эш шуға барып етте, ҡасандыр берлектәге табышлы һәм ауыр иҫәпләнгән бизнес тулыһынса уның ҡулына күсте, хатта уның нигеҙен һалған, ошо көнгә тиклем тотоп килгән Гөлниса ябай идарасы кимәленә тиклем төшөрөлдө һәм төп финанс сығанаҡтарынан аҡрын ғына ситләтелде. Ҡала халҡы араһында уларға ҡарата мөнөсәбәт үҙгәрҙе, төрлө хәбәр таралды, уйҙырмаһы, ысыны бергә ҡушылды һәм һис тә уңышлы эшҡыуар Сабитовтарҙың абруйын күтәрмәне.
Табылмаған табыш... Өләсәһе дөрөҫ әйткән, нәфсене ваҡытында тыя белергә кәрәк шул. Ә Таһир был хаҡта уйлауҙан алыҫ тора ине. Теге ваҡыт башлыҡтың туйҙағы ҡотлауын үҙенә эш өсөн күрһәтмә итеп алды, икенсе көнөнә үк уның балаларының ҡайҙа туҡланыуын, ҡатынының ҡайҙа хеҙмәтләндереүгә өҫтөнлөк биреүен асыҡланы. Әгәр иң ҙур түрә ҡәнәғәт икән, ниңә башҡалар өсөн борсолорға. Гөлниса түҙмәне, сифатһыҙ ит, технологияны боҙоу, яуапһыҙлыҡ хаҡында барыһын да түкмәй-сәсмәй яҙып, эш араһында иренә тотторҙо. Сөнки һуңғы арала ул өйҙә бик һирәк була, йә комадировкала, йә кәңәшмәлә юғалып ҡуя.
– Рәхмәт, ҡәҙерлем! – тине ул ҡатынына.– Уҡырмын һәм фекеремде әйтермен.
Бөгөн ул ҡатынын үҙенең кабинетына саҡыртып алды һәм Гөлниса Сабитованы эштәге етешһеҙлектәре, контракт талаптарын боҙоуы, яуапһыҙлығы өсөн вазифанынан бушатылыуы хаҡында иғлан итте.
Дауамы бар.
------------------------
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"