+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
21 Июль 2021, 15:00

ТАБЫЛМАҒАН ТАБЫШ... Хикәйә Икенсе өлөшө

Үҙенсә еренә еткереп, мөләйем генә ҡарап, итәғәтле генә итеп хәбәр итте был хаҡта Таһир. – Һорауҙарың бармы? – тине ул, ҡатынына ҡарап. – Юҡ, – тине Гөлниса. – Бер һорауым да юҡ. Еренә еткереп яҙғанһың. Ошоноң менән беҙҙең мөнәсәбәттәр өҙөләме? – Һорауығыҙ өсөн рәхмәт, – тине Таһир. – Беҙҙең мөнәсәбәттәр бының менән өҙөлмәй, өҙөлә башлай ғына. – Шулай уҡмы? – тип яңғыратып көлдө Гөлниса. – Тимәк, мин бөтөнләй эшһәҙ ҡалам? – Юҡ, һеҙҙең һымаҡ ҡиммәтле етәксе кәрәк буласаҡ. Бөгөндән бер нисә вариант үҙем тәҡдим итә алам. – Борсолма, Таһир, – тине ҡатыны. – Был мәсьәләне әле мин үҙем хәл итерлекмен.

ТАБЫЛМАҒАН ТАБЫШ...  Хикәйә  Икенсе өлөшө
ТАБЫЛМАҒАН ТАБЫШ... Хикәйә Икенсе өлөшө

Үҙенсә еренә еткереп, мөләйем генә ҡарап, итәғәтле генә итеп хәбәр итте был хаҡта Таһир.

– Һорауҙарың бармы? – тине ул, ҡатынына ҡарап.

– Юҡ, – тине Гөлниса. – Бер һорауым да юҡ. Еренә еткереп яҙғанһың. Ошоноң менән беҙҙең мөнәсәбәттәр өҙөләме?

– Һорауығыҙ өсөн рәхмәт, – тине Таһир. – Беҙҙең мөнәсәбәттәр бының менән өҙөлмәй, өҙөлә башлай ғына.

– Шулай уҡмы? – тип яңғыратып көлдө Гөлниса. – Тимәк, мин бөтөнләй эшһәҙ ҡалам?

– Юҡ, һеҙҙең һымаҡ ҡиммәтле етәксе кәрәк буласаҡ. Бөгөндән бер нисә вариант үҙем тәҡдим итә алам.

– Борсолма, Таһир, – тине ҡатыны. – Был мәсьәләне әле мин үҙем хәл итерлекмен.

Гөлниса контракттың өҙөлөүе тураһындағы документҡа ҡултамғаһын ҡуйҙы ла тиҙ генә сығып китте. Ғәҙәт буйынса, сумкаһынан “Тойота”һының асҡысын алырға үрелде, һәм күҙ алдынан, уның автомобилен тейәп, эвакуатор үтеп киткәне күренеп ҡалды. Гөлниса кабинетына ингәндә, ҙур йәшниккә тултырып, уның кәрәк-яраҡтарын да сығарып ҡуйҙылар.

Иң тәүҙә Гөлниса әхирәтенә шылтыратты. Вера Сергеевна менән байтаҡ йылдар элек бергә башлағайнылар, төрлө йылдар, ваҡыттар, ваҡиғалар булды, ләкин бер-береһен ташламанылар. Ике йыл элек ире менән айырылышҡайны, шул ваҡыт уға Гөлниса ныҡ ҡына ярҙам итте. Бына хәҙер шундай уҡ ярҙам уның үҙенә лә кәрәк булыуы бик ихтимал.

– Ишеттем-ишеттем, – тине Вера, Гөлниса уға шылтыратыу менән. – Шулай бөтөрөн күңелем һиҙә ине. Әйҙә, кил, ултырайыҡ, һөйләшәйек, кәңәшләшәйек.

Килеп инеү менән Вера Гөлнисаны ҡосаҡлап алды.

– Кәүҙәңде төҙ тот, йылмай. Һин нимә, эштән ҡыуҙы, йортомдо тартып алды, бизнесымды үҙләштерҙе, хәҙер донъя бөттө, тип уйлайһыңмы? Бөтмәйәсәк, көрәшәсәкбеҙ.

Гөлниса  йорт, бизнес хаҡында ишеткәс, тамам ғәжәпкә ҡалды.

– Вера, һин ниндәй йорт, бизнес һөйләйһең? Әлегә һүҙ эштән сығарыу хаҡында ғына булды.  

– Вот это да! – тине Вера. – Тимәк, әйтергә ҡурҡҡан.

– Нимә хаҡында?

– Ишетмәнеңме ни? Ул айырылышырға ғариза биргән, бизнес хәҙер уға ғына ҡала, етмәһә, икегеҙҙең өйөгөҙҙө лә тулыһынса үҙенә яҙған.

Бәй, хәҙер өй ҙә уныҡымы ни? Гөлниса уны махсус проект буйынса үҙе, бик теләп төҙөгәйне. Ниһайәт, уның үҙ өйө бар. Ҡыҙыҡ, хәҙер ул йортҡа кемдәр хужа икән? Вера шкафтан коньяк сығарҙы. Ҡойҙо. Сәкәштерҙеләр, ләкин эсмәнеләр (“Һәнәк” эскегә ҡаршы).

– Йә, һөйлә, аҡыллым, ентекләп һөйлә, мин күберәк белергә тейешмен.

Гөлниса бөтәһен дә һөйләне: ҡасан танышыуҙары, нисә йыл йәшәүҙәре.

Вера, аҡыллы ҡатын, былай тине:

– Ужас, ун ике йыл йәшәгәнһегеҙ. Ир менән ҡатын өсөн уртаҡ бизнес – мөмкин булмаған эш. Башҡорттар был хаҡта нимә ти әле? Уртаҡ малды эт йыймаҫ, тиҙәрме әле? Дөрөҫ әйткәндәр. Ғүмер баҡый шулай булды. Ир-ат эштән сығып, йонсоп, ябығып, үлә яҙып килеп инә, етмәһә, көнө-төнө эсә, ә бер-ике көн айнып, кеше булһа, тамаҡ төбө менән һөйләшә, кешеләрҙе эскелектә ғәйепләй. Ә инде байып китһә, үҙенең хеҙмәт батырлығы, нисек итеп мал туплауы, кемдәрҙе нисек алдауы хаҡында һөйләй һәм бисәһенән ҡотолоу юлдарын эҙләй башлай. Мин тап шундай нәфселе ирҙең ҡорбаны булдым. Бына, әхирәтем минең, ундай көн һиңә лә килде.

Вера үҙенең иң яҡын хеҙмәткәрҙәренең береһенә задание бирҙе:

– Бына һиңә мөһим эш. Бына ҡала туҡланыу комбинаты директоры – уның тураһында бөтә мәғлүмәт, ыңғайы, киреһе, насары һәм бик насары – минең өҫтәлемдә ятырға тейеш.

Ярты сәғәт тә үтмәне, Вераға ҡыҙыл папка эсендә ике бит ҡағыҙ керттеләр.

Әхирәте уҡыған һайын Гөлнисаның йөҙө ҡараңғыланды, сәстәре үрә торғандай булды.

– Бына, тыңла, әхирәткәйем, – тине Вера, – тик миңә асыуланма, бында яҙылғандар барыһы ла дөрөҫ. Республиканың саңғы спорты буйынса чемпионы, олимпия резервына кандидат. Үҙе һымаҡ саңғысы Елена М. менән йәшәгән, балаһы буласағы тураһында ишеткәс, өйләнеүҙән баш тартҡан. Саңғысы балаһын күтәреп ҡайтып китергә мәжбүр булған. Ҡатын алиментҡа биреп ҡараған, ләкин беҙҙең герой түләүҙән баш тартҡан. Эскәне һәм режимды боҙғаны өсөн спорт командаһынан ҡыуылған. Былары ҡыҙыҡ түгел... Һуңғы йылдарҙағы батырлыҡтары. Аҙыҡ-түлек колледжы студенткаһы менән мөхәббәте теркәлгән, секретаршаһын эштән ҡыуған, бына уның мәғлүмәттәре. Ә хәҙерге секретаршаһы унан бала тапҡан, дүрт айлыҡ малайы бар, әле ул декрет ялында.

– Булыуы мөмкин түгел! – тине Гөлниса.

– Белмәйем, булғанмы-булмағанмы, минең эшем түгел, бында шулай          яҙылған.

– Дөрөҫ тип уйлайһыңмы?

– Минең ышанмаҫҡа хаҡым юҡ.

Гөлниса элек Өфөләге дауахананан килгән һығымталарҙы иҫенә төшөрҙө:

– Әллә хаталандылармы икән? Хәйер, ваҡыт үҙгәреп тора. Ә теге саңғысы ҡыҙҙағы улын, мәҫәлән, сирләгәнгә тиклем тыуғандыр тип аңларға мөмкин.

– Да-а, – тип һығымта яһаны Вера. – Ауыр буласаҡ, ләкин беҙ еңергә тейешбеҙ. Шуны онотма: ир-аттың бер йомшаҡлығы бар.

– Ниндәй йомшаҡлығы?

– Улар бер тапҡыр еңһә, ҡатын-ҡыҙҙың ҡурҡыуын һиҙһә, шунда уҡ тыныслана һәм үҙен яңы ҡаҙаныштарға әҙерләй башлай. Шулай булғас, һин хәҙер ҡиәфәтеңә еңелгән, ташланған, юҡ ителгән ҡатын битлеген кей. Һинең йөҙөңдән ҡайғы һарҡып торорға тейеш. Ҡайғырмай ни, һинең ирең, һине алдап, бизнесыңды тартып алды. Етмәһә, балаһы бар. Ҡара уны, һинең бер ҙә ҡайғырғаның тойолмай.

– Улайһа, илап күрһәтәйемме?

– Юҡ-юҡ, мотлаҡ түгел. Һинең ир...

– Элекке ирең, тип әйт.

– Юҡ, элекке тип әйтергә телем әйләнмәй, сөнки ул һиңә әйләнеп ҡайтасаҡ.

– Ҡайтһын, ҡарарбыҙ.

– Мин дә шулай тим, сөнки һинең күҙҙәреңдән уны кире өйөңә кертергә әҙер икәнеңде күрәм. Тик шуны ғына асыҡлай алмайым – һинең өйөң һиңә ҡалдымы, әллә юҡмы икән?

– Ҡурҡытма, йәшәр урынһыҙ бомжға әйләнһәм, мин ҡайҙа барайым?

– Ҡайҙа бараһың? Миңә киләһең.

– Һин керетерһеңме һуң?

– Әлбиттә. Ә хәҙер һин минең юрист менән һөйләш, миңә һөйләгәндәрҙе уға еткер.

Юрист менән Гөлниса Вераның төпкө бүлмәһендә төшкө ашты ла ашарға бармайынса бик оҙаҡ һөйләштеләр. Юристы ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бик күп ине. Уның менән ни тиклем оҙағыраҡ һөйләшһә, эш шул тиклем ҡатмарлыраҡ төҫ алды, ваҡыты менән Гөлнисаның өмөтө өҙөлдө, үҙен еңелгән һымаҡ итеп тойҙо, хатта йәшәгеһе килмәй башланы.

Шул ваҡыт  Вера Гөлнисаға бөгөн ҡала гәзитендә донъя күргән фотоларҙы сығарып күрһәтте. Ул мәҡәләлә урындағы дөйөм туҡланыу предприятиеларындағы етешһеҙлектәр, арзан хаҡҡа сифатһыҙ ит хаҡында әллә ниндәй уйҙырмалар яҙғандар.

– Ә хәҙер бында ҡара, – тип Вера предприятиеның интернеттағы сайтын асып күрһәтте. “Буйвол ите менеджерҙың башын ашаны”, тип яҙығайны унда. Йәнәһе, предприятиеның хужаһы Таһир Сабитов ит менән тәьмин итеү өсөн яуаплы менеджерҙы эшенән ҡыуған һәм хәҙер эштәр тиҙ генә яҡшырасаҡ.

Артабан инде рәхмәтле ата-әсәләрҙең тәмленән-тәмле ризыҡ бешергәндәре өсөн маҡтау һүҙҙәре килтерелгән.

Кисен арып өйөнә ҡайтып китте Гөлниса. Уйлап ҡуйҙы: әллә ҡул һелтәйем дә ҡуяйыммы икән, тине. Өләсәһе әйтмешләй, табылмаған табыш күп, барыһын да табып бөтөп булмай. Берәй эшкә тотонор, ана, Вера үҙенә саҡыра. Әгәр бында һыймаһа, башҡа ҡаланан урын ҡарарға мөмкин.

Гөлниса ирен иҫкә төшөрҙө. Уныһы, еңеүенә ҡыуанып, шатлығынан нимә эшләргә белмәй ултырамы икән? Вера дөрөҫ әйтә – бизнесты бергә ҡороу төптө хата булған. Ул көндәр кире әйләнеп ҡайтһа, Гөлниса уртаҡ эшҡыуарлыҡҡа бармаҫ, Таһирҙы ла яҡын килтермәҫ ине.

Такси Гөлнисаның өйө эргәһендә туҡтаны. Тәҙрәләрҙән бөтә ҡаттарҙа ла ут янғаны күренә. Ул юҡта бында кем йөрөй икән? Әллә Таһир бында ла килеп еткәнме?

Гөлниса оҙаҡ ҡына ҡапҡа шаҡығандан һуң:

– Кем бар унда? – тип тупаҫ екергәндәре ишетелде.

– Мин, Гөлниса Сабитова, ошо йорттоң хужаһы.

– Ниндәй хужаһы? Вы уволены! Китегеҙ, хәҙер полиция саҡыртам!

Биш минут та үтмәне, уттарын ялпылдатып, ике яҡтан ике полиция машинаһы килеп туҡтаны. Бер минут үтмәне, Ландкрузер менән Таһир ҡайтып етте. Уны күреү менән, полицейскийҙар ғәфү үтенеп, икеһе ике яҡҡа сығып осто.

– Таһир, әйт әле, был ниндәй комедия? – тине аптыранған Гөлниса.

– Үҙең ҡорған комедия, – тине Таһир күҙен дә йоммай. – Һиңә бында кем килергә ҡушты?

– Нисек кем ҡушты? Был өйгә минең һинеке һымаҡ уҡ хоҡуғым бар.

– Был йорт – предприятиеның милке. Әгәр һин унда эшләмәйһең икән, торлаҡҡа хоҡуғың юҡҡа сыға. Бына асҡыс, ошо адрес буйынса бараһың, бөтә кейем-һалымың, шәхси әйберҙәрең шунда.

– Рәхмәт, – тине Гөлниса. – Беренсе тапҡыр күсенгән саҡта бер мәшәҡәт тә күрмәнем. Тик һөҙөмтәһе нисек булыр – белмәйем.

Ҡатын такси водителенә ҡалаға ҡуҙғалырға ҡушты.

Дауамы бар.

Автор:Ф. ИЛЬЯСОВА.
Читайте нас: