-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Июль 2021, 09:56

ТАБЫЛМАҒАН ТАБЫШ… Хикәйә Өсөнсө өлөшө

Бер бүлмәле фатирға килеп ингәс ошо көндәрҙә ҡатын беренсе тапҡыр үҙенең алданыуына төшөндө. Юҡ, уны алдап ҡына ҡалманылар, таланылар, кинәнә-кинәнә аяҡ һөрттөләр һәм ҡыуанып, мәсхәрә иттеләр.

ТАБЫЛМАҒАН ТАБЫШ… Хикәйә Өсөнсө өлөшө
ТАБЫЛМАҒАН ТАБЫШ… Хикәйә Өсөнсө өлөшө

Бер бүлмәле фатирға килеп ингәс ошо көндәрҙә ҡатын беренсе тапҡыр үҙенең алданыуына төшөндө. Юҡ, уны алдап ҡына ҡалманылар, таланылар, кинәнә-кинәнә аяҡ һөрттөләр һәм ҡыуанып, мәсхәрә иттеләр.

Табылмаған табыш... Күпме мал артынан ҡыуырға мөмкин, Гөлниса быға тиклем дә насар йәшәмәне. Өләсәһе лә  һөйләгән һайын шуға ишаралай ине. Баҫалҡы йәшәргә өндәй торғайны. Йәнәһе, беҙ – ирекле халыҡ, тәбиғәт балалары, ә байлығыбыҙ ошо ерҙә ята, эшлә, бер-береңә ярҙам ит, мал үҙе килә ул. Килер буғай, ҡапсығыңдын ауыҙын киңерәк тот, эшләп тапҡаныңды тартып алып китмәгәйҙәре.

Бына ир менән  бергә эшләп  йыйған бар байлығы эт ҡаны булып  бысыраҡ иҙәндә ята. Ана, яратҡан шәшке туны, уны Францияла һатып алғайны. Хәҙер һөйләһәң, кеше ышанмаҫ, ошо тунды кейеп сыҡҡайны, Француз ирҙәре күҙҙәрен майландырып, уға киләләр ҙә өндәшәләр, ә Гөлнисә инглиз  телен генә белә, ә теләктәре танышыу икән. Уларҙың төркөмөн йөрөтөүсе гид,  әгәр һеҙ беҙҙә йәшәһәгеҙ, иң бай ҡатындарҙың береһе булыр инегеҙ, тип һөйләнде. Бынау яҙғы пальтоны Мәскәүҙә тектергәйне, хәҙер таҙартып та булмаҫ  инде.

Түҙмәне Гөлниса, ултырҙы ла илап ебәрҙе. Уның хеҙмәтен тартып алдылар, бөлдөрҙөләр һәм урамға сығарып ташланылар. Үҙе илай, Таһирын әрләй һәм нимә эшләргә белмәй. Шулай үкергәндә ҡолағына ниндәйҙер тауыш ителгәндәй булды. Юҡ, тойолғандыр ғына. Тауыш тағы ла ишетелде.

Гөлниса түҙмәне, тауҙай булып өйөлөп ятҡан күн тунын күтәрәһе итте, уныһы һелкенмәй ҙә. Ҡараһа тунды кейеп бер ир ята һәм ҡатынға ҡушылып илай, имеш. Быныһы нимә, Таһирҙың артабан да мыҫҡыл итеүеме?

– Ни эшләп бында ятаһығыҙ? – тине аптырап Гөлниса.

– Мин ятмайым, илайым! – тине тегеһе.

– Ә ниңә илайһығыҙ? Мин шулай иларлыҡмы?

– Юҡ, һеҙ мине дөрөҫ аңламанығыҙ. Һеҙ ҡайтҡансы миңә һеҙҙе көтөп ятырға ҡуштылар.

– Ни өсөн ҡуштылар?

– Белмәйем, бына һиңә мең тәңкә, хужабикә ҡайтҡансы ятырға тейешһең, тип әйттеләр.

– Бына һеҙгә биш йөҙ һум, күҙемдән юғалһағыҙ ҙа була.

Йөк бушатыусы аҡсаны эләктереү менән сығырға ыңғайланы:

– Хушлашмайым! – тине ул. – Белеп булмай. Ер шары йоморо бит.

Был эште ойоштороусы, бәлки Таһир үҙелер. Гөлнисаны кәмһетергә теләүҙең, үҙенсә, иң нескә юлдарын һайлаған. Юғиһә, бөгөн иртән ашап бөтмәгән икмәк һынығын, яңы башланған майҙы һәм кофены төрөп ебәрмәҫ ине.

Гөлнисаның хәтеренә картала һаҡланған аҡсалары күҙ алдына килде. Вера алып ҡуй, тип киҫәткәйне. Белеп булмай, Таһирҙың таҙартып ҡуйыуы бар. Гөлниса эргәләге супермаркеттарҙың береһенә сыҡты һәм картаны тикшереп ҡараны. Уларҙың береһендә ун һум, икенсеһендә утыҙ һум аҡса ҡалғайны. Гөлниса оҙаҡ уйлап торманы, рәхмәт һиңә, Таһир, тип СМС-ка ебәрҙе.

Оҙаҡламай, ни өсөн рәхмәт, тигән СМС-ка килеп төштө.

Гөлниса тыныслана алманы, ҡалған аҡса өсөн рәхмәт,  тип яуап ебәрҙе. Шул ваҡыт әхирәте шылтыратты:

– Һин ҡайҙа? – тип һораны ул.

– Мин сүплектә!– тип яуап бирҙе Гөлниса.

– Шулайҙыр, тип көткәйнем дә! – тине әхирәте. – Тиҙ бул, миңә килеп ет.

Гөлниса, оҙаҡ уйлап торманы, үҙенә кәрәкле һәм ҡәҙерле иҫәпләнгән иң арыу кейемдәрен һәм ҡомартҡыларҙы ғына алды ла, таксиға төштө. Ярты сәғәт тә үтмәне, ул Вераның өйөндә ултыра  ине һәм әхирәтенә илай-илай  теге ташландыҡ, тип әйтерлек өйҙә күргәндәрен һөйләй. 

– Дөрөҫ эшләгән! – тине Вера. – Һиңә шул кәрәк.

– Вера, ҡәҙерлем, һин нимә һөйләйһең?

– Һин иреңә тар-мар ителгәнеңде күрһәт, ҡайғыңды йөҙөңә сығар. Әйҙә, ул, бахыр, тантана итһен. Һине еңеү шатлығын билдәләһен. Әйткәндәй аҡсаңды алдыңмы?

– Өлгөрмәнем!

– Молодец, өлгөрмәй, дөрөҫ эшләгәнһең. Һиңә астан үлеү ҡурҡынысы янарға тейеш. Яйы сыҡһа, бер аҙ аҡса һораған бул.

– Күпме һорайым?

– Күпме тип, бер мең, биш мең. Ҡалғанын үҙем бирермен.

– Таһирҙан ғүмерҙә лә  һорамаясаҡмын.

– Ярай, үҙем һорармын, мин ғорур түгел. Ана, элекке ирҙән йөҙ тәңкә һорағайным, ҡыуана-ҡыуана мең тәңкә  бирҙе.

– Йә. Шуның менән нимә оттоң?

– Отманым, уяулығын юғалтырға мәжбүр иттем. Уның ҡарауы, ул ҡыуанып йөрөгән арала, ярты мөлҡәтте шаҡарып алдым.

Гөлниса әле булһа ниндәй һынауҙарға дусар булыуын аңлап етмәй ине:

– Ул ир ни өсөн мине рәнйетергә, кәмһетергә теләй? – тип аптырап һораны Гөлниса Веранан.

– Был бик ҡатмарлы һорау! – тине әхирәте. – Онотмағанһыңдыр, минең хәтерләүемсә, һин Таһирыңды юлдан табып алдың һәм саңын ҡағып, йыуындырып, кеше итеп, түргә ултыртып ҡуйҙың. Ул үҙен быға  лайыҡлы тип иҫәпләй,  хатта ҡәҙер-хөрмәттән мәхрүм итәләр, тип уйлай. Сөнки ул ашап-эсеп типтергән арала, уны наҙларға ваҡытың юҡ, эште эшләргә лә кәрәк, уның күңелендә  үс алыу тойғоһо барлыҡҡа килә.

– Быныһы нимәгә инде? – тип аптыраны Гөлниса.

– Сөнки башҡалар уны сәмләндерә, артында уның хаҡында ғәйбәт һөйләй. Йәнәһе ул, бисәһенең итәгенә йәбешеп йөрөп, кеше булды һәм башҡалар. Ә бындай һүҙҙәрҙе ирҙәр бик ауыр кисерә, үс алыу тойғоһо көндөн-көн нығыраҡ күренә. Мин һөйләгәндәрҙең барыһын да ысынға алма, әхирәтең үҙ тәжрибәһенән сығып ҡына һөйләй. Сөнки, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ мөнәсәбәттәре хәҙер бик ныҡ үҙгәрҙе. Беҙ, мәҫәлән  ирҙәргә ашап-эсеү һәм ҡатын-ҡыҙ наҙы ғына кәрәк, тип уйлайбыҙ, ләкин улар өсөн беҙ хәҙер буш урын. Урам саты һайын яулыҡ болғап торған түбән социаль яуаплылыҡтағы ханымдар торғанда, беҙ ирҙәргә ниңә кәрәк.  Етмәһә, элекке заман түгел, магазин һайын билмәне лә котлеты ла арзан хаҡҡа һатыла.  Ә минең ҡулдарым бына ике йыл инде кәтлит  әүәләгәне, хатта билмән йәбештергәне  юҡ.

– Шул да булғанмы тормош, берәү кәтлит менән билмән бешереүҙән мәхрүм ҡалған икән.

– Улай тип әйтмә, әхирәт, беҙ бит – ир ҡатындары булған бисәләр. Һөйөүҙең-һөйөлөүҙең нимә икәнен беләбеҙ. Әсәйемдең атайым уянғандан һуң эргәһендә өтәләнеп йөрөгәнен әле лә онотмайым. Эх, уның йылмайып, эргәһендә йөрөүҙәре.

– Шунан...

– Нимә шунан... Иҫкә төшһә илайым да ебәрәм. Минең дә шулай итеп йөрөгөм килә.

– Әгәр ирең туҡмаһа?

– Туҡмаһа, ни. Беҙ бит шуның өсөн ҡатын-ҡыҙ, беҙ ир-ат түгел. Ә көслө көсһөҙҙө һәр ваҡыт туҡмаған, кәрәк тапһа, талаған, хатта ҡыуып ебәргән.  Һуң, үҙең, ҡара. Йоҙроҡ күрмәйенсә  ипкә инә торған халыҡмы ни беҙ? Юҡ, етәр, әйҙә бәхәсте иртәгә дауам итәбеҙ.

Дауамы бар.

 

------------------------

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Ф. Ильясова
Читайте нас: