+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Июль 2021, 11:36

ТАБЫЛМАҒАН ТАБЫШ... Хикәйә Дүртенсе өлөш

Гөлниса аҙна буйы Вераның өйөнән сыҡманы, ял итте, телевизор ҡараны, интернетта соҡондо. Хатта ҡалала уны ҡайҙалыр юғалған имеш, тигән хәбәрҙәр ҙә ишетелеп ҡалды. Юғалтырһың Гөлнисаны, ул ял итә һәм киләһе алыштарға көс туплай.

ТАБЫЛМАҒАН ТАБЫШ... Хикәйә Дүртенсе өлөш
ТАБЫЛМАҒАН ТАБЫШ... Хикәйә Дүртенсе өлөш

ТАБЫЛМАҒАН ТАБЫШ...

Хикәйә

Дүртенсе өлөш

Гөлниса аҙна буйы Вераның өйөнән сыҡманы, ял итте, телевизор ҡараны, интернетта соҡондо. Хатта ҡалала уны ҡайҙалыр юғалған имеш, тигән хәбәрҙәр ҙә ишетелеп ҡалды. Юғалтырһың Гөлнисаны, ул ял итә һәм киләһе алыштарға көс туплай.

Кис һайын Вера менән икәүләшеп киләсәккә пландар ҡоралар һәм Гөлнисаның тартып алынған милкен ҡайтарыу буйынса ҡәңәшләшәләр. Ҡайһы бер осрашыуҙарҙа Вераның хоҡуки мәсьәләләр буйынса урынбаҫары ла ҡатнаша.

– Дөрөҫөн әйтегеҙ,  – тине Гөлниса. – Беҙ мөлкәттең бер өлөшөн булһа ла ҡайтарыуға өмөт итә алабыҙмы.

– Өмөт һәр ваҡыт бар, – тине юрист. Һеҙҙең осраҡта барыһы ла насар тип әйтергә иртәрәк. Шулай булғас, көрәшәсәкбеҙ.

Гөлниса һуңғы ваҡытта Таһирҙың холҡон өйрәнеү буйынса ҙур эш башҡарҙы, уның тормош юлын өйрәнде. Тиҫтә йылдан ашыу бергә ғүмер итһәләр ҙә Гөлниса ире хаҡында бик әҙ белә булып сыҡты. Айырыуса,  иренең берлектәге эш асҡанға тиклемге осоро ҡараңғы, саңғы ярыштарындағы еңеү хаҡында мәғлүмәттәр ифрат ҡойто. Гөлниса ҙур ауырлыҡ менән, йәнәһе, Таһирҙан бала тапҡан ҡатынды асыҡлай алды.  Ул ҡатын эскән өсөн, әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән, хәҙер ҡайҙа йәшәүе билдәһеҙ, ә улы Денис Таһир улы Сабитов, ун алты йәшлек малай, Чернушки балалар йортонда тәрбиәләнә, киләһе йылға мәктәпте тамамлаясаҡ.

Гөлниса тиҙ генә күрше өлкәгә барып, Денисты күреп һөйләшергә лә өлгөрҙө. Балалар йортонда Гөлниса Таһирҙың  үҫмер саҡтағы күсермәһе менән осрашты, малайға спорт костюмы бүләк итте, заманса кеҫә телефоны тотторҙо. Малай уға эҫенде лә ҡуйҙы.

Гөлниса балалар йорто директорына малайҙы тәрбиәгә алыу хаҡында әйтте һәм тейешле документтарҙы тупларға булды. Сөнки киләһе алыштарҙа үҙенең атаһының кем икәнлеген дә  белмәгән малайҙың күренеүе хәл иткес әһәмиәткә  эйә булыуы ихтимал.

Ҡайтҡас,  Гөлниса малайҙың  фотоһын Вераға күрһәтте. Тегеһе шаҡ ҡатты, шул тиклем дә оҡшарҙар икән. Тик был хаҡта һуңғы көнгә тиклем берәү ҙә белергә тейеш түгел, ышаныслы булһын өсөн юристҡа ла әйтеүҙе кәрәк тип тапманылар.

Ә бер көн Гөлнисаны эҙләп ҡаланың хакимиәт башлығы шылтыратты.

– Хужалыҡ  итеүсе предприятеларҙың бәхәсенә ҡатнашыу беҙҙең эш түгел. Шулай ҙа, ҡаланың социаль учреждениеларын тәьмин итеүсе комбинаттың яҙмышына беҙ битараф ҡала алмайбыҙ.   Хәҙер һеҙ ситләтелгәс, унда хәлдәр көндән-көн ҡатмарлаша, халыҡтан ялыуҙар күбәйҙе. Таһир Ғаффар улы насар эшләй тип әйтеүе ҡыйын, ләкин ул өлгөрмәй. Етмәһә, хәҙерге ҡатынының кешеләре, яҡындары барлыҡ эштәргә лә ҡыҫыла, мутлашыуҙарға юл ҡуя. Ҡатынының атаһы Өфөлә колбаса етештереүсе заводтың береһендә төп  акционерҙар иҫәбендә икән. Улар аша ситтән, хатта Азия, Африка илдәренән сифаты бик шикле булған ит килә. Әгәр мөмкин булһа, бөгөн киске етелә мин һеҙҙе үҙемдең кабинетымда көтәм.

Гөлниса ҡала кимәлендә дөйөм туҡланыу комбинатының эшен биш бармағы һымаҡ белә. Башлыҡ һөйләгәндәрҙән сығып, ул шуға төшөндө,  тиҙ арала барлыҡ эште яңынан башларға һәм етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә кәрәк.

Башлыҡ менән Гөлниса хәл итәһе мәсьәләләрҙе асыҡлағандан һуң, уларҙың һөйләшеүенә ҡала етәксеһенең урынбаҫары ҡушылды. Ҡала етәкселәрен милек менән бәйле көрәштең киҫкенләшеүе борсой һәм хәл-ваҡиғаларҙың ыңғай хәл ителеүе кәрәк ине.

– Минең өсөн милекте ҡайтарыу икенсе планда тора, уны суд хәл итергә тейеш, ә бына туҡланыуҙы ойоштороу бөгөн төп бурыс, – тине Гөлниса. – Минең өләсәйем әйтмешләй,  табылмаған табыш күп булыр.  Бөгөн аҡса түгел, балаларҙы сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү, уларҙың һаулығы тора. Сөнки, комбинаттың ошо көнгә төшөүенә мин үҙемде өлөшләтә ғәйепле тип  һанайым. Мин иремә ныҡлы ышандым һәм контролде йомшарттым. Туҡланыу бизнесен ойоштороу бик нескә эш, табышлы тармаҡ. Бер нисә йөҙ миллион һум аҡсаға, көн һайын тиҫтәләрсә мең баланы, уҡыусыны, дауаланыусыны туҡландырыу ҙур яуаплылыҡ талап итә.

Ошо хаҡта һөйләгәндә, Гөлниса башлыҡтың  урынбаҫарына күҙ һирпеп алды, сөнки аҡса ҡаҙнан килә һәм уның ҙур өлөшөн үҙ кеҫәһенә йүнәлтергә теләүселәр һәр ваҡыт табыла.

– Беҙҙән ниндәй ярҙам кәрәк? – тине ҡала башлығы.

– Ярҙам бер ваҡытта ла артыҡ булмаҫ, – тине Гөлниса. – Әгәр сағыштырыу урынлы булһа, беҙ майлы бутҡа менән эш итәбеҙ һәм майҙы үҙ яғына ағыҙырға теләүсе һәр ваҡыт табыла. Әгәр мөмкин булһа, вазифалы кешеләрҙе туҡланыу комбинаты даирәһенән ситләтеүҙә теләктәшлек күрһәтһәгеҙ ине. Сөнки улар өсөн сифат түгел, аҡса мөһим, ә табыш алырға  теләгән кеше арзанлы ит эҙләй, сифатһыҙ май һатып ала. Үҙегеҙ беләһегеҙ, сығымдарҙың төп өлөшөн ит алып тора.  Тимәк, эшҡыуар арзанлы ит эҙләргә мәжбүр була. Барлыҡ етешһеҙлектәрҙең нигеҙендә ошо ята.

Гөлниса өйгә ҡайтҡас әхирәтенә башлыҡта булған һөйләшеү хаҡында түкмәй-сәсмәй  һөйләп бирҙе. Ул һөйләгән һайын Вераның йөҙө нығыраҡ боҙолдо,  аҙаҡ ул бер һорау ҙа бирмәй, байтаҡ ҡына шым ултырҙы.

– Һин беҙҙең эште уйғанһың икән! – тине ул шым ғына. – Әллә һин был хаҡта башлыҡ  белмәй тип уйлайһыңмы? Белә, ул ғына түгел, был мутлашыуҙарҙа туранан-тура ҡатнаша, ә урынбаҫары барлыҡ ҡара эште башҡара. Улар хаҡлы, буйвол ите беҙҙең үҙебеҙҙең башты ашап ҡуймағайы.

Автор:Ф. Ильясова
Читайте нас: