– Ә хәҙер миңә нимә эшләргә ҡала? – тине Гөлниса. – Исмаһам, алдан киҫәтеп ҡуйыр инең.
– Эшҡыуарлыҡта беренсе көн шөғөлләнгән кеше һымаҡ һөйләп тораһың! – тип тоҡанып китте Вера. – Бер һум өсөн боғаҙыңды сәйнәргә торалар. Әллә һин бизнесты мәрхәмәтлек фонды, – тип уйлай инеңме. Юҡ шул, әгәр йомшаҡлыҡ күрһәтһәң, һинән тартып алалар, ҡаршылашһаң, юҡ итәләр.
Гөлниса башлыҡ менән осрашыу ваҡытында урынбаҫараның аҫтыртын йылмайыуын, уларҙың бер-береһенә ҡарашып алыуҙарын иҫкә төшөрҙө һәм ҡото осҡандай булды. Бындай шарттарҙа нисек йәшәмәк кәрәк, яуаплы етәкселәрҙең нәфсеһен нисек фашларға, уларҙы аҡылға ултыртыу юлы бармы? Гөлниса уларға ышанғайны һәм ихлас ярҙам итерҙәр, – тип көткәйне.
– Вера, ә мин уларға ышандым, эш өсөн борсолалар! – тип уйланым.
– Бәлки, беҙ хаталанабыҙҙыр.
Вера тағы ла тоҡанып китте:
– Һин һаман да алданған уҡыусы һымаҡ фекер йөрөтәһең. Эйе, бөгөн һин уларға кәрәк, сөнки оҙаҡламай һайлауҙар. Ҡалала йәшәүселәрҙең күбеһенең балалары ҡаҙна ҡарамағындағы мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында туҡлана. Хәҙер беҙҙең балалар үҙҙәренсә эшләп өйрәнгән. Әгәр төшкө аш тәмһеҙ булһа, улар ашап та тормаясаҡ, етмәһә, ҡайтып ата-әсәһенә ошаҡлаясаҡ. Ата-әсәһе был хаҡта иптәштәренә һөйләйәсәк, һайлау алды осрашыуҙарында иҫкә төшөрәсәк, юғарыға ялыуҙар ебәрәсәк.
Тәүге киҫәтеүҙе Гөлниса шул аҙнала уҡ алды. Вераға ярҙамым булһын, тип кис һуң ғына супермаркетҡа сыҡҡайны. Үҙе лә аптыраны, битлек кейеүе лә ярҙам итмәне, барыбер аңламаны, ҡайҙан танып ҡалғандарҙыр. Яп-яҡты йорт алдында бер ир тора, икенсеһе уның эргәһендә туҡтаны, өсөнсөһө Гөлнисаны ҡултыҡлап алды ла:
– Тыпырсынма, ханым, шым ғына атла! – тип бойорҙо.
Гөлниса өндәшмәне, эйәреп барырға мәжбүр булды. Ләкин, тегеләр уны баһалап еткермәне шикелле, ҡатын береһенә типте, икенсеһенең күҙҙәренә төрттө һәм:
– Ярҙам итегеҙ, ҡотҡарғыҙ!.. – тип ҡысҡырып өлгөрҙө.
Теге өсәү бындай ҡаршылыҡты көтмәгәйне, күрәһең, тиҙ арала юҡ булдылар. Уның ҡарауы әллә ҡайҙан телевизионщиктар килеп сыҡты, видеоға төшөрә башланы, ә бер ҡыҙыҡай, мәғәнәһеҙ һорауҙар бирергә тотондо.
– Һеҙ кем? Һеҙгә ни өсөн һөжүм иттеләр? Һеҙгә һуҡманылармы?
Шул ваҡыт Гөлнисаның телефоны шылтыраны:
– Ярай, был юлы иҫәп һинең файҙаға. Киҫәтеп ҡуябыҙ, киләһендә тибешеп тормаясаҡбыҙ. Әгәр телеңде тыя белмәһәң.
Оҙаҡламай полиция ла килеп еттте, был хаҡта ҡала, төбәк мәғлүмәт сығанаҡтарында ла хәбәр итергә өлгөрҙөләр. Иң ҡыҙығы шул, Гөлнисаның хәлен белешеп, хатта башлыҡ үҙе шылтыратты.
Кисен Вера әхирәтен тағы ла киҫәтеп ҡуйҙы. Бында урам хулигандары эш иткән. Әгәр профессионалдар булһа, эргәңә килеп, аяп тормаҫтар ине. Улар атып үлтерә, йә арҡаңа бысаҡ ҡаҙай ҙа, үтәлгән бурыс тойғоһо менән гонорарын алырға китә.
– Уларҙы тоторҙармы икән?..
– Кемгә кәрәк улар. Ҡалала бер нисә тиҫтә мең эшҡыуар иҫәпләнә, улар көнө-төнө аҡса һуға, уларҙы шым ғына кемдәр генә таламай. Кеше иҫәбенә йәшәргә теләүселәр электән булған һәм киләсәктә лә буласаҡ.
– Ә хәҙер миңә нимә эшләргә ҡала?
– Һиңә һаҡсы кәрәк, ул һине көнө-төнө һаҡларға бурыслы.
– Ярҙам итерме һуң? – тип мөңгөрләне Гөлниса.
– Әлбиттә, ярҙам итмәйәсәк. Зыяны ғына буласаҡ. Сөнки хәҙерге снайпер винтовкалары менән анау йорттоң тәҙрәһенән һине юҡ итергә мөмкин. Ҡыҫҡаһы шул, урамға сығып, мажара эҙләп йөрөмә. Үҙең күреп тораһың, һине юҡ итергә теләүселәр бар, бәлки, улар бер нисә төркөм булыуы ихтимал. Әлегә улар һағайҙы, һинең хаҡта хәҙер күп һөйләйҙәр. Ләкин шуныһы билдәле, һине юҡ итергә тырышыу файҙа бирмәне, тимәк, һине тыйыуҙың башҡа юлдарын табырға кәрәк. Енәйәтселәр, ялланып кеше үлтереүселәр шау-шыу тыуыуы ихтимал булған осраҡтарҙан баш тартырға тырыша. Сөнки бындай заказдарҙың уларға зыяны күберәк. Ә улар үҙҙәренең төшөмлө эшен юғалтырға теләмәй.
Вера менән кәңәшләшкәндән һуң Гөлниса бер нисә көнгә юғалып торорға булды. Мәҫәлән, барлыҡ документтары әҙер, ниңә Денисты барып алмаҫҡа. Кейемдәрен, ҡайһы бер әйберҙәрен юллап, Гөлниса Таһир ҡалдырған бер бүлмәле фатирға китте. Уға беркетелгән һаҡсы ишек алдында ҡалды, ә ҡатын үҙенең әйберҙәрен барлай башланы. Ғүмер буйы йыйылған кәрәк-яраҡтарҙы, шәхси әйберҙәрен тиҙ генә барлап буламы, байтаҡ мәшәҡәтләнергә тура килде.
Шул ваҡыт ишек төбөндәге һаҡсы өндәште:
– Гөлниса Мөхтәровна, бында һеҙҙе һорайҙар.
Ул ишек эргәһенә сыҡһа, таныш түгел ир баҫып тора. Үҙе еңелсә һаҡаллы, ыҫпай кейенгән, йылмайып ҡына һөйләшә:
– Ғәфү итегеҙ, һеҙ мине таныйһығыҙмы? – тип һораны.
– Беренсе тапҡыр күрәм.
– Шулай тип әйтерһегеҙ тинем дә. Танышайыҡ, мин Рифҡәт булам. Һеҙ миңә биш йөҙ һум тоттороп ебәргәйнегеҙ.
– Шуны кире ҡайтарырға булдығыҙмы?
– Юҡ, аҡсам картала ғына. Ә юморығыҙҙы ҡабул итәм. Ни өсөн килдем? – тиһегеҙме.
– Танышырға теләйһегеҙҙер? – тип көлдө Гөлниса. – Хәҙер мине күптәр белә.
– Эйе, телевизорҙан күрҙем мин, интернетта ла яҙҙылар. Һеҙ ошонан сығарып ебәргәс, өйгә ҡайттым. Әйткәндәй, мин яңғыҙ йәшәйем. Иртән ҡараһам, кеҫәмдә бынауы тәтәй ята, – тип кеҫәһенен Гөлниса эшҡыуарлыҡта өлгәшкән, тәүге еңеүе өсөн яулаған алтын кубокты сығарып тотторҙо.
Бәләкәй генә кубок, усҡа ғына һыймалы, ошоно алтын тинеләр бит әле. Тәүге еңеү, беренсе баһа, ул Гөлниса өсөн бигерәк тә ҡәҙерле. Рәхмәт әйтеп алды ҡатын, ә ирҙең күҙҙәре һаман да өмөтлө яна. Урамда икмәк һынығына өмөт итеп торған эт һымаҡ. Аяҡ өҫтө генә аралаштылар, телефондарын алыштылар. Икеһе лә һиҙҙе, уларға һөйләшеү оҡшай ине. Гөлниса йылмайып ир менән һөйләшә, үҙе уңы тыңламай, уның ҡарауы, эстән генә уйлай. «Эх, ошо ир мине һаҡлаһа ине, бер йылмайһа, донъя йылынған, хатта яҡтырған һымаҡ».
– Ишек төбөндә кем тора? – тип ҡыҙыҡһынды Рифҡәт.
– Һаҡсы беркеткәйнеләр! – тине Гөлниса ризаһыҙ ғына.
– Һаҡсы! Тәү күреүҙә үк һиҙгәйнем.
– Нимә һиҙгәйнегеҙ?
– Ябай ҡатын түгел икәнлегегеҙҙе. Мин дә һеҙҙе һаҡлауҙан баш тартмаҫ инем.
– Тағы ниндәй һөнәрегеҙ, тәҡдимдәрегеҙ һәм өҫтөнлөктәрегеҙ бар?
– О, минең һөнәрҙәр... Һеҙҙе һаҡлай алам, өҫтөгөҙгә саң да ҡунмаясаҡ. Аш-һыуға оҫтамын. Иртән түшәгегеҙгә һеҙ яратҡан ҡәһүәне тәҡдим итә алам. Көн һайын.
– Ысынлапмы? Көн һайынмы?..
– Эйе, тик быны иҫбатлар өсөн миңә ваҡыт бирегеҙ.
– Һеҙ үҙегеҙҙе минең һаҡсым тип иҫәпләй алаһығыҙ.
Дауамы бар.