+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Июль 2021, 09:58

ТАБЫЛМАҒАН ТАБЫШ... Хикәйә Алтынсы өлөшө (аҙағы)

Икенсе көнөнә таң менән Гөлниса менән Рифҡәт Вераның автомобилен һорап алдылар һәм Денисты алырға киттеләр. Юл буйы һөйләшеп барғас, ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәне.– Мин һеҙҙе аңламайым? – тине Рифҡәт. – Танышуыбыҙға бер нисә көн, һеҙ мине оҙон юлға алып сығып киттегеҙ. Быны нисек аңларға?– Әгәр Таһир Ғаффарович әмеренә ярашлы, мине бер бүлмәле фатирғыҙға күсереүегеҙҙе иҫәпкә алһаҡ, беҙҙең танышыуға байтаҡ була, – тине Гөлниса. – Икенсенән, һеҙгә ышанырға мөмкин, сөнки һеҙ ҙә мин дә яңғыҙ. Бер-беребеҙҙе аңларбыҙ, тип уйлайым. Һин бик ышаныслы кешегә оҡшағанһың. Денисты балалар йортонан алыу өсөн, байтаҡ йүгерергә тура килде. Шулай ҙа йырып сыҡтылар. Малай үҙенең ғүмер буйы тип әйтерлек йәшәгән йортонан ҡотолоуына шат ине. Уны оҙатырға бындағы хеҙмәткәрҙәр ҙә, балалар ҙа сыҡты. Күренеп тора, күпселек балалар Денистың бәхетенә көнләшеп ҡараны.Бер ҡыҙыҡай Гөлнисаның эргәһенә килеп уға мөлдөрәп ҡараны ла:– Апай, һеҙгә бер ҡыҙыҡай кәрәкмәйме?.. – тип һораны.

ТАБЫЛМАҒАН ТАБЫШ... Хикәйә Алтынсы өлөшө  (аҙағы)
ТАБЫЛМАҒАН ТАБЫШ... Хикәйә Алтынсы өлөшө (аҙағы)

Икенсе көнөнә таң менән Гөлниса менән Рифҡәт Вераның автомобилен һорап алдылар һәм Денисты алырға киттеләр. Юл буйы һөйләшеп барғас, ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәне.
– Мин һеҙҙе аңламайым? – тине Рифҡәт. – Танышуыбыҙға бер нисә көн, һеҙ мине оҙон юлға алып сығып киттегеҙ. Быны нисек аңларға?
– Әгәр Таһир Ғаффарович әмеренә ярашлы, мине бер бүлмәле фатирғыҙға күсереүегеҙҙе иҫәпкә алһаҡ, беҙҙең танышыуға байтаҡ була, – тине Гөлниса. – Икенсенән, һеҙгә ышанырға мөмкин, сөнки һеҙ ҙә мин дә яңғыҙ. Бер-беребеҙҙе аңларбыҙ, тип уйлайым. Һин бик ышаныслы кешегә оҡшағанһың.
Денисты балалар йортонан алыу өсөн, байтаҡ йүгерергә тура килде. Шулай ҙа йырып сыҡтылар.
Малай үҙенең ғүмер буйы тип әйтерлек йәшәгән йортонан ҡотолоуына шат ине. Уны оҙатырға бындағы хеҙмәткәрҙәр ҙә, балалар ҙа сыҡты. Күренеп тора, күпселек балалар Денистың бәхетенә көнләшеп ҡараны.
Бер ҡыҙыҡай Гөлнисаның эргәһенә килеп уға мөлдөрәп ҡараны ла:
– Апай, һеҙгә бер ҡыҙыҡай кәрәкмәйме?.. – тип һораны.
Гөлниса нимә тип әйтергә лә белмәне, ярҙам эҙләгәндәй Денисҡа ҡараны. Малай барыһы ла ишетелерлек итеп:
– Руфина, борсолма, мин һиңә хат яҙырмын! – тине.
Балалар йортоноң директоры күҙ йәштәрен һөрттө:
– Беҙ һиңә бәхет теләйбеҙ Денис. Үҙеңде бындағы һымаҡ тәртипле һәм лайыҡлы тот.
Ҡеүәтле джип ҡуҙғалып китте, бер нисә малай уның артынан йүгерҙе.
– Ҡара, Денис, иптәштәрең һинең менән хушлаша! – тине Гөлниса.
Денис өндөшмәне, боролоп та торманы.
– Әллә күргең килмәйме? – тине Рифҡәт.
Малай өндәшмәне, ҡыҙыҡһынып ят автомобилдең эсен ҡараны һәм быларҙы эшетмәмеш булды. Кем белә, бәлки ул етемлектән, бер төрлө тормоштан туйғандыр.
Денисты алып ҡайтыу менән генә эш бөтмәне. Уны мәктәптә урынлаштырырға, иҫәпкә ҡуйырға кәрәк ине. Әлбиттә, малайға ят мөхиткә яраҡлашыу еңел булманы. Мәктәптә тәртип яғы ла ыңғай ғына түгел икән. Малайҙан тәүге көндә үк аҡса һорап, янап йонсоттолар. Был мәсьәләне Рифҡәткә йөкмәтергә тура килде. Уның малайҙы бер нисә тапҡыр мәктәпкә алып килеүе, уҡыуҙан һуң өйөнә алып ҡайтыуы, бар мәшәҡәттәрҙе хәл итте.
Дөйөм туҡланыу комбинаты эргәһендә барған мөлкәт бүлешеүгә бәйле, ҡала хакимиәте, элекке структураны ҡалдырыу кәрәкле тип тапты. Оҙаҡламай суд ултырышы үтәсәге лә Таһир Сабитовты уйланырға мәжбүр итте күрәһең.
Сөнки һуңғы конкурс ваҡытында ул көс-хәл менән өҫтөнлөккә өлгәште һәм байтаҡ ҡына юғалтыуҙар кисерҙе.
Гөлнисаның телефоны шылтыраны. Көтмәгәйне, Таһир шылтырата икән. Тыныс ҡына һөйләштеләр, әйтерһең дә, улар араһында оҙайлы низағ булмаған, Таһир Гөлнисаны өйөнән ҡыуып сығармаған.
– Бына, һиңә шылтыратырға кәңәш иттеләр! – тине Таһир. – Бәлки беҙгә осрашып, һөйләшеп алырға кәрәктер.
Йәнәһе ул шылтыратмаған, уға кәңәш иткәндәр, Гөлниса быға иғтибар итеп торманы, ҡаты һөйләште:
– Ә һинең өсөн миңә шылтыратыуҙан башҡа, юлың бармы? – тине Гөлниса. – Әллә минең суд башҡарыусылары менән килгәнемде көтәһеңме?
Таһир байтаҡ ҡына өндәшмәй торҙо:
– Әле суд булмаған, ҡарар юҡ. Шулай булғас, ҡабаланмайыҡ! – тине ул көс-хәл менән.
– Ә ниңә шылтыратаһың? – тине Гөлниса.
– Мөмкин булһа, беҙгә осрашырға кәрәк ине.
– Ниһайәт, һинән бер аҡыллы тәҡдим ишетелде. Алдан уҡ әйтеп ҡуям, миңә был осрашыу кәрәкмәй.
– Ә кемгә кәрәк?
– Һиңә кәрәк. Сөнки, мин еңеремә саҡ ҡына ла шикләнмәйем. Улай ғына ла түгел, был тармаҡта тәртип урынлаштырыуыма ышанам.
Кисен Вера менән ошо осрашыу хаҡында кәңәшләшкәндә, уның судтан алда һөйләшеүҙәр ойоштороуға ҡаршы икәнлеге асыҡланды.
– Белеп булмай, Гөлниса, һинең артығын һөйләп, эштәрҙе ҡатмарлаштырыуың бар. Мәҫәлән, мин Денисты атаһына суд ваҡытында күрһәтеү яҡлымын.
– Кәрәкмәй! – тип ҡул һелтәне Гөлниса. – Денис уйынсыҡ түгел, суд та уйын эш түгел.
Иртәгәһен Гөлниса Денисты һәм Рифҡәтте эйәртеп предприятиеның офисына килеп керҙе. Уларҙы көткәндәре күренеп тора.
– Рәхим итегеҙ, тип ишек алдында уҡ ҡаршы алды уларҙы Таһир Сабитов.
Эшлекле осрашыуҙар бүлмәһенә үттер алдынан Денисты ишек алдында ҡалдырҙылар. Бер яҡтан Рифҡәт менән Гөлниса урын алды, ә икенсе яҡҡа Таһир ултырҙы.
Таһир бер нимә лә һиҙмәй, кәйефе бик күтәренке, хатта шатлығы менән уртаҡлашырға йыйынған һымаҡ тойола.
– Кәйефең һәйбәт күренә, Таһир. Бәлки ҡотларға кәрәктер, – тине Гөлниса. – Шатлығың эсеңә һыймағандай.
– Эйе, шатлығым бар! – тине Таһир. – Һеҙ ишетмәгәнһегеҙҙер, күптән түгел минең ҡыҙым тыуҙы. Күптән көтөлгән шатлығым.
– Ҡотлайбыҙ! – тине Гөлниса. – Ә хәҙер мин һинең шатлығыңды юҡҡа сығарырға мәжбүрмен. Бергә йәшәгәндә, һиңә тәҡдим итеп ҡараһам да, һин баш тартҡайның, ләкин был ҡағыҙҙар әле лә әһәмиәтен юғалтмаған. Әйткәндәй, һин электән үҙеңдең һаулығыңа битараф булдың, – тип документтарҙы Таһирға тотторҙо.
Таһир бик оҙаҡ уҡыны, ҡайһы бер урындары менән ҡат-ҡат танышты:
– Мин быларға ышанырға тейешме? – тип Гөлнисаға ҡараны.
– Үҙең ҡара, мин мәжбүр итмәйем. Мин шуныһын ғына беләм, һин һуңғы йылдарҙа атай булыу мөмкинлегенән мәхрүм инең. Был минең эшем түгел, мин һинең элекке ҡатының, беҙ бергә дауаханала булдыҡ, бергә тикшереү үттек. Һығымтаны һиңә ҡаршы, ә миңә ыңғай сығарҙылар.
– Һин үҙеңде, мин әсәй була алам, тип әйтергә теләйһеңме.
– Эйе, быныһы минең эш, – тип Гөлниса Рифҡәткә ҡарап ҡуйҙы.
– Миңә ҡарата ниндәй талаптарың бар? – тип һораны Таһир.
Гөлниса үҙенең хоҡуҡтарын белә. Айырыуса миллек мәсьәләләренә ҡағылғанда.
– Мин барлыҡ мәсьәләләрҙе судһыҙ ғына, хоҡуҡи киңлектә хәл итеү яҡлымын, – тине Гөлниса.
Таһир оҙаҡ ҡына уйланы, сығып килде, телефон аша урынбаҫары менән кәңәшләште. Тағы ла сыҡты, был юлы кергәндә бик тулҡынланған ине. Өндәшмәй бер аҙ ултырғандан һуң:
– Ишек алдында торған егет һеҙҙең менән килдеме? – тип һораны. – Мин уны ҡайҙалыр күргән һымаҡ булам.
Гөлниса түҙмәне, көлөп ебәрҙе.
– Ә мин һине танырһың, тип уйлағайным. Ентекләп ҡара, кемгә оҡшаған?
Рифҡәт сығып, Денисты алып керҙе.
– Бына, Денис, таныш бул, һинең атайың, Сабитов Таһир Ғаффар улы.
Таһир урынынын һикереп торҙо, нимә эшләргә белмәй Гөлнисаға ҡараны, улы эргәһенә килде. Малайҙың күҙҙәрендә ул үҙен күрҙе. Бер һүҙ өндәшмәй, оҙаҡ ҡына шаңҡып ултырғандан һуң, телефонын алып кемгәлер шылтыратты:
– Гөлниса Мәхтәрованың йортонда йәшәгән кешеләрҙе ипләп кенә, тыныс ҡына бер бүлмәле фатирға күсерегеҙ.
– Беҙ бында йорт юллап килмәнек? – тине Гөлниса. – Беҙҙең торор урыныбыҙ бар. Өләсәйем әйтмешләй, табылмаған табыш күп булыр.
Таһир, гүйә, уны ишетмәй ине. Ҡабалана-ҡабалана мөлкәтте элекке хужаһынан ҡайтарып биреү хаҡында күрһәтмәләр бирҙе.

Автор:Ф. Ильясова
Читайте нас: