-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
30 Июль 2021, 00:18

– Айырам!..Айырылам!… Хикәйә Беренсе өлөшө

Мәрзиә Таштүбәгә бынан утыҙ йылдар элек осраҡлы ғына килеп эләкте. Хәтерләйһегеҙме икән, ҡала эшселәре ауыл халҡына мал аҙығы әҙерләргә ярҙам итә торғайны. “Каучук” заводы Таштүбәгә ҡараған Уңыш колхозына ярҙам итә ине. Урҙам итә тип, әйтһәң, шаштырыу булыр. Исем өсөн ун биш-егерме эшсеһен ебәрә торғайны завод. Тегеләре килә, аҡсалары бөткәнсе эсә, йүнләп эшкә йөрөмәй, хатта һуғышалар һәм тәртип боҙолар ине. Ирҙәр ыңғайына Мәрзиә лә килде ауылға, хатта ике күбә бесән өйҙө, япраҡ-аҙыҡ, ҡара-ғура ташыны.Яңы ғына һөнәрселек училищеһы бөткән ҡыҙ кисен клубҡа сыҡҡайны, быйыл ғына армиянан ҡайтҡан Барыйҙың күҙенә салынған. Ҡыҙмаса егет, оҙаҡ һайланып тормай, ҡыҙҙы оҙатып килде. Хатта бер аҙ ҡапҡа алдында ултырҙылар. Оҙаҡламай ситтән килгән рабочийҙар ҡайтып китте, әйткәндәй, ярҙам да шуның менән бөттө, сөнки колхоздар аҡрынлап тарала, заводтар бөлә, халыҡ аҡса һанай башланы. Барый Мәрзиәне юллап ҡалаға барҙы. Ҡыҙ уға кейәүгә сығарға ризалашты. Сыҡмай ҡайҙа барһын, йәше лә үтеп бара бит. Бер арала бухгалтер һөнәрен үҙләштерҙе, бер малай, бер ҡыҙ үҫтерҙе. Пенсияға ла аҙ ҡалып бара, колхоз ғынаһы ла фермер хужалығына әйләнеп, көс-хәл үҙен аҫырай. Мәрзиә мин пенсия ашай башлағансы ошонда ултырырмын, тип өмөт итә ине. Ләкин булмаҫ, ахыры.Ғөмүмән, бөгөнгө көн насар башланды. Сөнки, быҙауы ҡайҙандыр яйын табып инәһе янына кергән һәм һөтөн һуңғы тамсыһына тиклем имеп сыҡҡан. Ана, үҙе туҡ эсен ҡәпәйтеп, ҡәнәғәт кенә ята ул. Шуға оҡшаш тағы берәү өй эсендә ғаилә түшәгендә аунай. Һүҙ ыңғайы әйтәйек, быҙау Мәрзиәнең кеҫәһенә мең һумлыҡ тип әйтерлек убытка килтерҙе. Сөнки, һөт сепаратҡа һалынғандан һуң, кисәге һауымды ла ҡушып литрға яҡын ҡаймаҡты, эремсеге менән бергә әхирәте Фәнзиә һатып ҡайтыр ине. Бөгөн һатырлыҡ нимә юҡ! – тип әйтерлек. Ә өйҙә йоҡлап ятҡан быҙау әллә айныҡ, әллә иҫерек. Мәрзиә элекке хужалыҡ идараһына барып, кабинетына кереп, эшләгән һымаҡ ултыра башлағайны, хужа янына саҡырттылар. Хужа тигәндәре ошо ауылдыҡы, ерҙәрен эшкәртергә, нимәлер сәсергә, халыҡты эшле итергә тырыша. Ләкин әлегә бер фәтеүәһе лә күренмәй. Хужа кәйефһеҙ ине.

– Айырам!..Айырылам!… Хикәйә Беренсе өлөшө
– Айырам!..Айырылам!… Хикәйә Беренсе өлөшө

Мәрзиә Таштүбәгә бынан утыҙ йылдар элек осраҡлы ғына килеп эләкте. Хәтерләйһегеҙме икән, ҡала эшселәре ауыл халҡына мал аҙығы әҙерләргә ярҙам итә торғайны. “Каучук” заводы Таштүбәгә ҡараған Уңыш колхозына ярҙам итә ине. Урҙам итә тип, әйтһәң, шаштырыу булыр. Исем өсөн ун биш-егерме эшсеһен ебәрә торғайны завод. Тегеләре килә, аҡсалары бөткәнсе эсә, йүнләп эшкә йөрөмәй, хатта һуғышалар һәм тәртип боҙолар ине. Ирҙәр ыңғайына Мәрзиә лә килде ауылға, хатта ике күбә бесән өйҙө, япраҡ-аҙыҡ, ҡара-ғура ташыны.
Яңы ғына һөнәрселек училищеһы бөткән ҡыҙ кисен клубҡа сыҡҡайны, быйыл ғына армиянан ҡайтҡан Барыйҙың күҙенә салынған. Ҡыҙмаса егет, оҙаҡ һайланып тормай, ҡыҙҙы оҙатып килде. Хатта бер аҙ ҡапҡа алдында ултырҙылар.
Оҙаҡламай ситтән килгән рабочийҙар ҡайтып китте, әйткәндәй, ярҙам да шуның менән бөттө, сөнки колхоздар аҡрынлап тарала, заводтар бөлә, халыҡ аҡса һанай башланы.
Барый Мәрзиәне юллап ҡалаға барҙы. Ҡыҙ уға кейәүгә сығарға ризалашты. Сыҡмай ҡайҙа барһын, йәше лә үтеп бара бит. Бер арала бухгалтер һөнәрен үҙләштерҙе, бер малай, бер ҡыҙ үҫтерҙе. Пенсияға ла аҙ ҡалып бара, колхоз ғынаһы ла фермер хужалығына әйләнеп, көс-хәл үҙен аҫырай. Мәрзиә мин пенсия ашай башлағансы ошонда ултырырмын, тип өмөт итә ине. Ләкин булмаҫ, ахыры.
Ғөмүмән, бөгөнгө көн насар башланды. Сөнки, быҙауы ҡайҙандыр яйын табып инәһе янына кергән һәм һөтөн һуңғы тамсыһына тиклем имеп сыҡҡан. Ана, үҙе туҡ эсен ҡәпәйтеп, ҡәнәғәт кенә ята ул. Шуға оҡшаш тағы берәү өй эсендә ғаилә түшәгендә аунай. Һүҙ ыңғайы әйтәйек, быҙау Мәрзиәнең кеҫәһенә мең һумлыҡ тип әйтерлек убытка килтерҙе. Сөнки, һөт сепаратҡа һалынғандан һуң, кисәге һауымды ла ҡушып литрға яҡын ҡаймаҡты, эремсеге менән бергә әхирәте Фәнзиә һатып ҡайтыр ине. Бөгөн һатырлыҡ нимә юҡ! – тип әйтерлек. Ә өйҙә йоҡлап ятҡан быҙау әллә айныҡ, әллә иҫерек.
Мәрзиә элекке хужалыҡ идараһына барып, кабинетына кереп, эшләгән һымаҡ ултыра башлағайны, хужа янына саҡырттылар. Хужа тигәндәре ошо ауылдыҡы, ерҙәрен эшкәртергә, нимәлер сәсергә, халыҡты эшле итергә тырыша. Ләкин әлегә бер фәтеүәһе лә күренмәй.
Хужа кәйефһеҙ ине.
– Хәлдәр нисек, Мәрзиә еңгә? – тине ул.
– Хәлдәр бик насар Фәрит ҡәйнеш, – тине Мәрзиә. – Һинән дә бер яҡшылыҡ көтмәйем.
Хужа һиҫкәнде:
– Дөрөҫ эшләйһең, бер яҡшылыҡ та көтмә. Ана, пай ереңде ал да, Барый ағай менән дүрт яғығыҙ ҡибла. Хәҙер ун кешенең эшен бер компьютер башҡара. Ирең эшкә сыҡҡаны юҡ. Ә мин һиңә аҡса түләй алмайым.
– Минән нимә талап ителә? – тине Мәрзиә.
– Бер нимә лә талап ителмәй, ғаризаңды яҙаһың да, ҡул тамғанды ҡуяһың да, хуш.
– Хушлашмай тор, ҡәйнеш, еңгәң үҙенең хоҡуҡтарын белә.
– Хоҡуҡтарыңды, еңгә, ағайыма һөйлә. Мин һеҙҙе башҡа аҫырай алмайым.
– Тәүҙә асыҡлайыҡ, кем-кемде аҫырай бит әле. Бына һеҙ мине эштән ебәргәндә, миңә түләргә тейеш аҡса. Улары һин бер һүҙһеҙ түләйәсәкһең. Юғиһә, суд залында осрашасаҡбыҙ. Шунан һуң хужалыҡҡа тип мең ярым ҡаҙ алдыңмы? Алдың! Шуны ҡыш буйы ашаныңмы, иң матурҙарын түрәләргә ташыныңмы? Яҡшы. Ә миңә ҡаҙ мамығынан һәм тәпәйҙәре менән башынан тыш бер нимә лә эләкмәне.
– Нисек эләкмәне?
– Аҡса түләмәнең, хатта рәхмәт тә әйтмәнең. Бына минең иҫәп, былтыр ике йөҙләп ҡаҙ таҙартҡанмын. Маҡтай-маҡтай алып китә торғайның. Һәр ҡаҙға унар һум, юҡ, йөҙәр һум, көтөп тор, йөҙ иллешәр һум. Түләйһең!
– Йөҙ илешәр һум! Һуң, еңгә, бөрләтәүе, бауыры, һиңә ҡалды. Эсәген дә йыуып алғанһыңдыр әле. Беләһеңме уның бауыры деликатес иҫәпләнә, тураштырып, һуған ҡушып, һарымһаҡ ырғытып, ҡыҙҙырып алһаң, телеңде йоторлоҡ. Теге ваҡыт мин Венгрияла булдым. Бер ресторанда ҡаҙ бауырынан бешерелгән ризыҡ килтерҙеләр. Берәүһе йөҙ доллар. Хәҙергесә шутлаһаҡ ете мең тәңкә...
– Эй, ҡәйнеш, бауырыңды үҙең генә аша инде. Ҡарлы-ямғырлы һыуыҡта, ҡаҙ йолҡоуы һиңә еңел эш түгел. Боҙло һыу менән һинең бисәң, йә үҙең таҙартмайһың бит. Миңә ҡушаһың. Бына ҡулдарым һыҙлай, быуындарым ауырта, ә һин эштән ҡыуаһың.
Мәрзиә түҙмәне, һулҡылап-һулҡылап илай башланы. Ә ҡәйнеше йыуатырлыҡ һүҙ таба алмай, хатта үҙенә уңайһыҙ булып китте:
– Ағай, ниңә эшкә сыҡмайһың, исмаһам, ул күренһә, кеше һөйләнмәҫ ине.
Ире тураһында һүҙ сыҡҡас, Мәрзиә һөйләнә-һөйләнә илай башланы:
– Уны беләһең..., былай ҙа саҡ йөрөй, үҙе менән һөйләш. Һиңә күме эшләһәң дә туя белмәҫһең. Беҙҙе ҡол итеп тотаһың, эшләтәһең, ә аҡса түләргә уйламайһың. Ярай, мин хәҙер туп-тура районға юл тотам. Тәүҙә гәзиткә инәм, бына ҡаҙҙарыңды ла ҡалдырмайым, тауығыңды ла һөйләйем. Шунан хакимиәткә инәм, башлыҡ булмаһа урынбаҫарына яҙам.
Бындай ҡурҡытыуҙарҙы Хужа ишетеп өйрәнгән, күрәһең. Мыйығы ла һелкенмәне, һөйләнеп кенә ҡуйҙы:
– Бар, бар, башлыҡҡа түгел башлыҡтың башлығына бар. Һөйләп ҡайт. Ҡаҙы өсөн дә, тауығы өсөн дә аҡсаһын түләрҙәр, тик икәүләшеп минең күҙемә күренеп йөрөмәгеҙ. Бисәгә лә әйтеп ҡуям. Харап, берәүҙәр ҡаҙ йолҡорға ярҙам иткән икән. Улай күпһенһәгеҙ, мин был эшкә башҡа кешене табам – тип ҡысҡырҙы хужа.
– Тап! Тап! Беҙҙән арыуырағың тап! Ҡарарбыҙ, туң һыуҙа нисек итеп ҡаҡайҙарын эшкәртер икән.
Мәрзиә шаҡылдатып ишекте япты ла, өйө яғына ыңғайланы.
Дауамы бар.

Автор:Ф. Ильясова
Читайте нас: