+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
31 Июль 2021, 07:00

– Айырам!.. Айырылам!.. Хикәйә Өсөнсө өлөшө

Барый өндәшмәне, шым ғына ашауын дауам итте. Ҡайҙалыр барырға йыйынған һымаҡ һоғаланды. Ашап бөттө лә тәрилкәһен дөбөрләтеп этеп ҡуйҙы. – Йыйыштыр, алып ҡуйһаң, ҡулым ҡорор, тиһеңме. Йыуып ҡуйһаң да артыҡ булмаҫ.

– Айырам!.. Айырылам!.. Хикәйә Өсөнсө өлөшө
– Айырам!.. Айырылам!.. Хикәйә Өсөнсө өлөшө

Барый өндәшмәне, шым ғына ашауын дауам итте. Ҡайҙалыр барырға йыйынған һымаҡ һоғаланды. Ашап бөттө лә тәрилкәһен дөбөрләтеп этеп ҡуйҙы.
– Йыйыштыр, алып ҡуйһаң, ҡулым ҡорор, тиһеңме. Йыуып ҡуйһаң да артыҡ булмаҫ.
– Уныһы минең эш түгел. Хәҙер бер йыуһам, белеп торам, һин мине аш бүлмәһенә бәйләп ҡуясаҡһың һәм бешерергә өйрәтәсәкһең. Белеп тор, аш-һыу тирәһендә булашыу һинең эш, мин һинең эшеңә ҡыҫылмайым.
Тәүҙә Мәрзиә нимә әйтергә белмәне. Бәй, был бит бөтөнләй самаһын юғалтты:
– Минең эш түгел тиһеңме?.. Тимәк, хәҙер эш бүлешеү башланды, – тине Мәрзиә ярһып. – Ярай, мин риза, тик һинән ирлек бурысыңды ла теүәл үтәүеңде лә талап итәсәкмен. Вәт, шулай!
Барый яңы тәҡдимде ишеткәс, һин нимә һөйләйһең, тигән ҡиәфәт менән ҡатынына боролдо:
– Ирлек бурысы: Белеүемсә, был йәһәттән быға тиклем миңә ялыуҙар булманы.
– Булманымы, хәҙер буласаҡ...
– Йә, тыңлап ҡарайыҡ. Тик алдан уҡ әйтеп ҡуям, минән мөмкин булмағанды талап итмәйһең. Иреңә нисә йәш икәнлеген онотма.
– Ярай, үҙең башланың. Бына беҙ сәй эскәндә һөйләшәбеҙ ҙә, маҡтанышабыҙ ҙа, береһенеке лә икәү-өсәүҙән ҡалғаны юҡ икән. Вәт.
– Яҡшы, улай булғас һәйбәт инде ул. Мәҫәлән, Ғәйнийә еңгә был хаҡта нимә тип маҡтанды, икәү-өсәү тинеме.
– Артығыраҡ булмаһа әле. Мине кешенеке ҡыҙыҡһындырмай. Һин, мәҫәлән, бер ваҡытта ла берәүҙән артырғаның юҡ. Оят һәм мәсхәрә!
Барый урынынан һикереп торҙо, ҡоторған үгеҙ һымаҡ бүлмә буйлап йөрөп әйләне, ултырғысты алып ырғытты, урыссалап нимәлер һүгенде:
– Ә һиңә, ҡәҙерлем, дүрт-биш тип маҡтанырға нимә ҡамасаулай.
– Юҡ инде, был һиңә колхоз түгел, өҫтәп яҙыуҙар бында кәрәкмәй. Мин былай ҙа икәү-өсәүҙән төшөргәнем юҡ. Улар инде ышанған була, көнләшәләр, һоҡланалар. Берәү тип әйтеп, тағы, кеше араһында мәсхәрәгә ҡалайыммы. Ҡарамаһам, ашатмаһам тағы бер хәл. Алдыңдан ҡаймаҡ өҙөлгәне юҡ. Һиңә нимә етмәйҙер инде, – тип Мәрзиә илап ебәрҙе. Барый эргәһендә туҡтаны, йыуатырға теләп, арҡаһынан һыйпарға итте, ләкин тегеһе сыпраңлап торҙо ла китте.
– Кәрәкмәй миңә һинең йыуатыуың, хәҙер алданыр йәштән үткәнмен инде мин. Күпме генә йәшәргә ҡалған?.. – тип һөйләнде ул иламһырап.
– Ҡуй, үпкәләшмәйек, быға тиклем матур йәшәнек.
– Йәшәнек һиңә, шул да булған тормош. Шуны бел мин һине бер ваҡытта ла яратманым. Кейәүгә лә аптырағандан ғына сыҡтым, тәү күргәндән үк һин миңә оҡшаманың. Вәт.
Ир шаңҡыны, ярҙам эҙләгәндәй, тирә-яғына ҡаранды, ләкин өндәшмәне. Бындай һүҙҙәрҙе ишетеүгә Барый әҙер түгел ине. Нисек була инде, ғүмер буйы йәшәнеләр, ә бисәһе уны яратмаған икән.
– Ә балалар минекеме һуң?– тине.
Мәрзиә тәүҙә һорауҙы ишетмәй ҡалды, нимәлер мөңгөрләп кенә ҡуйҙы.
– Әтү минеке түгел, тиһеңме?
– Нимәне әйтәһең, өйҙөме?
– Өй ҡайғыһы юҡ инде хәҙер. Балаларҙы әйтәм, минекеме һуң?
– Балалрҙы бутама, Барый, уларҙың үҙ тормошо, беҙҙеке уларҙыҡына ҡағылмай, әйҙә, уларҙы ҡатнаштырмайыҡ.
– Һин миңә шуны әйт, балалар минкеме?
– Беҙҙеке булмай, кемдән тип уйлайһың?
– Минеке булғас, еткән инде.
– Һин тағы әллә нимә уйлап ҡуйма?– тип тынысландырҙы уны ҡатыны.
– Хәҙер уйларлығы ҡалманы инде. Ярай, кеше эшләмәгән эш түгел. Йәшәгәс, быныһы аша ла үтергә кәрәктер.
– Тағы нимә һөйләйһең һин?– тип ҡабарынҡы ҡатыны.
– Нимә булһын, шул һин теләгәнде инде.
– Белмәйем, һиңә нимә етмәйҙер. Илхат та һинең һымаҡ, нимә һөйләгәнен белмәй ҡуя. Хәҙер ауылда кеше лә әҙ, эшен кемдән эшләтергә итә икән. Уға хәҙер ҡаҙ таҙартып йөрөйһөм юҡ. Ана, быйыл тағы мең ярым алған, ти.
– Ҡустыға һүҙ әйтмә. Әл дә ул бар, асҡа үлер инек.
– Һин үлерһен, мин үлмәйәсәкмен. Ҡалаға барһам, иң тәүҙә заводҡа керәм. Эшемде белә инем, минең менән уҡығандар пенсияға сыҡһалар ҙа һаман йөрөйҙәр. Миңә лә бер эш табылыр әле.
– Ә йортто нимә эшләтәбеҙ? – тине Барый иҙәнгә, түшәмгә, стеналарға күҙ ташлап. – Һатһаҡ, алыусы табылыр микән. Рәмзиәләр һатып киткән, бер капитал биргәндәр, өҫтәп биш йөҙ мең аҡса.
– Һин нимә, айырылып өлгөрмәнек, һатып алыусы эҙләй ҙә башланың. Һиңә лә бер миллион кәрәкме? Шуны бел, беҙҙең донъя Рәмзиәнекеләрҙән күпкә яҡшыраҡ. Өр-яңы мунса, таш гараж, ҡоймаһы йәшел профнастилдан. Шулай булғас, иң кәмендә миллион ярым.
– Ә ниңә ике миллион түгел? Төшһәк, бер йөҙ мең төшөрбөҙ. Шунан артыҡ түгел.
– Ғариза бирергә ҡасан барабыҙ? – тине ҡатыны.
– Ниндәй ғариза тағы?
– Айырылышыу хаҡында ғариза яҙырға кәрәк.
– Ә мин өйләнгәндә ғариза яҙманым.
– Нимә бушты һөйләйһең. ЗАГСта ике-өс урында ҡултамға ҡуйҙыҡ.
– Уныһын кем хәтерләй хәҙер. Бер ай көтөргә ҡуштылар шуныһы ғына хәтерҙә ҡалған.
– Был юлы ла шулай буласаҡ! – тине ҡатыны үсәгән һымаҡ. – Бер ай көтөсәкбеҙ.
– Ярай утыҙ йыл түҙгәнде, утыҙ көнгә түҙербеҙ. Тик киҫәтеп ҡуям, айырылышыу һинең тәҡдим, шулай булғас, кире уйланым, тип, килеп башымды ҡатырып йөрөмәйһең. Айырылышыу, ҡырҡылған ағас, теленгән икмәк һымаҡ булырға тейеш. Ишетһең ҡолағың!
– Нимә һөйләй, утыҙ көнгә түҙермен, тинеңме?
– Эйе, утыҙ түгел алтмыш көн көтөргә лә риза мин. Тик һинән генә ҡотолорға булһын.
Беләһе ине, кем кемдән ҡотола бит әле, – тип Мәрзиә шатырлатып шкафты асты ла кейемдәрен һайлап алып, тәгәрмәсле сумаҙанына тултыра башланы.

Дауамы бар.

Автор:Ф. Ильясова
Читайте нас: