+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
1 Август 2021, 07:00

– Айырам!.. Айырылам! Хикәйә Дүртенсе өлөшө

Мәрзиә әрәм була торған ҡатындарҙан түгел. Һүҙен елгә осороп торманы, бер ынтылғайны, шул ыңғайы сыҡты ла китте. Ҡалаға кереп барғанда уҡ ҙур, бейек супермаркет эргәһендә төшөп ҡалды ла халыҡ диңгеҙенә ҡушылып, эскә үтте һәм ирене лә ҡуйҙы. Сөнки эшкә урынлашыу хаҡында Мәрзиә мөрәжәғәт иткән униформалы ҡатын ҡарсыға һымаҡ эләктереп алды ла бер бүлмәгә ингәс тырнаҡтарынан ысҡындырҙы. – Егор Иванович, бына бер кеше таптым. Таныш булығыҙ! – тине. Мәрзиәгә, паспортыңды килтер тип бышылданы.

– Айырам!.. Айырылам! Хикәйә Дүртенсе өлөшө
– Айырам!.. Айырылам! Хикәйә Дүртенсе өлөшө

Мәрзиә әрәм була торған ҡатындарҙан түгел. Һүҙен елгә осороп торманы, бер ынтылғайны, шул ыңғайы сыҡты ла китте. Ҡалаға кереп барғанда уҡ ҙур, бейек супермаркет эргәһендә төшөп ҡалды ла халыҡ диңгеҙенә ҡушылып, эскә үтте һәм ирене лә ҡуйҙы. Сөнки эшкә урынлашыу хаҡында Мәрзиә мөрәжәғәт иткән униформалы ҡатын ҡарсыға һымаҡ эләктереп алды ла бер бүлмәгә ингәс тырнаҡтарынан ысҡындырҙы.
– Егор Иванович, бына бер кеше таптым. Таныш булығыҙ! – тине. Мәрзиәгә, паспортыңды килтер тип бышылданы.
– Был ҡатынды электән беләһегеҙме, һеҙ уға ышанаһығыҙмы? – тине Егорь Иванович тигәндәре.
– Мин таныш булмағандарҙы бында йөрөтмәйем! – тине йылғыр ҡатын.
– Кейендерегеҙ, эш менән таныштырығыҙ, тулы булмау сәбәпле бөгөн илле процент түләнә һәм эшкә ҡушығыҙ.
Ярты сәғәт тә үтмәне, Мәрзиә үргә ҡарай асып-ябылмалы, ҙур ишек эргәһендә үткән-һүткәнде күҙҙәре менән ҡапшап, һаҡта тора ине инде.
Күп тә торманы телефоны шылтыраны, ҡараһа, ҡәйнеше шылтырата, әлеге хужа Илхат инде. Эш урынында телефон ҡулланырға ярамағанлығын белгән Мәрзиә төймәһенә баҫып өлгөрөүгә, Илхат:
– Еңгәү, ун бер ҡаҙ ебәрәм, береһе үҙеңдеке, – тип кенә әйтеп өлгөрҙө.
– Ҡаҙың үҙеңә булһын!.. – тип телефонын һүндереп үк ҡуйҙы.
Эй, эшләгән кешегә ҡайҙа ла хөрмәт шул. Ҡуй инде, ауылда эшкә генә тилмереп ятҡан икән, Мәрзиә. Күпме эшләне, түләү түгел, рәхмәт әйтеүсе лә булманы. Ә кисен һигеҙ йөҙ һум аҡсаһын тоттороп, рәхмәт әйтеп, иртәгәгә тиклем, тип хушлаштылар.
Бригадир һымаҡ йөрөгән ҡатын Мәрзиәне нисек еҫкәнеп оҙатып ҡалһа, иртәгәһен иртүк ҡосаҡлап алған булды ла, еҫкәй-еҫкәй ҡаршы алды. Быныһы нимә булды, тип ғәжәпләнергә өлгөрмәне үҙе менән эшләй башлаған Нина эсемле ҡатын аңлатып бирҙе:
– Нимә, еҫкәнәме? – тине ул. – Оҡшамаймы? Миңә лә оҡшамай. Эсмәйме икән тип, еҫкәнә.
– Ә ниңә, эсеү мотлаҡмы?
– Юҡ. Киләләр ҙә аҡса алалар ҙа юғалалар. Һинең йөҙөңдән күренеп тора.
– Йөҙөмдән нимә күренә? – тип аптыраны Мәрзиә.
– Йөҙөң тап-таҙа, бер һырың да юҡ, тимәк, эске менән мауыҡмайһың. Һиңә нисә йәш, утыҙмы?
– Ҡайҙан утыҙ булһын, ҡырҡ һигеҙ йәш миңә.
– Оһо, һиңә бит илле лә юҡ. Әгәр тәртипле генә йөрөһәң, смена һайын уғрыларҙы тотһаң, эш хаҡын артасаҡ, абруйың күтәреләсәк.
– Абруйы үҙҙәренә булһын, аҡсаһы ла ярап тора. Бында ял бирәләрме икән?
– Бирәләр, тик ял һорағандарҙы өнәп бөтмәйҙәр.
– Аңлашылды!
Ике аҙнанан артыҡ ялһыҙ эшләне Мәрзиә, ләкин һис тә үкенмәне. Ҡала ауыл түгел шул, бында тәртиптәр бөтөнләй икенсе. Көслөлөр хужа, ә күндәмдәр, Мәрзиә һымаҡтар, баш баҫып эшләй. Ғүмер буйы баш баҫып эшләргә өйрәнгән, артыҡ бер һүҙ әйтмәгән Мәрзиә һәр көн эшкә ҡыуанып барҙы. Бер көн хатта икенсе яуаплыраҡ, аҡсалыраҡ эшкә саҡырып килделәр. Әлегә өндәшмәне, бында өйрәнгәйне, етмәһә, улының йәшәгән фатирына барып етеүе ыңғай, бер автобусҡа ултыраһың да, утыҙ-ҡырҡ минут эсендә урында булаһың.
Бер көн ял алды, арыуы еткән икән, унға тиклем йоҡланы, хатта төш күрҙе. Әлеге Илхат ҡаҙҙарын ҡыуалап килеп керҙе. Нимә ти? Тиҙ генә таҙартып бир, ике ҡаҙ үҙеңдеке, тигән була.
– Ә һин ҡаҙ таҙартыуҙың ни икәнен беләһеңме? Тәүҙә үҙең таҙартып күрһәт, йә бисәңде өйрәт! – тине Мәрзиә.
– Шашма, еңгә, ҡоторма! – тигән була теге. – Тиҙҙын закон сыға, ауылды ташлап ҡасҡандарҙы, ҡырҙа эшләп йөрөгәндәрҙе, вис кенә, йәшәгән ерҙәренә кире һөрәсәктәр, ҡоторғандарын ултыртасаҡтар. Таҙарт ошо ҡаҙарҙҙы, еңгәкәйем, мин һине яҡлап алып ҡалырмын.
– Ағайың-ағыйың, унда ни хәлдә? – тип һорап ҡына өлгөрҙө Мәрзиә.
– Бәй, һиңә өндәшмәнеләрме ни, әтү әйтмәгәндәр инде, – тип кенә һөйләнедә лә юҡҡа сыҡты.
– Мәрзиә аптыранып уянып китте. Уф, нимә генә булды икән. Хәйер, төшкә ышанып ултырырға, ул алйып барған әбей түгел дә инде. Телефонын барлағайны, әллә ни шылтыратҡан кеше лә юҡ. Үҙе Илхат менән һөйләшкән һымаҡ булды ла ҡуйҙы, асыҡ йөҙ ҙә күрһәтмәне. Сығып китеүе өсөн дә үпкәләгән булғайны шул. Сығып китмәй, үҙе эштән сығарам, тип башланы ла баһа. Ире менән дә шуға телләштеләр. Ауылды ташлап киткәндә, Барый әйтмәгән һүҙ ҡалдырманы.
– Һине мәңге күрмәһәм дә үкенмәм! – тине ул иҫерек баштан. Ҡайтып күҙемә күренәһе булма, берәү айырылырға булған икән. Минең донъяма бер нимәһеҙ килеп индең, бер нимәһеҙ ҡаласаҡһың. Әгәр һатам тиһәң, һиңә һыңар тәртә лә эләкмәйәсәк, билләһи, ут төртәм дә яндырам. Белеп тор, миңә был өй кәрәкмәй. Һиңә лә эләкмәйәсәк. Ә мин өйләнәм, йә берәйһенә йортҡа керәм. Минең һымаҡты ҡуш ҡуллап ҡаршы аласаҡтар.
Мәрзиә Барый хаҡында нимә генә уйламаһың, кеше араһында яманлап, йөҙөн йыртып йөрөмәне. Бәләкәй генә эшен дә, ҙур итеп күрһәтеп маҡтаны. Эй, китә ине уныһы, әллә кем булып. Маҡтамай булмай шул, ҡулынан килмәгән эш юҡ. Нимәгә тотонһа ла, еренә еткерә.
Нимә генә булды икән, балаларының атаһы иҫән-һау ғына булһын. Йортҡа инәм тине бит әле. Көтөп торалар ти һине. Кемгә кәрәгең бар. Ауылда яңғыҙ ҡатындар бар инде барлыҡҡа. Ике йыл элек Менәүрәнең ире Рамай ҡапыл ғына үлеп китте. Шуға барып ишек ҡағыуы ихтимал. Былай насар ҡатын түгел, мәрхүм ирен елтерәтеп йөрөтмәһә лә, тота белде. Ә теге Рәүиә менән мөнәсәбәттәре нисек икән. Юҡ Рәүиә быны һанға һуҡмаҫ, элекке ире һымаҡты көтөр. Күрше ауылдан һоратып та килгәндәр шикелле. Нимә тип әйткән әле? Минең мәрхүм ирем һымаҡ ҡалын, һомғол буйлы, яҡты йөҙлө булһа, уйлар инем, тигән. Һоратып йөрөүсеһе ботинкаһын да таҙарта белмәгән, сәсен дә йыумаған, бер асарбаҡҡа оҡшап торған вахтавик икән. Урынында ғына боролоп сыҡҡан да киткән. Туҡта әле, таҙа, һомғол буйлы, тигәнме. Эй, иң матур буйлыһы Барый инде. Эх, унан башҡаны таба алмаҫ. Сәрүәр эсә, уны берәү ҙә керетмәйәсәк.
Ҡәйнеше «Һиңә әйтмәнеләрме ни, еңгә»? – тине, ә бында Мәрзиә йоҡонан яҙҙы.
Дауамы бар.

Автор:Ф. Ильясова
Читайте нас: