+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Август 2021, 16:55

– АЙЫРАМ!..АЙЫРЫЛАМ!.. Хикәйә Аҙаҡҡы өлөшө

Мәрзиәгә эш кенә булһын һәм еткереп түләһендәр. Ләкин эш аҡсала ғына түгел икән шул. Үҙ ғүмерендә оҙаҡлап ҡырҙа йөрөп өйрәнмәгән ҡатын, бер ай тигәндә тыуған ауылын яратыуын, яҡындарын һағыныуын аңланы. Яңғыҙлыҡтың нимә икәнлегенә төшөндө. Ауылда, Барыйы эргәлә саҡта, был хаҡта уйламаған да икән. 

– АЙЫРАМ!..АЙЫРЫЛАМ!.. Хикәйә Аҙаҡҡы өлөшө
– АЙЫРАМ!..АЙЫРЫЛАМ!.. Хикәйә Аҙаҡҡы өлөшө

Мәрзиәгә эш кенә булһын һәм еткереп түләһендәр. Ләкин эш аҡсала ғына түгел икән шул. Үҙ ғүмерендә оҙаҡлап ҡырҙа йөрөп өйрәнмәгән ҡатын, бер ай тигәндә тыуған ауылын яратыуын, яҡындарын һағыныуын аңланы. Яңғыҙлыҡтың нимә икәнлегенә төшөндө. Ауылда, Барыйы эргәлә саҡта, был хаҡта уйламаған да икән.
Был сауҙа үҙәге иң ҙурҙарҙың береһе, һатыусылар, һаҡсылар, йөк ташыусылар туҡтауһыҙ килеп тора һәм китеп тора. Хатта ҡайһы берәүҙәренең исемдәрен дә хәтерләп өлгөрөп булмай. Аралашыу, һөйләшеү, ҡатғи тыйыла. Шуға ҡарамаҫтан, Мәрзиә күҙ менән ҡаш араһында булмаһа ла ир-аттың иғтибарынан мәхрүм ҡалғаны юҡ. Бындағы ирҙәр әрһеҙ һәм оятһыҙ, исемеңде лә һорап тормай, осрашыуға саҡыра башлайҙар. Мәрзиә бындайҙарҙы ишетмәмеш була һәм ышанысты юғалтҡаны юҡ. Шуның өсөндөр, моғайын, Игорь Иванович эш башлар алдынан үткәрелгән аяҡ өҫтө кәңәшмәләрҙә Мәрзиәне башҡаларга өлгө итеп күрһәтте һәм яуаплыраҡ урынға тәғәйенләй башланы.
– Башың әйләнмәһен! – тине әхирәте Нинә. – Бында кешеләр байҙарҙың байлығын һаҡларға ғына түгел, ә шым ғына, нимә лә булһа эләктерергә тип йөрөйҙәр. Миллиард һумлыҡ тауарҙың эсендә йөҙөп йөрөп, буш ҡайтһаң кеше көлөр.
– Ә тотолоп ҡуйһаҡ?
– Һин тотолма. Һәр кемдең үҙенең сере бар. Бына мин ярты йыл эшләйем бер тапҡыр ҙа тотолғаным юҡ.
Мәрзиә ҡул ғына һелтәне, көн һайын мең алты йөҙ һум аҡса түләйҙәр, урлап та алып ҡайтһаң, гонаһ булыр.
Ә ауыл көндән көн нығыраҡ һағындыра. Барыйының иҫкә төшмәгән көнө, төштә күрмәгән төнө юҡ. Үҙе ҡайтырға уңайһыҙланды, балаларын ҡайтарып ебәрҙе. Улары йәкшәмбе кис һуң ғына Мәрзиәне эштән кереп алды.
– Йә, йә һөйләгеҙ, минең нимә хаҡында белергә теләгәнемде аңлайһығыҙ.
– Һин һөйлә! – тине ҡыҙы кейәүенә.
Кейәүҙәре телгә бөткән нәмә, минең ни ғәйебем бар, тигән ҡиәфәттә, ҡәйнәһенә боролоп ҡараны.
– Йә, кейәү, йонсотма? – тине ҡәйнәһе.
– Илсегә үлем юҡ! – тине тел биҫтәһе кейәү. – Ҡайһы бер мөһим урындарын төшөрөп ҡалдырһам, кәләш өҫтәрһең. Ҡыҫҡаһы, ҡәйнәм, эш былайыраҡ тора. Ҡайным яңғыҙ йәшәүенә ҡарамҫтан, геүләтеп донъя көтә, хатта һеҙ бергә йәшәгән ваҡыттан да матурыраҡ, тип әйтә алам.
– Кит булмаҫ, ышанмайым? – тине Мәрзиә, кәйефе боҙолодо.
– Ышанмаһаң да булған шул, ҡәйнәм. – тип дауам итте кейәү. – Йортоғоҙ гөл-сәскәгә күмелеп ултыра, ҡайнымдың өҫтөндә тап-таҙа күлмәк һәм үтекләнгән салбар. Эсеүен шыпа ташлаған. Мин тәүҙә күргәс тә танымай торҙом. Был мин әйтәм, минең бабаймы, әллә берәй түрәме. Ҡайҙан аҡса алғандыр машина алырға йөрөй. Картуфы быйыл уңған, хатта ҡаҙып алыу өсөн кеше ялларға тура килмәгәйе. Аптыраным, ул помидор, ул ҡыяр, ул кишер, уны ҡайҙа ҡуйып бөтөр икән...
Был тиклем хәбәрҙән Мәрзиәнең башы әйләнде, күңеле төштө, хатта уфтанып ҡуйҙы:
– Китсе, кейәү, шаяртаһыңдыр? – тине, ярҙам эҙләп ҡыҙына күҙ һалды. Уныһы өндәшмәй ултыра бит әле.
– Йә, кәләш, һин өҫтә. Бәлки мин онотҡанмындыр.
– Эх, әсәй, кейәүең ҡайһы бер деталдәрҙе онотһа, яҡшыраҡ булыр ине. – тине ҡыҙы. – Ә хәҙер, әсәй, минең фаразымды тыңла һәм һығытма яһа. Кейәүең һәйбәт булғаны, яҡшы тәрбиә алғаны өсөн генә дөрөҫөн һөйләүҙән баш тартты. Һыйыр имен-аман йөрөй, сөнки уны имеүсе быҙау ғәйеп булған. Шулай ҙа кем һауыр бөгөн мине, тип инәлеп йөрөгәне юҡ, сөнки кем өлгөрә шул һауа. Бына һиңә ярты банка ҡаймаҡ, ауыл күстәнәсе. Картуф, кишер, помидор, ҡыяр тәрбиә булмау сәбәпле юҡҡа сыҡҡан. Хәҙер беҙҙең баҡсала колорадо ҡуңыҙы ла юҡ. Өйгә килгәндә, уны ауылдың һәм тирә яҡтың бомждары үҙенә төйәк итеп алған. Өйҙә шифоньер, сервант ауып ята.Ишек алды тулы ватыҡ шешә һәм быяла. Ә хәҙер атай тураһында ҡайһы бер мәғлүмәттәр. Илхат ағай әйтте, түләмәгән өсөн электрҙы һәм газды өҙҙөләр, тине. Атайҙың ҡыш сыға алыуы бик шикле. Кейем-һалымы юҡ. Ошолар етәрме, әсәй.
Мәрзиә шаңғыны. Ул нимәлер булыуын һиҙә, хатта көтә, иң ауыр хәбәрҙе лә ҡабул итергә әҙер ине, ләкин бындай аяҡтан йығырлығын түгел.
– Ярай, аңлашылды. – тине Мәрзиә кейәүе менән ҡыҙына. – Атайығыҙҙы әйтәм, һинһеҙ харап булмам, тигәйне. Иҫән-һау булһын инде. Бәлки мин дә сығып китеп, ҡабаланғанмындыр.
– Әсәй, бәлки ҡайтып ҡына ҡуйырһың? – тине ҡыҙы, иңәлгәндәй. – Һеҙ бит бик матур йәшәнегеҙ.
Әсәһе өндәшмәне, ҡараңғы төштө, күҙҙәренән туҡтауһыҙ йәш ҡойола, ләкин ҡыҙы менән кейәүенә күренмәй. Өндәшһәм, илағаным күренер тип, шым ҡалды.
– Ҡәйнәм, ҡайтыр булһаң, әйт, үҙем илтеп ҡуям? – тине кейәүе.
Мәрзиә өндәшмәне, өнһөҙ генә иланы ла иланы.
... Таштүбәнең урамдары тын ине әле, таң менән урамға бер иномарка килеп инде һәм Барыйҙың өйө тәнгәлендә туҡтаны. Унан бур сумаҙан һәм тоҡ һөйрәп Мәрзиә төштө лә урамға күҙ һирпте. Шунан һуң ныҡ-ныҡ баҫып өйгә инеп китте. Ул һелкетә баҫып кергәс, киң карауатта йоҡлап яҡтан Барый уянды һәм һиҫкәнеп башын ҡалҡытты:
– Ә-ә, ҡайтҡанһың икән. Мин кисәрәк көткәйнем. Асыҡтырҙы, ашарға бешер әле. – тине Барый. – Әтү нисәмә көн йүнләп ашаған юҡ.
Урамда кемдеңдер машинаһы сигнал бирҙе.
– Кем йөрөй унда, – тип Мәрзиә урамға күҙ һалды.
– Хужалыр, ҡәйнешеңдең килмәгән көнө юҡ. – тине Барый. – Өндәшмә, кил бында, үҙеңде бер яратайым...

Автор:Ф. Ильясова
Читайте нас: