+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Август 2021, 11:48

ҮҘЕН ОНОТҠАН ҠАТЫН Хикәйә Беренсе һабаҡ

Зәмзәнә ғүмер буйы ҡалала йәшәү хаҡында хыялланды һәм көн һайын унда нисек барып эләгеү хаҡында баш ватты.

ҮҘЕН ОНОТҠАН ҠАТЫН Хикәйә Беренсе  һабаҡ
ҮҘЕН ОНОТҠАН ҠАТЫН Хикәйә Беренсе һабаҡ

Зәмзәнә ғүмер буйы ҡалала йәшәү хаҡында хыялланды һәм көн һайын унда нисек барып эләгеү хаҡында баш ватты. Ҡыҙ үҙенең мөмкинлектәрен белә һәм Өфө хаҡында уйланмай, уға Стәрлетамаҡ йә Салауат, һис юғында Баймаҡ йәки Сибай һымағырағы ла ярар. Ҡыҙҙар менән кистәрен һөйләшеп ултырғанда, ошо хаҡта ҡыҙ һөйләй һәм башҡаларҙы ла үҙенә эйәрергә саҡыра ине.
– Кит, бушты һөйләмә! – тине әхирәте Сания. – Беҙгә ҡайҙан ҡала эләкһен, урыныбыҙ ошонда. Һин дә танауыңды буйың етмәҫтәйгә һонма.
Буйы етмәгәнгә һонолманы Зәмзәнә, ләкин уҡыуы һәйбәт ине, тәүге йылда уҡ Стәрлетамаҡҡа пединститутҡа уҡырға инеп, барыһын да таң ҡалдырҙы. Уҡығанда бер нисә тапҡыр Өфөгә үк барып етте һәм үҙе өсөн өр-яңы донъя асты. Ҡалаға ынтылып ул хаталанмаған, тик ҡала һис тә Стәрлетамаҡ түгел, ә мотлаҡ Өфө, йәғни башҡала булырға тейеш. О, бындағы театрҙар, мәҙәниәт һарайҙары, Салауат һәйкәле, ошонда уҡыған бәхетле ҡыҙҙар һәм егеттәр! Ҡыҙға Өфө ҡала түгел, ә донъяның үҙәге һымаҡ тойолдо. Ул икенсе йылда уҡ Стәрлетамаҡтағы уҡыуын ташланы һәм Өфөләге университетҡа уҡырға инде. Бер йылдан һуң тағы ла Стәрлетамаҡҡа юлы төшкәйне, ике ҡаланы сағыштырып ҡараны һәм үҙенең хаталанмауына төшөндө. Уҡыу ҡайҙа ла уҡыу инде, һөнәр үҙләштерергә кәрәк, тип әсәһе лә күнде.
Уҡып бөтөү менән Өфөлә эш табыу ауыр булманы. Телгә иғтибар артҡан, донъялар үҙгәргән заман ине, гел урыҫ һәм татарҙан торған учреждение һәм ойошмаларҙы теләр-теләмәҫ һәм ауырлыҡ менән урындағы, йәғни титул халыҡ менән көсәйтә башланылар. Улар, үҙҙәре килеп ябай һәм ихластар, эшкә егәрлеләр, элекке һымаҡ һинеке, минеке түгел тип һайланып тормайҙар, төртөп күрһәтеү менән ең һыҙғанып эшкә тотоналар.
Ябай белгес сифатында эш башлаған Зәмзәнә бер нисә йылдан Зәмзәнә Үтәғол ҡыҙына әйләнде, Вазифаһы буйынса төп белгестәрҙең береһенең урынын алды һәм дәртләнеп, ҡомарланып карьера яһай башланы, урындағы академияла уҡып белемен артабан да көсәйтте һәм үҙенә бағланған ышанысты тулыһынса аҡланы. Һынатманы Зәмзәнә Үтәғол ҡыҙы, башҡалар ынғайына эш хаҡы ла артты. Бурысҡа фатир һатып алыу мөмкинлеге тыуҙы.
Эш менән булып, фатир мәшәҡәттәре менән йөрөп, Зәмзәнә шәхси тормошон икенсе планға күсереүе, хатта инҡар итеүе, урыны менән онотоуы билдәле булды. Билдәле булмаҫ ине, әгәр яҡташтары, әхирәттәре берәр, хатта икешәр бала етәкләп, ғорур ҡиәфәт менән Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендә күренә башламаһалар. Бер заман ҡыҙыҡ булды, әхирәте Зөлхизә килеп сыҡты, үҙе тумалаҡ ҡына ҡыҙ эйәрткән, шул бала әсәһе, эргәләге тирмәнән һыу алып килгәнсе, «Әсәй» – тип, Зәмзәнәнең алдына меңде лә ултырҙы. Аҙаҡ бала эҫенде лә китте, хушлашҡанда саҡ айырылыштылар. Бала ҡулын һоноп тик тора.
– Гөлшат һиңә юҡҡа ынтылмай! – тине Зөлхизә. – Һинең балалы булыуыңды теләй. Әхирәт, һиңә тиҙ генә кейәүгә сығырға һәм иң тәүҙә бәпәйләргә кәрәк.
Көлөштөләр.
– Юҡ, Зөлхизә, Гөлшат һиңә тағы бер бәпес алып ҡайт. – Миңә бер ҡусты, йә һеңлекәш кәрәк ти.
Зәмзәнә ҡайтҡас оҙаҡ ҡына уйланып ятты. Ана, әхирәте ниндәй бәхетле. Уҡығанда йыуантыҡ ҡына ҡыҙыҡай ине, хәҙер һомғол буйлы, ниндәй һутлы ҡатынға әйләнгән. Кейәүгә сығыу үҙенә ҡайһылай килешкән.
Ҡыҙ үҙе лә белә, тормош иптәше кәрәк. Тик эш менән булып, вазифаһы ла ауыр шул, киләсәк тураһында бөтөнләй онотҡайны. Зәмзәнә эшләгән ойошма күпселек ҡатын ҡыҙҙарҙан тора һәм уның сиктәрендә кем менәндер танышыу, ғаилә ҡороу, һис юғы мөнәсәбттәр урынлаштырыу тормошҡа ашмаҫлыҡ хыял. Дөрөҫ, ир-ат бында килеп сыҡҡылай сыҡҡылауын, эшкә лә ялланалар, хатта бурыстарын да үтәгән һымаҡтар, ләкин оҙаҡ тотҡарланмайҙар. Ун ҡатынға бер ир тура килгән ойошма кемгә оҡшаһын инде?
Бер көн кис ошо хаҡта уңайһыҙланып ҡына әхирәте Зөлхизәгә лә шылтыратты.
– Һинең тәҡдимеңде ҡабул иттем! – тине әхирәте. – Мин икенсегә ауырлы. Үҙеңдең хәлдәр нисек?
– Яҡшы, тип әйтергә булыр ине, әгәр яңғыҙ булыуым мине ҡаңғыртмаһа.
– Бәй, һаман да берәү менән дә танышманыңмы?
– Юҡ шул, исмаһам, һин ярҙам итмәйһең.
– Бәлки, һайланаһыңдыр.
– Һайланһам да яңғыҙым ултырмаҫ инем. Әллә иғлан биреп ҡарайыммы икән. Һин нисек уйлайһың?
– Иғланға ҡалһа, эш бөттө инде. Ҡуй үҙеңде төшөрмә, ирең аҙаҡ, һине иғландар таҡтаһынан табып алдым тип битәрләр. Кеше араһына күберәк сыҡ, аралаш, яңы таныштар тап.
– Кисәләргә бик йөрөп булмай шул, һуң ҡайтам, өлгөрмәйем. Етәксебеҙ эште үҙгәртеп ҡороу буйынса задание бирҙе, көнө-төнө баҫҡан тауыҡ һымаҡ ултырабыҙ. Етәксебеҙ оҡшатҡан, минең тәҡдимдәрҙе ҡабул итте.
– Етәксеңде әйтәм, өйләнгәнме һуң?
– Пенсионер бабай инде, эргәһендә торһаң, шыптырлап ҡомо ҡойолғаны ишетелә. Так что, не формат.
Әхирәте менән һөйләшкәс, Зәмзәнә үҙе өсөн шундай һабаҡ алды, уға кейәүҙе берәү ҙә килтереп бирмәйәсәк, шуға үҙенә йөрөргә, эҙләргә, танышырға кәрәк икәнлеген аңланы.
Бер нисә районға командировкаға барып килде, үҙенсә ҡырҙағы мөмкинлектәрҙе барланы һәм бер файзаһы ла юҡлығына төшөндө.
Шулай итеп, эҙләнә торғас, тағы бер йыл үтеп китте. Яңғыҙ, ирһеҙ йыл...
Эшкә килеп ултырыуына бер ҡарсыҡты ҡабул итеүен һәм үтенесен тыңлауҙы һорап мөрәжәғәт иттеләр. Етмеш йәштәрҙәге ҡарсыҡ үҙҙәренең йорттар идаралығы мәшәҡәте менән йөрөп ята икән. Уның хаҡында Зәмзәнәлә, был ҡарсыҡ уҫал, ләкин ғәҙел, тигән фекер яралды. Уны иғтибарлап тыңланы, бер нисә урынға шылтыратты, ҡаты ғына һөйләште һәм мәсьәләне еңел генә хәл итте. Ҡарсыҡтың ҡыуаныуын күрһәгеҙ, рәхмәттәрен уҡыны, ҡосаҡлап алды, арҡаһынан һөйҙө һәм бәләкәй генә блокнотына Зәмзәнә Үтәғол ҡыҙының телефонын яҙып ҡуйҙы. Ҡәмәр апай һуңынан да шылтыратты, өйөнә саҡырҙы, ҡунаҡ итергә теләне.
– Килегеҙ инде, Зәмзәнә Үтәғоловна, тип инәлде ҡарсыҡ. – Үҙебеҙсә, саф башҡортса һөйләшеп ултырырбыҙ. Эргәлә генә улым йәшәй, ул да һиңә рәхмәтле.
– Ҡуйығыҙсы, Ҡәмәрә апай, һәр ярҙам иткән кешене мәшәҡәтләп, сәй эсергә йөрөй башлаһаҡ, килештермәҫтәр ул. Улығыҙҙың ғаиләһе әллә нимә уйлар, балалары нисәү?
Һуңғы ике һорауға Зәмзәнә үҙен ылыҡтырырлыҡ яуап ишетеренә бик иҫәп тотмағайны. Ғөмүмән ҡыҙ, үҙенең ир ҡатыны булырына, уның менән бер түшәктә йоҡларына, әсә булырына өмөтөн өҙә башлағайны.
– Юҡ шул, Зәмзәнәкәйем, – тип уфтанды ҡарсыҡ. – Улым әле булһа өйләнмәгән, күпме әйтеп ҡараным, бер ҙә тыңларлыҡ түгел. Эйән-эйәнсәрҙәр һөймәйенсә генә ҡартайҙым инде.
Бына! Зәмзәнәгә эҫеле-һыуыҡлы булды, кейгән костюмы тар һымаҡ тойолдо, һыу эскеһе килде.
– Улығыҙ йәштер, табыр әле үҙенең ишен!
– Ҡайҙан йәш булһын, уның тиҫтерҙәре күптән өйләнеп балалар үҫтерә.
Уф, үҙенән өлкәнерәк булһа ғына ярар ине. Буйға нисек икән, ҡыҫҡараҡ булһа, эште уя ла ҡуя инде. Юҡ, тәүҙә йәшен белергә кәрәк.
– Улым шул тиклем аҡыллы, эсмәй, тартмай, ҡулынан килмәгән эше юҡ, – тип теҙеп алып китте ҡарсыҡ.
Һуң, былары нимәгә кәрәк. Ир-аттың ҡулынан килмәгән эш булырға тейеш түгел. Ҡатыны кран йүнәтеп йөрөһә, ул ир кемгә хәжәт. Юҡ, ҡарсыҡ, улының параметрҙарын иғлан итергә ашыҡмай..
– Ғәфү итегеҙ, Ҡәмәр апай, мине етәксебеҙ саҡыра. Улығыҙ нисә йәштә, мин берәйһенә әйтеп ҡарармын.
– Улыма утыҙ бер йәш. Ҡыҙым, димләп ҡаранылар инде, бер йүнлеһе тура килмәне. Аптырағас үҙем тотондом.
– Таптығыҙмы һуң?

Автор:Ф. Ильясова
Читайте нас: