-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
4 Август 2021, 10:18

ҮҘЕН ОНОТҠАН ҠАТЫН Хикәйә Икенсе һабаҡ

– Таптығыҙмы һуң? – тип һораны Зәмзәнә. Дөрөҫөн әйткәндә, үҙенең мәнфәғәтенә яуап бирерлек һүҙ ишетеренә өмөт итмәне. – Ҡуй инде, туғанҡайым, ҡалғаны, үҙең беләһең, ҡалған була инде. Һәйбәт ҡатын иғлан биреп эҙләмәй инде. Берәүһе килгәйне, һәр бүлмәбеҙҙе аҙымлап үлсәп сыҡты, аш бүлмәгеҙ бәләкәйерәк, мин унда һыймам, тине. Икенсеһе, улымдың түгел, үҙемдең, ҡайҙа йәшәүемде төпсөшә башланы. Тәүге ирендә ҡәйнәһе менән талашып, улы менән айырылышҡан икән. Халыҡ грамотный хәҙер, банкта күпме аҡсағыҙ бар, ниндәй завод-фабрикаларҙың акцияларын тотаһығыҙ, тип килеүселәр ҙә табылды. Ай, халыҡ боҙолдо, ир ҙә кәрәкмәй, бисә лә кәрәкмәй, аҡса ғына кәрәк. Сығар ҙа һал инде. Туҡта! Мин кем менән һөйләшәм әле? Һеҙгә нимә кәрәк?– Был Зәмзәнә, Зәмзәнә Үтәғол ҡыҙы ине.

ҮҘЕН ОНОТҠАН ҠАТЫН Хикәйә Икенсе һабаҡ
ҮҘЕН ОНОТҠАН ҠАТЫН Хикәйә Икенсе һабаҡ

– Таптығыҙмы һуң? – тип һораны Зәмзәнә. Дөрөҫөн әйткәндә, үҙенең мәнфәғәтенә яуап бирерлек һүҙ ишетеренә өмөт итмәне.
– Ҡуй инде, туғанҡайым, ҡалғаны, үҙең беләһең, ҡалған була инде. Һәйбәт ҡатын иғлан биреп эҙләмәй инде. Берәүһе килгәйне, һәр бүлмәбеҙҙе аҙымлап үлсәп сыҡты, аш бүлмәгеҙ бәләкәйерәк, мин унда һыймам, тине. Икенсеһе, улымдың түгел, үҙемдең, ҡайҙа йәшәүемде төпсөшә башланы. Тәүге ирендә ҡәйнәһе менән талашып, улы менән айырылышҡан икән. Халыҡ грамотный хәҙер, банкта күпме аҡсағыҙ бар, ниндәй завод-фабрикаларҙың акцияларын тотаһығыҙ, тип килеүселәр ҙә табылды. Ай, халыҡ боҙолдо, ир ҙә кәрәкмәй, бисә лә кәрәкмәй, аҡса ғына кәрәк. Сығар ҙа һал инде. Туҡта! Мин кем менән һөйләшәм әле? Һеҙгә нимә кәрәк?
– Был Зәмзәнә, Зәмзәнә Үтәғол ҡыҙы ине.
– Ниндәй Зәмзәнә ул? Кемде эҙләйһегеҙ?..
– Әле генә үҙегеҙ шылтыраттығыҙ бит. Миңә эшкә килгәйнегеҙ.
– Ә, Зәмзәнә ҡыҙым икән. Кил әле, кил бөгөн кискә кил.
– Бөгөн булмай апай, йома кис буш булам.
– Ярай, улайһа, йома көн көтәм, адресты беләһең.
Тәүәккәлләне Зәмзәнә, йома кис такси алды ла, Ҡәмәр апай биргән адрес буйынса китте. Килеп төшкәйне, үҙенә лә уңайһыҙ булып китте, ҡарсыҡ подъезд алдына көтөп тора ине.
– Һаумыһығыҙ, Ҡәмәр апа! – тип килеп күреште Зәмзәнә.
Ҡарсыҡ ҡосаҡлап тигәндәй алды, шунда ултырған ике ҡарсыҡҡа күрһәттеп:
– Бына, ышанмай инегеҙ, министрлыҡта эшләгән танышым, үҙе килде өйөмә, теге ваҡыт ярҙам итте, – тип таҡылдай башланы.
Өйгә үттеләр, Зәмзәнә бер һүҙ ҙә өндәшмәй. Ҙур ғына фатир, моғайын өс бүлмәлелер. Улы берәй бүлмәһендә компьютер уйнап ултырамы икән. Тауыш-тыны ишелмәй. Аш бүлмәһенә үтеп, сәй эсергә ултырҙылар.
– Фатирығыҙ уңайлы күренә, икәү генә йәшәйһегеҙме? – тип һораны Зәмзәнә. Кем белә, бәлки, төпсөшмәҫкә булғандыр, йә оҡшатмай ҡуйыр.
– Улым хәҙер ҡайта! – тине Ҡәмәрә апай. – Әле генә шылтыратты, саҡ ҡына һуңлай.
Зәмзәнә лә үҙ баһаһын белә, ҡағыҙ тулы сумкаһына күрһәттеп:
– Мин дә оҙаҡламам, эшем күп, өйгә алырға тура килде, тине, йәнәһе улың минең өсөн әһәмиәтле түгел, ана, эшем көтә, тигәндәй.
– Ҡуй, ҡуй, ҡабаланма, ҡыҙым, бер килгәс, күреп ҡайт. Бәлки улыма оҡшап ҡуйырһың.
Шул ваҡыт Зәмзәнәнең телефоны шылтыраны. Ҡараһа, әхирәте, эйе, шул – Зөлхизә икән.
– Ҡайҙа йөрөйһөң? Бында яҡташтар килде. Һиңә бик шәп бер кандидат бар. Һине һөйләгәйнем, ул бик ҡыҙыҡһынды.
Зәмзәнә нимә әйтергә лә белмәне. Бына бит, тура килһә килә икән, йыл буйы берәү ҙә булмағайны. Әле берәүһе көтә, икенсеһе хәҙер ҡайта. Юҡ инде, һайланып йөрөй торған кеше түгел, Зәмзәнә. Тимәк, үҙе килде, Ҡәмәр әбейҙең улын көтөсәк ул.
Бер сәғәт тә үтмәне, ишек асылғаны ишетелде.
– Ана, улым ҡайтты! – тине Ҡәмәрә. Хатта йөҙө асылғандай булды.
– Рафиҡ, кер бында, беҙҙә ҡунаҡ бар.
Аш бүлмәһенең тар ғына ишеген ҡаплап, мөһабәт кәүҙәле бер ир пәйҙә булды, үҙе Зәмзәнәнән аша ҡарап тора, буйы метр һикһәндән дә кәм булмаҫ. Ҡара әле, был бит Хөрмәт Үтәшовтан да бейегерәк. Аһ, был ирҙе ҡултыҡлап урамдан үтеүе, үҙе бер ғүмер. Ай-һай, булһа, була бит ир-егеттең аҫылы. Үҙенең сабыр ғына йылмайып, ҡарап тороуын әйт.
Өсәүләшеп ултырып сәй эстеләр. Аҙаҡ залға үттеләр. Ҡарсыҡ һыуға һеңгән һымаҡ юҡ булды. Шунда уҡ һиҙелде, Зәмзәнә менән Рафиҡ араһында бер-береһе менән ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килде. Юҡ, әллә нимә уйламағыҙ, әлегә һис юғы ҡулдарҙы тотоп ҡарау, сикәнән үбеү, иң кәмендә йылы һүҙҙәр әйтешеү күҙәтелмәне. Ир артыҡ бер нимә лә һөйләмәне, ҡыҙыҡһынманы, һорауҙар бирмәне. Зәмзәнә лә асылып барманы, торлаҡ төҙөлөшө хаҡында һүҙ сыҡҡас, хаҡтарҙың артыуына зарланып алды һәм, үҙенсә, был мәшәҡәт уның өсөн ят түгеллеген, йәки үҙенең йәшәр урыны барлығын күрһәтеүҙе әйтеү урынлы тип тапты. Әлегә аралашыу шуның менән сикләнде.
Күңеле булып, ниһайәт, ир ҡосағында булған һымаҡ дәртләнеп һәм илһамланып ҡайтты тәүге күрешеүҙән Зәмзәнә. Ҡайтыу менән ноутбугын алып Рафиҡ Һөнәршинде эҙләп тапты һәм уға ҡаршы, аҙмы-күпме ят һәм үҙенән этәрерлек мәғлүмәт тапманы. Балыҡсы икән. Балыҡ ҡармаҡлау серҙәрен бик тәфсилләп аңлатҡан. Зәмзәнә балыҡсылар бүлегенә кереп, уларҙың шөғөлө менән танышты, белеп булмай, кәрәк булыуы бик ихтимал. Икенсе шәмбе театрға барҙылар, бер нисә тапҡыр саф һауала йөрөп ҡайттылар. Кафеға кереп ашанылар, аҡсаһын Рафиҡ үҙе түләне.
– Ҡайтармаһы кәрәкмәй!– тип, иҫәпкә күҙ ҙә һалмай аҡсаһын ҡалдырҙы.
Ай самаһы ваҡыт үткәс, Рафиҡ Зәмзәнәне үҙе менән Асылыкүлгә балыҡҡа саҡырып шылтыратты. Ҡыҙ алдан уҡ әҙерләнеп, көтөп йөрөй ине. Саҡырыу менән ризалашты һәм спорт магазинына йылы кейемдәр һәм кәрәк-яраҡ һатып алырға китте. Балыҡ тотоуҙың нимәһе бер инде, палаткаларын ҡорҙолар ҙа, ҡап уртаһына тишек уйҙылар. Балыҡ эләгеүе мөһим түгел, улар үҙҙәрен йәғни бер-береһен тапты. Иртәгәһен балыҡсылар Рафиҡ менән Зәмзәнәнең йәрәшеүен билдәләне.
Йәштәр туп-тура Зәмзәнәнең фатирына ҡайтты. Ул арала булмай, Ҡәмәр ҡарсыҡ та килеп етте, ҡыуанысынан илап алды, хатта килененә рәхмәттәр уҡыны.Туйға әҙерләнеү мәшәҡәттәре, туй, аҙаҡ, әлбиттә, туй сәйәхәте, байтаҡ ҡына ваҡыт үткәрергә һәм аҡса түгергә мәжбүр итте. Туйҙан һуң Рафиҡтың тағы ла бер фатиры барлығы һәм уның быға тиклем фатирында яңғыҙ ғына йәшәп ятыуы асыҡланды. Зәмзәнә быны ваҡ-төйәк тип тапты һәм илтифат бирмәҫкә булды.
Ниҡах уҡытҡас, бергә йәшәй башлағас, йәштәр аҡыранлап бер-береһенә өйрәнә һәм көтөлмәгән, хатта бик оҡшап та етмәгән асыштарға юлыға. Тыштан ипле һәм тыныс күренһә лә, Рафиҡтың әлегә тиклем яңғыҙ ҡыҙға билдәле булмаған ғәҙәте бар икән. Ҡыҫҡаһы, ул йоҡлағанда баһадир кәүҙәһе менән ҡапыл тартышып ҡуя. Бик зыянлы түгел, ул тартышҡанда иркен карауат урынында һикереп ҡуйған һымаҡ һәм хатта күршеләргә ишелгәндәй. Быныһыны ла түҙергә булыр ине, әгәр Рафиҡтың тыныс ҡына йоҡлап ятҡан еренән, бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә, һикереп тороп, ҡармаҡтарын алып, бер яртыһын ҡыҫтырып («Һәнәк» эсеүгә ҡаршы) сығып юғалмаһа.
Алғараҡ китеп шуны әйтәбеҙ, был ғына һабаҡтар Зәмзәнәне йонсотманы һәм ул түҙергә әҙер ине. Байтаҡ йылдар үткәс тә ошо һабаҡтар һәм һынауҙар хаҡында һүҙ сыҡһа, Зәмзәнәнән ни эшләр инең, тип һораһалар ул, мин барыбер Рафиҡты һайлар инем, тип яуап бирер ине.
Үҙегеҙ беләһегеҙ, һеҙҙе өйрәтәһе түгел, өйләнешеү, ғаилә ҡороу, башлы-күҙле булыу ифрат яуаплы һәм яҙмышты хәл итер мәсьәлә. Ләкин әлегә йәштәр берлектәге тормош тигән оло юлға яңы сыҡты, улар бер-береһен белмәй, мөхәббәт тигән изге тойғо ла хатта уларға ят һымаҡ, ләкин уларҙа бер-береһенә ынтылыш, кәрәк тапһағыҙ, ихтыяж бар. Эйе, улар һуңлап ғаилә ҡорҙо, сөнки, утыҙ тирәһендә генә табыштылар. Әлегә беҙ уларға бәхет теләйбеҙ, сөнки, беләбеҙ, уларға еңел булмаҫ. Ә был донъяла ҡасан беҙгә рәхәт һәм еңел булды.
Дауамы бар.

Автор:Ф. Ильясова
Читайте нас: