-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
5 Август 2021, 07:00

ҮҘЕН ОНОТҠАН ҠАТЫН Хикәйә Өсөнсө һабаҡ

Кинола матур күрһәтәләр, китапта ла шул сама. Бергә йәшәп ҡарағандар үҙҙәре генә белә. Аҙағы нисек бөтөр, быны хатта беҙ үҙебеҙ ҙә белмәйбеҙ, ләкин аҙмы-күпме фаразлайбыҙ. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, Зәмзәнә, өр-яңы, ят, таныш булмаған, уны ҡосаҡ йәйеп көтөп тормаған донъяға килеп инде. Ауыл менән ҡала араһындағы айырманы беҙ уйлап тапмаған, ул элек тә булған, киләсәктә лә йәшәйәсәк һәм бик күптәргә һабаҡ бирәсәк. Был осраҡ ауылдан сыҡҡан һәм бергә ғаилә ҡорған ҡыҙҙарға һәм егеттәргә тамсы ғына ла ҡағылмай. Был иң тәүҙә Ҡәмәр ҡарсыҡ әйтмешләй, ҡала фатирына ҡапсығын һөйрәп килеп ингән йәш, бер ҡатлы, тәжрибәһеҙ, тәрбиәһеҙ хәйлә белмәгән ҡыҙҙарға ҡағыла. Хатта был осраҡта ла был миҫал Саҡмағоштан йә һис юғы Шишмәнән килен булып төшкән ҡыҙҙарға бик аҙ мөнәсәбәтле. Сөнки улар үҙҙәренең таҫма телдәре менән сутырлап, Баймаҡтар әйтмешләй, телдәре менән йыуып, һепереп, таҙартып, ҡәйнәләрен өрмәгән ергә ултыртмай, һәр ваҡиғаны үҙ файҙаһына бороп ебәрерҙәр ине. Ләкин Баймаҡта йә Бөрйәндә, Саҡмағош, йә Шишмә һымаҡ райондарҙан килгәндәрҙең холоҡ-фигелен белеүҙәре бик шикле.

ҮҘЕН ОНОТҠАН ҠАТЫН Хикәйә Өсөнсө һабаҡ
ҮҘЕН ОНОТҠАН ҠАТЫН Хикәйә Өсөнсө һабаҡ

Кинола матур күрһәтәләр, китапта ла шул сама. Бергә йәшәп ҡарағандар үҙҙәре генә белә. Аҙағы нисек бөтөр, быны хатта беҙ үҙебеҙ ҙә белмәйбеҙ, ләкин аҙмы-күпме фаразлайбыҙ. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, Зәмзәнә, өр-яңы, ят, таныш булмаған, уны ҡосаҡ йәйеп көтөп тормаған донъяға килеп инде. Ауыл менән ҡала араһындағы айырманы беҙ уйлап тапмаған, ул элек тә булған, киләсәктә лә йәшәйәсәк һәм бик күптәргә һабаҡ бирәсәк. Был осраҡ ауылдан сыҡҡан һәм бергә ғаилә ҡорған ҡыҙҙарға һәм егеттәргә тамсы ғына ла ҡағылмай. Был иң тәүҙә Ҡәмәр ҡарсыҡ әйтмешләй, ҡала фатирына ҡапсығын һөйрәп килеп ингән йәш, бер ҡатлы, тәжрибәһеҙ, тәрбиәһеҙ хәйлә белмәгән ҡыҙҙарға ҡағыла. Хатта был осраҡта ла был миҫал Саҡмағоштан йә һис юғы Шишмәнән килен булып төшкән ҡыҙҙарға бик аҙ мөнәсәбәтле. Сөнки улар үҙҙәренең таҫма телдәре менән сутырлап, Баймаҡтар әйтмешләй, телдәре менән йыуып, һепереп, таҙартып, ҡәйнәләрен өрмәгән ергә ултыртмай, һәр ваҡиғаны үҙ файҙаһына бороп ебәрерҙәр ине. Ләкин Баймаҡта йә Бөрйәндә, Саҡмағош, йә Шишмә һымаҡ райондарҙан килгәндәрҙең холоҡ-фигелен белеүҙәре бик шикле. Сөнки бәғзеләр донъя ошо тирәлә генә әйләнә, карталарҙы ҡасандыр наҙан кешеләр яҙған һәм ҡояш та улар өсөн сыға һәм байый тип беләләр һәм хаталаналар, тик бик аҙға ғына.
Әлегә беҙ Зәмзәнәне егәрле килен ҡиәфәтендә ете ят йортта яңыса йәшәй башлауының, ул алған һабаҡтарҙың тәүгеләрен күрһәтәйек. Зәмзәнә, ире менән кәнәшләшкәндән һуң, үҙенең фатирын ҡуртымға бирергә һәм ғаиләнең финанс – иҡтисади хәлен яҡшыртыуға йүнәлтергә ҡарар итте.
Декретка – маҙар сыҡһам, аҡса кәрәк булыр ул. Шулай бит, – тине ул, һүҙ араһында ғына әйткәндәй. Мауығып компьютерҙа уйнап ултырған Рафиҡтың йөҙөндә шаңғыу билдәһе барлыҡҡа килде, йәғни ауыҙы асылды күҙҙәре шаҡмаҡланды, ейәге һалынып төштө, хатта зың иткән тауыш ишетелде.
Ир компьютерын ситкә алып ҡуйҙы:
– Туҡта әле, һин ниндәй, декрет, секрет һөйләйһең. Уны һиңә кем рөхсәт итте. Әйт дөрөҫөн, кем менән һөйләштең. Һин ундай мөһим мәсьәләне үҙен генә, кулуарно ғына хәл итергә хаҡың юҡ, хатта мин, һине әйтеп тә тормайым, үҫкәнем, был йәһәттән, ғөмүмән, хоҡуҡһыҙ.
Зәмзәнә бына айҙан ашыу инде был хаҡта иренә, һис юғы ҡәйнәһенә еңелерәк һәм йомшағыраҡ итеп еткереү тураһында баш вата, ләкин хәл итеү юлын таба алмай ине. Сөнки уның ғаиләлә ярты йылға яҡын йәшәү дәүерендә эйән-эйәнсәр, бәпес алып ҡайтыу һымаҡ мөһим темаларға ире лә, ҡәйнәһе лә бер һүҙ өндәшкәне булманы. Дөрөҫ, был тема фатирҙа тыйылғандар исемлегендә юҡ, исемлек үҙе лә күренмәй. Ләкин, әйләнгән һайын ғаилә карауатын ҡомһоҙланып дөбөр-шатыр килтергән ир, күршеләр шаҡыуына иғтибар итмәй, бала яһау, ғаилә ишәйтеү хаҡында уйламай ҡалмағандыр.
Бына ул һикереп торҙо лә, телефонын алып балконға сығып китте. Зәмзәнәгә вазифаһы буйынса үҙе эшләгән учреждениеның хоҡуҡтарын яҡлап йыш ҡына суд ултырышында ҡатнашырға тура килә һәм дәғүә буйынса хөкүм ҡарары сығарғандарын тулҡынланып һәм һағайып көтә. Рафиҡ балкондан өйгә кереп өлгөрмәне, ишек тызылданы. Ҡайһы арала килеп еткән?
– Әсәй, әллә такси менән килдеңме? – тип ҡаршы алды улы.
– Һеҙгә килгән һайын такси яллаһам, күптән инде иҫке халат кейеп, ялан аяҡлап йөрөргә тура килер ине, тип һалды ҡарсыҡ.
– Бына тора, үҙенән һора, – тип ире яуаплылыҡты ҡатынына ауҙарҙы.
– Ҡарсыҡ бер үк ваҡытта рентген аппаратын, компьютер томографын һәм УЗИ-ҙе хәтерләткән күҙе һәм ҡолағы менән киленен ҡосаҡлап алды:
– Эй, балаҡайым, был шатлыҡты ла күрер көнөм бар икән. Олатаһы ишетһә ҡыуанысынан һикереп-һикереп алыр ине, – тип әйтә һалды Ҡәмәр апай һәм улына боролдо. – Киленде ҡара, улым, эшкә ултыртып ҡына йөрөт, витаминдарҙан өҙмә, ҡулына бер килонан артыҡ әйбер тотторма.
– Тағы, шул ғына ҡалғайны! – тип һөйләнде улы. – Әсәй. Үҙең уйлап ҡара, миңә утыҙ бер йәш, ул баланы кеше иткәнсе илле, алтмыш буласаҡ. Мин әллә йәшәй алам, әллә юҡ. Ана теге йорттан Серега, ҡырҡ ике йәштә китеп барған, ә ул минән һауыраҡ һәм матурыраҡ ине. Йә әйт, миңә бит хәҙер егерме түгел. Дөрөҫөн әйтәм, миңә был хәл оҡшамай.
– Оҡшаймы, оҡшамаймы һеҙҙең ғаилә тулы булырға тейеш. Тулы булһын өсөн һеҙгә бер бала кәрәк. Һеҙҙе бәйләп тороусы, мөнәсәбәттәрегеҙҙе һаҡлаусы гарант ана шул бала.
Зәмзәнә үҫкән ғаиләлә һигеҙ бала, йәғни ауылса әйтһәк, һигеҙ ҡашыҡ ауыҙҙа йылына ине. Шуға бындай бәхәсте ул сәйерһенеп тыңланы һәм аңламаны. Етмәһә, эштә уға яңы ғына юғары вазифа тәҡдим иттеләр һәм һынатмаҫына ышаныс белдерҙеләр.
Зәмзәнә йәшереп торманы, етәксенең хәтеренә күптән түгел һәм һуңлап ҡына кейәүгә сығыуы, тағы бер аҙҙан декрет ялына йыйыныуы хаҡында иғлан итеүҙе кәрәк тип тапты. Эштә уның хәлен аңланылар һәм ысын күңелдән һаулыҡ теләп фатихаларын бирҙеләр.
– Һинең мөмкинлектәр ифрат юғары! – тине иң ҙур түрә. – Беҙ эшлекле сифаттарыңды юғары баһалайбыҙ һәм беҙҙең йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫһең тип ышанабыҙ.
Әгәр кемдер ошо һүҙҙәрҙе ысынға алһа, түрә тарафынан әйтелгәндәр бер ниндәй кисектергеһеҙ тормошҡа ашырыла, тип уйлаһа, хаталана. Юғары урын биләгән, айырыуса юғары эш хаҡы алған түрәләр үҙҙәренән түбән вазифа биләгән һәм эш хаҡы ла күпкә кәмерәк булған түбәнге ҡатлам хеҙмәткәрҙәрҙең мәнфәғәттәрен шартлы рәүештә генә һаҡлай һәм яҡлай. Сөнки «урында» көн һайын эшләү һәм йәшәү өсөн коллегаларың һәм үҙең менән туҡтауһыҙ көрәш бара. Бында йығылыу түгел, абыныу ҙа ғәфү ителмәй, ярҙам күрһәтелмәй. Арттан атлаусы һине тапап алға ынтыла, ярҙам итеү түгел, эйелеп тә ҡарамай. Зәмзәнә менән тап шулай булды һәм тормоштоң, мөнәсәбәттәрҙең аяуһыҙлығын артығы менән үҙ елкәһендә татыны. Әмәлгә ҡалғандай ул эшкә сыҡҡылағансы, дәүләт хеҙмәте коридорҙары буйлап сираттағы реформалар үтте, уның иң кәрәкле бүлеген өлөшләтә ҡыҫҡарттылар. Зәмзәнә сыҡҡас, эшләй ул, тип ике-өс кешегә ҡалдырҙылар. Етмәһә, элеккеләрҙең дә көслө сағы, тамырҙары ныҡ һәм тештәре үткер. Ярай ҙа Зәмзәнә үҙе лә ҡыҙҙары ла һынатманы, бар эште йырып сыҡтылар һәм элеккеләрҙе ғәжәпләндереп, һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәштеләр. Уның ҡарауы, беҙ киткәс, былар килгәс артҡа тәгәрәне, тип сүбәк сәйнәргә сәбәп табылманы. Ләкин ҡатынды эштә яңы һынауҙар, өйҙә мәхшәр көтә ине.
Әлегә Зәмзәнә эшкә сыҡты, йыллыҡ отчеттарҙы япты, иң юғары түрәнән маҡталды һәм ҡыҙын күтәреп поликлиникаға йүнәлде.
Дауамы бар.

Автор:Ф. Ильясова
Читайте нас: