+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Август 2021, 07:00

ҮҘЕН ОНОТҠАН ҠАТЫН Хикәйә Дүртенсе һабаҡ

– Уф! Ҡот осҡос! – тип ҡарар сығарҙы тәжрибәле педиатр. – Һау-сәләмәт баланы ниндәй көнгә ҡалдырғанһығыҙ. Әгәр ҡарар булмағас, ул баланы ниңә таптығыҙ? Зәмзәнә бер һүҙ ҙә әйтә алманы. Уны, етәкләп тигәндәй йөрөтөп, һығымта яһанылар ҙа, дауаханаға һалып та ҡуйҙылар. Ҡыл өҫтөнән үтеп китеүҙәрен Зәмзәнә аҙаҡ ҡына аңланы һәм ҡатын да, әсә лә, хеҙмәткәр ҙә булыуҙың ауырлығына төшөндө. Балалар дауаханаһында үткәрелгән өс аҙна уның күҙҙәрен күп нимәгә асты. Ошонда балалары менән дауаланып ятыусы тәжрибәле әсәйҙәр байтаҡ һабаҡ бирҙе, үҙ хоҡуҡтарыңды яуларға өйрәтте. Мәстүрә апай алыҫ райондан килгән, үҙе ҡыҙыҡһынып Зәмзәнәне күҙәтә, өйрәтә, үҙе лә тотоноп китә.

ҮҘЕН ОНОТҠАН ҠАТЫН Хикәйә Дүртенсе һабаҡ
ҮҘЕН ОНОТҠАН ҠАТЫН Хикәйә Дүртенсе һабаҡ

– Уф! Ҡот осҡос! – тип ҡарар сығарҙы тәжрибәле педиатр. – Һау-сәләмәт баланы ниндәй көнгә ҡалдырғанһығыҙ. Әгәр ҡарар булмағас, ул баланы ниңә таптығыҙ?
Зәмзәнә бер һүҙ ҙә әйтә алманы. Уны, етәкләп тигәндәй йөрөтөп, һығымта яһанылар ҙа, дауаханаға һалып та ҡуйҙылар.
Ҡыл өҫтөнән үтеп китеүҙәрен Зәмзәнә аҙаҡ ҡына аңланы һәм ҡатын да, әсә лә, хеҙмәткәр ҙә булыуҙың ауырлығына төшөндө. Балалар дауаханаһында үткәрелгән өс аҙна уның күҙҙәрен күп нимәгә асты. Ошонда балалары менән дауаланып ятыусы тәжрибәле әсәйҙәр байтаҡ һабаҡ бирҙе, үҙ хоҡуҡтарыңды яуларға өйрәтте.
Мәстүрә апай алыҫ райондан килгән, үҙе ҡыҙыҡһынып Зәмзәнәне күҙәтә, өйрәтә, үҙе лә тотоноп китә.
– Нисәнсе балағыҙ? Икенсеһеме, әллә өсөнсөһөме? – тип һораны ул ҡыҙыҡһынып.
– Беренсеһе! – тине Зәмзәнә, ҡатынды аптыратып.
– Беренсеһе! – Ауыл ҡатыны саҡ ышанды. – Мин һинең йәштә миҙал тағып йөрөй инем, өҫтәп биш мең бирҙеләр. Дәртләнеп китеп тағы берҙе таптым.
– Нишләйем һуң! Шулай тура килде! – тип аҡланды Зәмзәнә.
– Беләм. Сәбәбе булғандыр. Йүнле ир юҡ, фатирһыҙ, аҡса етмәй, эш юҡ һәм башҡалар. Мин иһә бала тапмау өсөн бер һылтау ҙа күрмәйем. Ғөмүмән, закон кәрәк. Ҡатын-ҡыҙ йәше етһә, бала табырға тейеш. Бер бала менән туҡтап ҡалырһыңмы икән?
– Белмәйем инде, апай! Ирем нимә һөйләр, ҡәйнәм ҡабул итерме?
– Эй, рөхсәт көткәс, ир менән ҡәйнәгә көн ҡалғас, ошо берәүҙән ары китә алмаҫһың. Ир-атты яҡшы беләһең, эшен бөтөрөп, төшөп ҡолаған ынғайы ғырылдап йоҡлап та китә. Ҡалғаны һинән тора. Сөнки, баланы әсәй генә тыуҙыра ала. Аҙаҡ үкенерһең, ләкин һуң булыр. Бына, Мәстүрә апайым әйтте тиерһең.
– Апай мин бит эшләйем. Мине көтөләр.
– Көтһөндәр, белеп торам, һинең эшеңде теләһә кем башҡара ала. Ә бала табыу һинең генә ҡулыңдан килә торған эш. Ә һин ҡайҙа эшләйһең һуң?
– Шунда, шунда! – тине Зәмзәнә.
– О, арыу урында икән. Әйтәм, эргәңдә өлтөрәшеп йөрөйҙәр. Шуны бел, бер юғары урын да баланы алыштыра алмай. Вазифа бөгөн бар, иртәгә юҡ. Ә был бала эргәңдә ғүмер буйы буласаҡ һәм һине ҡараясаҡ.
Был һабаҡтар бушҡа үтмәне, Зәмзәнә, ни булһа ла булыр, тине лә, икенсе балаһын табырға ҡарар итте. Эштә ут сығарып, барыһын әйҙәп, дәртләнеп эшләгән ҡатын өйгә ҡайтып, тупһаны аша атлаһа, бер ярҙамһыҙ, хатта эшкинмәгән һымаҡ ҡатынға әйләнә. Ирем нимә әйтер тигән ҡиәфәт менән үҙен юғалта ла ҡуя инде. Етмәһә, ошо аҙнала ғына тағы ауырлы икәнлеге асыҡланды. Был әлегә сер, был хаҡта бер кем белмәй. Тик эштә йәшереп ҡалып буламы һуң инде. Үҙенә байтаҡ ҡына эш йөкмәткәс, тороп ҡалып ошо хаҡта иң ҙур етәксеһенә хәбәр итеүҙе кәрәк тип тапты.
– Ҡайһылай егәрле ҡатын булып сыҡтығыҙ һеҙ! – тине ҙур етәксе. – Әле генә эшкә сыҡҡайнығыҙ, моғайын, ирегеҙ һәйбәт кешелер? Унған ир ҡатынынан бала таптырырға тейеш. Бер һүҙем дә юҡ хуплайым. Башҡорттар күбәйергә тейеш. Әйткәндәй, теге ваҡытта шулай уҡ декретҡа йыйынғайның шикелле. Бар эштәреңде атҡарып сыҡтың, был юлы ла һынатмаҫһың, тип уйлайым.
Зәмзәнә эсе йоморолана башлағансы был хаҡта иренә лә, ҡәйнәһенә лә әйтмәм, бер яйы сығыр әле, – тип уйлағайны. Ләкин сер бөтөнләй көтөлмәгән урындан тишелде һәм күҙ алдына ла килтермәҫлек йүнәлеш алды. Үҙе кәңәшмәлә ине. Зәмзәнәне эҙләп, кадрҙар бүлегенән шылтыратҡандар, өйҙә Рафиҡ ҡына булған һәм иренән, Зәмзәнә Үтәғол ҡыҙы нисәһенән декрет ялына йыйына? – тип һорағандар. Зәмзәнә белмәй, һөйләшеү нисек булғандыр. Ул ҡыҙын етәкләп ҡайтып кереүгә, фатирға валидол еҫе тулған, ҡәйнәһе йәмрәйгән, Рафиҡ иһә ни үле, ни тере түгел, түшәктә ята ине.
Иң тәүҙә Зәмзәнәне зал уртаһына баҫтырып ҡуйҙылар һәм ике яҡтан һорауҙар яуҙыра башланылар.
– Бала табырға кем рөхсәт итте?
– Баланың атаһы кем?
– Ни өсөн был хаҡта ире лә, ҡәйнәһе лә белмәй, уның ҡарауы бар республикаға мәғлүм.
– Баланан ҡотолоу юлы бармы?
– Әгәр ире айырып ебәрһә, нимәләргә дәғүә итә?
– Зәмзәнә үҙенең был рөхсәтһеҙ ғәмәлен нисек баһалай?
– Баланан ҡотолоу өсөн һуңғы сиккә барырға әҙерме?
Зәмзәнә барлыҡ һорауҙарға ла алдан уҡ яуаптар әҙерләп ҡуйғайны, сөнки һөйләшеүҙең бик киҫкен булыуы шикләндермәне. Иң аҙаҡтан йонсоған ир һәм ҡайһы яҡҡа ҡоларға белмәгән ҡәйнә оҙаҡ ҡына үҙ-ара кәңәшләштеләр, ләкин уртаҡ фекергә килә алманылар. Хатта ҡарсыҡ улын да ғәйепләп булашты.
– Панелдәрҙән төҙөлгән йортта йәшәйһегеҙ, теге башта сөскөрһәләр, был башта уянып китәләр. Сама белергә кәрәк, карауатығыҙға дүрт йыл, мин типһәм, таралырға тора.
Һалҡын һуғыш шулай башланды. Ир хәҙер, йәнәһе, ҡатынын ҡаты язаға тарттыра, айырым йоҡлай, ә ҡәйнә ейәнсәрен, кәрәк ваҡытта, алып ҡалыуҙан баш тарта.
Эй, инде бындай ғына һынауҙарҙы күп кисергән Зәмзәнә көн һайын дәртләнеп, ғорурланып эшкә йөрөй. Оло-ҡара идаралыҡта, йөҙләп гүзәл зат араһында ул берҙән-бер ауырлы ҡатын. Коллегаларының унан көнләшеүҙәрен, хатта үҙен ҡосаҡлап эсен тотоп ҡарауҙарын күрһәгеҙ.
– Эх, – тине һүҙ һыйған әхирәттәренең береһе. – Һинең ирен алтын шул, минеке улай түгел. Ҡайҙа бәпес алыу, эт-бесәй алырға ла рөхсәт юҡ.
Ирең һәйбәт шул... Ире һәйбәт шул. Зәмзәнә хәҙер үҙен шулай тип ышандыра. Ана бит, һаман үпкәләп йөрөй, бер һүҙ өндәшкәне юҡ, хатта туҡмаманы ла. Декрет аҡсаһы мул ғына төштө, Зәмзәнә тәүәккәлләне, ныҡ-ныҡ баҫып мебель салонына инеп китте. Ниңә тиһегеҙме? Һуң, үҙегеҙ беләһегеҙ инде.
Дауамы бар.

Автор:Ф. Ильясова
Читайте нас: