-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Август 2021, 22:01

ФАТИР КӘРӘК

Троллейбустан төшкәс, Ирек ауыр юл сумкаһын туҡталыш эскәмйәһенә ҡуйҙы ла, ҡара дермантин тышлы папкаһын асып, уның эсенән нимәлер эҙләй башланы. Ситтән ҡарағанда, ул ауылдан ҡалаға уҡырға килгән студентты хәтерләтә ине: ит яңы ныҡлап ултыра башлаған ябыҡ кәүҙәһе, ыҫпай кейеме был кешенең кәмендә колледж йәки техникум студенты икәнлеген һиҙҙерә. Ә айырыуса иғтибарлы күҙәтеүсе был егеттең өҫтөндәге ныҡлы спорт кейемен күреп, уның физкультура факультеты студенты икәнлеген шунда уҡ тотоп алыр ине. Ысынлап та, Ирек – студент. Ябай студент түгел, ситтән тороп уҡығандарҙан. Йылына бер нисә тапҡыр ике-өс аҙнаға килеп, сессияһын тапшыра ла ҡайтып китә. Үҙе – уҡытыусы-тренер. Был юлы ла шул институтына тип ҡалаға килеүе.

ФАТИР КӘРӘК
ФАТИР КӘРӘК

Бына ул папкаһын ябып, юл сумкаһын еңел генә күтәреп алды ла таксофон будкаһына ҡарай атланы. Ҡулындағы ҡағыҙ киҫәгенә яҙылған, инде юйылып бөтөп барған һандарҙы йыйҙы. Телефон трубкаһын кире урынына ҡуйҙы, йөҙө уйсанланып киткәйне. Теге оста алыусы юҡ. Ҡайҙа улар? Өйҙә юҡтармы, әллә тағы бер-бер хәл булдымы? Әллә Миҙхәт ағаһы телефонын өҙөп ҡуйғанмы? Теге мәл шулай, Иректең килер мәле еткәс, сымды өҙгән булып, үҙе баҡса өйөнә ҡасып ятҡан, тинеләр. Эх, был заочник тормошо! Йөрө инде, үҙ ағайың була тороп, ситтә ҡуналҡа эҙләп.

– Әсәй, ағайҙарға звонить иттем, бөтәһе лә өйҙә икән, көтәбеҙ тип әйттеләр. Мин ағайҙар йәшәгән ергә килеп еттем, хәҙер дүртенсе ҡатҡа күтәреләм, – тип теҙеп китте Ирек.

Теге остан әсәһенең ҡыуанған тауышы ишетелде:

– Ярай, ағайыңа күстәнәстәрҙе бир, итте һыуытҡысына һалһын. Йомортҡалар ярылмағанмы?

– Юҡ, шикелле. Ярай, әсәй, пока, минең карточкала минуттар бөтә... Тағы звонить итермен...

Әсәй кешенең тыныс, ипле йөпләүе ишетелде:

– Ярай...

Аңлағанһығыҙҙыр, әле беҙ күҙәткән ваҡиға кеҫә телефондары донъяға таралып өлгөрмәгән ваҡытта бара. Ирек домофонһыҙ подъезд ишеген асыуға, уның эсенән таныш еҫ танауға бөркөлдө. “Тағы төнөн кемдер байрам иткән”, – тип уйлап алды Ирек, икенсе ҡаттағы тәҙрә төбөндә ултырған буш шешәләрҙе, туҙып ятҡан тәмәке төпсөктәрен күргәс. Өсөнсө ҡаттағы тәҙрә төбө таҙа, бында тиклем менмәгәндәр, тимәк. Йәштәр йөрөй, студент йәштәр. Был йорттоң домофоны ватыҡ икәнлеген белеп алғандар ҙа һыра эсергә эркелешеп килеп инәләр. Үҙҙәре, әллә шөрләйҙәрме, әллә тиҙерәк ҡотолоу өсөнмө, шелтәләһәң, шып-шым булалар, ғәфү үтенә һалалар. Йәштәр... Баштарҙа ла, кеҫәләрҙә лә – ел уйнаһа ла, бәхетле халыҡ. Һөйгәне, күрше ауылдан бында килеп, институттың һуңғы курсында уҡыусы Диләһе, ятағында имен генә йөрөһөн, ошо йәштәр ише насар юлға төшөп китмәһен.

 

Дүртенсе ҡатҡа килеп менде ҡусты кеше, ағаһы менән еңгәһе ҡуртымға алып, йәш пар булғас, икәүҙән-икәү генә көн иткән фатир ишеге ҡаршыһына баҫты.Төймәгә ҡағылғайны, талғын ғына көй уйнап ебәрҙе. Яуап биргәндәре тойолмай. Икенсе тапҡыр баҫырғамы, юҡмы? Ирек ҡулын талдыра башлаған сумкаһын икенсе ҡулына күсереп тотто, папкаһын ҡултығы аҫтына ҡыҫтырҙы ла  ишекте шаҡып алды. Хәйер, туҡылдатты, тиһәң, артыҡ булыр, сирткән һымаҡ итте. Эстә хәрәкәт юҡ. Нығыраҡ дөбөрҙәтеп ҡарарға кәрәк. Шулай итте. Ышаныслыраҡ булһын өсөн ҡыңғырауға ла баҫып алды.

Ҡапыл ишек келәһе шытырланы. Ишек асылды. Тик Ирек көткәне түгел – уң яҡтағыһы. Унан сал сәстәрен һыпыра-һыпыра, күҙлеген төҙәтә-төҙәтә, оло бер апай ҡоро ғына сәләмләне:

– Һаумыһығыҙ.

– Һаумыһығыҙ, апай. Был фатирҙағылар ҡайҙа икән? – тип йәнләнеп китте Ирек.

– Күстеләр шикелле улар, бөгөн иртән, хатта таң менән, күсеп киттеләр.

– Ҡайҙа икәнен әйтмәнеләрме? – Егеттең күңеле төштө.

– Әйттеләр, Венераның әсәһе эргәһенә,тинеләр. Ваҡытлыса буғай. Венера үҙе өндәшмәһә лә, күрҙем, гөлдәрен алманылар, еңелсә генә күсенделәр.

Еңгәһенең әсәһенә күскәндәр, тимәк, тағы нимәлер булған. Ни булды икән?

– Ә һеҙ фатирға студент алмайһығыҙмы?

– Ирек үҙенең һорауына үҙе аптырап ҡуйҙы.

– Юҡ, улым, мин бит малайым менән торам, ул риза булмаҫ.

Бер аҙ туҡтап торҙо ла әбекәй, тағы һүҙ ҡатты:

– Ҡара әле, улым, мин, бәлки, яңылышамдыр, шулай ҙа, әйт әле, һинең исемең Ирекме?

– Эйе, – тине Ирек, аптыранып, – ҡайҙан белдегеҙ?

– Кис буйы һинең исемеңде телдәренән төшөрмәнеләр. Беҙҙең стеналар йоҡа, әрләшкән дә, ҡыуанышҡан да тауыштар ишетелеп тора. Теләйһеңме, теләмәйһеңме, күршеңдең тормошо – ҡолаҡ төбөндә генә. Ҡолаҡҡа мамыҡ тығырлыҡ хатта.

– Ә, улай икән, – тигән булды Ирек, бер урында тапанып. Шул ваҡыт әбей асҡыс тотторҙо һәм өҫтәп ҡуйҙы:

– Фатир – һинең ҡарамаҡта, асып ин, ял ит. Ағайың шуны еткерергә ҡушты, шылтыратһын, тип ошо телефонды бирҙе.

Фатир эсе ялт итеп тора.Әйтерһең, ул килеүгә махсус әҙерләгәндәр. “Туҡта, шылтыратайым әле, ниңә улай кеше аптыратып күсенеп киттеләр һуң әле былар? Беҙҙә ҡунаҡты улай ҡаршыламайҙар!” – тип һөйләнеп, Ирек телефонға үрелер алдынан тәрән итеп тын алды, тулҡынланыуын баҫырға тырышты. Бер аҙ ултырғас, һандарҙы йыйҙы. Теге оста, көтөп кенә торғандар, тиерһең, шунда уҡ яуап бирҙеләр:

– Эйе...

Ят тауыш. Ҡоҙағый, шикелле.

– Һаумыһығыҙ... Мин – Миҙхәт ағайҙың ҡустыһы Ирек... Ағай һеҙҙә түгелме?..

Бер аҙҙан яуап бирҙеләр:

– Ә, ҡәйнеш, килдеңме? – еңгәһе икән.– Ғәфү ит, беҙгә ҡапыл сығып китергә тура килде шул. Һин, һыуытҡыста аш ултыра, шуны, тимер сеүәтәгә йылытып, ашап тор инде. Барыһын да ағайың өҫтәлдәге хатҡа яҙҙы. Әлегә һалып торайыҡ, хатты уҡығас, шылтыратырһың...

Ирек, ни һорап, ни рәхмәт әйтеп өлгөрмәне, бәйләнеш өҙөлдө. Ағаһының эш өҫтәле эргәһенә килде. Унда аҡ ҡағыҙға: “Ирек,ҡустым, һин аптырама, беҙ һиңә аулаҡ булһын тип фатир ҡалдырҙыҡ. Аралашып йөрөгән ҡыҙың да бар икәнлеген беләм, әллә ниңә шуға тәҡдим яһамайһың, тәүҙә фатир кәрәк әле, тип йөрөй бирәһең. Утыҙға етеп киләһең, етди аҙым эшләргә ваҡыттыр ул? Беҙ был турала һинең менән күп тапҡыр һөйләштек, ҡалғанын ҡабатлап тормайым”, – тигән юлдар сыймаҡланған ине.

– Алло, еңгәй, ағайҙы саҡыр әле, – тине Ирек, саҡ-саҡ көлөп ебәрмәй. Теге яҡтан ағаһының көр тауышы ишетелде:

– Ә, минең заданиены уҡыныңмы?

– Эйе! Ну, ағай, һин – стратег инде! Минең дә бер сюрпризым бар. Диләнең үткән күрешкәндә  ризалығын алғайным, ауылға ҡайтҡас та, никах уҡытабыҙ!

Автор:Илгиз ИШБУЛАТОВ.
Читайте нас: