+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Август 2021, 07:00

Үҙен онотҡан ҡатын Хикәйә Бишенсе һабаҡ

Мебель салонына элек тә бер нисә тапҡыр инеп сыҡҡайны.

Үҙен онотҡан ҡатын  Хикәйә  Бишенсе һабаҡ
Үҙен онотҡан ҡатын Хикәйә Бишенсе һабаҡ

Мебель салонына элек тә бер нисә тапҡыр инеп сыҡҡайны. Мәскәүҙән килтерелгән, йоҡо бүлмәһенә тәғәйенләнгән, гарнитур оҡшай уға. Ошо киң, иркен матрас өҫтөндә, элекке һымаҡ йортто һелкетеп түгел, шым ғына, ипле генә, мөхәббәт һүҙҙәрен ишетеп иреп кенә йоҡларға ине. Юғиһә, күршеләр уларҙың, хәҙер айырым йоҡлауын белмәй.

 

аҫҡы ҡатта йәшәгән Мәүә апай, ғәҙәти булмаған тынлыҡты тыңлап, кисә генә:

 

Әллә һеҙгә бер-бер хәл булдым?.. – тип мут йылмайып, һорашып тороп ҡалды.

 

Бик ентекләп һайланы гарнитурҙы Зәмзәнә. Тәүҙә ултырып, аҙаҡ өҫтөнә ятып, аунап та ҡараны, оҡшатты һәм кеҫәһенән банк картаһын сығарҙы. Гарнитурҙы килтереүҙе һәм йыйыуҙы салон рәхмәт йөҙөнән үҙ өҫтөнә алды. Алмай, шул тиклем аҡса түлә лә, үҙең килтереп, ҡороп ултыр, имеш.

 

Рафиҡтың һөйләнеүенән дә ҡотолдолар, уныһы ҡармаҡтарын тотоп, таң менән балыҡҡа сығып китте. Ул арала булмай гарнитурҙы килтереп бушаттылар һәм йыя ла башланылар. Ҡора һалып, ултыртып ҡуйғайнылар, былай ҙа ыҡсым йоҡо бүлмәһенә йән кергәндәй булды.

 

Кисен Рафиҡ ҡайтып керҙе һәм бер һүҙ өндәшмәй йоҡо бүлмәһенә үтеп китте. Зәмзәнә шымды, нимә тип әйтер икән. Һалҡын һуғыш дауам итерме, әллә үҙенсә сигенерме? Фатирҙы Рафиҡтың аптыраулы ҡысҡырыуы яңғыратты:

 

Зу-зу!.. – тип ҡысҡырҙы ул. Ғәҙәттә, асыуланырға, йә яратырға булһа, ул шулай тип өндәшә. – Һин бында нимә эшләнең. Зәмзәнә бүлмәгә инһә, ире киң матрас өҫтөндә һикрәнләй һәм ҡәнәғәтлеген белдереп төрлө ауаздар сығара.

 

Нимә булды? – тип кенә әйтә алды Зәмзәнә.

 

Кил әле бында, Зу-зу! – тип ире, ҡатынын эләктереп алды һәм кемуҙарҙан һикерә башланылар. Исмаһам, бер тауыш сыҡһасы. Ул арала булмай хужа кеше йоҡо бүлмәһен бикләп тә алды.

 

Оҡшаны, Рафиҡҡа, күңеле йомшарҙы, Зәмзәзәне ғәфү иткән һымаҡ булды. Хатта театрға ла барып килделәр.

 

Барыһы ла шулай, тыныс һәм һил булыр һымаҡ ине. Бәлә, бөтөнләй көтөлмәгән яҡтан аҡрынлап, тауыш-тынһыҙ, һәм мәкерле рәүештә килеп сыҡты. Был хәл Зәмзәнә өсөн ҙур һабаҡ булды. Был һабаҡ ғүмерлекккә етте, сөнки Зәмзәнә уның менән көн һайын көрәште, иренә лә үпкәләп тә ҡараны, ҡәйнәһе менән әрләшеп бөттө, үҙен күрә алмаҫ көнгә төштө.

 

Бына, күрәһегеҙме, Зәмзәнәнең ике фото һүрәте. Береһе ун йыл элек төшкән, икенсеһе ошо аҙнала ғына. Айырманы һиҙәһегеҙме, шулай шул, тәүгеһендә ҡырҡ биш килолы Зәмзәнә булһа, икенсеһендә етмеш килолы Зу-зу.

 

Аһ, һиҙмәй ҡалды, исмаһам, киҫәтеүсе булманы. Саҡ ҡына алдан белһә, ваҡиғаларҙы үҙ ҡулына алыр, көрәшер, ләкин бирешмәҫ ине. Сөнки уның хәҙерге рәүеше, заманса әйтһәк форматы, биләгән вазифаһына ла, статусына ла, яҙмышына ла тура килмәй ине.

 

Киләһе аҙнала эшкә килеп китергә саҡырғайнылар. Нимә кейергә икән тип, гардеробын барлаһа, бер генә кейеме лә ярамай. Көс-хәл менән береһенен эсенә кереп кенә ҡарағайны, шытылды ла ҡуйҙы.

 

Етмәһә, кисен ире асыуландырып ҡуйҙы, ҡарап торҙо ла:

 

Ну, үҫкәнем, һин ашағанһың. Миңә килгәндә нисә кило инең әле, хәтерлә. Ә мин нисә кило тарта инем? Һығымта яһа.

 

Дөрөҫ, хәҙер һығытма һис тә Зу-зу файҙаһына түгел.

 

Ире сәғәтенә ҡараны:

 

Һиңә бер ай ваҡыт, ауырлығыңды тотороҡлайһың. Малай күп ашай тип һылтаныу ҡабул ителмәй. Бына мин, мәҫәлән, һин килгәнсе туҡһан кило инем, хәҙер етмешкә ҡалдым. Ваҡыт башланды.

 

Ҡайҙарға ғына барманы, Зәмзәнә, нимәләр генә эшләмәне. Ике таяҡ һатып алып, скандинав атлауҙарын үҙләштерҙе. Күп йөрөүҙән хәле бөттө, асыҡты, туйғансы ашаны һәм аҙна эсендә етмеш бер килограмм, ике йөҙ грамм күрһәтте.

 

Көҙгөгә ҡарағайны, үҙенең ҡиәфәтен һәм һынын күреп, тримоны балкондан ырғыта яҙҙы һәм үҙе һикереүҙән саҡ тыйылып ҡалды. Ҙур блат буйынса, хөкүмәт ҡарарына ярашлы сит ил өлгөләре буйынса ойошторолған фитнес клубының бағамсылар идараһына инде, көнөнә икешәр-өсәр сәғәт шөғөлләнеп ҡараны. Ләкин тамсы ғына ла файҙаһы күренмәне. Таныштары ошонда бик популяр булған, ләкин сит илдән килгән, русса ла, башҡортса ла, бер һүҙ ҙә белмәгән тренерҙы, тәҡдим иттеләр. Уныһы Зәмзәнәнең арыу урында эшләүе, ҡайһы мәлдә ҡыҫыла һәм йоғонто яһауы билдәле булғас, башҡортса ла, татарса ла, русса ла, һөйләшергә тотондо. Зәмзәнәне эҙәрлекләй башланы һәм өйләнергә теләп тәҡдим яһаны.

 

Фитнес клуб түгел, уның тренеры ла ярҙам итмәне, киреһенсә, был майлы күҙле тренерҙың эҙәрлекләүҙәренән ҡасып йөрөү ярҙам итте. Икенсе аҙнанын башында Зәмзәнә үлсәнгәндән һуң үҙенең алтыш туғыҙ килограмм да биш йөҙ грамм икәнлеген күрҙе һәм үҙе белгән иң уҫал һүҙҙәрҙе ҡуллана-ҡуллана үлсәгесте сүп һауытына ырғытты. Яҡын әхирәте Зөлхизә алты йылдан һуң Зәмзәниәне күргәс, уны таныманы һәм, һеҙ кем, кемгә килдегеҙ?.. – тип һораны.

 

Танығас, бер һүҙ әйтә алмай, байтаҡ ҡына тын торҙо. Ярай әле, Зөлхизәнең һимереү менән бәйле сирҙәр менән көрәшеүсе, психолог әхирәте бар икән.

 

Зәмзәнә минуты, сәғәте менән психологтың алдында ултыра ине.

 

Һеҙҙең сирегеҙ, ҡәҙерлем, һимереү һәм ашау менән бәйле түгел, тотҡолап ҡараһаң, һеҙҙә ялған һимереү шауҡымын күрергә мөмки, – тине ул, Зәмзәниәне ҡулдары менән һәрмәп. – Ә ялған һимереү, һеҙҙең хәҙерге психологик хәлегеҙгә бәйле. Һеҙ тормошоғоҙ өсөн борсолаһығыҙ, әле булғанын юғалтыуҙан ҡурҡаһығыҙ, үҙегеҙгә ышанмайһығыҙ, ҡатмарлы кисерештәргә дусар булғанһығыҙ һәм унан ҡотолоу юлдарын эҙләйһегеҙ. Сәбәләнмәгеҙ, барыбер таба алмаясаҡһығыҙ, сөнки, һеҙҙең хәҙерге тормошоғоҙ һеҙгә буйһонмай, һеҙгә тыныс тормош кәрәк. Мин һеҙгә аптырайым, һеҙ ниңә бөтөрөнәһегеҙ, һеҙҙе ирегеҙ ярата, хатта күтәреп йөрөргә лә теләге бар. Бер үк күтәртеп ҡуймағыҙ. Имгәнеп ҡуйырһығыҙ. Ҡәйнәгеҙ ҙә һеҙ һөйләгәнсә, бик үк бөткән кеше түгел. Һеҙ үҙегеҙгә нәфрәтләнәһегеҙ, күреп торам, һеҙ үҙегеҙҙең кем икәнлегеҙҙе онотоу юлына баҫҡанһығыҙ. Әгәр тиҙ арала, үҙегеҙҙе ҡулға алмаһағыҙ, һеҙҙең хәлегеҙ артабан да ҡатмарланасаҡ.

 

Миңә нимә янай? – тине ҡалтыранған тауыш менән Зәмзәнә.

 

Бер нимә лә янамай, һеҙ бер центнер сигенә етәсәкһегеҙ. Ә ул һеҙгә кәрәкме.

 

Дауамы бар.

 

Ф. Ильясова.

 

П. С. Һәр көн иртәнге сәғәт етелә һеҙҙе Зәмзәнә һабаҡтары көтә. Алдан уҡырға теләүселәр һәм ҡыҙыҡһыныусылар «Һәнәк»кә электрон форматҡа яҙылыусылар әҫәрҙе тулыһынса уҡыу мөмкинселеге аласаҡ.

 

 

Автор:Ф. Ильясова
Читайте нас: