Әлбиттә, кәрәкмәй. Зәмзәнә ең һыҙғанып һимереү менән көрәшен дауам итте, быға тиклем нимәләр эшләгәнен самалап ҡараны һәм иң отошло юл фитнес клубы икәнлеген асыҡланы. Ә унда барһа, әлеге майлы күҙле сит илдән килгән тренер, исеме Муса икән, ҡоластарын йәйеп ҡаршы алды. Бындай иғтибарға өйрәнмәгән Зәмзәнә тәүҙә Мусаны һанға һуҡмағайны, ләкин оҙаҡламай хаталаныуы асыҡланды. Билләһи, ҡулында пистолет-мәҙәр булһа, был бәйләнсекте ике лә уйламай тишкеләп һалыр ине, юҡ, тын алырға ла ирек бирмәй. Ана ята, асфальтҡа эре хәрефтәр менән «Мин һине яратам, Зәмзәнә!», тип яҙып ҡуйған, мөртәт. Алға китеп шуныт әйтәйек, ниндәй буяу менән яҙғандыр, асфальт туҙҙы, бер йылдан һуң яңыһын түшәнеләр, ә был яҙыу әле һаман йөрәкте һулҡылдатып, күңелде бер күтәреп, бер төшөрөп, саҡ ҡына ла туҙмайынса ап-аҡ булып ята.
Әлбиттә, Рафиҡ күрҙе, шик-шөбһә тыуҙы, аңлатырға һәм аҡланырға тура килде. Зәмзәнә бик ҙур өмөттәр бағаламай ғына үлсәнеп ҡарағайны, биш көндә өс килоға кәмегәнен күреп, шатлығынан үрә һикерҙе һәм эргәһенән моңһоу ғына ҡиәфәт менән үтеп барған Мусаны ҡосаҡлап үпте. Зәмзәнәнең артабан да ауырлығын кәметергә иҫәбе бар ине, өлгөрмәне, балалар тыуҙырыу йортона алып киттеләр. Малайҙы күтәреп өйгә алып ҡайтыуҙарына, Рафиҡ бәләкәй саҡта төшкән фотоларын тотоп сағыштыра ла башланы һәм ҡыуанысынан сәпәкәй итеп:
Ҡара әле, был малай миңә оҡшап тора бит! – тине.
Тик ҡәйнәһе Ҡәмәр генә эште уя яҙҙы, килеп инер инмәҫтән:
Ҡара әле, әсәһенә оҡшап ята бит әле!.. – тине.
Тик ҡарсыҡтың был һүҙҙәренә иғтибар итеүсе табылманы.
Рафиҡтың йөҙө асылды, малайҙы ҡабул итте, күтәреп йөрөттө, хатта урамға ла алып сыҡты.
Береһенән, береһе таҙараҡ ир менән ҡатын һәм уларҙың ике балаһы өсөн әлеге фатирҙы бәләкәй тип таптылар һәм Рафиҡтың тәҡдиме менән ошоһон һәм Зәмзәнәнең кейәүгә сыҡҡансы һатып алған бер бүлмәһен ҡушып өсәүләтергә ҡарар иттеләр. Ике бала ҡарап, ара-тирә эшкә лә барғылап килгән Зәмзәнә яңы фатирға күскәс кенә үҙенең, ғөмүмән, урамда, йәғни фатирһыҙ ҡалыуына төшөндө. Ләкин үҙендә иренә ҡаршы килерлек көс таба алманы. Етмәһә, үҙенең ауырлығы һәм Мусаның эҙәрлекләүе менән тиңдәшһеҙ көрәш артабан да дауам итте һәм Зәмзәнә уяулығын юғалтты. Ай-һай был юғалтыу бик ҡиммәткә төштө уға. Шулай ҙа бирешмәне, үҙе өсөн дә, балалары өсөн дә көрәште. Ҡайһы бер юғалтыуҙарға дусар булды, ләкин еңеп сыҡты. Төп һабаҡ шул булды, үҙеңден һәм балаларындын мәнфәғәтен яҡлай белергә кәрәк.
Иң тәүҙә Зәмзәнә үҙендә берсә ҡыуандырған, берсә ҡотон алған үҙгәрештәр һиҙә башланы.Үҙ ғүмерендә өсөнсөгә тип әйтергә кәрәк. Был юлы Зәмзәнә икеләнеп, уйланып, борсолоп тормаҫҡа ҡарар итте. Һәм бер иртәлә тағы ла малай, йә ҡыҙ алып ҡайтасағы хаҡында иғлан итте. Шым ғына ашап ултырған Рафиҡ тәрилкәһен этеп ҡуйҙы ла, кейенде һәм сығып китте. Күп тә үтмәне, ҡәйнәһе килеп инде:
Икәү етмәй, өсәүләтергә булдың инде?..– тине ул битараф ҡына. – Улымды харап итәһең икән.
Улығыҙҙы берәү ҙә харап итергә йыйынмай! – тип Зәмзәнә үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр ҡәйнәһенә ҡаршы һүҙ әйтте.
Ә ул балаларҙы кем ҡарай, кем үҫтерә?..
Беҙ үҫтерәбеҙ, бергә үҫтерәсәкбеҙ.
Ҡарарбыҙ!.. – тине ҡәйнәһе, янаған һымаҡ. – Нисек үҫтерерһегеҙ икән.
Ул көн Рафиҡ өйөнә ҡайтманы, ә икенсе көнөнә кис балыҡсы дуҫтары ишекте асып, уны иҙәнгә һаҡ ҡына һалып китте.
Өсөнсө бала өсөн көрәш, ике яҡтың да алмаш-тилмәш еңеүе менән дауам итте һәм уның осо-ҡырыйы күренмәй ине.
Ә бер көн тейәнеп Зәмзәнәнең әсәһе, Сәлимә килеп инде һәм ейәне менән ейәнсәрен бер-бер артлы күтәреп, тупылдатып яратып алды. Ҡоҙағыйын күрергә ҡәйнәһе килеп инде, аптырарһың, Рафиҡ эшенән ап-айныҡ ҡайтты. Һуңғы айҙарҙа беренсе тапҡыр!
Ҡәйнәһе ара-тирә, урынлы-урынһыҙ:
Өйҙө бала баҫты, улым арыны! – тип мыжып алды.
Күпте күргән Сәлимә бындай һүҙҙәргә иғтибар итмәне, киреһенсә ҡоҙағыйын да, кейәүен дә маҡтаны һәм уларҙын уяулығын тамам йомшартты.
Кейәүемә һоҡланып торам, шул тиклем дә йомарт һәм егәрле булыр икән. Әсәһе лә, ҡоҙағыйымды әйтәм, ҡыҙымды ҡәҙерләп кенә, ярҙам итеп кенә тора бит әле, – тип һөйләнде ауыл ҡатыны. – Зәмзәнә, ишетһең ҡолағың, ҡәйнәң менән иреңден ҡәҙерен бел. Уларһыҙ һин бер кем дә түгел, насар һүҙ әйтеп ҡуйма. Бынауындай иркен фатирҙа, ике бала үҫтермәй ни...
Өсәү! – тине Рафиҡ.
Өсәү булырға торалар! – тип ҡыҫылды Ҡәмәр ҡарсыҡ.
Эй, хоҙайым, барсағыҙға ла хоҙай иҫәнлек кенә бирһен. Өсәү әҙ ул, дүртәү итегеҙ, бишәү булһын. Хәҙер бит магазинда юҡ нәмә юҡ, аҡсаң ғына булһын.
Беҙҙе тыңламай ҡыҙың, өсөнсөгә бәпесләргә йөрөй! – тип ошаҡлашып ҡараны Рафиҡ.
Бирһен хоҙайым! – тип уҡынып алды Сәлимә. – Кейәү һәйбәт бит, ундай ир менән бала үҫтереү ҙә еңел. Ярҙам итәһең, рәхмәт, кейәү, һиңә ышана ҡыҙым. Әгәр ышанмаһа, мынауындай заманда өс бала табырға батырсылыҡ итмәҫ ине.
Зәмзәнәнең күңеле булды, күҙҙәре йәшләнде, хатта әсәһен, уның эргәһендә ултырған ҡәйнәһен ҡосаҡлап алды:
Бер ауыр эш ҡулыма тейгәне юҡ! – тип ышандырырға тырышты Зәмзәнә. – Үҙемде май эсендә йөҙгән бөйөр һымаҡ һиҙәм. Иҫән-һау ғына булығыҙ инде.
Сәлимә ҡоҙағына боролдо:
Рәхмәт инде, Ҡәмәриә ҡоҙағыйым, беҙгә шундай ул үҫтергәнең өсөн, ҡыҙыбыҙҙы яҡын күреп, балалар үҫтерергә ярҙам итеп, сауап эш ҡылаһығыҙ.
Барыһы ла йоҡларға ятҡас, ҡыҙы менән әсәһе оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар. Сәлимә бындағы хәлдәрҙе белмәй буламы һуң инде. Ҡыҙының апалары еткерә икән, Зәмзәнәнең зарланыуҙарын тыңлап та торманы.
Эй ҡыҙым, бындай тормош апайҙарыңа эләкһә, «ә һәм», тейерҙәр ине. Шулай булғас түҙ, түҙгәнгә түш ите. Башҡаларҙан һис тә кәм йәшәмәйһең. Һин маҡта уны, ергә төшөрмә, күҙенә ҡарап маҡта, иреңде лә, ҡәйнәңде лә...
Бына шунда икән сиратты һабаҡтын асылы...
Дауамы бар.