Уйланды Гөлназ, нимә тип әйтергә лә белмәне. Улайға китһә, бында килеүенең бөтә маҡсаты юҡҡа сыға, хатта кире ҡалаға ҡайтыу хаҡында уйларға тура килә түгелме һуң? Ә Асия менән Фәрит ҡайһы арала бергә булып өлгөрҙөләр икән? Гөлназдың иҫенә төштө. Былтыр бит Асия, апаһына эйәреп, егерме көнгә ҡайҙандыр корпоратив юллама эләктереп, күренмәй торғайны.
Былайға китһә, икеһенә бер егетте уртаҡлашырға тура килә түгелме һуң? Гөлназдың әллә асыуынан, әллә бүлешеүҙе күҙ алдына килтереүҙән йөне көйөп, ямаҡ итеп көлөп ҡуйҙы. Мәктәптә саҡта берәйһенең бәлеше, йә алмаһы артып ҡалһа, үҙ-ара бүлешәләр ине. Ҡыҙыҡ һәм күңелле була торғайны. Ә бында бөтөнләй икенсе осраҡ. Егет өсөн көрәшергә тура килмәгәйе. Гөлназ көҙгө алдына барып, үҙенең мөмкинлектәрен барланы. Былай бирешерлек түгел һымаҡ. Хатта бер ҙур ғына өҫтөнлөгө лә бар. Асия, мәҫәлән, ҡалын ғына күҙлек кейә икән. Күҙлеге менән һиңә ҡарағанда ла байтаҡ ҡына текләшеп торорға тура килә. Юҡ инде, Гөлназ улай бәхәсләшеп, егет өсөн көрәшер өсөн ҡайтманы ауылға. Бер йыл телефондан шылтыратып, әүрәтеүенә ышанып ҡына йәшәне. Фәрит килеп инеү менән, эргәһенә йүгереп барыр ҙа, Һаумы, Фәрит, тип ҡосаҡлап алыр, бәлки бер үбеп тә күрһәтер. Бар халыҡ аһ итмәгәйе!
Йәйге көндөң эҫеһе ун икенән һуң да һүрелмәне. Халыҡты дискотека залынан тышҡа, асыҡ майҙанға, саҡырҙылар. Ҙур ҡаланың абруйлы диско-залымы ни! Йәштәрҙең эркелеп йыйылыуын әйт әле! Йыйыла баралар, халыҡ диңгеҙенә килеп ҡушылған ваҡ тамсылар һымаҡ, һеңә баралар. Ошо хәтле кеше араһынан табып ҡара Фәрит менән Асияны. Гөлназ үрелеп ҡарай, ләкин таныш йөҙҙәр күренмәй. Бәлки килмәгәндәрҙер.
Килмәйҙәрме һуң инде! Ана, ярандарын эйәртеп – Фәрит, уға аҫылынып, Асия килеп инделәр. Асияһы эләгеп тәгәрәүҙән ҡурҡалыр инде, көс-хәл менән һаман уртаға ынтылған була. Ә Фәрит Гөлназды шунда уҡ күреп ҡалды. Хатта күҙ ҡыҫа һалды. Быныһы иһә, ҡаушап торманы, йоҙороҡ күрһәтеп ҡалырға өлгөрҙө.
Асия, иң уртаға сығып, тирә-яғын байҡауға, Гөлназдың эргәһендә Фәрит пәйҙә булды һәм ҡыҙҙың ҡолағына:
– Һаумы, матурым! Әйҙә, бынан ҡастыҡ! – тине.
– Әйҙә һуң! – тип кенә әйтеп өлгөрҙө Гөлназ.
Әллә күтәреп алды, шул арала икеһе лә юҡ булдылар.
– Мин һине бер ҡосаҡлар өсөн йыл буйы тыуған илде һаҡланым, – тип ҡайнар бышылданы ул ҡыҙға, тын алырға ла ирек бирмәй.
– Эйе, күрҙем инде, Асияң килеп тә етте.
– Нимә булды? – тип ғәжәпләнде егет. – Минең өсөн сәкәләшмәгәнһегеҙҙер ул?
– Уның менән сәкәләшеп торһам, тағы кеше көлөр.
– Ниңә? – тип аптыранды егет.
– Йә күҙлеген ватып ҡуйырмын. Әйт, дөрөҫөн әйт, һин уның менән, ысынлап, йөрөнөңмө?
– Юҡ та инде, үҙе күрҙең, мин уны ҡалдырып киттем.
– Юҡ, миңә килде, – тине Гөлназ, миңә, ысынлап, дәғүә белдерә. Ул – минең егетем, тине.
– Гөлназ, Гөлназым! Һин уны ғәфү ит! Бәлки ул минең хаҡта хыялланғандыр. Егеттәрҙә була ундай хәл, ҡыҙҙар ҙа азат түгел ундай хыялдан. Етәр, әйҙә, үҙебеҙ хаҡында һөйләшәйек.
– Миңә ниндәй дәғүәләрең бар? – тине Гөлназ.
– Бер дәғүәм дә юҡ, – тине егет. – Мин – кисәге һалдат – бөгөн Ватан алдында яңы бурыстар үтәргә әҙермен!
– Ниндәй бурыстар тағы?
– Мәҫәлән, миңә тиҙ арала өйләнергә һәм балалар үҫтерергә кәрәк. Так что, әҙерлән, мин һиңә, ҡайтыу менән, өйләнергә булдым.
– Нимә һөйләй? Мин әле мәктәптә генә уҡыйым. Миңә ун ете йәш тә тулмаған.
– Тулмаһа, тултырабыҙ!
– Нисек итеп?
– Әйтермен, өйрәтермен.
Ҡыҙ туҡталды һәм тирә-яғына ҡаранды. Дөм ҡараңғы. Ниндәй генә ҡоштар һайрамай. Әһә, Дим буйына килеп сыҡҡандар икән.
Егет өҫтөндәге спорт курткаһын систе лә, икәүләшеп ҡосаҡлашып ултырҙылар. Көтмәгәндә Гөлназ көлөп ебәрҙе.
– Ниңә көләһең?
Фәрит ҡалҡынды.
– Асия иҫкә төштө. Һине эҙләп йөрөп йонсономо икән?
– Эҙләһә, эҙләй инде. Мин уға вәғәҙә бирмәнем. Ә мин һиңә вәғәҙә бирҙем. Шулай булғас, һинең алда бурыслымын.
Ошо һүҙҙәрҙе көтә ине Гөлназ. Ишетте лә, күңеле тыныс булып ҡалды. Бая икәүләп ҡултыҡлашып килеп ингәс, ҡайтып китә яҙғайны. Үпкәһе ҙур ине. Үпкәһе лә онотолдо, эстән генә ғәфү итергә лә өлгөрҙө, ҡыҙ егетең ҡосағында ирегәйне инде.
Ә Гөлназ һаман баш вата. Мөхәббәт шулай буламы икән? Кешеләр ни өсөн бер-береһенә ынтыла? Ғашиҡ булыу, яратышыу хаҡында китаптар уҡымаһа ла, телевизорҙан күпме “күбекле” сериалдар ҡараны. Ә үҙе һаман яратышыу тәмен татып ҡарағаны юҡ. Ә егет, ана, эргәһендә бөтөрөнә генә. Ниндәй генә мөхәббәт һүҙҙәре әйтмәй: “Һин – минең матурым, минең Гөлназым!”
Ә әсәһе нимә тип әйтеп ебәргәйне? “Алдыңды-артыңды ҡарап йөрө, – тине. – Егеттәрҙең татлы һүҙҙәренә ышанма. Уларға ла, ирҙәргә лә бер генә нимә кәрәк. Ул да булһа – мөхәббәт”.
Ҡара әле, быныһы тамам шашты, ҡайҙа үрелә?
– Туҡта әле, Фәрит, көтөп тор. Беҙ һинең менән был хаҡта килешмәгәйнек әле.
– Ҡуй әле, ҡулымды ебәр! Үҙең ҡайһылай көслө икәнһең! Бармағымды һындыра яҙҙың.
– Үҙең самаңды онотма, егет!
– Онотмайым, Гөлназ. Һин былтыр ҙа миңә шулай тип әйткәйнең. Армиянан йөрөп ҡайт, шунан һуң мин һиңә үҙемде бүләк итермен, тинең. Йә, мин ҡайттым, үҙеңде миңә бүләк ит...
– Туҡта, улай булмай, – тип ныҡышты Гөлназ. – Беҙҙе бындай осраҡта мәктәптә бына нисек өйрәттеләр. Класс етәксеһе, Маргарита Петровна әйтте, был эштә бик һаҡ булырға ҡушты. Бына һин – армиянан ҡайтҡан, көслө, тәжрибәле егет, һиңә 20 йәш. Ә миңә 17 лә тулмаған, тинем.
– Шуныһын онотма, мин һағынып ҡайттым һәм һине яратам, – тип ҡыҫылды егет.
– Мин дә һағындым, ләкин яратаммы икән, белмәйем. Етмәһә, күңелемдә шик яралды. Мин һине оҙатып ҡалам, ә һин икенсе менән ҡосаҡлашып йөрөйһөң. Әйҙә, ҡабаланмайыҡ. Үҙеңде һына, ҡара, өйрән, мине лә белергә тырыш. Әгәр бер-бер хәл була ҡалһа, белмәйем, атайым нимә тип әйтер икән?
– Ә һинең атайың ҡайҙа эшләй һуң?
– Росгвардияла.
Был хаҡта ишеткәс, егет, ирекһеҙҙән ҡалтыранып ҡуйҙы.
– Ниңә ҡалтырандың? – тине ҡыҙ, көлдө.
– Юҡ, ҡалтыранманым, – тине егет мин һелкенеп кенә ҡуйҙым.
– Ә ниңә һелкендең?
– Дөрөҫөн әйтәйеме?
– Эйе, дөрөҫөн әйт.
– Мин армиянан ҡайтҡас, Росгвардияға барырға хыяллана инем. Мәҫәлән, уларҙа бик көслө спецназ бар.
Был хаҡта ишеткәс, Гөлназ түҙмәне, йылға буйын яңғыратып, көлөп ебәрҙе.
– Ниңә көләһең? Әллә һин дә Росгвардия хаҡында хыяллана инеңме?
– Юҡ, – тине Гөлназ. – Миңә хәрби хеҙмәт оҡшамай. Мин табип буласаҡмын. Ә өйҙә минең Ғаян исемле биш йәшлек ҡустым бар, шул малай, атай ҡайтһа, фуражкаһын кейеп ала ла: “Мин – Росгвардия, мин – спецназ!” – тип йөрөй. Шул иҫемә төштө.
Икәүләшеп көлөштөләр.
Егет ҡосағында ятҡан яғымлы ҡыҙҙың, атаһының ҡушыуына буйһоноп, дзюдо менән шөғөлләнеүе, хатта каратэ буйынса билбауы булыуы хаҡында белмәй ине.
Хатта, ваҡыт-ваҡыт: “Ҡыҙым, һин бик матур, яғымлы. Мин һинең өсөн ҡурҡам. Атайың һинең өсөн борсолмаһын тиһәң, мин әйткән спорт секцияларында шөғөллән, үҙеңде яҡларға өйрән. Иң яҡшыһы, әлбиттә, егеттәр менән яңғыҙ ҡалмаҫҡа тырыш. Хатта яңғыҙ түгелмен, тип ике-өс егет эргәһендә бер үҙең ҡалыуың да һиңә хәүефһеҙлек гарантияламай”, – ти.
Ҡыҙ атаһын ғына түгел, үҙеңдең именлегеңде тәьмин итеү йәһәтенән, Маргарита Петровнаның киҫәтеүҙәрен дә хәтерендә һаҡлай. Нимә тине әле ул, ир-ат заты – һунарсылар тоҡомонан. Улар өсөн ҡатын-ҡыҙ, ниндәй йәштә булыуына ҡарамаҫтан, табыш һәм бәләкәй генә еңеү. Ниндәй генә хәлдә булһағыҙ ҙа, үҙегеҙҙе файҙаланырға һәм ташлап китергә юл ҡуймағыҙ. Һеҙҙең менән булған егеткә һөйләшеү өсөн төрлө темалар тәҡдим итеп ҡарағыҙ. Әгәр уның фекерләү кимәле һеҙҙең кимәлдә булһа, ул үҙенең мәғлүмәтле булыуын күрһәтеү өсөн, һис икеләнмәйенсә, әңгәмәне күтәреп аласаҡ һәм ихлас ҡатнашасаҡ. Әгәр балалар кимәлендә лә һөйләшеүҙә ҡатнаша алмай икән, ул һеҙҙеке түгел. Уны башҡа ҡатын-ҡыҙға ҡалдырығыҙ.
Гөлназ уйлай, атаһы, спецназ хаҡында ишетеү менән, тулҡын-тулҡын булып ҡыҙға ябырылыуын ҡырҡа кәметте егет. Йәнәһе, ҡустыһы хаҡында иҫкә төшөрөү ҙә ыңғай йоғонто яһаны шикелле. Гөлназдың ҡустыһы түгел, ә һеңлеһе барлығын аныҡлаһаҡ, был киҫәтеү һис тә йоғонто яһамай ҡалманы.
Ҡыҙ мөмкин тиклем һағыраҡ өндәшергә тырышты. Көтөлмәгән һүҙ әйтеп, өркөтөп ебәреүең дә бар. Белеп буламы ни, юғиһә, егеттәр янына хәҙер барыр ҙа: “О, малайҙар, шундай бәләгә тарый яҙҙым. Атаһы – Росгвардияла полковник, спецназға етәкселек итә. Үҙенең ҡулдары йомшаҡ ҡына, ә үҙе бынау бармағымды өҙөп ала яҙҙы. Шунан саҡ ҡотолоп ҡалдым”, – тип Асияһын эҙләп китһә? Әлбиттә, бөтә егеттәр, һине күреү менән, ҡоттарын устарына йомарлап, арттарына ҡарай-ҡарай ҡасасаҡтар. Фәритте, һис икеләнеп тормайынса, Асия, ҡыпһыуыр һымаҡ, эләктереп аласаҡ.
Гөлназ көндәшенең һауалы йөҙөн күреп ҡалғандай булды, Фәритте иҫенә төшөрҙө. Бәй, был йоҡлап бара түгелме һуң?
– Йоҡлама, егет, йоҡлама.
Егет йоҡонан уянғандай итте.
– Уйлаған да юҡ. Һинең ҡосағың йылы һәм йомшаҡ, Бер барып сумғас, иренем дә ҡуйҙым инде. Әйҙә, бер аҙ ултырайыҡ та...
– Шунан ни эшләрбеҙ?
– Нимә эшләрбеҙ, тип... Иртәгә тағы бесәнгә.
– Ҡара әле, өләсәйемдең бесәнен дә сабып бир әле.
– Ҡарарбыҙ.
– Ҡарарбыҙ, ти. Һин аныҡлап әйт. Сабаһыңмы, юҡмы? Өләсәй 50 мең һум аҡса әҙерләгән.
– 50 мең?! Был аҡсаға сабып, һуңынан йыйып, килтереп, бушатырға була. Ә былай бесәндең һинеке булыуын иҫәпкә алғанда, ҡустыңдың спецназда хеҙмәт итергә хыялланыуын, ә полковник атайыңдың командирлығын хәтерҙә һаҡлап, яғыулыҡ өсөн генә түләттерергә мөмкин – 10 мең һум.
Ауыл яғында музыка тынды. Йәштәр төрлөһө төрлө яҡҡа таралды. Гөлназ менән Фәрит тә ҡайтырға сыҡты.
Фәриттәрҙең өйө был остараҡ икән. Гөлназ уны ҡалдырып, үҙе генә ҡайтырға булды:
– Арығанһыңдыр. Йоҡла, ял ит, – тине ул егеттең көслө кәүҙәһенә һыйынып.
– Ә мин былай ҙа ошонда ҡалырмын, тигәйнем.
– Әллә юлда берәй ҡыҙ эләктереп алыр, тип ҡурҡтыңмы? Мәҫәлән, Асия?
– Юҡ, юҡ, ул әрһеҙ ҡыҙыҡай күптән ҡайтып йоҡлағандыр инде.
– Ә һин ҡайҙа йоҡлайһың? – тип һорайһы итте Гөлназ.
– Ана, күрәһеңме, баҡса эсендә аҡ ҡалай менән ябылған йәйге йорт бар. Шунда йоҡлап йөрөйөм. Юғиһә, өйҙә эҫе.
– Ҡайһылай шәп! Эх, бер кереп күрергә ине! Ҡайтырға кәрәк шул.
– Әйҙә һуң. Мин һине сәй менән һыйлай алам.
– Бик ваҡытлы, мин хатта сарсағайным. Тик оҙаҡҡа түгел, 5-10 минут.
– Әлбиттә, 5-10 минут.
Фәрит телефонының утын тоташтырып, юлды ҡарап бара. Ул ишекте яҡтыртты һәм Гөлназды етәкләп, эскә үтте, утты тоҡандырҙы.
Ҙур самауыр ултыртылған өҫтәл артында буҫығып бөткән Асия сәй эсеп ултыра ине.
Дауамы бар.