Әсәһе өйрәткән һабаҡтар Зәмзәнәгә ярап ҡалды. Ул хәҙер артығын тыңламай, кәрәкмәгәнен һөйләмәй, шым ғына үҙенең эшен башҡарып тик йөрөй. Психолог менән сираттағы осрашыуы ла уның дөрөҫ юлда икәнлеген күрһәтте.
– Беҙ электән нығынған тотороҡһоҙ мөнәсәбәттәрҙе ике йәки өс кешенең бәхәсенә әйләндереп эште ҙурға ебәрәбеҙ. Бына ябай ғына миҫал, үҙ-ара бәхәстәр һәм низағтар хәҡиҡәтте асыҡларға түгел, бер-береңде еңергә тырышыуға ҡоролған. Әйтәйек, бәхәстән хис-тойғоно алып ташлаһаҡ, кешеләр үҙҙәре генә тороп ҡала һәм низағ асылы юҡҡа сыға.
Зәмзәнә хис-тойғоһоҙ, үҙенә йүнәлтелгән ғәйепләүҙәрҙе
ниндәйҙер хаталы баһа түгел, ә уны асыуландырырға тырышыу сифатында ҡабул итергә өйрәнде һәм уларҙы көлкөгә бора башланы.
Өсөнсө бала беҙгә нимәгә кәрәк булды?– тине Рафиҡ. – Беҙ уны планлаштырмағайныҡ.
– Ә беҙҙең планда нимә ҡаралғайны? – тине Зәмзәнә көлә-көлә.
– Аҡса йыйырға һәм үҙебеҙҙең шәхси эшебеҙҙе асырға теләгәйнем! – тине ире.
– Һәйбәт маҡсат, мин унда ҡатнашырға теләйем. Бына һиңә тәүге взнос тип, әсәлек капиталын һондо.
Ирҙең күҙҙәр маңлайына менде:
– Ҡайҙан был тиклем аҡса?
– Ҡайҙан булһын, икенсе улыңдан!
– Ысынлапмы? – ире аптыраны.
Зәмзәнә тағы бер сертификат сығарып һалды:
– Быныһы кинйә ҡыҙыңдан, ике йөҙ мең һум. Иҫән-һау булһындар, уларға аҡса тағы ла киләсәк.
Рафиҡ ҡағыҙҙарҙы алмаш-тилмәш әйләндереп ҡараны.
– Был бит байлыҡ. Һин был аҡсаны миңә бирәһеңме?
– Үҙеңдеке тип иҫәпләй алаһың, тик табыш килтерерлек булһын.
Ғаиләлә хәлдәр тотороҡланды, ҡатын ниһайәт тынысланды, ҡәйнә ейән-ейәнсәрҙәрен ҡабул итте, аталары ғәйәт ҙур пландар ҡороп, байҙарға оҡшатып, эшкә тотондо. Иң тәүҙә, әлбиттә, һәр эш башлаған эшҡыуар өсөн атрибутҡа әйләнгән, тотонолған булһа ла автомобиль һатып алды. Әлбиттә, иномарка! Күҙ алдында үҙгәрҙе, баш күтәрелде, кешеләрҙе танымай, таныштар менән иҫәнләшмәй башланы.
Үҙегеҙ беләһегеҙ, беҙҙә эшҡыуар, йәки заманса әйтһәк эшҡыуар булыуы еңел түгел. Унда Зәмзәнәнең ире һымаҡ асыҡ ауыҙҙар һәм һантыйҙар былай ҙа быуа быуырлыҡ. Йылғыр әҙәмдәр Рафиҡтың килеп кереүен шунда уҡ күреп ҡалды, уны ҡыҫып ҡосаҡлап алды һәм һуңғы аҡсаһын һығып алғансы ысҡындырманы.
Тфү! Рафиҡмы инде бизнесҡа тотона торған әҙәм. Ике аяҡлы ҡаза, наҙан һәм имгәк.
Бер-береһенең боғаҙын сәйнәп, тештәре кителеп һәм ҡойолоп бөткән төрлө милләт вәкилдәре араһына беҙҙең герой һауалы ғына барып кергәйне, ярты йылдан ул барлыҡ аҡсаһын ҡалдырып, ике миллион бурысҡа батып, әсәһенең фатирын залогҡа һалып, көс-хәл менән килеп сыҡты.
Ҡәмәр ҡарсыҡ менән Зәмзәнә был хаҡта суд башҡарыусылары килеп ингәс һәм көнкүреш әйберҙәрен барлай башлағас ҡына белеп ҡалдылар. Шул асыҡланды, Рафиҡ бер нисә ҡағыҙға, бик кәрәкмәһә лә, ҡул ҡуйған, иртән сәй эскәндә танышҡан кешеләр менән төшкө аш мәлендә килешеү төҙөгән, аҡсаһын да күсереп өлгөргән.
Шулай итеп, Рафиҡтың байлыҡ артынан сәфәре әле йәшәгән фатирҙарына Ҡәмәр ҡарсыҡтың күсенеп килеүе менән тамамланды һәм был фатирҙа тыныслыҡтың һәм үҙ-ара килешеп йәшәүҙең тамам юҡҡа сығыуын иҫбатланы.
Ҡәмәр ҡарсыҡ, йәше байтаҡ булыу сәбәпле, үҙегеҙ беләһегеҙ, йылдар берәүҙе лә аямай, бында ни сәбәпле килеп инеүен бик аңлап етмәһә лә, тәүге көндәрҙә үҙен тыныс һәм бәхетле тотто. Уға яңы турыҡҡан, ләкин үҙ хоҡуҡтарын көндән-көн нығыраҡ билдәләгән бер ейәнгә һәм ике ейәнсәргә хеҙмәт итеү һымаҡ бурыстар ҡуйылғайны. Рафиҡ ни сәбәптәндер ыңғырашһа ла, үҙ әсәһе бит әле, Зәмзәнә бер һүҙ ҙә сығарманы. Ҡыҙҙары йәшәгән бүлмәгә тағы бер шифоньер алып керҙе һәм арғы иркен мөйөшөнә, тегеләр асыҡтан-асыҡ ҡаршылыҡ күрһәтеүенә ҡарамай, карауатын урынлаштырып ҡуйҙы. Сөнки, ҡайһы яҡтан ғына ҡараһаң да, ҡарсыҡтың бында килеп һыйыныуы Зәмзәнә файҙаһына ине. Өйҙә хәҙер балаларҙы ҡараусы бар, өләсәй уларҙы тәрбиәләйәсәк, ә Зәмзәнә ең һыҙғанып эшкә тотонасаҡ. Әлбиттә, тағы бер бәпес арттырыу маҡсатында, декрет ялына сығып китмәһә.
Һәр уңышһыҙ осраҡтан Зәмзәнә үҙенә бәләкәй генә булһа ла ыңғай һабаҡ алып өйрәнгән. Рафиҡтың бөлөүе уның күҙен асып ебәргәндәй булды һәм әсе хәҡиҡәт алдына ҡуйҙы. Ҡыҫҡаһы, был ир менән бер генә лә ҙур эш башҡарып булмай, уның бар һәләте аҡса туҙҙырыу, үҙен һәм яҡындарын бөлдөрөү.
Зәмзәнә эшкә сыҡты, был юлы ҡыуанып ҡаршылаусылар тойолманы, яңы ғына етәкселек үҙгәрҙе, нығынған һәм һөрһөгән элитаны өҫтән дә аҫтан да эргәнән дә ҡыҫырыҡлайҙар, үҙ кешеләрен йыялар. Быға тиклем көс түккәндәрҙән арыналар ине. Зәмзәнә лә үҙен шул хеҙмәттәштәре яҙылған исемлектә күрҙе һәм иң насар көндәргә әҙерләнә башланы. Фатирында өс балаһынан тыш, банкрот ир, аҡылға еңеләйә башлаған ҡәйнә һәм буш һыуытҡыс. Яңы власть үҙенең эшмәкәрлеген иң тәүҙә титул халыҡ вәкилдәрен урамға сығарып ташлауҙан башланы.
Хәҙер Зәмзәнә элекке Зу-зу түгел. Ғаиләңдә шым ҡалырға, иң кәрәккәндә лә өндәшмәҫкә мөмкин, ә бында дәүләт учреждениеһы. Халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлауға тәғәйенләнгән, һалым түләүселәр аҡсаһына көн иткән ойошма. Йыбанып торманы Зәмзәнә, өс балаһын эйәртеп дәүләт учреждениеһы коридорҙары буйлап ҡабаланмай ғына бер үтте. Маҡсаты яңы ғына тәғәйенләгән иң ҙур түрәгә тиклем барып етеү ине. Етә алманы шул. Элек үҙе һымаҡ осраҡлы ғына тороп ҡалған өмөтлө белгес булған, хәҙер урынбаҫар булып йөрөгән танышы быны күреп ҡалды. Әхирәте Зәмзәниәнең балаларын күтәреп алды, исемдәрен һорашып, берәр кәнфит тотторҙо, бындағы хәлдәр менән таныштырҙы һәм үҙенә эшкә саҡырҙы.
Дауамы бар.