+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Август 2021, 13:35

ҮҘЕҢДЕ МИҢӘ БҮЛӘК ИТ Хикәйә Өсөнсө бүлек

– Ә, эләктегеҙме!? – тип ҡысҡырып ебәрҙе Асия, килеп ингән йәштәргә.          Бер нисә секунд шаңҡып торғандан һуң, Фәрит иҫенә килде: – Һеңлекәшме, тиемме, туташмы, һиңә кем рөхсәт итте, минең йоҡо бүлмәһенә инеп, сәй эсергә?  

ҮҘЕҢДЕ МИҢӘ БҮЛӘК ИТ Хикәйә Өсөнсө бүлек
ҮҘЕҢДЕ МИҢӘ БҮЛӘК ИТ Хикәйә Өсөнсө бүлек

– Ә, эләктегеҙме!? – тип ҡысҡырып ебәрҙе Асия, килеп ингән йәштәргә.

         Бер нисә секунд шаңҡып торғандан һуң, Фәрит иҫенә килде:

– Һеңлекәшме, тиемме, туташмы, һиңә кем рөхсәт итте, минең йоҡо бүлмәһенә инеп, сәй эсергә?  

         Тегеһе лә юғалып ҡалманы, өҫтәл артынан литр ярымлыҡ шешә сығарып ултыртты:

– Ни эшләп сәй булһын? Бына мин нимә эсеп ултырам!

– Ә һиңә эсергә рөхсәт бармы? – тип Фәрит һыра шешәһен тартып алды һәм тәҙрәнән тышҡа ырғытты. – Хәҙер үҙеңде лә шешәң артынан сығарып ебәрәм. Ниңә бында эсәһең?

– Ҡайғынан эсәм.

– Ниндәй ҡайғың бар?

– Сөнки иң тоғро тип иҫәпләгән әхирәтем балалар баҡсаһынан уҡ ғашиҡ булып йөрөгән егетемде тартып алды.

– Мине әйтәһеңме? – тип аптыранды Фәрит. – Минең һинең егетең булғаным юҡ.

– Кем армияға киткәндә, мине ошонда алып ҡайтып...

– Мин түгел, – тип аҡланды Фәрит. –  Һин мине кем менәндер бутайһың.

– Кем армиянан аҙна һайын шылтыратып торҙо?

– Мин, шылтыратып, ауыл хәбәрҙәрен һорашып торҙом.

– Ә кем армиянан ҡайтҡан көндө үк кисен мине ошонда алып килде?..

– Эйе, килдең, йыйыштырышырға ярҙам иттең, ваҡ-төйәк эште башҡарҙың, рәхмәт!

– Хәҙер мин һиңә кәрәкмәйемме инде?

– Әлбиттә, кәрәкмәйһең. Шулай булғас, ҡайта алаһың.

         Саҡ ҡына ҡыҙмаса булып алған ҡыҙ бөтә кәүҙәһе менән Гөлназға боролдо:

– Һин, Фәритте тартып алдым да, еңдем, тип уйлайһыңмы? Тантана итергә ашыҡма. Ул – ышанысһыҙ кеше, мине нисек алдаһа, һине лә ташлап китәсәк. Күпме бергә булһағыҙ ҙа, мин һеҙҙең арағыҙҙа йөрөйәсәкмен. Үҙемдең барлығымды көн һайын иҫегеҙгә төшөрөп торасаҡмын.

– Рәхмәт, әхирәт, мин был хаҡта һәр ваҡыт иҫтә тотормон, – тип кенә әйтә алды Гөлназ.

– Йә, етәр, аңлашылды! – тип Фәрит ҡыҙыҡайҙы ишек яғына ҡыҫырыҡлай башланы.

– Бәлки мин ҡайтырмын? – тине Гөлназ. – Һеҙ ҡалығыҙ.

– Юҡ, юҡ, мине Асия менән ҡалдырма! – тип ҡото осто Фәриттең. – Ул ҡайтһын, һин әлегә көтөп тор.

         Асия илай-илай сығып китте. Уның иламһырауына ҡушылып, эргәләге бер-ике эт лауылдап өрә башланы, өйрәктәр быжҡылдап ҡуйҙы. Иртәләгән бер әтәс “кикирикү-үк”ләне.

         Йәш, тәжрибәһеҙ булһа ла, гөлназ ҡаушап торманы:

– Фәрит ағай, һин – оло ғына кешеһең, ҡыҙҙар менән бәйләнешкә ингәндә сама белергә кәрәктер ул.

– Ә нимә булды?

– Бер нимә лә булманы, ләкин һин Асияны илатып ҡайтарып ебәрҙең. Хәҙер ул һинең хаҡта, йә минең хаҡта нимә уйлай?

– Уның нимә уйлауы мине борсомай.

– Һине борсомаһа, ағай, мине борсой.

– Ни өсөн борсой?

– Мин уның холҡон бер аҙ беләм. Мәҫәлән, уның хәҙер өләсәйем янына инеп, беҙҙең хаҡта әллә нимәләр һөйләп сығыуы бар.

– Мәҫәлән, нимә һөйләр?

– Беҙҙе, йоҡлайҙар, тип әйтеүе ихтимал.

– Нимә, әллә беҙ йоҡланыҡмы?

– Юҡ. Ул хаҡта һүҙ ҙә булманы.

– Борсолма, өлгөрөрбөҙ! – тип тынысландырҙы егет ҡыҙҙы. – Һинең минеке булырға теләүеңде күҙҙәреңдән күреп торам. Ҡабаланма, матурым, һин былай ҙа минеке. Хатта баш тартырға теләһәң дә, барыбер, һин – минеке!

– Ҡуй әле, Фәрит ағай, әллә нимәләр һөйләйһең!

– Бая ғына Фәрит инем, ҡасан мин “ағай”ға әйләндем әле?

– Әйтһәм, әйтәйем, Асия менән буталғаныңды белгәндән бирле.

– Асияны онот. Билләһи, ул үҙе миңә килеп бәйләнде.

         Ошо уында бәхәсләшеү өҙөлдө. Ишекте һаҡ ҡына шаҡып, аҡрын ғына аса башланылар һәм бүлмәгә йоҡоло-уяулы Гөлназдың өләсәһе Мәфтүхә һәм Фәриттең әсәһе Мөнирә килеп инде.

– Ғәфү итегеҙ, балалар, инһәк буламы? – тине Гөлназдың өләсәһе.

         Фәрит һикереп торҙо:

– Әйҙүк, әйҙүк, үтегеҙ, бына, самауыр ҡуйҙым.

– Һеҙ бында ни эшләйһегеҙ? – тине Фәриттең әсәһе. – уф, ошо йортто төҙөтмәҫкә тырышып ҡараным. Элек, исмаһам, сәғәт нисәлә ҡайтыуҙарын белеп ята инем, хәҙер башҡа сыҡтылар.

– Борсолма, әсәй, беҙ Гөлназ һеңлекәш менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, – тине Фәрит, күҙен дә йоммай.

         Тәҙрә аша тыштан Асияның һөйләнгәне ишетелде:

– Бына, литр ярым һыралары бар. Яртыһы түгелгән.

– Уф, Гөлназ, һеҙ бында эсеп ултыраһығыҙмы ни? – тине өләсәһе, ҡото осоп.

– Юҡ, һыра беҙҙеке түгел, уны Асия килтергәйне, шуның эше.

– Ниндәй һөйләшеүҙәр алып бараһығыҙ? – тине Фәриттең әсәһе. – Әллә һеҙ өйләнешергә йыйынаһығыҙмы?

– Ул хаҡта һүҙ булды, – тине Фәрит. – Гөлназға тағы бер йыл уҡырға кәрәк икән. Мәктәпте тамамалаһын, аттестатын алһын, уҡырға инһен, аҙаҡ – ҡарарбыҙ. Әлегә Мәфтүхә инәйҙең бесәнен нисек сабып алыу хаҡында һөйләшә инек. Инәй, һине, хеҙмәт ветераны булараҡ, һәм Гөлназдың өләсәһе булыуыңды күҙ уңында тотоп, бесәнеңде ташламалы хаҡҡа сабырға, йыйып алырға һәм бында килтереп бушатырға килешкәйнек. Инәй, һин шуға ризамы?

– Өләсәй, Фәрит ағай, яғыулыҡ хаҡын түләһәгеҙ, бесәнегеҙҙе килтереп бушатырмын, тигәйне.

– Шәп булыр ине лә ул, – тине өләсәһе. – Ә ҡасан бесәнгә бараһың һуң?

         Фәрит сәғәтенә ҡараны:

– Исмаһам, бер 4-5 сәғәт йоҡлатһағыҙ, бөгөн үк төшә алам. Бөгөн сабып һалһам, елләгән арала Файзрахман ағайҙың бесәнен килтереп бушатырмын, тигәйнем.

– Улайһа, ни эшләп ултыраһың? Йоҡла! – тине әсәһе ҡаты ғына.

         Әлегә таралыштылар.

– Ҡыҙ башың менән, нисек унда ҡурҡмайынса инеп йөрөйһөң?

– Ниңә ҡурҡырға? Мин, өләсәй, каратэ, дзюдо алымдарын беләм, – тип ҡыҙ яп-яҡты урамда төрлө гимнастик хәрәкәтәр яһап күрһәтте.

– Ҡуй, етәр, ҡыҙым, йә имгәнеп ҡуйырһың, – тип хафаланды өләсәһе.

         Ҡыҙ уның һайын нығыраҡ ҡыҙҙы, өләсәһенең алдынан сальто яһап, үтеп китте.

– Өләсәй, мин бит бесән сабыуҙы хәл иттем, – тип ҡосаҡлап алды Гөлназ Мәфтүхә ҡарсыҡты. – Һин атай менән әсәйгә шылтыратып тормаҫһың ул?

– Ярай инде, бая уҡ, шылтыратырмын, тип ҡыҙғайным, хәҙер һыуындым инде. Фәрит былай аҡыллы егет инде. Тик, баяғы, атаһына оҡшап, “еңелерәк”. Ҡапыл ҡубып сыға торған ғәҙәте бар. Шуға, уларҙың нәҫел-ырыуын “усаҡ”, тиҙәр.

– Ҡайһылай ҡыҙыҡ! Усаҡ! Ә нимә ул усаҡ?

– Аш бешерә, сәй ҡайната торған утты усаҡ, тиҙәр. Йәнәһе, ҡыҙыу халыҡ инде. Усаҡтарға һәр ваҡыт һыу кәрәк инде ул. Ҡыҙған, тоҡанған саҡтарында бер аҙ һыуытып, кәрәкһә, һүндереп торор өсөн.

– Тимәк, уларға һыу кәрәк? – тине Гөлназ иҫәнләй-иҫәнләй. – Ҡуй, өләсәй, улар тоҡанған һайын, һыу һибә башлаһаң, йылғаң да етмәҫ.

– Ә Фәрит менән үҙең электән бәйләнештәһеңме? – тип төпсөнө өләсәһе. – Үҙен яратаһыңмы?

– Әллә инде, өләсәй. “Мине көт”, “һағындым”, тип шылтырата торғайны. Хәҙер үҙем дә нимә әйтергә белмәйем.

– Әсәйең һинең өсөн борсола, ҡыҙым. Ун икелә генә шылтыратты. Мин һине, йоҡлай, тип алданым.

– Ышандымы һуң?

– Ышанмай, ҡайҙа бара ине, әсәйең дә үҙең һымаҡ. “Балаҡайым тәмле төштәр генә күреп йоҡлаһын инде”, – тине. Ә һин әрместең буш өйөндә икәүләшеп кенә ултыраһығыҙ.

– Һуң, өләсәй, бесән сабыу тураһында һөйләштек, тинек бит?

– Эй, ҡыҙым, ул хәбәргә һинән башҡа берәү ҙә ышанманы бит. Фәриттең әсәһе лә, ҙурға ебәрмәҫ өсөн, өндәшмәне.

– Рәхмәт инде, өләсәй!

– Балаҡайым! Рәхмәтең үҙеңә ҡалһын, һине алда оҙон һәм ҡатмарлы тормош көтә. Рәхмәт әйтер кешеләрең күп булыр әле, һүҙҙәреңде улар өсөн һаҡла. Атайың менән әсәйең, беҙ һине бәхетле итеп күрергә теләйбеҙ.

         Гөлназ бәләкәй саҡтағы һымаҡ өләсәһенә һыйынып йоҡларға булды. Ә күңелендә – һаман Фәриттең киң күкрәге, көслө ҡулдары һәм хәҙер инде шаҡтай ҡалынайған тауышы.

– Өләсәй, бер нимә һорайыммы? – тине ҡыҙ, йоҡомһорап барған еренән.

– Һора һуң, ҡыҙым.

– Өләсәй, һин нисә йәшеңдә кейәүгә сыҡтың?

– Шуны һорар, тинем дә. Миңә нисә йәш булды икән?.. Ун алтым тулғайны. Һуғыштан һуң инде. Ауылда ир-егеттәр аҙ ине. Байтағы яу яланында ятып ҡалды. Әсәйем әйтә, һине һораталар, Заһирйәр һине оҡшатҡан, тине. Яңы ғына армиянан ҡайтҡайны, миңә өйләнде. Мин инде кейәү сыҡмаҫ, ултырып ҡалырмын, тип ҡурҡа башлағайным. Олатайың мине тәү күреүҙән ғашиҡ булған икән. Бына шулай йәшәнек. Ә һин кейәү сыҡмаҫ, тип ҡурҡаһыңмы әллә?

– Белмәйем, өләсәй, мин йоҡлайым әле. Үтенеп һорайым, минең Фәрит менән аралашыуым хаҡында һөйләмә инде.

– Ярай һуң. Ул һиңә оҡшаймы һуң?

– Оҡшаймы, тип... Эйе, ул миңә оҡшай ине...

– Ә хәҙер нисек?

         Ҡыҙ өндәшмәне. Ул йоҡлай ине.

Дауамы бар.

Автор:Р. Ғәлимов
Читайте нас: