Зәмзәнәнең урынына ултырған ҡыҙ тәүҙәрәк ҡурҡып йөрөй ине, хеҙмәттәшенең икенсе бүлектә эшләй башлауын ишеткәс, килеп рәхмәт әйтеп китте һәм күстәнәс тотторҙо. Өс бала менән Зәмзәнәгә был бүлек бик ҡулай тура килде. Балаһы сирләһә, эште ҡалдырып торорға, кәрәкһә, сығып йөрөп килергә лә мөмкин.
Әлеге һабаҡ Зәмзәнә файҙаһына булды, уның хаҡында низағтарға ҡатнашмай, кешеләр менән уртаҡ тел таба белә тигән ыңғай хәбәр таралды. Ул эшләгән документтар иң ҙур хужаның яңыһына ла барып етте һәм ыңғай баһа алды.
Балаларға килгәндә улар хәҙер ҡараулы, атаһы тәрбиәһендә. Ләкин атай ҡатынының ыңғай эшләп йөрөүен күтәрә алманы. Ҡәйнәһе лә бик оҙаҡ интектермәне, ике-өс ай сирләгәндән һуң, еңелсә йылмайып, сабыр ғына әхирәттә күсеп китте.
Ә Рафиҡ менән мөнәсәбәттәр көндән-көн ҡатмарлашты һәм һуңғы сигенә саҡлы барып етте. Мәҫәлән, игелекһеҙ ир үҙенең көнө-төнө эштә йөрөгән ҡатынын балаларҙы ҡарамай, уларҙы ситләтә, уны әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү хаҡында мөрәжәғәт – ялыу яҙып бирҙе. Уныһы балаларҙы тейешенсә тәрбиәләү, уларҙың һаулығын нығытыу, фәҡир ғаиләләрҙен матди хәлен күтәреү хаҡында сираттағы бик үк ышаныслы булмаған кампания башланған осорға тура килде.
Тап шул көндәрҙә Зәмзәниә үҙенең эшендә яңы проекттар менән янып йөрөй ине, үҙе лә һиҙмәй ҡалды ғаиләһен, йәғни балаларын ҡарауға ваҡыт әҙерәк бүлде, ҡыҫҡаһы өлгөрмәй башланы. Ул көнө-төнө эшендә мәж килә, етмәһә, уның эштәренең ыңғай барыуын күреп хеҙмәттәштәре һиҙҙермәй генә аяҡ сала, ә өйөнә балаларҙың йәшәү шарттарын тикшерергә мәғариф идараһынан комиссия килеп төшә. Ябай ғына итеп әйткәндә, ҡараусыһыҙ һәм ярым ас балалар, иҫерек тип әйтерлек йорт хужаһы комиссия ағзаларында ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр уята. Был ғаиләлә тәртип урынлаштырыу, балаларҙың лайыҡлы йәшәү шарттарын булдырыу һымаҡ изге маҡсаттар комиссияның һуҡырлығы һәм булдыҡһыҙлы арҡаһында күҙ буяуға әйләнә.
Өйө, эше һәм балалары араһында өҙгөләнгән Зәмзәнә Үтәғол ҡыҙы комиссияның ниндәй эшкә һәләтле булыуын аңғармай ҡала һәм үҙе лә әлеге компанияның ҡорбанына әүерелә. Сөнки арлы-бирле иткәнсе юғары инстанциянан ҡуйылған тикшереү Зәмзәниәне һәм уның ирен ата-әсә хоҡуҡтарынан мәхрүм итеү һәм балаларҙы социаль приютҡа урынлаштырыу хаҡында ҡарар сығара.
Был хаҡта кисен генә ишеткән Зәмзәнә ултырышта уның ҡатнашмауы сәбәпле ҡарарҙың законһыҙ икәнлеген алдан еткермәгәс, төшөндөрмәгәс, нимә эшләргә белмәй аптырана.
Уға юрист ялларға һәм йоҡоһоҙ төндәр үткәрергә тура килә. Зәмзәнә шуға төшөнә, ул эш, балалар, уларҙың мәнфәғәте тип йөрөп үҙенең тормошо һәм яҙмышына еңелсә ҡарауына, ҡыҫҡаһы, хәтерҙән сығарыуын төшөнә.
Әлбиттә, аҙаҡ барыһы ла асыҡлана, балаларҙы берәү ҙә тартып алмай, өс баланы, ғаиләне тарҡатыуға юл ҡуйылмай.
Аҙаҡ уларҙың фатирына юғарыраҡ кимәлдә төҙөлгән тағы бер комиссия килеп керә һәм элек яҙылғандарҙың тап киреһен күрә. Балалар ҡараулы, өй йыйыштырылған, әсәләре өтәләнеп аш хәстәрләп йөрөй, аталары бик риза булмай ғына картуф әрсеп ултыра. Шулай итеп, ғәҙеллек тантана итә, хәҡиҡәт аяҡҡа баҫтырыла.
Мин һуңынан да әлеге ғаилә хаҡында ишетә, белә, күрә йөрөнөм. Әлеге юлдарҙа, үҙемсә, уртаса бер үлсәм алып, ошондай шарттарҙа көн иткән ғаиләләргә күҙәтеү яһарға ынтылдым. Күҙәтеү документ түгел, ул ысынбарлыҡтың тоноҡ сағылышы һәм тормоштоң биҙәлгән форматы. Сөнки, Зәмзәниәнеке һымаҡ ғаиләләр, улар кисергән һынауҙар бөгөн күпселек ғаиләләр өсөн хас. Улар ысын мәғәнәһендә йәшәү өсөн көрәшә, үҙҙәре өсөн ҡыҙыу ҡояш аҫтында, һалҡын ҡыш көндәрендә лә, лайыҡлы йәшәү урыны эҙләй. Уңғандары таба һәм алға атлай, ә инде булдыҡһыҙыраҡтар, уларҙы уңмағандар йәки уңышты һаҡалынан эләктерә алмағандар, тип баһалайыҡ. Уларға нисек кенә булһа ла ярҙам итке килә. Үҙегеҙ беләһегеҙ, ҡала ауыл, ауыл ҡала түгел, тормош шарттары төрлөсә. Ләкин барыһы өсөн дә хас бер уртаҡлыҡ бар. Был ғаиләләр үҙҙәренең әрһеҙлеге менән генә йәшәй һәм хәҙерге шарттарҙа ҡуҙғалып киткән поезға эләгеп китергә тырыша.
Әҫәр уҡыусылар араһында төрлө фекерҙәр уятыр кемгә оҡшар, кемдер ҡабул итмәҫ, кемдер ҡаршы төшөр, тип фаразлауыбыҙ раҫҡа сыҡты.
Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, Һәнәк үҙенең уҡыусыларының сәсмә әҫәргә, йәғни хикәйәләргә булған ихтыяжын аҙмы-күпме ҡәнәғәтләндереү маҡсатында яңы алым, әҙәби мини сериялдар ижад итеү алымын һайланы. Беренсе өлөш донъя күргәндә, беҙ әле икенсеһендә һәм артабан нимә хаҡында һүҙ барырын белмәйбеҙ. Шуға күрә, ҡасан бөтә, аҙағы нисек була, оҙаҡҡа һуҙаһығыҙ , тип ризаһыҙлыҡ белдереүҙәр беҙҙе әүҙемерәк ҡәләм тибрәтергә мәжбүр итә.
Һүҙҙе йомғаҡлап, әлегә хушлаймайбыҙ. Өр-яңы ижади маҡсаттар бар. Улар беҙҙе берҙәмерәк һәм талапсаныраҡ булырға өйрәтә. Әйҙәгеҙ, беҙ яҙайыҡ, һеҙ уҡығыҙ. Әйткәндәй, бөгөн генә яңы проект «Үҙеңде миңә бүләк ит», донъя күрә башланы.