Ауылда хәбәр тиҙ тарала бит. Бер нисә көндән Гөлназ менән Фәриттең эргәләге ҡалаларҙа һөт ризыҡтары һатыу буйынса берлектәге предприятиеһы эшләй башлауы тураһында мәғлүм булды. Ҡарағыҙ әле, үҙҙәренә килешеп тора. Ҡалаға барып, икеһенә бер иштән форма тектереп кейгәндәр. Шаҡтай иҫкергән автомобилдең багажнигында һәм артҡы ултырғысында – дүрт һыуытҡыс. Тәүҙәрәк май, ҡаймаҡ, эремсек, ҡорот йыйыу ауыр ине, ҡалала таратып сығыу ҙа еңел эш түгел икән. Ҙур һауыттар менән алыусылар бик аҙ, ни хәл итәһең, көтәсәккә һораусылар ҙа бар. Тәүге ике-өс көндә халыҡ өсөн эшләнеләр, йәғни, бер өлөшөн һаттылар, көтәсәккә бирҙеләр, иң һуңғы һауыттарҙы былай ғына таратырға тура килде. Тәүге ике аҙна берлектәге предприятиены халыҡ араһында рекламалауға китте. Шуға табыш тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел ине. Ә бына ауыл халҡы менән көтәсәккә һөйләшеүе ауырыраҡ. Улар иртән ҡаймаҡ бирһә, кис аҡсаһын һорай.
Тәүҙәрәк Гөлназдың күңеле төшкән һымаҡ тойолһа ла, Фәрит ныҡыш егет икән, үҙенең һөйләүенә ҡарағанда, 6-7 быуын ата-бабалары өйөр-өйөр йылҡы тотҡан, ошонда мал аҫырап, кешеләргә эш биреп, мәҙрәсәләр асып, һәләтлеләрҙе Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Өфө мәҙрәсәләренә уҡырға ебәргәндәр. Бынан ниндәй һығымта яһарға мөмкин? Тимәк, һинең нәҫел-ырыуыңда йүнселдәр, эшҡыуарлыҡҡа һәләтлеләр булырға тейеш. Йүнселдәр, йәғни, йылҡы өйөрөнөң хужаһы бар икән, эргәһендә генә көтөүселәре лә булыуы мотлаҡ. Көтөүселәре генә түгел, бейә һауыусылары ла. Гөлназ, мәҫәлән, үҙенең сығышын һуңғылары иҫәбенә индерә. Кем белә, бәлки хаталанмайҙыр ҙа.
Хәҙер уларҙың ҡарамағында меңдән ашыу адреслы исемлек, йәғни ҡулланыусылар базаһы. “Хәйерле иртә, яҡташтар! Кемдәр экологик яҡтан саф һәм таҙа ризыҡтар ашағыһы килә, беҙҙең “Табыш” предприятиеһына мөрәжәғәт итегеҙ. Хаҡы килешеү буйынса һәм ифрат арзан. Телефоныбыҙ һәм интернеттағы адресыбыҙ түбәндәгесә...”
Гөлназ менән Фәрит эш менән генә булмай, клубҡа дискотекаға сығырға ла өлгөрә. Бер көн парлашып сыҡҡайнылар, ҡаршыларына Асия килеп баҫты:
– Ни эшләп йөрөйһөгөҙ, һеҙҙән эркет еҫе килә.
– Ә беҙ, Асия, эркет еҫен яратабыҙ, – тине Фәрит, ыһ та итмәйенсә. – Ә һинең үҙеңдән май еҫе килмәйме, – тип һораны ул, ҡыҙҙың буй-һынына күҙ ташлап.
Бер йомарлам май һымаҡ йоп-йоморо Асия ҡып-ҡыҙыл булып буҙарынды ла, башҡалар араһына инеп юғалды.
Гөлназ менән Фәрит кеше ыңғайына бейенеләр. Фәрит бер аҙ торҙо ла, тирә-яғын ҡараны, шуннан һуң, Гөлназдың ҡолағына эйелеп:
– Һин нисектер, ә мин сарсаным, – тине.
– Сарсаһаң, барып һыу эсеп киләйек, – тине Гөлназ, уға һыйынып.
– Мин үҙемде түгел, ошондағы халыҡты уйлайым. Бәлки уларға ла һыу кәрәктер? – Фәрит, ыңғай яуап көткәндәй, Гөлназға текләп ҡараны.
– Бында бит йөҙләп ҡыҙ һәм егет! – тине Гөлназ. – Уларға бер самауыр сәй генә етмәҫ. Әйҙә, анау мөйөшөндә буфет асып ебәрәбеҙ? Тик алдан уҡ һөйләшәбеҙ, һыра һатыштан түгел.
– Мин дә шулай, тим. Хатта спиртлы эсемлектәргә ҡаршы көрәш иғлан итергә мөмкин.
– Төрлө уйындар ойошторайыҡ, приздар бирәйек, – тип өҫтәне Гөлназ. – Фәрит, һин ҡайһылай шәп фекерҙәр әйтәһең! Йөҙ кеше ошонда көн һайын килеп, иллешәр һум ғына аҡсаһын ҡалдырһа ла, 5000 һум тигән һүҙ!
– Һин беҙҙең халыҡтың матди хәлен юғары баһалайһың. Ә барыбер һәр береһе сәй эсергә теләйәсәк. Исмаһам, һалҡын һыу.
Икенсе көнөнә Фәрит, ҡаланан аҙыҡ-түлеген ҡалдырып ҡайтыу менән, биләмә башлығы Әхмәҙиевты эҙләп тапты.
Тәүҙә бик шикләнеп кенә тыңланы, һорауҙар бирҙе:
– Һеҙгә аҡса кәрәкме, әллә табышмы? – тине ул, Фәриттең күҙҙәренә тура ҡарап.
– Беҙ ошонда бейеп-йырлап арыған халыҡтың һыуһынын ҡандырырға теләйбеҙ, – тине Фәрит. – Әгәр беҙ быны эшләмәһәк, икенселәр тотонасаҡ. Ләкин улар сәй, һут түгел, һыра һәм суррогат эсемлектәр һатасаҡ.
– Бәлки дөрөҫ тә һөйләйһеңдер, – тине Әхмәҙиев. – Мин һеҙгә ышанам, ләкин бәләкәй генә сәбәп: рөхсәтһеҙ спиртлы эсемлек һатылһа, ярлыҡау көтмәгеҙ, яза бик ҡаты буласаҡ.
Фәрит эште ойоштора белә шул. Машина таң менән ҡалаға һөт ризыҡтары алып барһа, ҡайтҡанда төрлө эсемлектәр һәм тауар тейәп ҡайта.
Фәрит менән Гөлназ буфетты хеҙмәтләндереп өлгөрмәгәс, ялға ҡайтҡан уҡыусыларҙың береһен эшкә алырға тура килде. Уныһы комиссия үтеп өлгөрмәгән, район үҙәгенән килеп, мул ғына штраф та сәпәп киткәндәр.
Ләкин күңелһеҙлектәр бының менән генә тамамланманы. Әхмәҙиев, ғәҙәт буйынса, клуб эргәһен иртән ҡарап сыҡҡан һәм ҡыуаҡлыҡтар эргәһендә дүрт бушаған һыра шешәһе тапҡан. Ә йыйыштырыусы ҡатын араҡы шешәһен сүп-сар һауытына сығарған.
Фәрит төштән һуң ҡайтып етеүгә, участковый Нуриев менән Әхмәҙиев һыра һәм араҡы шешәләренең ҡайҙан килеп сығыуын тикшерә ине.
– Был хаҡта нимә әйтерһең, Фәрит ҡустым? – тине Әхмәҙиев, ҡәнәғәтһеҙлек белдереүен йәшермәй.
– Был һорауға яуап бирергә әҙер түгелмен, – тине Фәрит. – Шуныһын ғына әйтә алам, ҡаланан беҙ һыра, араҡы ташығаныбыҙ юҡ. Әгәр кемдер күстәнәскә алып ҡайта һәм бында килтереп эсә икән, беҙ был һорауға яуап бирә алмайбыҙ. Ә инде кемдер уҫал ниәт менән, беҙҙе ғәйепле итеү маҡсаттында килтерһә, быныһы – икенсе мәсьәлә.
– Булыуы мөмкин, булыуы мөмкин, – тине Әхмәҙиев. – Һин, Фәрит ҡустым, ауылды ҡуҙғытып ебәрҙең. Хәҙер һеҙҙең һөт ризыҡтары йыйып, ҡалаға алып барып һатыуығыҙ, әлбиттә, ҡиммәтерәк хаҡҡа, халыҡты уятып ебәрҙе. Улар һеҙгә ныҡлы көндәшлек күрһәтергә теләй.
Участковый шешәләрҙе йыйып алды ла:
– Үҙебеҙҙең экспертҡа күрһәтеп ҡарайым, бәлки ҡасан, ҡайҙа сыҡҡанын асыҡлай алыр, – тине.
Фәриттең күңеле төштө. Әгәр аҙым һайын аяҡ салалар, кәртә ҡоралар икән, был файҙалы эш менән шөғөлләнеүҙең мәғәнәһе юҡ.
Юҡҡа борсолған егет. Бәлки уны ғәйепле итергә, предприятиеһын юҡҡа сығарырға теләүселәр ҙә барҙыр.
Бер көн ҡалала бер сауҙа нөктәһенә ҡаймаҡ бушатып торалар ине, Әхмәҙиев үҙе шылтыратты:
– Һөйөнсө, Фәрит ҡустым! – тине ул. Теге шешәләрҙең беҙгә мөнәсәбәте юҡ икән. Уларға һыраның һәм араҡының былтыр уҡ ҡойолоуын асыҡлағандар. Тимәк, һинең ғәйебең тойолмай. Ә кемдеңдер килтереп ташлап китеүе һеҙҙе һағыраҡ булырға мәжбүр итә.
– Рәхмәт, ағай! – тине Фәрит. – Мин, ошо шешәләрҙе уйлап, төндә насар йоҡлайым хәҙер.
– Борсолма, – тине биләмә башлығы. – Һин бит яңы кеше. Башҡарған эштәрең бәлки бөтәһенә лә оҡшап та етмәйҙер. Ә бына миңә, мәҫәлән, оҡшай.
– Рәхмәт, ағай, мин һеҙҙең ярҙамығыҙҙы һәр ваҡыт тоям.
– Рәхмәтеңде ишетеүе күңелле. Был осраҡта уның күп булыуы ла ихтимал, – тине башлыҡ. Оҙаҡламай – социаль хеҙмәткәрҙәр көнө, ауылда мохтаждар күп түгел, бер 4-5 кешегә ярҙам итә алмаҫһығыҙмы икән, ҡустым?
– Меңәр һум етәме? – тине Фәрит, уйлап та тормай.
– Артығы менән, – тип ҡыуанды башлыҡ. – Берәүгә мөрәжәғәт иткәйнем, баш тартты.
Фәрит бындай һөйләшеүҙән ҡыуанып китте:
– Әйҙәгеҙ, киләһе йылға “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үткәрәбеҙ! Беҙ бының өсөн ҡайһы бер сығымдарҙы күтәрергә риза.
– Яҡшы, рәхмәт, Фәрит ҡустым, киләһе йылға һөйләшербеҙ, – тине башлыҡ.
– Әгәр беҙ һораһаҡ, һеҙ, йәштәр эргәһенә килеп, сығыш яһап китә алмаҫһығыҙмы икән?
– Ә нимә хаҡында һөйләшербеҙ?
– Бөтәһе хаҡында ла. Мәҫәлән, тәртип, эскелеккә ҡаршы көрәш, хатта ғаилә ҡороу хаҡында ла һөйләшергә мөмкин.
– Иң ауыр мәсьәләләр шул, – тип таныны башлыҡ. – Мин килеп һөйләгәндән генә, эскеселек кәмеһә, эш урындары барлыҡҡа килһә, балалар артһа, ҡайһылай күңелле булыр ине.
Һүҙендә торҙо башлыҡ. Икенсе көнөнә кис менән, ҡараңғы төшөп, халыҡ йыйылыуға, сәхнәгә килеп тә менде. Үҙе лә шаян ғына, һүҙ оҫтаһы икән. Шаяртып алырға кәрәк булһа, һүҙ эҙләп, кеҫәһендә соҡонмай.
– Ауылыбыҙҙың киләсәге булырҙай йәштәрҙе ошонда күреүемә шатмын! – тине ул. – Арағыҙҙа бер иҫеректе лә күрмәнем. Һәр ваҡыт шулай булһа ине! Һеҙҙең балаларығыҙ ошо ауылдың киләсәге булһын! 20-30 йыл элек, беҙ үҫкәндә, ошо клубҡа һыймай инек. Ә хәҙер, белеүемсә, көн һайын йөҙләп кенә кеше йыйыла. Ҡалғандарығыҙ ҡайҙа йөрөй? Ана, мәктәпте ябып, балаларҙы район үҙәгенә йөрөтәбеҙ. Өйләнешеп, балалар үҫтермәһәгеҙ, ошо клубты ябып, һеҙҙе, автобус яллап, күрше ауылға йә район үҙәгенә дискотекаға ташырға тура килмәгәйе. Һеҙгә шундай һандар килтерәм. Беҙҙең биләмәлә былтыр 16 кеше, йәндәре йәннәттә булһын, баҡыйлыҡҡа күсте. Ләкин бер генә бәпес тыуҙы. Ә быйыл ярты йылда алты кеше вафат булды, ләкин, үкенескә ҡаршы, бер бәпес тә тыуманы. Хәҙер уйлап ҡарағыҙ. 15-20 йылдан, бында бейеүселәр һаны хәҙерге һымаҡ йөҙләп түгел, берәү-икәү генә буласаҡмы?
Бая ғына күңелле итеп тыңлаған йәштәр өнһөҙ ҡалды.
Гөлназ менән Фәрит шым ғына, күңелһеҙ генә ҡайттылар.
– Ауыл бөтһә, бында ҡайтыусы ла булмаҫ инде, – тине Гөлназ.
– Бөтә донъяла шулай, – тине аҡланғандай, Фәрит. – Халыҡ ҡайҙа эш, мәктәп, һаулыҡ һаҡлау мөмкинлектәре бар, шунда ынтыла. Иҫәп-хисапты бер аҙ ҡарайыҡ әле. Миңә кереп ултырайыҡ та, ҡағыҙҙарҙы барлайыҡ.
Ләкин улар өлгөрмәне. Фәриттәр йәшәгән яҡта күккә тиклем ут ялҡындары күтәрелде.
Дауамы бар.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"